«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӘШЕЛ САУҠАЛЫҠ" ДАУАҺЫ ТӘНГӘ ЛӘ, ЙӘНГӘ ЛӘ ШИФА
+  - 

Һәр миҙгелдә лә баш ҡаланан йыраҡ китмәй генә хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләйһегеҙме? Улайһа, "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһына килегеҙ. Өфө ҡалаһының урманлы өлөшөндә, Ҡариҙел ярында урынлашҡан был шифахана республика һәм баш ҡала халҡына төрлө медицина хеҙмәттәре тәҡдим итә. Дауаханаға ҡарағанда, шифаханала сәләмәтлекте нығытыу күпкә уңайлыраҡ булыуын барыбыҙ ҙа белә. "Йәшел сауҡалыҡ"тың Башҡортостандың башҡа шифаханаларынан айырмаһы һәм өҫтөнлөктәре нимәлә? Унда ниндәй сирҙәр менән яфаланыусылар мөрәжәғәт итә ала? "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы директорының медицина буйынса урынбаҫары Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы ЮЛДАШБАЕВА менән ошолар хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Республика үҙенең тәбиғәте менән генә түгел, тәбиғи сығанаҡтар нигеҙендә һауыҡтырыу эшмәкәрлеге алып барыусы шифаханалары менән дә дан тота. Ә "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының төп йүнәлеше ниндәй?

- "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен дауалау, киҫкен йөрәк өйәнәге, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына операциялар кисергән, баш мейеһе ҡан әйләнеше боҙолған ауырыуҙарҙы реабилитациялау йүнәлешендә эшләгән берҙән-бер учреждение. Беҙ республиканың бөтөн дауаханалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Миокард инфаркты кисереп, дауаханаға эләккән йәки эре ҡан тамырҙарына операциялар үткәргән ауырыуҙар шифахананың кардиореабилитация бүлегендә стационарҙа алған дауаһын нығыта. Шифахана был федераль программа буйынса асылған көнөнән алып эшләй, ә 2002 йылда иһә тағы ла нейрореабилитация бүлеге асылды. Ҡан әйләнеше боҙолоуынан, инсульттан һуң атлай ҙа, һөйләшә лә алмаған пациенттар менән терапевтар, неврологтар, логопедтар, башҡа белгестәр ҙә шөғөлләнә. Дауалаусы физик күнекмәләр, һыуҙа үткәрелгән гимнастикалар, ванналар шифаһын алып, йөҙҙәре алһыуланып, рәхмәттәр әйтеп ҡайтып китә улар. Бында эшләгән үҙ эшенең оҫтаһы булған һәр белгес, фән докторҙары һәм кандидаттары, көслө кардиологтар, неврологтар менән ғорурланабыҙ.
Бынан тыш, "Йәшел сауҡалыҡ"та ашҡаҙан, һөйәк-мускул ағзаларын, эндокрин һәм нервылар системаларын, тире, матдәләр алышыныуы боҙолоуын, тын алыу юлдары ағзаларын дауаларға мөмкин. Гинекология, урология йүнәлешендә эшләгән программалар ҡаралған. Йәғни, дауаланыу өсөн бында бөтөн шарттар ҙа бар. Сит илдәрҙә күңел асып, ял итеп ҡайтырға була, шулай ҙа һауа шарттарын алыштырмай ғына шифаханала ял итеүҙең үҙенең өҫтөнлөктәре күп. Һаулыҡ - ул ҙур байлыҡ, ваҡытында тикшерелеп, профилактик саралар күреп, сәләмәтлеккә, тимәк, күңел бөтөнлөгөнә эйә булырға ынтылһа ине кешеләр. Ышанығыҙ, үҙегеҙгә ошонан да ҙурыраҡ бүләк эшләй алмайһығыҙ, быны мин табип булараҡ әйтәм. Унан һуң, шифахана урынлашҡан матур тәбиғәт тә дауалай, беҙҙә һауа ла сафыраҡ, ҡар ҙа күберәк.

Башҡа сирҙәр менән бер рәттән, инфаркт, инсульт кеүек ауырыуҙарҙың "йәшәреүе"нең сәбәбе нимәлә, тип уйлайһығыҙ?

- Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа бөтөн сирҙәр ҙә "йәшәрҙе", был инде ғилми яҡтан күптән раҫланған. Әгәр ҙә элек 30 йәшлек инсульт кисергән кешегә аптырап ҡараһаҡ, хәҙер 25 йәштә лә йөрәк ауырыуы менән яфаланыусылар бар. Бының төп сәбәбе - йәшәү рәүешенең үҙгәреүе. Дөрөҫ туҡланмайбыҙ, калориялы ризыҡтар ашайбыҙ, аҙ хәрәкәтләнгә күрә, уларҙы яндырып бөтмәйбеҙ. Физик эш кәмене, йәғни, көнкүреш еңеләйгән һайын, сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшай бара. Йәшәү темпының көсәйеүе лә йоғонто яһай. Бөгөнгө йәш кеше яҡшыраҡ йәшәргә теләй, ә бер нисә эштә эшләү ҡан баҫымының, ҡан тамырҙарының тонусы күтәрелеүенә килтерә. Йәштәрҙең тыумыштан ҡан тамырҙары һығылмалылығы насар, был физик әүҙемлектең түбәнлегенән дә киләлер инде.
Даими көсөргәнештә йөрөү ҙә насар тәьҫир итә. Артыҡ ҡайғырма ла, артыҡ шатланма ла, ти торғайны өләсәйҙәр. Һәр хис йөрәккә төшә бит ул, шуға ла халҡыбыҙҙың алтын аҡылын тотоп, сабыр итеп йәшәргә өйрәнергә лә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, нервы ауырыуҙарына еңелсә ҡарарға ла ярамай. Улар ҡапыл барлыҡҡа килмәй, тиҙ ҡыҙып барыусанлыҡ, баш ауыртыуы, әйләнеүе, ҡан баҫымының бер түбәнәйеүе, бер күтәрелеүе, йоҡлай алмау, хәүефләнеү тойғоһон, белгескә мөрәжәғәт итмәйенсә, дарыуҙар менән баҫырға тырышмағыҙ. Был билдәләр эндокрин сирҙәре менән дә бәйле була ала. Ошо ваҡытта бер аҙ туҡтап, үҙегеҙҙең организмығыҙҙы тыңлап алырға кәрәк. Хистәреңде кешеләргә күрһәтмәҫкә тырышып, артыҡ сабыр булыу бында кире эҙемтәгә килтереүе лә ихтимал.

Шифахана юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, тәбиғи сығанаҡтар ярҙамында ла сәләмәтлекте нығыта. Гәзит уҡыусыларҙы һыу менән дауалау серҙәре менән дә таныштырһағыҙ ине.

- Һыу - тормош сығанағы ғына түгел, унда тәбиғәттең шифалы көстәре тупланғанлығын ата-бабалар борондан белгән. Шифаханалағы дауалаусы ванналар өсөн ҡулланылған көкөртлө водород Сочиҙың билдәле "Мацеста" ял йорто һыуынан айырылмай. Көкөрт тире, тын юлдары аша организмға үтеп инеп, нервылар системаһын, йоҡоһоҙлоҡто, невроздарҙы, склерозды һ.б. дауалай. Дерматит, дерматоз, экзема, псориаз, себорея кеүек тире ауырыуҙары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ауырыуҙары, артриттар, остеохондроз, умыртҡа бағанаһының башҡа ауырыуҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре, мәҫәлән, гипертония, йөрәктең ишемик ауырыуы, веналарҙың киңәйеүенән бындай ванналар бик шифалы. Өфөлә йәшәүселәр шифаханаға килеп, был ванналарҙы курс менән дә ҡабул итә ала.
Тағы бер тәбиғи һыу сығанағы - "Нурлы" тип аталған эсә торған минераль һыу ашҡаҙан-эсәк, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарынан файҙалы. Бынан тыш, ылыҫлы, йодобромлы, скипидар, эвкалипт һәм башҡа төрлө ванналар, циркуляр душ, һыу аҫты душы, һыу аҫтында умыртҡа бағанаһын һуҙыу кеүек дауалар ҙа үҙен аҡлай.

Дауалау-диагностика комплексы белгестәре спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендә лә әүҙем эшләй. Физик күнекмәләр шулай уҡ сәләмәтлек сығанағымы?
- Көндө ябай ғына зарядканан башлау ҙа уны күпкә һөҙөмтәлерәк итә. Беҙ шул рәүешле тәнебеҙҙең һомғоллоғон һаҡлап ҡалабыҙ, эске ағзаларҙың әүҙемлеген, матдәләр алышыныуҙы яҡшыртабыҙ. Шуға ла шифаханала спорт ярыштары, волейбол, өҫтәл теннисы, мини-футбол, бадминтон һәм баскетбол уйындары үткәреү өсөн ҡулайлашҡан төрлө функциялы ябыҡ майҙансыҡтан тыш, һауыҡтырыу йүнәлешендә ҙур эшмәкәрлек алып барыла. Мускулдарҙы нығытыу һәм тәнде матурлау өсөн тренажер залы бар. Тренажер залында шөғөлләнеү сыҙамлыҡты арттырып ҡына ҡалмай, тын алыу, ҡан әйләнеше, нервылар системаһы эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Бассейн менән сауна ла күптәрҙең күңеленә хуш киләсәк. Спорт залында һәм бассейнда дауалаусы күнегеүҙәр үткәрелә. Ҡышын каток, саңғы трассаһы эшләй. Спорт инвентарҙарын ҡуртымға алырға була.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Һуңғы йылдарҙа шифаханала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеп ял итеүселәр һаны артҡандан-арта. Ял итеүселәр иғтибарына бөтөн уңайлыҡтары булған бер, ике урынлы номерҙар, люкс номер һәм люкс апартаменттар бар. Китапхана, балалар өсөн майҙансыҡ һәм уйын бүлмәһе, тренажер залы, солярий, оранжерея, ресторан, бар эшләй. Теләүселәр өсөн шифахананың Ял итеү һәм сервис үҙәге дискотека, төрлө бәйгеләр, турнирҙар үткәрә, филармония артистарының концерттары ойошторола. Өфө ҡалаһы буйлап экскурсиялар үткәрелә. Ҡыҫҡаһы, "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында ял итеүселәрҙе ҡабул итеү, сифатлы дауалау, реабилитациялау һәм ял итеү өсөн бөтөн шарттар бар. Шулай уҡ бында конференциялар, семинарҙар, юбилейҙар, тантаналы саралар үткәреү мөмкинлеге бар.
Сәләмәтлек - һәр кеше өсөн иң ҙур байлыҡ. "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре һеҙ һау-сәләмәт булһын өсөн бар тырышлығын һалып эшләй һәм, һәр көнгә ҡыуанып, ауырыу-һыҙланыуһыҙ йәшәү үҙе бәхет икәнен онотмағыҙ, тип тә иҫкәртә.

"Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының адресы:
Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/5. Тел.: (347) 252-63-20,
факс: (347) 252-70-77. Күп каналлы телефон: 8-800-200-21-90.
E-mail: bron-on-line@mail.ru, www.green-kurort.ru

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1736

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru