«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҒА ҠЫУАНЫС АРТТЫРЫП...
+  - 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап нәшер ителә. Быйыл һатыу кәштәләренә сығарылған балалар баҫмалары, һис шикһеҙ, китап һөйөүселәр өсөн матур бүләккә әйләнәсәк.

Заһит Мурсиевтың быйыл "Алтын ҡурай" тип исемләнгән китабы донъя күрҙе. Ул төрлө гәзит-журналдарҙа баҫылған хикәйәләре менән уҡыусыларға күптән таныш. Авторҙың әҫәрҙәре ихласлығы менән арбай, төп тема - кеше күңеле, йәшәү мәғәнәһе. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн фәһемле йөкмәткеле хикәйә-ләре һәм әкиәттәре тупланған.
Таңсулпан Ғарипованың "Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары" тип исемләнгән китабында ваҡиғалар сысҡандар донъяһында бара. Сысҡанбай менән Сысҡанбикәнең тиктормаҫ балаларының мауыҡтырғыс мажаралары тасуирлана унда.
Гөлсинә Йосопованың "Һөйләшә белгән кәнфит" тигән тәүге китабы сыҡты. Автор кескәй балаларҙы тәрбиәләгәндә килеп сыҡҡан төрлө хәл-ваҡиғаларҙы үҙенсәлекле итеп тасуирлай, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.
Шәүлиә Зөлҡәрнәева "Алма бабай һабактары" китабын ике һуғышта ҡатнашҡан, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған, оло йөрәкле уҡытыусы, йомарт күңелле атаһының яҡты иҫтәлегенә арнай. Хәтирәләре һәм ул ҡалдырған тормош һабаҡтарын автор уҡыусылары менән уртаҡлаша. Унда йәш быуынға тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирерҙәй фәһемле әҫәрҙәре урын алған.
Балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Күскилдина "Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан" китабына кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн хикәйә һәм әкиәттәре индерелде. Автор художество саралары ярҙамында бала белергә һәм аңларға тейешле хәл-күренештәрҙе нескә итеп еткереү оҫталығына эйә. Әҙибә кешеләр һәм беҙҙе уратып алған донъя хаҡында, кескәйҙәр һәм ололар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында мауыҡтырғыс мажаралар уйлап сығара. Әҫәрҙәрҙең теле бай һәм шиғриәтле. Башҡорт һәм рус телендә донъя күргән баҫманың рус теленә тәржемәсеһе Николай Андреев.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡованың "Ҡолонсаҡ - арғымаҡ булыр бер саҡ" тигән яңы китабында мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләп ижад ителгән шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр урын алған. Китаптағы һәр әҫәргә төшөрөлгән сағыу, мауыҡтырғыс һүрәттәр уҡыусыны үҙенә тартып, әҫәр йөкмәткеһен тулыландырып тора. Мәҫәлән, "Аҡ дөйә һәм Асмандың сүллектәге мажаралары" әкиәте фантастик сюжетка ҡоролған. Ҡомда уйнап йөрөгән бәләкәй малай Асман ҡапыл йәнһүрәт геройына әүерелә һәм китабындағы Нарымбай исемле дөйә менән сүллеккә барып эләгә. Әҫәр барышында Асман Аман исемле малай менән таныша. Ул уға сүллек тураһында һөйләһә, ә Асман тыуған ере Башҡортостан менән таныштыра. Хәл-ваҡиғалар әҫәрҙә киҫкен үҙгәреш алып уҡыусыларҙы сәйәхәт иленә алып китә. Китап тәрбиәселәр, уҡытыусылар өсөн дә кәрәкле ҡулланма булмаҡсы. Һығылмалы матур образлы тел менән ижад ителгән шиғырҙар еңел генә ятланып, йырлап торғандай.
Шағирә Әнисә Таһированың "Шәпәй менән Шайтан" тигән китабы баҫылып сыҡты. Китапта "Бала саҡтың ике хәтирәһе" элегияларында һәм "Әлиәнең хыялы" хикәйәһендә һуғыш осоронда тыуған балаларҙың тормошо, йәшәү рәүеше бәйән ителә. "Шәпәй менен Шайтан" тигән замана әкиәтендә хәҙерге заманда балаларға янаған иң ҙур ҡурҡыныс - наркомания хаҡында һүҙ бара. Бында шулай уҡ бер нисә сит ил яҙыусыһының әҫәре автор тәржемәһендә бирелгән.
Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙуллина билдәләүенсә, бүлектә төрлө йәштәге балалар өсөн нәфис-әҙәби баҫмалар сығарыуға иғтибар бүленә. Быйыл донъя күргән китаптар араһында бәләкәстәр өсөн "Таңбатыр" панорамалы китабы ла бар. Ылыҡтырғыс матур күләмле һүрәттәр, ҡыҙыҡлы әкиәт донъяһы көтә кескәйҙәрҙе. Шулай уҡ быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләгән балалар шағиры Рәшит Зәһиҙуллиндың "Уйнай йәйғор төҫтәре" һәм БДУ студенты Динара Кәримованың "Белгем килә бөтәһен" тигән рәсемдәрҙе буяу китаптары сыҡты. Динараның китабы ижекләп уҡырға өйрәнеүсе балаларға ла бик кәрәкле ҡулланма булмаҡсы.

Нәркәс КҮРПӘСОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.14 | Ҡаралған: 1708

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru