«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮ ТАМАШАСЫҺЫ МИРАҪТАРҒА АЛҠЫШЛАНЫ
+  - 

Мәскәүҙә "Мираҫ" фольклор, йыр һәм бейеү ансамбленең концерты уҙҙы. Данлыҡлы Өфө коллективы П. И. Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Ике сәғәтлек программа төрлө халыҡтарҙың вокаль һәм бейеү композицияларын үҙ эсенә алғайны. 1812 йылдағы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған "Ватаным минең" тамашаһы мәскәүҙәргә айырыуса ныҡ тәьҫир итте.

- Концерт уңышлы уҙҙы. Мең ярымлыҡ зал беҙҙе ҡайнар алҡыштарға күмеп ҡабул итте. Концерт башында сәләмләү телмәре менән РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров сығыш яһаны. Концертта Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ начальнигы Исламетдин Мәмбәтов булды. Ә үҙебеҙҙең яңы концерт миҙгелен Өфөлә 24 октябрҙә асасаҡбыҙ, - тип һөйләне "Мираҫ" ансамбленең матбуғат секретары Марина Луговая.
2014 йылдың июненән "Мираҫ"ты халыҡ-ара конкурстар һәм ҡала йәмәғәт премиялары лауреаты Айнур Искәндәров етәкләй. Берҙәм командала художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова, музыка етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Гориченский, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың халыҡ артисы Эльвира Ғәйфуллина, балетмейстер, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Әлфиә Тимерғәзиева эшләй. Ансамбль артистары араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары бар, уларҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға эйә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Мәҙәниәт йылы Башҡортостан менән Мәскәүҙең мәҙәни хеҙмәттәшлеге буйынса төрлө ваҡиғаларға бай. Республика делегацияһы Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын асыуҙа ҡатнашты, февралдә ошо уҡ П.И.Чайковский исемендәге залда Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Ижади коллективтар һәм алдынғы солистар 2014 йылда Мәскәү һабантуйында үҙҙәренең иң яҡшы сығыштарын бүләк итте. Октябрҙә баш ҡаланың "Сатирикон" театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре үтәсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 1433

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru