«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ИЛҺӨЙӘРҘӘРЕ ҠЫРЫМДА ЛА БАШҠОРТ БУЛЫП ЙӘШӘЙ
+  - 

Күптән түгел Рәсәй составына яңы субъект - Ҡырым ярымутрауы ҡушылды. Быға тиклем, ысынлап та, ул ғаиләһенән ҡыр тибелгән бала хәлендә ине, хәҙер ҡабат тыуған ояһына һыйынды, тиергә мөмкин. Сөнки элек-электән Ҡырымда Рәсәй императорҙарының резиденциялары булған. Әммә иң мөһиме: Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға өс ай ҡалғас, СССР, Англия, АҠШ лидерҙары Сталин, Рузвельт һәм Черчилль Ҡырымдағы Ливадия һарайында донъяның артабанғы ҡоролошо мәсьәләһе буйынса осрашыу үткәрә. Тап шул сарала БМО ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тимәк, Ҡырымды, һис шикһеҙ, тыныслыҡ утрауы, тип атарға мөмкин. Ә бөгөн ҡыр тибелеп йөрөгәндән һуң ҡабат өйөнә ҡайтҡан субъекттың көнкүрешен, ундағы милләттәштәребеҙҙең йәшәйешен Ҡырымдың "Иҙел - Урал" Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Даларис ИМЕЛБАЕВ һәм уның "уң ҡанаты" Рәйлә ханым менән асыҡларбыҙ.

Даларис Имелбаев: Бөгөн Ҡырымда 2 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙы тапҡас, танышҡас, күп кешеләрҙең яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышына бәйле икәнлеге асыҡланды. Ҡырым татарҙарын депортациялау һөҙөмтәһендә эш ҡулдары кәмегәс, һуғыштан һуң күптәрҙе, шул иҫәптән башҡорттарҙы ла, Ҡырымға эшкә ебәргәндәр. Милләттәштәр араһында Севастополь ҡалаһын тергеҙеүҙә ҡатнашҡандар, хәрби хеҙмәттә булып тороп ҡалыусылар, улар араһында адмирал, беренсе, өсөнсө ранг капитандары, мичман-прапорщиктар бар. Красноперекопскта Салауаттан, Стәрлетамаҡтан бындағы сода заводына эшкә килеп тороп ҡалған инженерҙар, операторҙар йәшәй. Элек Ҡырым Украина юрисдикцияһында булғас, барыһы ла Рәсәйгә ҡайтырға ынтыла ине, хәҙер Рәсәйҙең 82-се төбәге булып киткәс, иркен тын алдылар. Украинаның Донецк, Луганск өлкәләрендә яҡташтарыбыҙ бик күп. Унда һуғыштан һуң барып төпләнгән шахтерҙар ғаиләләре йәшәй. Уларҙың тормошо бик аяныс. Улар өсөн борсолабыҙ. Һәр саҡ бәйләнештә торабыҙ.
Рәйлә Имелбаева: Ә үҙебеҙҙең Ҡырымға барып сығыуҙың сәбәбе Даларис инде. Ул унда хәрби хеҙмәттә булғайны, шунан тороп ҡалдыҡ. Өс балабыҙ ҙа Ҡырымда тыуҙы. Хәҙер ейәндәребеҙ бар. Тәүҙә Ялтанан 40 км ситтә йәшәнек. Унда санаторий бар ине. Даларис патрулгә сыҡһа, санаторий бинаһының тәҙрәләренә ҡарап: "Бармы бында башҡорттар?"- тип ҡысҡыра икән. Шунан ҡайта ла, борсолоп һөйләй: "Санаторийҙа бер башҡортто ла тап итмәнем, берәү ҙә тәҙрәнән тауыш бирмәне", - ти. Мин: "Башҡорттар булһа ла, автоматлы һалдаттарға кем тауыш бирһен!" - тип көлә торғайным.

Һуғыш һөҙөмтәһендә емерелгән ҡалаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тип килеп, шунда төпләнеп тороп ҡалған төрлө милләт вәкилдәренә депортацияланған ҡырым татарҙары бөгөн ниндәй ҡарашта, ниндәй мөнәсәбәттә?

Даларис Имелбаев: Уларҙың күңелендә һәр ваҡыт үпкәләү, ҡәнәғәтһеҙлек йәшәй. Был аңлашыла, әлбиттә. Әммә бөтәшкән йәрәхәттәребеҙҙе гел тырнап йөрөһәк, унан һәр ваҡыт ҡан һарҡып торасаҡ бит. Беҙ киләсәккә күҙ төбәргә тейешбеҙ. Мин уларға: "Үҙегеҙҙе матур яҡтан күрһәтергә, әхлаҡи юғарылыҡҡа күтәрелергә тейешһегеҙ", - тип тылҡыйым гел. Рәсәйгә ҡушылыу тураһындағы референдумға Ҡырым татарҙарының ана шул үпкәләү тойғоһонан арынмаған 40 проценты тауыш бирергә килмәне.
Тағы шуны әйтер инем: Башҡортостанда ҡайһы берәүҙәр Ҡырымға ярҙам ебәрелеүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, тип ишеттек. Беҙ 23 йыл Украина дәүләтендә йәшәнек, Украина Ҡырымды бар яҡлап таланы. Балыҡ комбинаты юҡҡа сыҡты, күп предприятиелар ябылды, кешеләргә хәҙер эш юҡ. Бик ауыр йәшәгәндәр, мохтаждар күп. Ҡырымға килгән ярҙам ошо мохтажлыҡ янында бик аҙ ғына ул. Шулай ҙа беҙ был ярҙамға ла шатланабыҙ.
Рәйлә Имелбаева: Әлбиттә, Ҡырым татарҙары менән беҙ бер туғандай йәшәйбеҙ, аралашабыҙ. Белогорск районында үткән һабантуйҙа милли кейемдә йөрөгәйнек, "Һеҙ, башҡорттар, беҙгә ғүмерҙә лә күрмәгән байрам ойошторҙоғоҙ", тип, рәхмәт әйтеп киттеләр. Шунда бер ҡатын: "Ирем афған һуғышы ветераны. 9 Майға ветерандарға күстәнәс алып килделәр. Башҡорт балын ишетеп кенә белә инем, уны беренсе тапҡыр тәмләп ҡарау бәхетенә өлгәштек. Аҙыҡ-түлегенән бигерәк, башҡорттарҙың шундай иғтибар бүлеүе күңелгә яҡын булды", - тип илап һөйләне. Ысынлап та, Украина етәкселеге Ҡырымдағы халыҡты тормош баҫҡысының иң түбәненә тартып төшөрөргә теләне. Ләкин халыҡтың рухын һындыра алманы. Шул рух уларҙы Рәсәйгә ҡушылырға дәррәү күтәрҙе. Әле бына төрлө төбәктәрҙән килгән гуманитар ярҙам да йәшәү дәртен арттыра.
Эйе, Аллаға шөкөр, Ҡырымда һуғыш булманы. Ләкин барыбер хәүеф аҫтында йәшәнек. Хатта референдум ваҡытында афған ветерандары, ул-был була ҡалһа, тип, һаҡҡа баҫты. Ярай әле, провокациялар булманы, имен генә үтеп китте. Әлеге көндә лә, уйлап ҡараһаң, Украина Ҡырымды блокадала тота. Һыу каналын яптылар. Йөҙәрләгән гектар дөгө яландары буш ята. Ҡасандыр ошо яландар тотош Украинаны туйындыра ине. Әммә барыбер Аллаһы Тәғәлә ғәҙел: дөгө сәсә алманыҡ, уның ҡарауы, арпа, бойҙай, емеш-еләк уңды.
Даларис Имелбаев: Башҡортостан шефлыҡ иткән Белогорск районында Башҡортостан егеттәре республиканан алып килгән комбайндар менән иген урҙы. Улар эргәһенә лә, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ремонтлаған эшселәр янына ла барып, күрешеп, һөйләшеп йөрөнөк. Улар - беҙҙе, беҙ уларҙы күреп шатландыҡ.

Хәҙерге заманда шундай күренеш ныҡ күҙгә салына: ҡушҡанды барыһы ла эшләй, ҡушмайһың икән - берәү ҙә инициатива күрһәтергә ашыҡмай. Ә бына һеҙҙең шулай йәмәғәт эше менән йөрөүегеҙ күңел талабымы?

Даларис Имелбаев: Бына мин - башҡорт балаһы. 60 йәшлек юбилейым булғанда ҡала хакимиәте башлығы Чехов исемендәге театрҙа мине гөлләмә, Маҡтау ҡағыҙы тапшырып ҡотланы. Ул бит миңә генә түгел, ә тотош башҡорт милләтенә, башҡорт йәмғиәтенә хөрмәт күрһәтте, тигәнде аңлата. Шулай булғас, нисек битараф булырға мөмкин йәмәғәт эштәренә. Ай һайын мотлаҡ ниндәйҙер бер сара үткәрәбеҙ. "Шишмә" фольклор ансамблебеҙ бар. Ҡурайсылар булмаған урында ҡурай тартып ебәрәм. Оҫта уйнайым, тип әйтә алмайым, әммә еренә еткерергә тырышам. Шуға, ҡайҙа барһам да, ҡурай - минең юлдашым. Берәй ергә саҡырһалар, ҡурайыңды алып кил, тип торалар. Бер туйҙа булдыҡ та, шунда бер рус ҡатыны: "Вы знаете, это не так просто мелодия, это - шум леса, пение птиц, журчанье речки, родничка, вся природа отражается в мелодии курая", - тине тулҡынланып. Бына шулай беҙҙең мәҙәниәтте аңлап ҡарауҙары ла яуаплылыҡ йөкмәтә, дәртләндереп ебәрә.
Рәйлә Имелбаева: Беҙҙә даими рәүештә туған телдәр фестивале үтә. Унда беҙ башҡорт телендә сығыштар әҙерләйбеҙ. Сығышыбыҙҙы йыр-бейеү менән бергә үрелдереп алып барабыҙ. Башҡа милләттәр беҙҙең йыр-моңдарыбыҙҙы шул тиклем ихтирам итә. Башҡорттарҙың энергетикаһы ныҡ көслө, тиҙәр. Ошондай мөнәсәбәт беҙгә көс бирә, һәр аҙымыбыҙ, һәр һулышыбыҙ ил өсөн, халҡыбыҙ өсөн булырға тейеш, тип йәшәйбеҙ.
Даларис Имелбаев: Бер йылды һабантуйҙа бишбармаҡ бешерергә ниәтләнек тә, ит алырға аҡса етеңкерәмәй. Минең ике яғы ла таштан эшләнгән һәйбәт электр үткерләгесем бар ине. Ундайҙар шәп хужаларҙа ғына була. Шуны һатып, ит алып, халыҡты һыйланыҡ. Үҙебеҙсә шулай йолалар үтәп, милләттәштәрҙең күңелен күреп торабыҙ. Һабантуйҙарға ла буш ҡул бармайбыҙ. Һәр саҡ йыуаса алып барабыҙ. "Ҡурай" каналы (директоры - Айгөл Әхмәҙиева), ДТРК (генераль директоры - Рәмис Дәүләтбаев) даими ярҙам итә, төрлө дискылар ебәрә. Уларҙы беҙ кешеләргә таратабыҙ. Һабантуйҙарға кеше күп йыйыла. Олораҡтар Башҡортостан флагын үбеп китәләр. Улар үҙҙәрен ошо дәүләттең кешеһе итеп тоя һәм хистәрен шулай белдерә, башҡорт булыуҙары менән ғорурлана. Ысынлап та, беҙҙең халыҡ бик әҙәпле, кешелекле, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Ә мин үҙебеҙҙе Башҡортостандың иғлан ителмәгән илсеһе тип тоям. Әйткәндәй, йәмғиәтебеҙҙе Европала ла беләләр һәм мине ОБСЕ-нан Башҡорт һәм татар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнеләр. Ойошма 20 йылдан ашыу эшләй, татыу, берҙәм, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ. Беҙҙең өсөн сит ерҙә шулай берҙәм, татыу, дуҫ йәшәү - иң мөһиме. Томансы ауылында әсәйем урынына ҡалған Шәмсикамал апайым: "Йәмәғәт эшеңде ташлама, дөрөҫ юлды һайлағанһың. Тормошта ошонан да юғарыраҡ баҫҡыс юҡ. Халҡың өсөн йәшәгәндә генә бәхетле булырһың", - тигәйне. Уның был һүҙҙәре миңә фатиха кеүек.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан брендын булдырыу буйынса баш ваталар, ғөмүмән, башҡорт тигән атама үҙе үк бренд булмаҫлыҡмы ни?
Даларис Имелбаев: Башҡорт милләте үҙенең асылын, йөҙөн юғалтмаһа, тәкәбберләнмәһә, йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшһә, ихлас, эскерһеҙ булһа, саф, таҙа уй-ниәт менән йәшәһә - башҡорт атамаһы уҡ бренд булырға лайыҡлылыр, тип уйлайым. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында башҡорттоң кем икәнен, Башҡортостандың ҡайҙалығын белмәйҙәр ҙә ине. Хәҙер яҡшы беләләр. Республика Ҡырымға ярҙам күрһәтә башлағас, тағы ла нығыраҡ беләсәктәр. Белогорск районында хәҙер ҡымыҙ фермаһы тергеҙелә, Башҡортостандан белгестәр килде, ярҙам итәләр. Һабантуйҙарҙа ҡурай менән килһәм, сиратҡа тороп, интервью алалар, ҡыҙыҡһыналар. Башҡорт балы инде асылмаған ишектәрҙе астырырға һәләтле. Әлбиттә, тәү сиратта бренд булып башҡорт атамаһы йөрөргә, башҡорт тиеү менән башҡалар был милләттең донъяға билдәле ҡымыҙы, аты, балы, ҡурайы һ.б. продукцияһы булыуын күҙ алдына килтерергә тейеш.
Шуға күрә һәр башҡорт ошо милләт атамаһын ғорур күтәреп, уның данын арттырып, уның бренд кимәленә күтәрелеүенә үҙенең өлөшөн индерһен ине. Ялта ҡалаһында Башҡортостан кешеләренә өс таҡтаташ бар. Беренсеһе - Йәрмәкәй районында тыуған Советтар Союзы Геройы, авиация подполковнигы, Берлинды тәүгеләрҙән булып бомбаға тотоусы Ғәли ағай Мәзитовҡа, икенсе мемориаль таҡтаташ - яҙыусыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимовҡа, өсөнсөһө ғалим, яҙыусы Аҡчуриндар нәҫеленән булған Рәүеф ағай Аҡчуринға.
Урта ҡул ғына шиғырҙар яҙам тиһәм дә, Украина, Рәсәй, Беларусь шағирҙары алдында ижадымды башҡортса-русса уҡып, сығыш яһап, дипломға, Украина Мәғариф министрлығының, Бөтөн Украина конгресының рәхмәт хатына лайыҡ булдым. Башҡортостанды лайыҡлы кимәлдә күрһәтергә, милләтебеҙ тураһында мәғлүмәтте салыш көҙгө аша түгел, нисек бар, шуны еткерергә тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, беҙҙең, башҡорттарҙың иле - батырҙар иле, тип белдерәм. Намыҫ, илһөйәрлек - ул минең өсөн буш һүҙ түгел, ул кеше алдында йөкмәткеле икәнлегеңде, әхлаҡ йәһәтенән юғары баҫҡыста торорға тейешлегеңде һәр саҡ иҫкәртеп тора. Намыҫ - ул һинең көҙгөң. Уға даими ҡарағас, ул һиңә яңылышырға, һәлкәүләнергә мөмкинлек бирмәй. Нимәнелер саҡ ҡына яңылышыраҡ эшләһәң дә, шунда уҡ төҙәлергә тырышаһың. Үҙеңде түбән баһаларға кәрәкмәй. Һәр саҡ юғары кимәлдә булырға һәм шул планканан бер ҡасан да төшөргә ярамай.
Башҡортостанда булғанда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев "Ал да сәс нур халҡына" миҙалы тапшырҙы. Был награданы алғанда күҙҙәремә йәш килеп тығылды хатта. "Башҡортостаныма хеҙмәт итәм!" тип, хәрбиҙәрсә яуапланым. Был бүләкте Ҡырым башҡорт йәм-ғиәтенең эшен ҙурлау, баһалау тип ҡабул иттем.
Рәйлә Имелбаева: Беҙҙең Ҡырым башҡорттары араһында шул хәтлем туғанлыҡ тойғоһо көслө, хатта саҡ ҡына телефондан һөйләшмәй торһаҡ та ҡыйын була башлай. Бер әсәйҙең балалары һымаҡбыҙ. Юҡҡа ғына халыҡта, өйҙә булһа ҡағындыра, ситкә сыҡһа һағындыра, тимәйҙәрҙер. Ситтә генә милләтеңдең ҡәҙере нығыраҡ беленәлер инде ул. Ситтә ауылыңдың эте лә яҡын, тиҙәр бит.

Матур итеп башҡортса һөйләшәһегеҙ, балаларығыҙ башҡортса беләме, һөйләшәме?

Даларис Имелбаев: Беҙ үҙебеҙ Күгәрсен районының Йомағужа мәктәбен тамамланыҡ, башҡортса уҡыныҡ. Уҡытыусыларыбыҙ уҫал, әммә ғәҙел булды, төплө белем бирҙеләр. Шуға уларға һаман да рәхмәтлемен. Әйтергә кәрәк, уҡыған ваҡытта башҡорт телен белгән кеүекһең, ә шиғыр яҙа башлаһаң, унда һәр бер һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫ итеп ҡулланырға тейешһең, ул рифмаға ла тап килергә тейеш. Шуға күрә мин башҡорт теле дәреслеген ҡулдан төшөрмәйем, уны әллә нисә тапҡыр уҡып сығып, ятлап бөттөм.
Рәйлә Имелбаева: Әнисә, Әлфиә, Гөлгөнә исемле ҡыҙҙар үҫтерҙек. Улар барыһы ла башҡортса белә, һөйләшә. Элегерәк йыш ҡайтып йөрөү мөмкинлеге булманы. Шуға ла ҡыҙҙарыбыҙға башҡорт кейәүҙәре табыу мөмкинлеге сикле булды. Кейәүебеҙ сит милләттән булһа ла, икенсе ейәнебеҙ тыуғас, "Мин һеҙгә сюрприз яһайым", тип, улына Сәйет тип исем ҡуштырҙы. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ ҙа: "Һеҙ балалар менән үҙ телегеҙҙә һөйләшергә тейешһегеҙ", - тип тора. Ейәндәребеҙ олатай, өләсәй, тип мөрәжәғәт итәләр, телде өйрәнергә тырышалар.

Рух, дәрт, илһам сығанағығыҙ ҡайҙан?

Даларис Имелбаев: Башҡортостанға ҡайтып, Түбәташҡа менеп, тирә-яҡты күҙәтеп ултырам. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихы хаҡында уйлайым, ябай ғына ауыл кешеләре булып та, беҙгә тура, дөрөҫ юл күрһәткәндәренә рәхмәтлемен. Әсәйем 33 йыл һауынсы булып эшләне, хеҙмәте төрлө миҙалдар менән баһаланды, олатайымдың Почет билдәһе ордены бар ине. Бындай әүҙемлек юҡтан ғына килеп сыҡмай, ата-бабалар беҙгә тере өлгө булды.
Рәйлә Имелбаева: Илһам сығанағыбыҙ ҙа, рухыбыҙ ҙа - Башҡортостаныбыҙ. Йыш ҡына борсолоуҙарыбыҙ ҙа тыуған яҡ менән бәйле. Республикабыҙҙағы хәлдәрҙе ошонда йәшәгән халыҡ кеүек үк, йә шатланып, йә борсолоп ҡабул итәбеҙ. Бына әле был килгәндә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында ҡатнашып, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған милләттәштәр менән аралашып, Салауат йыйыны тамашаһын да күреп, һоҡланып, бөтмәҫ йәшәү көсө алып ҡайтып китәбеҙ. Бер бәләкәй генә борсолоуым да бар. Ғәҙәтебеҙсә, Мәләүездә лә, Өфөлә лә китап магазиндарына индек. Башҡорт телендәге китаптар кәштәләрҙә бөтөнләй юҡ тиерлек, һатыусылар әйтеүенсә, башҡорт әҙәбиәтен уҡыусы юҡ, имеш. Ышанманым был һүҙҙәргә. Әммә күңелдә төйөр һәм... һорау ҡалды: "Ниңә Өфөлә генә, бер урында ғына һатыла башҡорт китаптары? Ниңә улар Мәләүездә, башҡа ҡалаларҙа, райондарҙа юҡ?"

Шулай итеп...
Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмерҙәрен ситтә уҙғарған милләттәштәр менән әңгәмәләшкәндән һуң, башҡа шундай фекер килде: башҡорт булыуҙы ауырлыҡ тип түгел, мәртәбә тип ҡабул итеү, ҡайҙа ғына йәшәүеңә ҡарамаҫтан, ошо атаманы бренд кимәленә күтәреүгә үҙ өлөшөңдө индереү әллә ни ауыр ҙа түгел икән. Аҡыллыға бик матур ишара был.


Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.14 | Ҡаралған: 1763

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru