«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БАРЛЫҒЫ УНЫҢ ХИКМӘТТӘРЕНДӘ ЛӘ САҒЫЛА
+  - 

Аллаһы Тәғәлә үҙенең барлығын белдереү һәм ҡөҙрәтен күрһәтеү өсөн Ер йөҙөндә йәшәгән бәндәләргә төрлө-төрлө мөғжизәләрен ебәреп тора. Хоҙай мөғжизәләре бик күп, тик уларҙың барыһын да беҙ белеп бөтә алмайбыҙ. Күптәр уларҙы аңлап та еткермәй, ышанмай ҙа. Аллаһы ул мөғжизәләрҙе, ғәҙәттә, үҙенең бәйғәмбәрҙәре аша күрһәтә. Миҫал өсөн Аллаһының ҡөҙрәте менән башҡарылған ҡайһы бер мөғжизәләрҙе ҡыҫҡаса ғына иҫкә алып китәйек.

Миғраж кисе

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Рәжәб айының 26-сы кисендә "Бораҡ" исемле ҡанатлы атҡа атланып, йәшен тиҙлегендә Мәккәнән Иерусалимдағы "Әл-Аҡса" мәсетенә бара. Ошо мәсет эргәһенә Аллаһы Тәғәлә нурҙан баҫҡыс төшөрә һәм Бәйғәмбәребеҙ йәне-тәне менән ошо баҫҡыс аша 7-се ҡат күккә күтәрелә. Һәр бер күктең ҡалынлығы 500 йыллыҡ юл, күк менән күк араһы шулай уҡ 500 йыллыҡ юл. Ошо юлдағы 70 пәрҙәне күҙ асып йомғансы үтеп, Бәйғәмбәребеҙ Аллаһы Тәғәлә менән 12 мең һүҙ һөйләшә. Ожмахты һәм Тамуҡты күреп, шул уҡ төндә Мәккәгә ҡайта. Был Миғраж кисе иң бөйөк дәрәжәле мөғжизә тип билдәләнә.

Ибраһим бәйғәмбәр ваҡиғаһы

Кафырҙар утындан бейек тау эшләп, уға ут төртөп, Ибраһим бәйғәмбәрҙе ут өҫтөнә ырғыталар. Аллаһының әмере менән ут Ибраһим бәйғәмбәргә зыян килтермәй, уттың уртаһында емеш ағастары барлыҡҡа килә һәм ут һүнгәс, кафырҙар Ибраһим бәйғәмбәрҙең емештәр менән туҡланып ултырғанын күрә. Әлбиттә, Аллаһының хикмәте менән башҡарылған оло мөғжизә был.

Муса ғәләйһи үәссәләм тураһында

Мысыр ерендә тәкәббер, уҫал Фирғәүен исемле батша була. Ул 400 йыл батша булып ултырып, үҙен "Мин - Алла" тип ҡабатлай башлай. Бер саҡ ул төш күрә. Юраусылар уға: "Бер ир бала тыуасаҡ, ул һинең батшалығыңды емерәсәк, һинең үҙеңде һәм ҡәүемеңде юҡ итәсәк", - ти. Фирғәүен батшалығында тыуған бөтә ир балаларҙы үлтереп торорға бойора. 70 мең ир бала үлтерелә. Аллаһының хикмәте буйынса төш юраусылар әйткән ир баланы Фирғәүен үҙ ғаиләһендә тәрбиәләп үҫтерә. Фирғәүен ул йәш балаға Муса тип исем ҡуша. Шулай итеп, Муса 40 йәшенә еткәнсе Фирғәүендең тәрбиәһендә булып, Аллаһының әмере менән Фирғәүенде һәм уның ҡәүемен иманға өндәй башлай. Әлбиттә, үҙен "Мин - Алла" тип йөрөткән Фирғәүен һәм уның ҡәүеме иманға күнмәй. Улар Муса ғәләйһи үәссәләмгә ҡаршы дошманлыҡ ҡыла башлай. "Миңә бойһонмаған Мусаны һәм уның яҡлы булған кешеләрҙе һыуға батырығыҙ", тигән фарман сығара Фирғәүен. Ул үҙенең ғәскәре менән Муса ғәләйһи үәссәләмде һәм уның ғәскәрен Ҡыҙыл диңгеҙ яғына табан ҡыуа төшә. Диңгеҙ ярына килеп ҡыҫырыҡланғас, Муса ғәләйһи үәссәләм Аллаһҡа доға ҡылып мөрәжәғәт итә. Аллаһтан килгән ишара буйынса Муса тылсымлы таяғын һыуға бәрә һәм диңгеҙ һыуы 12 урындан асылып, юл һала. Муса бәйғәмбәр һәм уның ғәскәре имен-аман диңгеҙҙең икенсе яҡ ярына сыға. Арттарынан ҡыуып килгән Фирғәүен дә ғәскәре менән бергә диңгеҙҙә асылған юлға керә. Ләкин Аллаһтың бойороғо буйынса һыу яңынан үҙ урынына ҡайтып, Фирғәүен һәм уның ғәскәре батып үлә.

Сусҡалар тураһында

Насраниҙар Мәрйәм улы Ғайсаға:"Эй, Ғайса, һинең Раббыңдың беҙгә күктән ашъяулыҡ менән ризыҡ индерергә көсө етәме? Әгәр күктән ризыҡ инһә, беҙҙең күңелдәребеҙ пакланыр ине, һине Аллаһтың рәсүле тип таныр инек. Раббыңа иман килтерер инек, ул көн беҙҙең өсөн оло байрам булыр ине", - тип мөрәжәғәт итә. Ғайса ғәләйһи үәссәләм доға ҡылып, Аллаһтан күктән ризыҡ индереүҙе һорай. Доғаһы ҡабул була. Аллаһы Тәғәлә оло бер яланға күктән ашъяулыҡ менән ризыҡтар төшөрә. 330 насрани 3 көн дауамында байрам итә. Аллаһы Тәғәлә бынан алда: "Мин һеҙ һорағандарҙы үтәүсемен. Әгәр һеҙ шөкөр итеп, иманға килмәһәгеҙ, минең язам ҡаты буласаҡ", - тип иҫкәртә. Ләкин насраниҙар иманға килмәй, был Ғайсаның сихыр ғәләмәте генә, тип ҡабул итә. Аллаһы шунда уҡ насраниҙарҙың күбеһен сусҡаға, ҡайһыларын маймылға әйләндерә. Сусҡа хәлендә булғандары үҙҙәренең йорттарына ҡайтып, бәҙрәфтәрендәге нәжес менән туҡланып, бәҙрәфтәрен таҙарта. Бына шуның өсөн сусҡа ите мосолмандарға харам һанала. Сусҡа булған ерҙә (өйҙә, йортта, колхоз-совхоздарҙа, фермерҙарҙа һ.б.) бәрәкәт булмай. Сусҡанан йыраҡ булырға кәрәк. Әлбиттә, кешеләрҙе һынар өсөн Аллаһы Тәғәлә сусҡаларға ыңғай сифаттар ҙа биргән. Мәҫәлән, сусҡа ите тәмле, был хайуан тиҙ үрсей, күберәк килем килтерә. Кем Аллаһҡа ҡаршы килеп, сусҡаны хөрмәт итә - ул кешегә һуңынан Аллаһтың язаһы төшә.

Һикһән йыл элек үлгән Әүлиә

Чечен республикаһына барып, бер Әүлиәнең ҡәберенә зыярат ҡылырға насип булды. Әүлиә 1880 йылда ерләнгән. Аллаһтың әмере буйынса 1960 йылда ҡәберҙе ҡаҙып, әүлиәнең кәүҙәһен ер өҫтөнә сығаралар. "80 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Әүлиә бөгөн үлгән кеше һымаҡ ята ине", тип һөйләне ҡәберҙе ҡаҙыуҙа ҡатнашҡан, мине оҙатып йөрөгән чечен кешеһе. Бары уның кәфенлеге генә сереп бөткән була. Ҡаҙыусылар уның кәүҙәһен яңынан йыуып, кәфенләп, тәрбиәләп, ошо уҡ ҡәбергә күмә. Чечен ерендә әүлиәләр ҡәберҙәре күп. Һәр ҡәбер өҫтөнә төрлө ҙурлыҡтағы биналар ултыртылған, ҡәберҙәр араһында йөрөү өсөн мәрмәрҙән һуҡмаҡтар һалынған, ҡәбер өҫтәрендә Ҡөрьән аяттары эленеп тора. Һәр зыярат эргәһендә мәсеттәр, тәһәрәтханалар төҙөлгән.

Алдағы көндәрҙә була торғандары

Ахырызамандың бер оло мөғжизәһе - Хоҙайҙың әмере буйынса бер көндө ҡояш көнбайыштан ҡалҡасаҡ һәм төшкә хәтлем күтәрелеп, кире көнбайышҡа табан барып байыясаҡ. Ошо көндә Ҡөрьән китабының бөтә хәрефтәре лә күтәреләсәк, аҡ ҡағыҙ ғына тороп ҡаласаҡ. Кешеләрҙең ошо көндән һуң ҡылған доғалары, тәүбәләре ҡабул булмаясаҡ.
Ғайса бәйғәмбәрҙең икенсе килеүе. Икенсе ҡат күктә булған Ғайса бәйғәмбәр ике фәрештәнең ҡанатына ҡул һалып, һары төҫтәге кейемдә, Сүриә илендәге бер мәсеткә төшәсәк. Ул төшкәс, донъяла бер генә дин - Ислам дине генә тороп ҡаласаҡ. Ғайса бәйғәмбәр бер ғәрәп ҡыҙына өйләнәсәк, ике балалары буласаҡ. Ғайса бәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһындағы мәсеттә Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм ҡәбере эргәһенә ерләнәсәк. Бөгөнгө көндә унда бер урын һаҡлана.

Үҙ күҙем менән күргәне

Ергә теймәйенсә, һауала аҫылынып торған таш тураһында күптән ишетһәм дә, ул таштың ҡайһы илдә, ҡайһы урында икәнен белмәй инем. Халыҡ, Мәккә ҡалаһында шундай изге таш бар, тип һөйләгәс, Мәккәгә барҙым. Ундағы изге таш һауала аҫылынып тормай, Ҡәғбәтулла бинаһының бер мөйөшөнә ҡуйылған.
Кешеләр "Ундай таш Израиль илендә" тип аңлатты. Күпмелер ваҡыттан Израилгә барыу бәхете эләкте һәм күптән күрергә хыялланған ул изге ташты барып таптым. Ысынлап та, оло таш һауала аҫылынып тора, ерҙән сама менән 2,5 метр тирәһе күтәрелгән, аҫтында кешеләр йөрөй. Беҙ ҙә керҙек таштың аҫтына. Ундағы ергә балаҫтар йәйелгән, таштың тирә-яғын еңелсә генә көпләгәндәр, бер ҙур булмаған тәҙрә ҡуйғандар һәм лампочка янып тора. Беҙ таш аҫтында намаҙ уҡыныҡ. Күҙ менән генә таштың яҡынса ҙурлығын үлсәнем. Оҙонлоғо 4-5 метр, киңлеге 3 метрҙан күберәк булыр, ҡалынлығы яҡынса 2,5 метр. Таштың ауырлығы 50 тоннанан ашыу, тинеләр. Ишетеп кенә белгән кеше был мөғжизәгә ышанмаҫҡа мөмкин, мин Аллаһҡа шөкөр итәм, уны үҙемә барып күрергә, 1400 йыл һауала аҫылып торған 50 тонналыҡ таштың аҫтында намаҙ уҡырға насип булды.
Шулай итеп, Аллаһ мөғжизәләрен Аллаһ ҡөҙрәте, хикмәте, кәрәмәте, тип тә йөрөтәләр. Аллаһы Тәғәлә үҙенең барлығын үҙ ҡөҙрәте аша иҫбатлап тора. Миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, кеше йөрәгенең "Аллаһ" тип тибеүе, йөрәккә "Аллаһ" тип яҙылыуы, бал ҡорттарының кәрәҙҙәргә "Аллаһ" һүҙен уйыуы, һәм башҡалар. Аллаһының ҡөҙрәте, хикмәттәре бик күп. Уларҙы күрә, ҡабул итә белергә генә кәрәк.

Исмәғил хәҙрәт ХӘКИМ.
Учалы ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 2161

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru