«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘШКӘРТ ИЛЕНДӘ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең 2012 йылғы 50-51-се һандарында тикшеренеүсе-этнолог Зәкирйән Әминевтың "Иранда башҡорттар бармы?" тигән мәҡәләһе сыҡҡайны. Автор унда үҙенең алыҫ фарсы дәүләтенең картаһында Башакерд тип аталған тау һыртына юлығыуына һәм карталағы мәғлүмәттәрҙән сығып, Башакерд тауының беҙҙең халыҡҡа берәй мөнәсәбәте юҡмы икән, тигән фараздар менән яңы мәғлүммәттәр эҙләй башлауы тураһында яҙғайны. Эҙләнеүҙәре уны "башгард", ("баджгирд", "Бәшкәрт") тигән халыҡҡа килтереп сығара. Был халыҡ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт туплау маҡсатында әле күптән түгел Башҡортостан Республикаһынан бер төркөм ғалим Иранға юл тотто.

Экспедицияла этнологтар Зәкирйән Әминев, Юлиә Әбсәләмова, Гөлнәзирә Кинйәбаева, археолог Вячеслав Котов, бынан бер нисә йыл элек Теһран университетында уҡып ҡайтҡан фарсы теле белгесе, Бөрйән ҡыҙы Зәлифә Әбүбәкирова (Ҡолбирҙина) һәм йәш ғалим Азат Әбүбәкиров ҡатнашты. Башҡортостан ғалимдарына Ирандың Бендер-Аббас ҡалаһынан археолог Сәмәйә Поодат менән быға тиклем Башҡортостанда булып киткән Әмин Салари ихлас ярҙам күрһәтте. Әйткәндәй, Экспедицияның уңышлы эшләүе Зәлифәнең Ирандың башҡалаһы Теһранда белем алып, фарсы телен яҡшы белеүе һәм дә археолог Сәмәйә Поодаттың, Әмин Салариның ихлас ярҙамдары менән ныҡ бәйле. Шул арҡала ярайһы уҡ күп материалдар йыйырға, халыҡ менән осрашырға, аралашырға мөмкинлек тыуҙы.
Ике аҙналыҡ сәфәрҙең маҡсаты - Ирандың көньяҡ-көнсығышында Бәшкәрт тигән тау теҙмәләрендә көн күргән бәшкәрт халҡы менән танышыу һәм, уларҙың ҡасан да булһа Урал башҡорттары менән берәй бәйләнеше булғанмы, юҡмы, тигән һорауға яуап табырға тырышыу ине. Тарихта бер үк, йәки яҡын яңғырашлы атама йөрөткән халыҡтар күп түгел. Башҡорттар менән бәшкәрттәр араһындағы оҡшашлыҡ шул һирәк осраҡтарҙың береһе. Шуға күрә лә был халыҡтар араһында бәйләнештәр булыу-булмауы, була ҡалһа, был бәйләнештәрҙең ҡайһы осорға һәм ниндәй территорияларға ҡайтып ҡалыуын өйрәнергә кәрәк.
Иң алдан шуны әйтеп китергә кәрәк - бәшкәрт халҡы бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән. Был халыҡҡа арналған бер нисә генә фәнни хеҙмәт билдәле. Шулар араһында инглиз ғалимдары Е.А.Флоер, И. Гершевич, Моргенстьерненың һәм Норвегия ғалимы (хәҙер Гарвард университетында эшләүсе) П.О.Скйарвёның тикшеренеүҙәрен һәм ошо хеҙмәттәргә таянып, рус ғалимдары И.М.Оранский менән В.В.Мошкало тигән ғалимдарҙың хеҙмәттәрен әйтеп китергә була. Хатта Ирандың үҙендә лә уларҙы яңыраҡ ғына өйрәнә башлағандар һәм әлегә ниндәйҙер фәнни уңыштар менән маҡтана алмайҙар. Шулай булғас, башҡорт ғалимдарының бәшкәрт халҡы йәшәгән ерҙәргә барып, ҙур булмаған, әммә ҡыҙыҡлы материал туплауы Рәсәй этнология фәне өсөн дә оло ваҡиға булып тора, тип әйтергә лә хаҡыбыҙ барҙыр.
Бәшкәрттәр Фарсы ҡултығына параллель рәүештә һуҙылған Бәшкәрт тауҙары һырттарында, Ирандың иң ҙур диңгеҙ порты булған Бендер-Аббас ҡалаһынан йыраҡ булмаған урында көн күрә. Бәшкәрт телендә һөйләшеүселәрҙең һаны әлегә аныҡ ҡына асыҡланмаған. Бынан егерме йыл элек уларҙың һаны 75 мең тирәһе булғанлығы билдәле.
Бәшкәрт теле боронғо замандарҙа уҡ юҡҡа сыҡҡан пехлеви, авеста телдәре менән бер дәүерҙә формалашҡан тел һанала. Тик аҙаҡҡы ике тел күптән юҡ булһа, бәшкәрттәр үҙ телдәрендә әле булһа аралаша. Был телдең марзигал һәм мөлкигал диалекттары бар. "Гал" фарсы телендә һөйләш тигәнде аңлата. Бик боронғо, хатта фарсыларҙың теленән дә боронғораҡ, үҙаллы тел булыуына ҡарамаҫтан, бәшкәрт телен фарсылар үҙ теленең бер диалекты тип кенә ҡарай. Әммә фарсы теллеләргә бәшкәрт теле бигүк аңлашылмай. Бәшкәрт теленең бик боронғо айырым тел икәнлеген беҙгә ярҙам итеп йөрөгән археолог Сәмәйә Поодат ханым да билдәләп үтте. Әлеге ваҡытта бәшкәрттәрҙең күп өлөшө фарсы телен яҡшы белә, шулай уҡ мәктәптәрҙә уҡытыу ҙа фарсы телендә алып барыла. Уларға күрше булып ҙур ғына һанлы Рәсәй фәнендә белуджи тип аталған, әммә үҙҙәрен "балучи" тип атаған халыҡ йәшәй. Әйтергә кәрәк, тикшеренеүселәр билдәләүенсә, балучилар араһында ла "башгирд" тип аталған этнографик төркөм бар, етмәһә, башгирдтар совет осоронда Совет Төркмәнстанында ла йәшәгән. Әммә, үкенескә ҡаршы, башҡорт ғалимдарына был мәғлүмәттәр әллә билдәле булмаған, әллә белеп тә ҡыҙыҡһынмағандар - был халыҡ хаҡында бер ниндәй материалдар ҙа юҡ.
Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһарға, Урал башҡорттары менән Иран бәшкәрттәре араһындағы бәйләнештәр тураһында әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Йыйылған материалдарҙы ентекләп өйрәнергә һәм яңы материалдар туплау, уларҙы анализлау зарур. Шулай ҙа ниндәйҙер уртаҡлыҡтар тураһында әле үк һүҙ йөрөтөргә мөмкиндер.
Беҙ тәүҙә Иран дәүләтенең башҡалаһы Теһранда туҡтаныҡ. Унда беҙҙе Зәлифә үҙе уҡып бөткән Теһран университетының уҡытыусылары менән таныштырҙы. Иран ғалимдарының да башҡорт халҡы менән яҡындан танышырға, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә ниәттәре ҙур. Осрашып һөйләшеүҙәр барышында артабан бергәләшеп эшләп, киләсәктә Башҡортостан һәм Иран халыҡтарының тормош-көнкүрешенә бәйле булған күргәҙмәләр ойоштороп, халыҡтарыбыҙҙы таныштырырға кәрәк, тигән фекергә килдек.
Теһрандан беҙ бәшкәрт тауҙарына юл тоттоҡ. Бәшкәрт ере, үҙҙәре әйтмешләй, бығаса сит-яттар бигүк үтеп инмәгән ер. Теһранда бәшкәрттәр йәшәгән ерҙәрҙе, Һормозган провинцияһының иң артта ҡалған, йәшәү өсөн уңайлы шарттары булмаған ере, тип оҙатып ҡалғайнылар. Шуға күрә, ауыр шарттарҙа эшләргә тура килер, тип, хәлебеҙҙән килгәнсе әҙерләнеп, үҙебеҙ менән күп итеп ашарға-эсергә алып барҙыҡ.
Юлда китеп барабыҙ. Тау араларында ауылдар бар тип уйламаҫһың да. Бөтә бәшкәрт ауылдары ла тау араларындағы үҙәндәрҙә йәшенешеп ултырған кеүектәр. 1956 йылғы экспедицияһындағы материалдарҙа күренекле ғалим Илья Гиршевич та бәшкәрт ауылдарын шулай һүрәтләй. Төнгө сәғәт дүрттәр тирәһендә генә таулы бәшкәрттәр еренә аяҡ баҫтыҡ. Төбәп барған Гәүһүрән ҡалаһында беҙҙе Нәдир исемле ир-егет бик тә ихлас ҡаршы алып, идара меһманханаһында урынлаштырҙы. Йоҡо туйҙырып, икенсе көнө урамға сыҡҡас, яҡшы асфальт юлдарҙы, тирмәләре янында таштан һалынған өйҙәрҙе һәм тырышып матур итеп йәшәп ятҡан бәшкәрттәрҙе күреп ҡыуандыҡ. Үрҙә әйтеп киткәнсә, бик аҙ өйрәнелгән, әммә бик тә ихлас, ябай, алсаҡ һәм шул ваҡытта үҙ баһаларын белгән, ғорур халыҡ булып сыҡты беҙҙең яңы таныштарыбыҙ. Ярҙам итергә һәр саҡ әҙер торалар. Экспедициябыҙҙың беренсе көнөнән үк машина һәм ҡунып йөрөү өсөн өй мәсьәләһе менән ихлас ярҙам иттеләр. Беҙ килеп урынлашҡан ҡаланың боронғо исеме Йәһүрән булған. Ислам революцияһына тиклем Анһуран булһа, һуңынан Гәүһүрән тип үҙгәртелгән. Беҙҙең яңы таныштарыбыҙ был атаманың мәғәнәһен, Йәһүрән боронғо бәшкәрт телендә "ярты көн" була, тип аңлаттылар. Сөнки башҡа ауылдарҙан Гәүһүрәнгә килеп еткәнсе ярты көн уҙыр булған. Гәүһүрән эргәһенән генә Ашҡун йылғаһы аға. Гәүһүрәндән тыш, Пакуһе Сефид, Гоурауи һәм Йағдан, Сардашт ауылдарында булдыҡ. Һәр ерҙә беҙҙе яҡты сырай, асыҡ күңел менән ҡаршы алдылар. Гоурауи ауылында күстәнәскә бер мискә яңы ғына йыйылған финиктар ҙа бирҙеләр.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
философия фәндәре кандидаты, БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының рухи донъя бүлеге мөдире.
Зәлифә ӘБҮБӘКИРОВА,
Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре, фарсы теле буйынса белгес.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1764

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru