«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЯНДАР ЯРЫШ БАШЛАНЫ
+  - 

Кешене көлдөрә белеү - үҙе бер оҫталыҡ. Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғарылған Башҡорт асыҡ КВН лигаһының өсөнсө уйын миҙгелен асыу сараһында Өфө тамашасыһы тағы бер ҡат ошоға инанды.

Тамашасыларҙың яҙҙан бирле үткәрелмәгән КВН-ды ни тиклем һағынып көтөп алыуы шунда уҡ һиҙелде, зал шығырым тулы ине. Сибай ҡалаһының "Еңмештәр" КВН командаһы әйтеүенсә, "тамашасы бер бите айҙай, бер бите ҡояштай балҡып, яратҡан командалары өсөн ике йөҙөн дә күрһәтеп" килеп ултырған. Алдағы ике йылдағы фестивалдә кәм тигәндә 15-17 КВН командаһы ҡатнашыуына, улар араһында күрше өлкәләрҙән, хатта Мәскәүҙән килгәндәре лә булыуына өйрәнеп киткәс, быйыл бары тик 10 ғына команда сығыш яһауы бер аҙ көтөлмәгән хәл булды.
Һандар мөһим түгел, һөҙөмтәләр мөһим, тиһәләр ҙә, ҡатнашыусылар һаны әҙәйеүе шаяртыуҙарҙың сифатына йоғонто яһамай ҡалманы. Шулай ҙа был юлы сирҡаныс ҡына алған йәш командалар араһында ла быға тиклем бер-нисә йыл рәттән сығыш яһап, ярайһы уҡ оҫтарып өлгөргән квнсылар менән көс һынашырлыҡтары булды. Ҡыҙыл төҫтәге пионер галстуктары тағып, барабан һуғыуы аҫтында дәртле генә килеп сыҡҡан "Райком" КВН командаһы (Учалы районы) йырсы Наталиҙың билдәле "О, Боже, какой мужчина!" йырын оҙон көйгә һалып йырлауы менән хәтерҙә ҡалды. Уларға "Фестиваль асышы" номинацияһы бирелде. Ә шулай ҙа, һәр уйындың кимәлен билдәләүсе нәмә - йәштәрҙең илдәге ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға ҡарата шаярта алыуылыр, моғайын. Тәжрибәлерәк квнсыларҙың был темаға тос ҡына көләмәстәр һөйләүе уларҙың республикабыҙҙа, донъяла барған хәл-ваҡиғаларға битараф булмауын сағылдырҙы.
"Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" рәйесе Урал Кәримов әйтеүенсә, фестивалдең өсөнсө миҙгеле һүлпәнерәк башланған. "Тамашасы барыһын да бик йылы ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер КВН командалары менән әле эшләргә лә эшләргә тура киләсәк. КВН-да ла быуындар араһындағы күсәгилешлек ни тиклем мөһим булыуына тағы бер ҡат шаһит булынды. Эшебеҙҙе артабан да дауам итер өсөн КВН-да ҡатнашыусы булыуҙан "үҫкән" йәштәр урынына яңылары килеп тороуы бик мөһим. Яңы уйынсыларҙы тәрбиәләү ниәтендә "Башҡорт Юниор КВН лигаһы" уйындарын булдырғайныҡ, бер-нисә йылдан командалар кәмемәй, алмашынып торор, тип ышанам. Бынан тыш, ойоштороу комитеты тәжрибәһе булмаған командаларға ярҙам итеү өсөн әлегә ике тапҡыр "КВН мәктәбе"н үткәрҙе, киләсәккә өмөттәр ҙур", - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Урал Салауат улы.
Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп булғанды, йыл буйына дауам итәсәк Башҡорт асыҡ КВН лигаһының өсөнсө уйын миҙгеле фестивалендә ҡатнашыусылар ҙа урынлы шаяртырға, ҡыҙыҡ-мәҙәктәрҙе көндәлек тормоштан эҙләргә өйрәнер, моғайын. Әлегә сәхнәгә сығыусы командаларҙа ҡаты шаяртыу менән оятһыҙлыҡтың сиген билдәләп өлгөрмәгәндәр күбәйеүе күҙәтелде. Шулай ҙа, "Райком" КВН командаһы әйтеүенсә, кәзәнең башы һыйғас, арты ла һыйыр - оҫтарырҙар. Был уйындың һөҙөмтәләре буйынса, "Еңмеш" КВН командаһына бик ғәҙел рәүештә беренсе урын бирелде. Әйткәндәй, "Иң яҡшы ир-егет роле" номинанты ла ошо команданан Илнур Абдулғафаров. "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"н М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның "Хыялыйҙар" КВН командаһынан Гүзәл Абайҙуллина алды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Александр Масляковтың КВН уйындарында күптән: "КВН хәҙер элеккесә түгел", - тигән һүҙ йөрөй. Был йылдан-йыл үҫешә барыуҙымы, әллә, киреһенсә, кимәл түбәнәйеүен аңлаталырмы, уйынсыларҙы һәр кем үҙенсә баһалай. Берәүҙе көлдөргән көләмәс икенсегә бөтөнләй ҡыҙыҡ тойолмауы бар. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының өсөнсө уйын миҙгеле фестивалендә лә ҡатнашыусыларҙы һәр кем үҙенсә баһаланы. Шулай ҙа элекке кеүек башҡортса һөйләшә белмәй, билдән түбән көләмәстәр әҙерләп, иптәштәрен кәмһетеп көлөү кеүек күренештәр һирәгәйеүе бөтәһен дә ҡыуандырҙы. Артабан да башҡорт юморы тик яңы үрҙәргә артылыу юлында булыр, тип ышанайыҡ.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 1596

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru