«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНТЕРНЕТТЫ СҮП ОЯҺЫНАН ГӨЛ-БАҠСАҒА ӘЙЛӘНДЕРЕҮ БЕҘҘӘН ДӘ ТОРА
+  - 

Хәҙер интернет донъяһына йәштәр, балалар ғына түгел, ә оло йәштәгеләр ҙә бик әүҙем ылығып китте. Ә шулай ҙа башҡорт кешеһе интернет донъяһында ниндәй мәғлүмәт тирәләй тупланырға тейеш? "Википедия" сайты уға ниндәй офоҡтар аса? Интернеттағы тау-тау мәғлүмәт араһынан үҙеңә кәрәклеһен ҡайҙан, нисек табырға? Интернетта кемгә ышанырға ярамай? Башҡорт телендәге "Википедия" сайты мөхәррире Рөстәм НУРЫЕВ менән яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл СИТДИҠОВА ошо һәм бүтән темалар буйынса фекер алыша.

"Википедия"ға һеҙ нисек ылығып киттегеҙ? Һеҙҙеңсә, энтузиазм нимә ул?

Гүзәл Ситдиҡова Гүзәл Ситдиҡова: Энтузиазм төшөнсәһенә Лада Вульфтың "Истинное счастье - минуты энтузиазма" тигән һүҙҙәре бер ни тиклем аңлатма бирә, минеңсә. Башҡорт "Википедия"һына нисегерәк аяҡ баҫыуыма килгәндә, урыҫ телендәге "Википедия"ны электән файҙаландым, тик ул саҡта башҡортсаһы барлығын ғына белмәгәнмен. Көндәрҙән бер көндө башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән Вячеслав Чернев исемле егет интернет аша минең менән бәйләнешкә сығып, әлеге сайтҡа нисек теркәлергә, нисек мәҡәлә урынлаштырырға кәрәклеген ентекләп өйрәтте. Башлаған саҡта сабыр, түҙемле, егәрле юл күрһәтеүсең булыуы кәрәк шул. Эстәлеге менән таныша-таныша, сайттың минең күңел талаптарыма тулыһынса тап килеүен аңланым. Шулай итеп, хаҡлы ялымда сайтҡа яҙышыу ҙур бер күңел хеҙмәтемә әйләнде.
Сайт мине тағы нимәһе менән ылыҡтырҙы? Беренсенән, журналистикаға, икенсенән, фәнгә бәйле булыуы менән. Эш шунда: мин һүҙлектәр, энциклопедиялар менән эшләргә яратам. "Бәйләнештә"ге битемдә лә: "Сәскә урынына миңә ун тәңкәлек кенә булһа ла энциклопедиялар, һүҙлектәр, белешмәләр бүләк итһендәр", - тип яҙып ҡуйғанмын. Ә интернетҡа инеүемдең төп сәбәбе - нисек кенә яңғырауыҡлы булып тойолмаһын, ихластан әйтәм - халҡымды яратыуым, уға файҙа килтерергә тырышыуымдыр, күрәһең...
"Википедия"ла һәр телдә мотлаҡ булырға тейешле мәҡәләләр исемлеге бар. Мин башта шул мәҡәләләрҙе яҙыуға тотондом. Тотондом да, телебеҙҙең һоҡланғыс бай икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым. Ни тиклем генә ҡатмарлы темалар, йүнәлештәр, тарихи ваҡиғалар булмаһын - һәр береһен башҡорт телендә матур, аныҡ итеп һүрәтләрлек төшөнсәләребеҙ бар икән. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәттәр өҫтөндә эшләгәндә бик күп һүҙлектәр ҡулланырға тура килде. Башҡорт телендәге һүҙлектәрҙән тыш, ҡайһы бер төшөнсәләрҙе төрки телдәр һүҙлектәренән дә, немец һүҙлектәренән дә дөрөҫләнем. Немецтар шул хәтлем теүәл халыҡ - улар инглиз телендәге төшөнсәләрҙе (мәҫәлән, бөгөнгө компьютер төшөнсәләрен), фән буйынса төшөнсәләрҙе инглиз теленән туранан-тура тәржемә итмәй, ә үҙ теленән ала. Уларҙың тәржемә алымын ҙур кинәнес менән үҙебеҙҙең телдә файҙаландым. Мәҡәләләрҙе төндәр буйына, таңға хәтлем тәржемә иткән саҡтарым да булды. Бер заман ҡарап ебәрһәм, минең биттә "Википедия"ның миҙалы тора...
Рөстәм Нурыев Рөстәм Нурыев: Эйе, "Википедия"сылар аҡса өсөн эшләмәй - эскерһеҙ эшләй. Эшеңде күреп, ниндәйҙер баһа ишетһәң, әлбиттә, күңел күтәрелеп китә. Рәсәйҙә "Википедия" проекттарын ҡурсалаусы "ВикимедиаРУ" тигән йәмәғәт ойошмаһы бар. Ойошма 2011 йылда төрлө йүнәлештәге, төрлө номинациялағы премиялар булдырған. Быйыл ул премияларҙы Рәсәй халыҡтары телдәрендәге проекттар араһында ла булдырырға ҡарар ителгән. "Википедия"ларҙың эшмәкәрлеген тикшереп ҡарап (ә унда һәр ғәмәл яҙылып бара, иҫәптә тора), 2013 йылғы эшмәкәрлек буйынса иң әүҙем татар, чечен, башҡорт һәм саха телдәрендәге "Википедия"ларҙы һайлағандар. Башҡорт бүлегендә иң әүҙем мөхәррир-ҡатнашыусы мин булып сыҡтым. Был бүләк минең генә түгел, ә Башҡорт Википедияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан барлыҡ ирекмәндәрҙең бүләге итеп ҡарарға кәрәк.
"Энтузиазм нимә ул?" тигән һорауығыҙға килгәндә... Бөгөн иртән әсәйгә Мәскәүҙән ҙур-ҙур бурыстар йөкмәп ҡайтыуым тураһында әйткәйнем, ул: "Эй, улым, атайың да хыялый булды, һин дә шундай хыялыйһың", - тине. Энтузиаст кеше шул уҡ хыялый түгелме икән?..
Мин "Википедия"ға 2005 йылда тап булдым: тәүҙә төрлө мәғлүмәттәр алыу өсөн инһәм, бер аҙҙан ҡайһы бер мәҡәләләрҙәге хаталарҙы күреп, төҙәткеләй башланым. Бер йыл шулай нимәлер яҙҙым, нимәлер төҙәттем. Бер саҡ сайттың күп кенә телдәрҙәге варианттары барлығын күреп ҡалдым. Башҡа ҡылт итеп: "Ә башҡорт телендәгеһе юҡмы икән ни?" - тигән уй килде. Күрәм, башланғыс хәлдә генә булһа ла ундай сайт бар икән. Етмәһә, ярты тиҫтәгә яҡын мәҡәлә яҙып һалынған. "Башҡортостан" тип исемләнгән тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Шунан сайт менән ныҡлап таныша башланым. Башҡортса сайтҡа яҙышыусылар һирәк икәнен шәйләгәс,"Башҡорттар, башҡортса "Википедия" бар бит!" тип, интернетта оран һалдым. Оранымды ишетеп, эләктереп алыусылар булды. Көн дә яҙышыуымды күреп, 2006 йылдың ғинуар айында донъя кимәлендәге администраторҙар (уларҙы стюарттар тип тә атайҙар), минән һорап та тормайынса, миңә "хаким", "бей" дәрәжәләрен йөкмәтеп тә ҡуйҙылар ("бей" - сайтта иң оло вазифа).

Башҡорт "Википедия" һы сайтының бөгөнгө йөҙөн, тимәк, һеҙҙең һымаҡ эшлекле, аҡыллы, зирәк ағайҙар, апайҙар барлыҡҡа килтергән. Башҡортса сайттың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләп үтмәҫһегеҙме?

Рөстәм Нурыев: 2012 йылда Ҡаҙағстанда үткән Төрки телле "Википедия"сылар конференцияһында ҡатнаштыҡ. Сара нимәһе менән әһәмиәтле булды? Егеттәребеҙ ҡорҙан бик шәп белем алып ҡайтты. Артабан башҡортса "Википедия"ға башланғыс материалдарҙы "Бот", йәғни компьютер программаһы ярҙамында тултырыу сараһы барлыҡҡа килде. Ҡаҙаҡ, урыҫ, немец "Википедия"сылары беҙгә был ғилемде үҙләштерергә ярҙам иткәс, Башҡортостан ауылдары тураһында 4 мең ярым башланғыс мәҡәлә яҙылды. "Бот" менән яҙыуҙың өҫтөнлөктәре лә, етешһеҙлектәре лә бар. Өҫтөнлөгө : мәҡәләләрҙә йыш ҡабатланған һүҙҙәрҙән, һөйләмдәрҙән ҡалып төҙөү мөмкинлеге. Әйтәйек, ауылдар тураһында ниндәйҙер бер һөйләм һәр мәҡәләлә осрауы ихтимал. "Бот" ярҙамында яҙған саҡта ауылдың ниндәй районға, ҡайһы ауыл биләмәһенә ҡарауын яҙыу өсөн махсус графаға атамаларҙы ғына индерәләр ҙә, үҙгәрә торған мәғлүмәтте таблицаға ҡуялар. Робот таблицанан үҙгәрә торған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, баш ҡуйып, яңы мәҡәлә төҙөп тә ҡуя. Етешһеҙлеге: улар ауыл-ҡалалар тураһында тик башланғыс мәғлүмәт кенә бирә.
2013 йылдың февралендә, мәҡәләләребеҙ һаны 30 меңгә еткәс, "бот" менән яҙыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торҙоҡ. Йыл ярым дауамында хәҙер ҡул менән 3 меңгә яҡын мәҡәлә яҙылды. Әлеге ваҡытта башҡортса "Википедия"ла 33 меңдән ашыу мәҡәлә бар. "Бот" менән яҙыуҙы ниңә туҡтатып торҙоҡ? Сөнки, ундай мәҡәләләрҙе тулыландырыу талап ителә. Башланғыс мәҡәләләр күп булыу менән генә эш бөтмәй бит. Улай булһа, "Википедия"ның ҡыҙығы ла ҡалмай. Хәҙер сифат өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошо башланғыс кимәлдәге мәҡәләләрҙе тулыландырыу, уларҙы йырып сығыу өсөн әүҙем яҙыусылар етмәй. Аҙ һанлыбыҙ. "Күп күтәрһәң, биртенәһең", тип тә әйтәләр.
Гүзәл Ситдиҡова: Беҙ былтыр ҡыш бер сайтта Силәбе өлкәһендәге башҡорт атамалары буйынса бик ныҡ бәхәсләшеп тә алғайныҡ. Мәҫәлән, "Аша"мы, әллә "Әшә"ме? "Сыбаркүл", "Эткүл" атамаларының дөрөҫ яҙылышы нисек? Дөрөҫ яуапты урындағы халыҡ ҡына белә - улар легендаларҙан сығып, ер-һыу, ауыл-ҡалалар атамаларын дөрөҫ кенә итеп әйтә, дөрөҫ булмаған осраҡта, төҙәтә ала. Шуға күрә Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең дә ҡатнашлығы бик кәрәк. Мәҡәлә эшләй башлағанда китапханамдағы бөтөн булған энциклопедияларҙы, һүҙлектәрҙе ҡарап сығам. Беренсенән, һүҙҙең башҡортса дөрөҫ яҙылышын, икенсенән, мәғлүмәттең дөрөҫ булыуын тикшерәм. 25 томлыҡ Совет энциклопедияһы миндә тулы килеш бар. Ана шул энциклопедия, әйткәндәй, бик сифатлы итеп сығарылған - унда бер генә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт тә юҡ. Унда талаптар шул тиклем көслө. Шуға күрә, мин "Википедия"нан алда шул энциклопедияға күҙ һалам. Интернетта төрки телдәр һүҙлектәре булыу ҙа бик ярҙам итә. "Википедия"ға инеп киткәс, мин үҙемдең интернетта ултырыуымдың мәғәнәһен таба башланым.

Ысынлап та, үҙен зыялы тип иҫәпләгән кеше интернетта ябай ҡулланыусы кимәлендә генә ултырырға тейеш түгелдер ул. Интернетта әүҙем яҙышыусы шәхестәребеҙ тағы ла бармы? Ундайҙарҙан кемдәрҙе айырып атар инегеҙ?

Рөстәм Нурыев: Бар, әлбиттә, беҙҙең башҡорт интернеты киңәйгәндән-киңәйә бара. Мин 90-сы йылдарҙан алып интернетта ултырам. Ул йылдар менән бөгөнгөнө сағыштырғанда, айырма бик ҙур. Ошо көндәрҙә Мәскәүгә конференцияға барғанда ике көн Илдар Кинйәбулатов менән аралаштым. Ул егеттең стратегик кимәлдә уйлау, фекерләү ҡеүәһе бик көслө. Уның фекерҙәрен тыңлап, үҙем дә ғорурланып ҡуйҙым. Һәр бер зыялыны телгә алып бөтөп булмай, әлбиттә. Башҡорт телен интернет аша өйрәнеп ултырған егеттәр барлығын беләм. Ундайҙар Силәбе өлкәһендә айырыуса күп.
Гүзәл Ситдиҡова: Әле беҙҙең яҙыусылар ҙа үҙҙәренең әҫәрҙәрен Викикитапханаға ҡуя башланы. Яҙыусыларыбыҙ был эште артабан дауам итһә, һәйбәт булыр ине. Сөнки сит яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәр башҡорт телендә китап уҡый алмауҙарына зарлана.
Йәнә, мәҡәләләрҙең күп төрлө тематикалы булыуын иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәтте лә тулыландыра барырға кәрәк. Мин теге айҙа бер-нисә билдәле милләттәшебеҙҙең биографияһы яҙылған мәҡәләне тулыландырҙым, яңыларын яҙҙым. Мәҫәлән, беҙҙең Бөрйән районында тыуған гер спорты буйынса донъя чемпионы Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы йәшәй. Мин уның фотоһын осраҡлы рәүештә "Бәйләнештә" сайтында күреп ҡалдым да уның тураһында төрлө сығанаҡтарҙан эҙләп алып, мәҡәләне "Википедия"ға "ултыртып" та ҡуйҙым.
Ошо йәһәттән мин "Википедия", интернет бар икән, башҡорт теле йәшәйәсәк, тигән инаныстамын. Башҡорт теле интернетҡа ингән икән -ул тарала бара. Бөтә социаль селтәрҙәрҙә лә башҡортса яҙырға тырышам. Ҡайһы берҙә юйып ташлайҙар, ҡайһы берҙә - тороп та ҡала. Сәнскеле һүҙҙәр булһа ла иғтибар итмәй, үҙебеҙҙең телдә яҙам да яҙам. Йыш ҡына ҡаҙаҡ ресурстарына инәм. Ҡаҙаҡтарға ла башҡортса яҙып ҡуям. Бөгөн генә "Бәйләнештә" сайтында бер мәҡәлә ултыртып ҡуйҙым. Мәҡәлә илле йәшенә тиклем ҡаҙаҡса һөйләшә белмәгән, ир уртаһына еткәс, туған телен өйрәнә башлаған бер ир тураһында. Үҙенең ысулы тураһында бер китап баҫтырған. Хәҙер, баҡһаң, Ҡаҙағстандағы урыҫтар уның китабын бик теләп һатып ала икән. Ул нимә ти? "Беҙҙең ҡаҙаҡ телсе ғалимдары бергә йыйылып алалар ҙа, ҡаҙаҡ теле бөтә, маңҡорттар, һатлыҡтар, тип, әрләшеп ултыралар ҙа таралышалар. Ә урыҫ телле ҡаҙаҡ уларҙың һүҙен ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Беҙ ана шул ҡаҙаҡтар өсөн эшләргә тейешбеҙ", - ти. Уның тураһындағы мәҡәләне мин ни өсөн үҙемдең сәхифәмә ултыртып ҡуйҙым һуң? Сөнки уның әйткәндәре беҙгә лә ауаздаш. Беҙҙең зыялыларыбыҙҙа ла бар бындай етешһеҙлек. Ә бит беҙгә урыҫ телле башҡорт араһында күберәк эшләргә кәрәк. Был йәһәттән "Википедия" нимәһе менән отошло? Уның руссаһы ла бар, шул уҡ теманы башҡорт телендә лә уҡып була.

Гугл-маркетта бер программаға тап булдым - ул программа ярҙамында микрофонға һөйләйһең, һөйләгәнең тексҡа әйләнә бара. Руссаһы ярайһы уҡ камил, тип әйтергә була. Әммә башҡортсаһы юҡ. Әгәр башҡорт телендәге тәржемә китабы базаһы төҙөлөп бөтһә, ошондай программаларҙа башҡорт телендә һөйләп, тел ярҙамында ғына текст яҙҙырыу технологияһы барлыҡҡа киләсәк, тип ышанып буламы?

Рөстәм Нурыев: Әлбиттә. Һөйләгәнде яҙыу тексына әйләндереү мөмкинлеге лә, синхрон тәржемәләр ҙә бар хәҙер. Әммә бындай технологияға инеп китеү өсөн беҙгә параллель текстар, һүҙлектәр төҙөргә кәрәк. Ә быны бер кеше генә атҡарып сыға алмай. Бында күмәк халыҡ, өмә менән эшләү кәрәк. Донъя кимәлендә ул "краудсорсинг" ысулы тип атала.
Гүзәл Ситдиҡова: Быны ҙурҙан ҡубып эшләү мотлаҡ та түгел, уны беҙҙең башҡорт теле уҡытыусылары ла, журналистар ҙа атҡара ала. Беҙҙең "Википедия"ға кереп, берәй шәхес тураһында бер генә һөйләм өҫтәп ҡуйылһа ла файҙа. Шуға күрә, милләтте бергә туплау, рухыбыҙҙы һаҡлау, телебеҙҙе пропагандалау йәһәтенән дә был сайтты дөйөм өмә урыны, тип әйтергә була.

"Википедия"ны йәмәғәтселек фекере иләге, тип атаһаҡ, моғайын да, хата булмаҫтыр. "Википедия" форматында милли идея булырҙай идеялар барлыҡҡа килә ала тип әйтеп буламы?

Гүзәл Ситдиҡова: Ғөмүмән, башҡортса "Википедия"ла мәҡәләләр бик уйлап һалына, хакимдарыбыҙ ҙа уларҙы бик ентекләп ҡарап, тикшереп баралар. Һәр береһе ниндәйҙер матур бер мәғлүмәт бирә, ниндәйҙер әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, унда сәйәси уйындар менән мауығыу юҡ. Минең уйымса, башҡортса "Википедия" сәйәсәт менән мауығыу урыны булырға ла тейеш түгел. Беҙгә әле башҡорт "Википедия"һының нигеҙен булдырырға кәрәк. Донъя мәҙәниәте, фән ҡаҙаныштары, ғөмүмән, цивилизация ҡаҙаныштары менән таныштырыу менән бер рәттән, беҙ үҙебеҙҙең республикабыҙҙы, тарихыбыҙҙы, шәхестәрбеҙҙе, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы, төрлө өлкәлә ҡаҙаныштарыбыҙҙы, ифрат бай телебеҙҙе лә күрһәтергә, күтәрмәләргә тейешбеҙ. Бына ошо үҙе милли идеялыр.
Рөстәм Нурыев: "Википедия", уның туғандаш проекттары менән шөғөлләнеүселәрҙең төп тәғлимәте, идеологияһы - асыҡ, ирекле ҡулланыуҙа булған ғилем сығанаҡтарын төҙөү. Ул сығанаҡтар донъялағы һәр бер кешегә үҙенең туған телендә асыҡ булырға тейеш. Ә "Википедия" төҙөүселәрҙең бер-береһенә мөнәсәбәтенә килгәндә, улар бөтөн сетерекле мәсьәләләрҙе, күренеште асыҡ рәүештә уртаға һалып тикшереп, уртаҡ фекергә килергә тырышалар. Шул яҡтан минең үҙемде "Википедия" ныҡ йәлеп итә. Унда һәр бер фекергә иғтибар ителә. Һин нимә менәндер риза булмаҫҡа ла мөмкинһең, әммә уртаҡ ҡараш менән иҫәпләшеп эш итәһең.
Гүзәл Ситдиҡова: Алтын урталыҡты таба белеү кәрәк.

Әммә ҡайһы саҡта Интернетта ул алтын урталыҡты тойоуы ла ауыр. Ул саҡта бәхәсте туҡтатып ҡуйыу хәйерлерәкме? Әллә үҙ фекереңде, инанғаныңды дәлилләргә тырышыу хәйерлерәкме?

Гүзәл Ситдиҡова: Бәхәсләшергә лә тура килә шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әгәр бындай һөйләшеүҙәргә ҡул һелтәп кенә ҡараһаң, бөгөн бәхәс предметы булған хәл-күренеш тураһында дөрөҫлөккә тап килмәгән фекер таралыуы ла ихтимал. Рөстәм Нурыев: Әлбиттә, бәхәстән ҡасырға ярамай. Әле Голливуд артисы Рәүил Иҫәнов тураһында бәхәс бара. "Бәйләнештә"ге "Исторический фильм" төркөмө уны милләте буйынса башҡорт тип күрһәткән, ә "Википедия"лағы мәҡәләлә уны башҡорттар - башҡорт, татарҙар - татар, тип төҙәтә. "Һуғыш" инде күптән бара. Мин "Википедия"ға ингәндә уның милләтен "башҡорт" тип яҙып ҡуйғайнылар. Шул мәғлүмәт тапҡырына "Ниндәй сығанаҡ быны дәлилләй?" тигән һорау яҙып ҡалдырҙым. "Исторический фильм" төркөмөндә: "Һәр һуғыш солох менән тамамлана. Әммә һәр һуғыштың һөҙөмтәһе - ҡорбандар. Ваҡытығыҙҙы ҡорбан итеп булһа ла, сығанаҡты табығыҙ", - тигән яҙыу ҡалдырҙым. Иң абруйлы сығанаҡ ул - кешенең үҙенең әйткән һүҙе. Әйтәйек, Фәдис Ғәниевкә "Ҡурай" телеканалындағы интервьюһында: "Һеҙ кем?" - тигән һорау бирҙеләр. Ул: "Милләтем - мишәр, телем - татар, рухым - башҡорт", - тип яуап бирҙе. Ошондай дәғүәһеҙ сығанағы булмай тороп, "Википедия"сылар ундай бәхәскә ташланырға тейеш түгел. Башҡорттарҙың да бәхәсләшеү ысулы шундай булһын ине.
Гүзәл Ситдиҡова: Баҫылған әйбергә генә ышанырға була, тиер инең, һуңғы йылдарҙа "бит йыумаған" баҫмалар ҙа күбәйҙе. Әгәр берәй алдаҡсы үҙенең дөрөҫ булмаған фекерен аҡ ҡағыҙҙа баҫтыра икән, күпмелер ваҡыт үткәс, ул белешмәләрҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе тураһында шикләнеүселәр ҙә ҡалмай. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәрҙең Мәжит Ғафуриҙы "татар" тип яҙыуы бәхәстәр уятмай ҡалмай. Уның паспортында милләте "башҡорт" тип яҙылған, тимәк, төп документ менән раҫланған, бәхәскә урын да булырға тейеш түгел. Шуға, милли мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар килеп тыуһа, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам. Зәки Вәлиди тураһында ла күпме бәхәс барҙы. Мин бәхәскә нөктә ҡуйыр өсөн интернеттағы диуарыма Вәлидиҙең ҡәбер ташы фотоһүрәтен ҡуйҙым. Унда төрөк телендә ап-асыҡ итеп "Көҙәнле башҡорт Зәки Вәлиди Туған ғаиләһе" тип яҙып ҡуйылған. Ҡәбер ташын ул үҙе эшләткән бит.

Интернетта аралашыу мәҙәниәте ниндәй кимәлдә? Интернет яңы тарала башлаған осор менән сағыштырғанда, кешеләрҙә үҙ һүҙе өсөн яуаплылыҡ тойғоһо арттымы, әллә кәменеме?

Гүзәл Ситдиҡова: Интернетта мутлашыу осраҡтары күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡайһы бер кешеләр төрлө вәғәҙәләр менән "алтын тауҙар" вәғәҙә итеп, күптәрҙе "кәкре ҡайынға терәтә".
Рөстәм Нурыев: Реаль донъя виртуаль донъя менән бер тигеҙ ул. Ҡәҙимге донъя ниндәй - виртуаль донъя ла шундай. Минән бер танышым: "Һин интернетта ни эшләйһең? Унда сүплек бит", - тип һораны. Мин уға: "Кем нимә эҙләй - шуны таба инде. Мин үҙем унда гөл-баҡса үҫтереү менән булам", - тинем. Шуға күрә, беҙ ҡарашыбыҙҙы киләсәккә йүнәлтәйек әле. Киләһе йыл беҙҙең башҡорт "Википедия"һының 10 йыллығы. Әлегә төп маҡсат-шул байрам айҡанлы күләмле саралар үткәреү. Интернетта шул темаға фекер алышыу. Аралашыуҙа "Википедия"сылар ғына түгел, һәр кеше ҡатнашһын, кәңәштәрен еткерһен, беҙгә ярҙам итһен ине. "Википедия" - унда яҙышыусыларҙың ғына милке түгел, ә бөтөн йәмғиәттең милке бит.

"Википедия" тураһында һүҙ сыҡҡас, кемдер: "Ә унда яҙышҡан өсөн аҡса түләйҙәрме икән?" - тип һорап ҡуйғайны...

Рөстәм Нурыев: Юҡ, әлбиттә. Рухи ҡәнәғәтлек тойғоһо менән сағыштырғанда, матди сығым - сүп кенә. Шатлыҡты бит үлсәп булмай. Матди байлыҡты ла үҙең менән теге донъяға алып китеү юлы юҡ. Ә рухи байлыҡ беҙҙән һуң да ҡала...

Интернеттың зарарлы сүп-сарынан нисегерәк һаҡланырға тәҡдим итер инегеҙ?

Гүзәл Ситдиҡова: Беҙҙең рухи мөхитебеҙҙе емереү бара. Был мине шулай уҡ ныҡ хафаландыра. Әллә ниндәй төркөмдәр бар. Кемдер үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында мәҡәлә һалһа, психик тулҡын китә. Ә алама күренештәр кеше күңеленә, бигерәк тә йәш кеше күңеленә йоғонтоһоҙ үтмәй. Йыш ҡына быны махсус рәүештә эшләйҙәр. Шуға ата-әсәнең балаһы интернетта нимә уҡый, нимә яҙа икәнен белеүе бик мөһим.
Рөстәм Нурыев: Әйткәнемсә, виртуаль донъя шул уҡ фани донъя һымаҡ. Интернет менән файҙаланған балаларыбыҙ рухлы, зиһенле булып үҫһен өсөн интернетта халҡыбыҙҙың рухи байлығы булған мәғлүмәт сығанаҡтарын күрһәтергә кәрәк. Беҙҙең Урал бабабыҙ нимә тигән? "Кеше булһын затығыҙ, яҡшылыҡ булһын атығыҙ. Яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ". Башҡорттоң милли идеяһы бына ошо һүҙҙәрҙә ята. Яманға юл ҡуймауҙың асылы - яҡшылыҡты таратыу. Ул яҡшылыҡ күберәк булырға тейеш. Ҡайҙа ғына танау төртһәң дә, ҡайҙа ғына баш борһаң да, күҙ алдында яҡшылыҡ торһон.

ЙОМҒАҠЛАП...
Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең аҡыллы ул-ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Мәғрифәтселәребеҙ халҡыбыҙҙы ғына түгел, күрше ҡәүемдәрҙе лә аң-белемгә яҡынайтҡан. Бөгөн дә борондан килгән мәғрифәтселек традициялары дауам итә. Ул сылбыр әле лә ныҡлы, ышаныслы. Үрҙә яңғыраған әңгәмәлә кемгәлер яҡшы таныш, кемгәлер бик үк таныш булмаған өлкә тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙе шул ҡыуандыра: халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәген хәстәрләп, зыялыларыбыҙ әле лә заман менән бергә атлауҙы дауам итә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 2140

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru