«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.

Көтөлмәгән яңылыҡ

Һуғышҡа ингән дәүләттәрҙең бөтәһе лә элек булған һуғыштарға ҡарап фекер йөрөтә. Франция-Рәсәй йәки Рус-япон һуғыштары улар өсөн өлгө итеп алына. Ул һуғыштар маневрлы була, алыштар бер-ике йыл эсендә тамамлана. Был юлы ла ил башлыҡтары, хәрби етәкселәр һуғыштың тиҙ бөтәсәгенә ышана. 1914 йылдың 1 авгусында һалдаттарын яуға оҙатҡанда Германия императоры, Яңы йылды Парижда ҡаршылаясаҡбыҙ, ти. Француздар иһә, Яңы йылды Берлинда ҡаршылаясаҡтарына ышана, рустар ҙа Яңы йылға Берлинға инергә өмөтләнә. Бөтәһе лә һуғыш тиҙ бөтәсәк, тип уйлай. Ләкин улар хаталана, был ваҡытта ҙур тиҙлек менән үҫкән фәнни-техник прогресты күҙ уңынан ысҡындыра. Ә ул осорҙа бер-бер артлы фәнни асыштар эшләнә һәм, ғәҙәттәгесә, был асыштар ҙа хәрби эштә әүҙем ҡулланыла.
Һөжүм итеү саралары һаҡланыу сараларына ҡарағанда насарыраҡ үҫешкән була. Оборона тотоусылар һөжүм итеп килеүсе дошмандарҙың бер-ике полкын ярты сәғәт эсендә пулеметтан ҡырып һала ала. Бынан тыш, армия ауыр артиллерия ҡоралдары, 260 мм-лы снарядтар, гаубицалар ала. Был ҡоралдар дошманды ҙур емертеүҙәр менән туҡтата. Һуғышта әүҙем рәүештә аэропландар ҡулланыла башлай. Газ ҡоралдары барлыҡҡа килә, был ҡорал бер нисә минут эсендә дивизияларҙы юҡҡа сығарыу көсөнә эйә була.
1915 йылдың башында уҡ һуғыштың Әле генә бөтмәйәсәге, хәрби бәрелештәрҙең теге йәки был яҡтың хәрби, иҡтисади, кеше ресурстары бөткәнсе барасағы асыҡлана. 10-15 саҡрымға алға китеү ҙур уңыш тип һанала. Ғәскәрҙәр ерҙә нығыраҡ ҡаҙына башлай, бер нисә кимәлле окоптар, ер аҫты ҡоролмалары эшләнә. Фронтты йырыр өсөн яңы ысулдар эҙләргә кәрәк була.

Фронттағы хәлдәр

Һуғыш домино принцибы буйынса тарала. Франция, Ғосман империяһы, Бөйөк Британия, Япония, 1917 йылда АҠШ бер-бер артлы хәрби кампанияға ҡушыла. Шулай уҡ ошо илдәрҙең колониялары ла һуғыштан ситтә ҡала алмай. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡытта локаль конфликт донъя һуғышына килтерә.
Алдан күҙалланыуынса, һуғыш маневрлы башланып китә. Рәсәй ғәскәрҙәре Көнсығыш Пруссия менән Галицияны ала. Уңышлы башланып киткән походтың аҙағы генерал Самсонов армияһының фажиғәһе менән тамамлана. Генерал һалдаттары менән ҡамауға эләгә һәм күп кешеһен юғалта. Ләкин был яу Германияның Парижға барған ғәскәрҙәрен туҡтата һәм немецтарҙы Францияның баш ҡалаһын баҫып алыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Германия хәрби көстәрен күберәк Рәсәйгә йүнәлтергә мәжбүр була. Ошо ваҡытта Галицияла Рәсәй армияһы австро-венгрҙарҙы тар-мар итә.
Бер аҙҙан һуғыш тиҙлеген юғалта. 1915 йылда Германия ике яҡлы һуғыш алып барыуы ҡыйын буласағын аңлап, тәүҙә Рәсәйҙе еңергә, һуңынан Антантаның башҡа илдәре менән һуғышырға ҡарар итә. 1915 йылдың яҙында немец армияһы Рәсәйҙең оборона фронтын йырып үтә һәм алға ынтыла. Был дәүер Рәсәй хәрби тарихында "Бөйөк сигенеү ваҡыты" исеме аҫтында билдәле. 1915 йылда Рәсәй Польшаны, Галицияны, Белоруссияның бер өлөшөн ҡалдырып китергә мәжбүр була. 1915 йылға регуляр ғәскәрҙәр күп өлөшөн юғалта, илдә запас бөтә, тыл бушай. Сигенеү көҙгә тиклем дауам итә. Һуңынан фронт бер аҙ тотороҡлана, Кавказда Ғосман империяһына ҡаршы уңышлы һуғыштар була. 1916 йылда Брусилов йырып сығыуы башлана. Ләкин уңышлы ғына башланып киткән был һөжүмде немец ғәскәрҙәре туҡтата ала. Тағы ла күпмелер ваҡытҡа әүҙем хәрби бәрелештәр тымып ҡала. Был ваҡытты дәүләттәр үҙҙәренең хәрби көстәрен нығытыу өсөн файҙалана. Рәсәй империяһы армияһын яҡшы итеп тулыландырыуға, туйындырыуға өлгәшә. Илдә булған бөтә ресурстар ҡулланыла, ғәскәрҙәр яңы кешеләр, техника, аэропландар, ҡорал, снарядтар, аҙыҡ-түлек ала. 1917 йылда һуғышты еңеү менән тамамлау өсөн бар мөмкинлектәр асыла.
Ләкин һәр кем әлеге армияны тәьмин иткән запастарҙан тыш, башҡа запастар ҡалмағанын, ниндәйҙер уңышһыҙлыҡ була ҡалһа, бының ҙур еңелеүгә килтерәсәген аңлай. Антанта буйынса союздаштар ҙа быны күрә. Улар 1917 йылда Рәсәйгә фронтты тоторға, ләкин һөжүм итмәҫкә тәҡдим итә. Ә союздаштар американдар менән бергә көнбайыштан һөжүм башлай. Рәсәй өсөн был уңайлы була. Әммә артабанғы ваҡиғалар бөтөнләйгә хәлде үҙгәртә.

1917 йылдағы ваҡиғалар

1917 йылдың февралендә Рәсәйҙә революция була. Батша тәхеттән төшөрөлә, власть Ваҡытлы Хөкүмәт ҡулына күсә. Фронт революцияны ғәжәпләнеп ҡаршы ала, армияла һалдаттар рәтен тарҡатырға тырышҡан кешеләр барлыҡҡа килә. Ләкин хәрби етәкселек улар менән яҡшы көрәшә, йәйелеп эшләп китергә ирек бирмәй.
Әммә бында "бишенсе колонна" барлыҡҡа килә. Революция менән сәйәси аренаға сыҡҡан бөтә фирҡәләр ҙә һуғыштың еңеүгә тиклем дауам итеүен теләй. "Күп ҡорбандар бирелде, күп кеше үлде, һуғыш еңеүгә тиклем булырға тейеш", тип иҫәпләй улар. Бары большевиктар ғына һуғышты империалистик тип иғлан итә һәм ошо пропаганданы әүҙем рәүештә тарата. Улар штыктарҙы помещиктарға йүнәлтергә саҡыра. Улар элекке командирҙарҙы ғәскәрҙәр менән идара итеүҙән ситләштереүгә өлгәшә. Немецтар өсөн был ҡулай була. Улар рус ғәскәрҙәренә тәмәке, спирт тәҡдим итә, "ниңә һуғышырға, дуҫ булайыҡ", тип юхаланыуҙар башлана. Өс ай эсендә йәйгә Берлинды алыр ҡеүәте булған армия бөтөнләй һуғыша алмаҫ хәлгә төшә. Германия ла Рәсәйгә һөжүм итмәй.
Ошо ваҡытта уҡ Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан планлаштырылған ғәскәрҙәрҙе "милләтләштереү" башлана. Ҡайһы бер милләт, дин вәкилдәре махсус подразделениелар төҙөй. Бигерәк тә "украинлаштырыу" Рәсәй армияһы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерә. Улар, беҙ Рәсәй өсөн түгел, ә Украина өсөн һуғышабыҙ, тип дөйөм ғәскәрҙәрҙән айырымлана башлай. "Мосолманлаштырыу", киреһенсә, яҡшы яҡҡа була. Башҡорттарҙан, татарҙарҙан, Кавказ халыҡтарынан торған мосолман частәре, элек беҙ батша өсөн һуғыша инек, хәҙер ул юҡ, ләкин Рәсәй бар, унда беҙҙең хоҡуҡтар иҫәпкә алына, беҙ Рәсәй өсөн, тип иғлан итәләр.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 1458

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru