«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙБУЛЛАҒА БАРЫП КҮРЕГЕҘ АТА-БАБАЛАР КӨНИТМЕШЕН САҒЫЛДЫРҒАН ТАМАШАЛАРҘЫ
+  - 

Хәйбулла районы халҡы быйыл бренд булыуға дәғүә итерлек байрамдар уйлап сығарып, уларҙы матур итеп ғәмәлгә ашырырға әүәҫләнеп алды. Быны, һис шикһеҙ, Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаһы, тамашаһы тип баһаларға булалыр. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Роза Рәсембәтова әйтеүенсә, башлыса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ағинәйҙәре инициативаһы менән ойошторолған бындай саралар башҡа бер районда ла үткәрелгәне булмауы менән үҙенсәлекле. Мәҫәлән, ошо арала ғына Степной ауылында - картуф байрамы, Аҡназарҙа - ашҡабаҡ, Һаҡмар-Наҙарғолда - ҡорот, Ҙур Арыҫланғолда - ҡамыр, Әбүбәкерҙә - тәгәрмәс, Подольскийҙа - яулыҡ, Быҙаулыҡта - яҫтыҡ, Иләстә - ситән, Яңы Ергәндә - балсыҡ, Мәмбәттә һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамы уҙған. "Был саралар ауыл халҡын үҙ көнитмешен яҡшыртыуға әүҙемләштерә, үҫеп килгән быуында хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләй", тип раҫлай ойоштороусылар. Ул байрамдарҙың бер нисәүһен генә һүрәтләп үтәйек.

Ашҡабаҡ байрамы

Аҡназар ауылы өсөн ашҡабаҡ байрамы брендлы сара булараҡ үткәрелде. Ысынлап та, был ауылда ашҡабаҡ күпләп үҫтерелә. Аҡназарҙар, күрәһең, ашҡабаҡтың кеше организмы өсөн бик файҙалы булыуын, унда С, Е, В1, В2, РР витаминдары, калий, кальций, тимер, магний, баҡыр, цинк, кобальт, кремний, фтор матдәләре тупланыуын, уны йөрәк-ҡан тамырҙары, әҙҡанлылыҡ һәм һимереү кеүек ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланып булыуын башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ белә.
Бына беҙ тулҡынланып Аҡназар ауылына "Ашҡабаҡ байрамы"на йыйылдыҡ. Тулҡынланып, тинем, сөнки бындай сараны әле ҡайҙалыр үткәргәндәрен ишеткән юҡ ине әле. Ауылға инеп, байрам уҙған Ишкилдиндар ихатаһына йүнәлдек. Ҡапҡа алдында беҙҙе оло йәштәге ағинәйҙәр йыр-бейеү менән ҡаршы алды һәм яңы бешерелгән ашҡабаҡтан ауыҙ иттерҙе. Ишек алдында ауыл уңғандары тураһында фотостенд ҡарағандан һуң, өйөлөп ятҡан ашҡабаҡтар күргәҙмәһе янына йүнәлдек. Унда йәшелсәнән әҙерләнгән төрлө ашамлыҡтар: манты, бәлеш, ҡоймаҡ, бутҡа, рагу, хатта ашҡабаҡтың шифалы һуты ла бар ине. Ауыл ағинәйҙәре үҙ ризыҡтарынан ауыҙ иттереп, бешереү ысулдары менән уртаҡлашты, йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтте.
Артабан йорт хужаһы Шәрифулла Сәйфулла улы картуф, помидор, ашҡабаҡ һәм башҡа йәшелсәләр үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. "Йыл һайын, Аллаға шөкөр, баҡсанан уңышты мул алабыҙ, - тине ул. - Быйыл бигерәк тә помидор, картуф, ашҡабаҡ уңды, 300-ҙән ашыу баш ашҡабаҡ йыйып алдыҡ. Уңышты ауыл халҡына, район үҙәгендә уҙғарылған йәрминкәгә лә алып барып һатам, ҡош-ҡортҡа ла ашатабыҙ, мал һимертәбеҙ".
Жюри ағзалары байрамға йомғаҡ яһап, ашҡабаҡ ризыҡтары хужабикәләре: Гөлсимә Ишкилдина, Тәслимә Шәрипова, Зөһрә Килдебаева һәм Зилә Тәүелбаеваларҙы еңеүсе итеп билдәләп, уларға һәм Ишкилдиндар ғаиләһенә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. "Был байрам нисек уйлап сығарылды?" тигән һорауға уны ойоштороусыларҙың береһе ауылдың клуб мөдире Нурзилә Ишҡыуатова шулай тине:
- Йәйгеһен "Япраҡ байрамы" ойошторорға тип йыйынып йөрөгәнсе, йәй үтте лә китте. Шунан комиссия төҙөп, ауыл буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Халыҡта ашҡабаҡтың күп булыуын иҫәпкә алып, ашҡабаҡ байрамын үткәрергә булдыҡ. Иң күп уңыш Ишкилдиндар ғаиләһендә булғас, сараны уларҙың ихатаһында уҙғарҙыҡ. Сараны уҙғарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ауылдың ағинәйҙәренә, бигерәк тә Фәниә Килдебаева һәм Зөлфиә Шәриповаға рәхмәтлемен.

Ҡорот байрамы

Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Һаҡмар-Наҙарғол ауылында халҡыбыҙҙа иң ҡиммәтле һәм сихәтле һаналған ҡоротҡа оло хөрмәт йөҙөнән ҡорот байрамы үткәрелде. Брендлы байрам исеменә дәғүә итеүсе үҙенсәлекле сарала ауылыбыҙҙың бала-сағаһынан алып, бөтә быуын кешеһе ҡатнашты, бер кем дә ситтә ҡалманы.
Ағинәйҙәр һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары район үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙы, комиссия ағзаларын ауылыбыҙҙың иң күркәм йорттарының береһе һаналған Әминә һәм Дауыт Юнысовтар ихатаһына саҡырҙы. Ихата түрендә шәхси эшҡыуар Ғәфүрйән Яратҡоловтың сағыу, матур тирмәһе урын алған. Тирмә янында - "Һыйлы көнөң һыйырҙа" тип исемләп, һөт ризыҡтарынан күргәҙмә әҙерләнгән. Ниндәй генә төр ашамлыҡтар юҡ унда! Шулай уҡ ҡорот һәм эремсектән торған айырым өҫтәл дә бик бай биҙәлгән. Ә усаҡлыҡ янында Зәкирә Юнысова (78 йәш) һөттөң ҡоротҡа әүерелеү - ҡатыҡ ойотоу, уны әсетеү серҙәрен, ҡаҙанда эркет ҡайнағас, япраҡлы сейә сыбығы һалып, ҡоротҡа үҙенсәлекле тәм бирелеүен, ҡоротто төйөрһөҙ итеү өсөн ҡайнатҡанда йыш болғатып торорға кәрәклеген тәмләп-тәмләп һөйләне. Ә уның ейәнсәре Наҙгөл барыһын да өйрәнеп ҡалырға тырышҡандай, ҡартәсәһенең янында бөтөрөлдө.
Ике килендәш Фәнирә һәм Фирҙәүес Яратҡоловалар эркетте һыуытып, ҡорот моҡсайына ҡойоп, һарҡытырға ҡуйҙы һәм: "Эркет һыуы организмды ҡом-таштарҙан таҙарта, эсәк буйындағы паразиттарҙы бөтөрә, сәстең ҡауағын, баш ҡысынмаһын дауалай, сәсте үҫтерә, кальцийға бай булыуы сәбәпле, ҡош-ҡорт аҙығына ҡушып бирһәң, улар тиҙерәк үҫә, ауырыуға ҡаршы тороусанлығы арта, шулай уҡ икмәк ҡамырына ҡушһаң да дауа була", - тип һөйләй-һөйләй, ҡоротҡа тоҙ өҫтәп, тасҡап, йомғаҡларға тотондо. Ә Әминә Юнысова (башланғыс мәктәп етәксеһе) ҡоротто талдан үреп эшләнгән ылашҡа киптерергә теҙеп ҡуйҙы һәм киптерелгән ризыҡтың файҙаһы тураһында бәйән итеп: "Элекке заманда ир-егеттәр яуға сыҡҡанда кипкән ҡоротто моҡсайҙарына һалып, аҙыҡ урынына биреп ебәрер булғандар. Ҡоротта С витамины, кальций, магний һәм башҡа көс-ҡеүәтте һаҡлаусы матдәләр күп. Башҡорттарҙан башҡа ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡа милләт кешеләре лә ҡоротто бик яратып ҡуллана", - тине. Һөйләүҙәрҙән тағы шул мәғлүм булды: элегерәк, дарыуҙар етешмәгән саҡта, күгәргән ҡороттоң үңәҙен яраға баҫҡандар, һыуға болғап эскәндәр. Ә киң билдәле пенициллин ана шул ҡорот үңәҙен файҙаланыуҙан барлыҡҡа килгән дә инде.
Ауыл ағинәйе Мөбинә апай Искәнйәрова (78 йәш) ҡоротҡа арналған һамағын да уҡып ишеттерҙе:
Әгәр ауырып китте ниһәм,
Һис аптырап тормайым:
Май, ҡорот, тоҙ, боросто
Ҡайнар һыуға болғайым.
Бисмилла итеп эсәм дә
Ятам юрған уранып.
Ә иртәнсәк тороп китәм
Һауыҡҡанға ҡыуанып.
Ҡоротто изып эсеү
Борондан ҡалған дауа.
Ҡорот менән дуҫ булһаң,
Һаулығың да ныҡ була!
"Ҡоротбикә" костюмындағы Раушания Мөхәмәдйәнова ҡунаҡтарға ҡоротло һурпа ауыҙ иттерҙе, балалар ҡорот эшләүсе өләсәй-ҡартәсәйҙәренә маҡтау йырҙары йырлап-бейеп өйөрөлдө. Ағинәйҙәр төркөмөнөң гармун моңона яйса ғына баҫып бейеүҙәре байрамға бер йәм өҫтәне. Ә йәшерәк килендәр, һеңлеләр ҡоротҡа тартылған сейә, муйыл, ҡарағат, йөҙөм ҡушып, йомарлап, бай табын әҙерләне. Сара һуңында ҡорот һатып иң күп килем алыусы Фәнирә һәм Фирҙәүес Яратҡоловаларға махсус приздар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамы

"Мәмбәттәр һарыҡ йөнөн ҡырҡыу йолаһын күрһәтә икән", тигән хәбәрҙе ишетеү менән тәғәйен ауылға юлға сыҡтыҡ. Өмә үтәсәк йортто табыуы ҡыйын булманы: төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән ҡапҡа алдында ауылдың күрке булған "Туржы ынйылары" ансамбле ағинәйҙәре йыр-бейеүҙәр менән ҡунаҡтар көтә ине.
Һарыҡ ҡырҡыу йолаһы ауылдың абруйлы ғаиләһе Фәнүзә һәм Әхмәҙулла Мәмбәтовтарҙың йортонда үтә булып сыҡты. Алсаҡ күңелле һәм эшһөйәр хужалар ауылдың иң хөрмәтле ғаиләләренең береһе. Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫеп, белем алып, өйләнешеп, тыуған ерҙә төпләнгән. Фәнүзә Ҡасим ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап, бөгөнгө көнгә тиклем фельдшер булып эшләй. Тормош иптәше Әхмәҙулла Әхмәҙей улы ла уңған уҙамандарҙың береһе. Совхоз тарҡалғас, крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, бөгөнгө көндә игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бәхетле хужалар өс баланы үҙаллы тормош юлына баҫтырып, дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡҡа көтөп ала.
Бына уларҙың ҡотло йорт ихатаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарында ҡайсыларын уйнатып, һарыҡ ҡырҡыу менән мәж килә. Ауылдың ағинәйе Ғилминур апай дәррәү эшкә фатиха биреп: "Килендәр, һарыҡты башынан башлап ҡырҡһаң - бәрәсе орғасы, ҡойроҡ яғынан башлаһаң - тәкә була, тиҙәр. Малды үрсетәм тиһәгеҙ, башынан башлағыҙ", - тине. Иң уңған килендәрҙең береһе Эльвира Мәмбәтова тәүге һарыҡты ҡырҡа башлап: "Үҙем ҡырҡҡан һарыҡҡа бына ошо матур епте бәйләп ҡуяйым әле, минең ҡулым бәрәкәтле булһын, ҡышҡылыҡҡа игеҙ бәрәсләп бирһен", - тип юраны. Ә өмәселәрҙең береһе ул һалған йөндө үлсәп ҡарай һалып: "Хужаларға афарин, һарыҡтарҙы яҡшы ҡараған - 4 кило тартты!" - тине. Артабан ағинәйҙәрҙең дәртле таҡмаҡтары менән эш тағы ла әүҙемерәк дауам итте.
- Бөгөнгө көндә барлығы 70-80 һарыҡ аҫрайым. Улар араһында Романов һәм Эдильбай тоҡомло һарыҡтар бар. Былтыр Романов тоҡомло һарыҡтарҙың береһе дүрт бәрәс килтерҙе, күпселеге игеҙәк бәрәсләй. Ҡалғандары - ябай ауыл һарыҡтары. Һарыҡсылыҡ менән күптән шөғөлләнәм. Элек хужалыҡ булған саҡта быйма, кейеҙ баҫа торғайным. Хәҙер генә өлгөрөп булмай, - тине йорт хужаһы Әхмәҙулла ағай.
Өмәселәр йырлап-гөрләп һарыҡ ҡырҡҡан арала, йорт эсендә лә эш ҡыҙыуланы. Ағинәйҙәрҙең кемеһелер йөн тетә, икенсеһе иләй-сирата, өсөнсөһө бәйләмгә тотонған. Ошонда уҡ йөндән эшләнгән кейеҙ, балаҫ, быйма, ойоҡбаш-бейәләй, толоп, тун, баш кейеме һәм башҡаларҙан күргәҙмәләр ҡуйылған. Беҙ инәйҙәрҙән һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында ла күп мәғлүмәт ишеттек. "Һарыҡтың ите, йөнө, тиреһе - барыһы ла файҙалы. Борон йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Сайырлы һарыҡ йөнөн быуындар һыҙлағанда бәйләгәндәр, баш ауыртҡанда мендәр эшләп яҫтанғандар", - тине Анфиса һәм Камила апайҙар. Хәмиҙә инәй йөн иләү тәртибе тураһында һөйләһә, Рәхимә инәй иһә һарыҡ йөнө тултырылған ҡорамыштан еңел, ҡупшы түр юрғаны эшләп күрһәтте.
Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһе барлыҡ йолаларҙы теүәл башҡарып, юғары кимәлдә үтте. Өмәселәрҙең теләк-фатихалары һәм еңел ҡулы менән эш ырамлы һәм дәртле барҙы.

Азат БОХАРБАЕВ.
Рәшиҙә СӘЙФУЛЛИНА.
Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.



РЕДАКЦИЯНАН...
Был байрамдар тураһындағы юлдарҙы уҡығас, ни уйланың икән, уҡыусы? Моғайын, һәр берегеҙ ата-бабаларыбыҙҙың борон-борондан бына шулай көн иткәнен, бихисап хеҙмәт төрҙәрен төп шөғөлөнә әйләндереп, ризыҡлы ла, кейемле лә булыу форсатына өлгәшеүен иҫенә төшөргәндер. Һәм тағы... Был гүзәл тамашаның ойоштороусылары, дәртләндереүселәре кем, тигән һорау ҙа тыуғандыр. Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт идараһы етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова һәм ошо уҡ идараның хеҙмәткәре, район "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова башында тора бындай сараларҙың. Улар ауыл ағинәйҙәренең һәр фекерен элеп алып, ул фекерҙе сағыу бер тамашаға әйләндерә һала. Был юлы иһә улар барыһынан да уҙҙырҙы: райондың һәр ауылы өсөн бренд булып ҡаласаҡ үҙ байрамдарын булдырыуға өлгәште. Ғөмүмән, ата-бабалар көнитмешен күҙаллатып, тормош дилбегәһен үҙ ҡулыбыҙға алырға ваҡыт, тигән һығымта яһатҡан хәйбуллаларға рәхмәт уҡырға ғына ҡала.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.14 | Ҡаралған: 2886

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru