«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.

Икмәк көрсөгө

Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, 1917 йылдағы Февраль революцияһы сәбәптәренең береһе булып илдә икмәк етмәү тора. Ысынында, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсе Донъя һуғышы осоронда Рәсәйҙә уңыш мул була. Волга буйында, Себерҙә, Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда икмәк ҡытлығы күҙәтелмәй. Бәлки, яҡшы тимер юлдарының булмауы арҡаһында был икмәк Петроградҡа ла, Мәскәүгә барып етмәйҙер (Ғөмүмән, илдә транспорт бәйләнеше яҡшы булмауы ул осор өсөн ҙур проблема була. Ошо арҡала, мәҫәлән, һуғыш ваҡытында Франциянан Рәсәй армияһы өсөн ебәрелгән ҡорал, патрондар тулыһынса ғәскәрҙәргә барып етмәй, Архангельск портында тау булып өйөлөп ята. Улар һуңынан ғына, Граждандар һуғышы осоронда ҡулланылыш таба).
Һуғыш башланыу менән хөкүмәт, икмәккә хаҡтар артмаһын өсөн, уларҙы нығыта, йәғни үҙгәрмәгән хаҡ ҡуя. Был хаҡ тәүге осорҙа насар ҙа булмай. Ләкин һуғыш һуҙылған һайын, илдә башҡа әйберҙәргә лә хаҡтар арта, инфляция башлана, икмәкте һатыу килемһеҙгә әйләнә. Унан килгән аҡсаға хужалыҡ ҡорамалдарын да, туҡыма ла һатып алыу мөмкинлеге булмай. Бындай шарттарҙа икмәк үҫтереүсе ни эшләй? Ул быйыл игенде һатыу отошһоҙ, шуға ла мин уны һатмаясаҡмын, уны яҡшы һаҡлағанда бер ике йыл эсендә генә иҫкермәйәсәк, тип уйлай. Хәлдәр яҡшырып, имәккә хаҡтар артҡас, баҙарға сығарасаҡмын, тигән ҡарарға килә. Ул йылдарҙа крәҫтиәндәрҙең складтары иген менән тулы була. Ләкин хөкүмәттең нығытылған хаҡ ҡуйыуҙан ғибәрәт сәйәсәте проблемаларға килтерә. Бәлки, хөкүмәтте эҙемтәләрҙе алдан күрә белмәүҙә ғәйепләргә лә ярамайҙыр, сөнки был ҡарар ҡабул ителгәндә бер кем дә һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыр, тип уйламай.

Дин әһелдәре фронтта

Фронтҡа дин әһелдәре лә әүҙем рәүештә йәлеп ителә. Хатта ғәскәрҙәрҙә ошоноң өсөн айырым ставкалар ойошторола һәм руханиҙар менән муллалар эштәре өсөн эш хаҡы ала. Дин әһелдәре яугирҙарҙың мораль хәлен күтәреп тора, ғиәбәҙәттәр үткәрә, яралылар янында була, кешене ерләгәндә ҡатнаша, йыназа уҡый. Дин әһелен частҡа тәғәйенләү тиктомалдан эшләнмәй. Айырым кеше буйынса фекер уртаҡлашыу, хат алышыуҙар бара. Мулла йәки христиан руханийы хаҡында ентекләберәк белер өсөн командование ошо дин әһелдәре йәшәгән ерҙәргә хаттар ебәрә. Был хаттарҙа кандидаттың белеме, уның ни тиклем ышаныслы булыуы хаҡында мәғлүмәт ебәрелеүен һорайҙар. Бынан тыш, дин әһелдәре фронтта ғына түгел, тылда әүҙем патриотик тәрбиә эше алып бара. Улар яу ҡырында булған яҡташтарына ярҙам итер өсөн мәхәлләләренән аҡса йыйып, фронтҡа ебәрәләр.
Совет осорондағы ҡайһы бер тарихсылар әйтеүенсә, һуғыш уйланылмаған, планлаштырылмаған, хаос рәүешендә барған, халыҡта популяр булмаған, тигән ҡараштары дөрөҫкә тап килмәй. Әлбиттә, баштары эшләмәгән, полктарын пулемет уты аҫтына индереп ҡырған дыуамал офицерҙар ҙа була. Ләкин һуғыштың һәр аҙымы мөмкин тиклем уйланып эшләнгән, дин әһелен тәғәйенләү буйынса хат алышыуҙар, бәхәсләшеүҙәр, фекер алышыуҙар быға йәнә бер миҫал.

Хәрби наградалар

Беҙҙең яҡташтар күп орден-миҙалдарға лайыҡ була. Улар араһында Георгий тәреләре (айҙары ла) була. Ләкин ошо миҙалдарҙы алған кешеләрҙең ғаиләләрендә лә, хатта музейҙарҙа ла был наградалар һаҡланмаған тиерлек. Сәбәп шунда: Граждандар һуғышынан һуң, 20-се йылдар башында илдә ҡоролоҡ була. Ул бигерәк тә Волга буйы, Уралда, йәғни беҙҙең төбәктә көслө була. Көмөштән булған ошо орден-миҙалдар аҙыҡ-түлеккә алыштырыла. Шулай уҡ 30-сы йылдарҙағы репрессиялар осоронда был наградаларҙың күп өлөшө йәшерелә, юҡ ителә. Ә инде ҡалғандары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында илдең оборона фондына тапшырыла.

Күпме кеше ҡатнашҡан?

Башҡортостандан күпме кеше һуғышта ҡатнашҡанын әйтеүе ҡыйын. Ул ваҡытта хәҙерге республика территорияһының күп өлөшө Өфө губернаһына ҡарай. Ләкин, белеүебеҙсә, бар Өфө губернаһы ла бөгөнгө көндә Башҡортостанға инмәй. Бөгөлмә, Миңзәлә өйәҙҙәре Татарстанға, Златоуст Силәбе өлкәһенә ҡарай. Шулай уҡ бөгөнгө Башҡортостанда элекке Ырымбур өлкәһенә ҡараған райондар ҙа бар. Шуға ла аныҡ ҡына һандарҙы әйтеп булмай. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, яҡынса 18 йәштән алып 50 йәшкә тиклем ир-егеттәрҙең 40 проценты һуғышта ҡатнаша. Башҡорттар тураһында ла аныҡ ҡына әйтеп булмай. Сөнки күп башҡорттар, Өфө губернаһынан тыш, Ырымбур, Һамар һәм башҡа губерналарҙан фронтҡа ебәрелә.

Һығымталар

Һуғыш ҡыҙыл командирҙар тарафынан ентекләп өйрәнелә. Был тәжрибә Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланыласаҡ. Нисек итеп фронттарға бүленеү, тактик элементтар, тимер юлдарҙы, тылды әүҙем рәүештә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡулланыу тап Беренсе донъя һуғышынан ҡалған һабаҡ була. Шулай уҡ ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу, әсирҙәрҙе, йәштәрҙе төрлө эштәргә йәлеп итеү, хәрби сәнәғәт комитеттарын төҙөү, барыһы ла 1914-1918 йылғы һуғыш тәжрибәһенә таянып эшләнә.
Бөгөнгө көндә был һуғыш тураһындағы хәтирәне йәмәғәтселек аңына ҡайтарырға кәрәк. Беренсенән, төрлө-төрлө булған Рәсәй халҡы, милләтенә, диненә ҡарамайынса, ошо хәрби кампанияла ҡатнаша, берҙәм, бүленмәгән ил өсөн сығыш яһай. Икенсенән, Рәсәй был һуғышты теләмәй, уны башламай, бер кемгә лә һуғыш иғлан итмәй. Ләкин кисектереп булмаҫлыҡ ваҡиғалар килеп сығыуы арҡаһында уға ҡушылырға мәжбүр була. Беҙгә ошо осор, ғөмүмән, тарихыбыҙ өсөн оялырға ярамай. Эйе, бик күп ҡорбандар бирелеүгә ҡарамаҫтан, большевиктарҙың, Лениндың Германия менән Брест килешеүен төҙөүе арҡаһында, һуғыш башында бергә булған Антанта буйынса илдәр еңһә лә, илебеҙ еңеүселәр рәтендә булмай.
Яңы конфликттарҙы тоҡандырыу буйынса истериялар килеп сыҡҡанда, һәр ваҡыт аңды айыҡ тоторға кәрәк. Үткән йәй бындай ваҡиғаларға бай булды, бәлки, айырым ил етәкселәренең уйлап эш итеүҙәре генә был конфликт тоҡанып китеүҙән һаҡлап ҡалды. Беренсе Донъя һуғышының башланып китеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы был ҡан ҡойғос мәхшәрҙең хәтирәләре лә аҙымдарҙы уйлап эшләргә этәргәндер. Ысынлап та, һуғыш теләүселәр күп, уны башлап ебәреү ҡыйын түгел. Ләкин һуңынан был проблеманы хәл итеү ҡыйын. Дошманлашҡан илдәр, Германия менән Рәсәй кеүек, ваҡыт үтеү менән ярашасаҡ, ваҡыт үткәс, Украина менән Рәсәй араһында ла мөнәсәбәттәр яҡшырасаҡ. Әммә ваҡытлы конфликт ҙур ҡорбандарға килтерһә, был ҡорбандарҙы бер кем дә ҡайтара алмаясаҡ.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Аҙағы. Башы 40-42-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.14 | Ҡаралған: 1593

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru