«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ИЖАДЫНДА БӨГӨНГӨБӨҘ ҘӘ, КИЛӘСӘГЕБЕҘ ҘӘ
+  - 

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған "Ашҡаҙар таңдары" Республика башҡорт фольклоры байрамы үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Өс көн дауамында Башҡортостандың 11 ҡалаһы менән 31 районынан, шулай уҡ Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларынан, Ҡурған менән Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан килгән 52 коллектив абруйлы баһалама ағзалары алдында сығыш яһаны.

"Фольклор" термины бар телдәрҙә лә "халыҡ аҡылы" тигән мәғәнәне белдерә. Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Ашҡаҙар таңдары" байрамы башҡорт фольклорын тергеҙеү, шулай уҡ фольклор коллективтарының һәм айырым башҡарыусыларҙың сәхнәлә сығыш яһау мәҙәниәтен камиллаштырыу йәһәтенән байтаҡ тәжрибә туплағанлығын асыҡ күрһәтте. Ә шулай ҙа көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланған йолаларыбыҙҙа, ауыҙ-тел ижадында халҡыбыҙҙың меңәр йылдар буйы йыйған аҡылын, уның йәшәйешен, инаныуҙарын, идеалдарын, йәшәү фәлсәфәһен сағылдырыусы төшөнсәләрҙе нескәрәк тойомлау, аңлау һәм уны шул кимәлдә киләһе быуындарға тапшырырлыҡ итеп үҙләштереү өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалаһы бар әле. Сөнки милли кейемдәребеҙҙәге бәләкәй генә бер деталдең дә, һәр әйтелгән һүҙҙең дә, йола башҡарғанда ҡулланылған хәрәкәттең, ым-ишараның да үҙ көсө, үҙ әһәмиәте барлығын беләбеҙ. Әммә был хәҡиҡәтте үҙләштереүселәр, хатта халыҡсан итеп йырлай белеүселәр, халыҡсан итеп бейеүселәр ҙә һирәк күренешкә әйләнде бөгөн. Шуға ла "Һирәк осраған һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙы башҡарыусылар" номинацияһында беренсе урын яулаусы сәсәниә Асия Ғәйнуллина бала йоҡлатҡанда, уятҡанда, бала һөйгәндә ҡулланылған һамаҡтарҙы сәхнәнән ишеттергәндә, моғайын, һәр кемдең күңелендә әсә кеше өсөн ғәҙәти һөнәр булырға тейешле ошо ябай нәмәләрҙең дә халыҡ хәтеренән онотола барыуына үкенеү тойғоһо уянғандыр.
Шул маҡтауға лайыҡ: "Ашҡаҙар таңдары" башҡорт фольклоры байрамында үҙеңде күрһәтеү өсөн генә түгел, күп нәмәгә өйрәнеү мөмкинлеге лә тыуҙырылды. Бәйгеселәр өсөн ойошторолған ижади лабораторияла фольклор буйынса белгестәр, баһалама ағзалары йолалар күрһәткәндә йыш осраған хаталарҙы билдәләп, уларҙың ҡайһы берҙәренең мәғәнәһен яҡшылап аңлатты. Әлегә байрамдың ҙур өлөшөн алып тороусы, темаһы буйынса бер-береһен йыш ҡабатлаған йола фольклоры өлгөләрен сәхнәләштереүсе коллективтар был белемдәрен үҙ эштәрендә ҡулланыр, тип ышанғы килә.
"Ашҡаҙар таңдары" башҡорт фольклоры байрамына күпселек коллективтар йола фольклорын алып килгәйне, тип әйткәйнек инде. Улар араһында йола фольклорының ни өсөн популяр булыуын аңларға була. Беренсенән, теге йәки был йола башы, аҙағы, кульминацияһы, үҫеше булған әҙер сәхнә әҫәре, шуға ла уны сәхнәләштереүе күпкә еңелерәк. Әммә бында тағы бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: халҡыбыҙ әлеге көндә лә үҙ йолаларына, тимәк, үҙ асылына тоғро ҡала әле. Хатта улай ғына ла түгел, улар шул йолалар менән йәшәй, шул йолалар ярҙамында үҙен һаҡлап килә. Шуға ла Әбйәлилдең "Әхирәттәр" халыҡ фольклор вокал коллективында сығыш яһаусы Вәхит ағай Камаловтың, беҙҙең бөтөн йәшәйешебеҙ йолаларға бәйләнгән, тиеүе менән килешмәйенсә булмай. "Ауыҙ-тел ижады, төрлө уйындар, йырҙар, бейеүҙәр быуындан-быуынға күсә килә. Берәү ҙә махсус өйрәтеп ултырмай, былар барыһы ла күңелгә, әйтәйек, көндәлек эштәр башҡарғанда, һөйләшкәндә, байрамдар үткәргәндә, миҙгел йолаларын үтәгәндә үҙенән-үҙе уйылып ҡала. Балта менән һырлап нимәлер эшләнең икән - был да, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың һәр шөғөлө лә юғары сәнғәт өлгөһө", - ти ул. Үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ республикала дандары таралған "Әхирәттәр" коллективының бөгөнгө ағзалары ошо кимәлде һаҡлап ҡала алыуҙары, етмәһә, фольклор байрамының гран-приһын яулауҙары менән маҡтауға лайыҡ.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан килгән "Элгеләү" фольклор ансамбленең иң өлкән ағзаһы 77 йәшлек Нурия апай Сәйәхова билдәләүенсә, һәр коллектив сығышы үҙенең ерлегенә хас йолаларға, кейемгә, башҡа үҙенсәлектәргә нигеҙләнергә тейеш. Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе төп район булараҡ, улар солоҡсо бабайҙы аҡ кейеҙгә баҫтырыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Ысынлап та, ошо йолалар йәшәүҙең айырылғыһыҙ өлөшө булғанға күрә, был төбәктәрҙән килеүселәргә сарала ҡатнашыуы ла еңелерәк булғандыр. Әммә республиканан ситтә йәшәүселәр - Ҡурғандың "Бәхет" фольклор төркөмө етәксеһе Камилә Хәмзина ла, Һамар өлкәһе "Ҡурай" берләшмәһенең балалар башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Руза Харасова ла, Татарстандың "Гөлнәзирә" башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Рәшит Мәүләүиев та йолалар башлыса сәхнәлә генә ҡала барыуына борсолоуын белдерҙе.
Йола фольклорына мөрәжәғәт итеүселәр араһында көнүҙәк проблемаларға иғтибар биреүселәр ҙә отто ғына. Хәйбуллалар, димселәр мәктәбен тергеҙеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, димләү йолаһын күрһәтте. "Йәнтөйәк" ансамбленең, райондың "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң етәксеһе Миңзифа Ишемғолова был йола халыҡ араһында таралһын, ныҡлы ғаиләләр барлыҡҡа килһен, тигән теләктәрен еткерҙе. Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһының "Ҡарлуғас" фольклор ансамбле телебеҙгә, илебеҙгә янаған хәүефтәрҙе телгә алды. Уның етәксеһе Вәсилә Батталова әйтеүенсә, быға тиклем ансамбль төрлө йолалар сәхнәләштереү менән шөғөлләнһә лә, бында глобаль проблемалар күтәреп сығыш яһағаны булмаған. "Республикабыҙҙа мәктәптәр ябылыуы, туған телендә һөйләшеүселәр аҙайыуын күреп эс боша. Был күренеш тотош Рәсәйгә хас, шуға ла милләт әсәләре булып, тел, ил һағына баҫырға ҡарар иттек", - ти улар. Башҡорт фольклорын тергеҙеп, уны сәхнәгә сығарыуы ғына түгел, ситтәр араһында башҡорт булып йәшәүе лә еңелдән түгелдер, шуға ла милләттәштәребеҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерергә насип булды был байрамда.

Шулай итеп...
Байрамдар була тора, үтә тора, әммә унда ҡалҡып сығып, күҙгә төртөлөп торған проблемалар ҙа киләһе фольклор байрамына тиклем онотолоп ҡуймаһын ине. Һәр хәлдә, йола фольклорының фәлсәфәһен аңлау маҡсатында өлкән быуын вәкилдәре менән күберәк аралашыу, уларҙан халыҡтың бар аҡылын тиреп ҡалыу йәһәтендә эшмәкәрлек алып барыу үтә мөһим. Халыҡ фольклорын киңерәк мәғәнәлә аңлап, уның йола жанрынан тыш, башҡа төрҙәренә лә күберәк иғтибар ителһә, был байрам тағы ла сағыуыраҡ булыр ине, тигән фекер менән бөтәһе лә ризалашыр, моғайын. Фольклор ансамбле - ул профессиональ кимәлгә үҫеп етә алмаған ниндәйҙер бер коллектив түгел, ул ана шул бөгөнгө юғары сәнғәт төрҙәренең һәр береһенең нигеҙен тотоп тороусы ла. Беҙҙең бар булыуыбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә халыҡ ижадында, ошо хәҡиҡәтте хәтеребеҙҙә тағы берҙе яңыртты "Ашҡаҙар таңдары".

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.14 | Ҡаралған: 1400

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru