«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2019

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо арала Бөтөн донъя сирлеләр көнө лә билдәләнә. Шуға бәйле һорауыбыҙ: "Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ" тигән халыҡ аҡылын нисек аңлатыр инегеҙ?

Сайттың архивы
 
2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

2016

2015

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ ЙӘШ БЫУЫНДЫ АҢЛАРҒА ТЕЙЕШ
+  - 

Төп эшмәкәрлеге йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры быйыл 25-се юбилей миҙгелен асты. Балалар һәм үҫмерҙәр, йәштәр өсөн ижад итеүҙең төп нескәлеге һәм ҡатмарлығы нимәлә?

Рөстәм ХӘКИМОВ, Милли йәштәр театры режиссеры: Күптәр балалар һәм йәштәр өсөн ижад итеүҙән еңелерәк нәмә юҡ, тип уйлайҙыр. Уларҙы сәхнәлә көлдөрә алһаң, шул етә, тип уйлаған булһаҡ, театр бөгөнгө кимәленә етә алмаған булыр ине. Бәләкәй балаға ла өлкән кешегә ҡараған кеүек, тиң ҡараш булырға тейеш. Шул саҡта ғына актер һәм улар араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, театрҙы өлкәндәр өсөн, йәки балалар өсөн ижад итеүсе театрға бүлеп ҡарауҙы хупламайым. Театр ул - йә бар, йә юҡ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән спекталдә лә өлкәндәр донъяһына хас проблемалар күтәрелә. Әкиәтме ул, ниндәйҙер риүәйәтме, уларҙың һәр береһенең нигеҙендә етди темалар ята. Әгәр ҙә театр бөгөнгө йәш быуындың күңелен аңлап, улар менән диалогҡа инергә тырыша икән, шул саҡта ғына үҙенең маҡсаттарына өлгәшә ала. Әлбиттә, заманалар менән бергә, йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары ла үҙгәрә. Уларҙың бөгөн йырҙары ла, көйҙәре лә, бейеүҙәре лә башҡараҡ. Бер телдә һөйләшеү өсөн иң тәүҙә уларҙы тәнҡитләргә түгел, ә аңларға тырышырға бурыслыбыҙ. Дөрөҫ йәшәү тураһында фәлсәфә һатыу еңел ул. Һин йәш кешене нимә насар, нимә яҡшы икәнен айырырға өйрәтеп ҡара. Унан һуң, заманалар үҙгәрһә лә, мәңгелек ҡиммәттәр шул көйө ҡала бит. Һәр дәүерҙә лә мөхәббәт - мөхәббәт булып, дуҫлыҡ - дуҫлыҡ булып, иман - иман булып ҡаласаҡ. Мәрхәмәт, изгелек, үҙ көсөңә ышаныс, тормошто яҡты буяуҙарҙа ғына күрә белеү ҙә юғары баһалана. Был сифаттар күңелендә гармония булған кешелә генә өҫкә ҡалҡып сыға ала, шуға ла театрҙың төп бурыстарының береһе - баланың күңел бөтөнлөгөн тәрбиәләү, изгелектең гел генә яуызлыҡтан өҫ-төн булыуына ышаныс уятыу. Бындай бала үҫкәс тә үҙен борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләп, театрға киләсәк. Театр уның өсөн ниндәйҙер рухи таҙарыныу кисерә торған урынға әүереләсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.14 | Ҡаралған: 811

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 50665 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә февралдә һәм мартта 2019 йылдың икенсе яртыһы өсөн ваҡытынан алда яҙылыу иғлан ителде. 615 һумға әле үк яҙылып ҡуйһағыҙ, оторһоғоҙ. Май айынан хаҡтар бер аҙ юғарыраҡ буласаҡ. Ә 2019 йылдың тәүге яртыһы өсөн иһә 18 февралгә тиклем яҙылһағыҙ (дүрт айға - 404,64 һум) гәзитебеҙҙе марттан алдыра башлаясаҡһығыҙ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2019 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt