«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЙЕҮҘӘРЕМ МЕНӘН ХАЛҠЫМДЫҢ РУХЫН КҮТӘРӘЙЕМ, ТИМ
+  - 

Риф ҒӘБИТОВ Бейеү - ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын. Донъялағы сәхнә ҡалыптарынан тайпылып, бейеү ябай тамашасыға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ихлас булһын һәм, иң мөһиме, унда халыҡ күңеле сағылһын, тигән оло бурыстар йөкмәгән бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ижады менән үҙенә-үҙе һәйкәл ҡуйған шәхес. "Еҙ үксә", шулай уҡ күптән түгел баш ҡалала үткән "Башҡорт йөрәге" I Төбәк-ара башҡорт бейеүе фестивалендә күрһәтелгән "Тархандар" бейеүе генә лә был фекерҙең хаҡлығын раҫлай. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Риф ҒӘБИТОВ менән әңгәмәбеҙ башҡорт бейеүе өсөн мөһим ваҡиғаларҙың береһе булған ошо фестиваль һәм, ғөмүмән, бейеү тураһында булыр.

"Башҡорт йөрәге"

Үткән быуаттың 90-сы йылдар башына тиклем республикала бер генә профессиональ бейеү коллективы - Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академик ансамбле булды. Әлеге мәлдә иһә алты профессиональ бейеү ансамбле бар, уларҙың барыһы ла тиерлек илдәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң барлыҡҡа килгәйне. Тимәк, беҙгә хәҙер үҙ-ара ярышыу, уңыштар менән уртаҡлашыу өсөн бер майҙанға йыйылырға ла була. Ошолар тураһында уйлаштыҡ та, "Башҡорт йөрәге" тип аталған фестиваль ойошторорға дәрт иттек. Әлбиттә, коллективтар араһында бәйге үткәреү мөмкин түгел, сөнки уларҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы, шуға ла бер таҡтаға ҡуйып, баһаларға ярамай. Шуға ла сара өсөн фестиваль йүнәлешен һайланыҡ. Уның директоры - Филүс Хәсән улы Ҡаҙаҡбаев, мин проект авторы. Республикала мәҙәниәт өлкәһендә Президент гранты булмаһа, был фестиваль ҡасан тормошҡа ашыр ине, белмәйем. Бейеү сәнғәте шулай уҡ ҙур сығымдар талап итә торған жанр. Әйтәйек, әлеге ваҡытта ун парға костюм тектереү өсөн кәмендә ярты миллион һум аҡса кәрәк. Ошо грант һөҙөмтәһендә ҡайһы бер ансамблдәргә матди ярҙам да күрһәтә алдыҡ.
Фестивалдә Өфө ҡалаһынан "Мираҫ" ансамбле, Учалынан "Уралтау", Нефтекаманан "Түңгәүер", Стәрлетамаҡтан "Бейеү театры", "Сибай" ансамбленән тыш, Ҡаҙағстандан һәм Марий Эл Республикаһынан коллективтар ҡатнашты. Беҙ уларға "Беҙҙеңсә бейегеҙ!" тигән талап ҡуймайбыҙ. Бер милләт тә икенсе милләттең халыҡ бейеүен бар нескәлегендә башҡара алмаясаҡ барыбер. Ни өсөн башҡорт коллективтары башҡа халыҡтарҙың бейеүен күпләп башҡара, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Сөнки бөгөн баҙар иҡтисады сәнғәт өлкәһенә лә яҡшы үтеп инде. Тамашасы тарафынан һорау бар икән, бындай бейеүҙәр ҙә буласаҡ. Тик бының менән артыҡ мауығырға ярамай, беҙ урыҫса бейейбеҙ, тип уйлайбыҙ ғына, әммә барыбер ул кимәлдә бейей алмайбыҙ. Шулай ҙа халыҡ ансамблдәре репертуарының төп өлөшөн башҡорт бейеүҙәре алып торорға тейеш. Беҙҙә бит бейей белмәгән бер кеше лә юҡ. Ҡан хәтере бар, кемде генә төртөп төшөрмә, бейей ҙә китә. Халыҡ бейеүҙе ныҡ ярата, шуға ла беҙҙең халыҡ өсөн был фестиваль һис артыҡ булманы. Йыл да грант өмөт итеп булмай, шуға ла фестиваль ике йылға бер тапҡыр булһа ла үткәрелһә ине, быны Мәҙәниәт министрлығы үҙ ҡанаты аҫтына алһа ине, тигән уйҙа һәм хыялда йәшәйбеҙ.

Рухты көй оноттормай

Башҡорт бейеү сәнғәтендә яңы бейеүҙәр юҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Беренсе фестивалдә милли бейеү сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән һәр балетмейстерҙы күрһәтәйек, тип, программа төҙөй башлағас, бының бөтөнләй хата фекер булыуы асыҡланды. Шуға ла ҡайһы бер бейеүҙәр гала-концертҡа эләгә лә алманы, сөнки ваҡыт яғынан быны эшләүе мөмкин түгел ине. Киләһе фестивалдәрҙә уларҙың хеҙмәттәрен күрһәтә алырбыҙ, тип ышанам. Яңы бейеүҙәр барлыҡҡа килеүендә, һис шикһеҙ, "Байыҡ" телевизион бәйгеһенең дә өлөшө бар. Уны башлап үткәрергә ярҙам итеп йөрөүселәрҙең береһе булараҡ, был бәйгенең мөһимлеген дә беләм. Үҙешмәкәр сәнғәткә төбәлгән был сараның халыҡ араһында рейтингы ла юғары. Киләсәктә "Башҡорт йөрәге" фестивале менән улар бер-береһен тулыландырып торор, тип ышанам.
Ғөмүмән, башҡорт бейеүенә булған иғтибарҙы иҫәпкә алһаң, ул бер кемде лә битараф ҡалдырмай икәненә төшөнәһең. Дәғүә белдереүселәр, хәрәкәттәр дөрөҫ түгел, тегеһе, быныһы етешмәй, тиеүселәр ҙә бар. Ағып ятҡан һыуҙы болғандырып ебәрһәң, ул, бара биргәс, үҙенән-үҙе таҙарынған кеүек, ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер хаҡлы булмаған фекерҙәрҙән башҡорт бейеүе ҡотола бара. Бейеүҙәрҙән халыҡсанлыҡ юғала, тиеү менән дә килешмәҫ инем. Эйе, заман башҡа - заң башҡа, бөгөн күп милли коллективтар үҙ асылыбыҙҙан тайпылмаҫбыҙмы, тигән борсолоу кисерә. Заман менән бергә тамашасы ла үҙгәрә, ул сит илдәргә сығып, ундағы сәнғәт өлгөләрен, бөтөн донъя ҡаҙаныштарын күрә йә уларҙы интернет селтәрҙәре аша ҡарай. Башҡорт бейеүе уларҙың кимәленән түбән була алмай. Әммә милли ерлек, халыҡсанлыҡ юғалыр, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Бейеүҙә мөһим урынды музыка алып тора, ул милли рух, милли колорит бирә. Шуға ла мин, мәҫәлән, бейеүҙәремде тик башҡорт халыҡ көйҙәренә һалам. Халыҡ көйҙәре ситкә тайпылып китергә юл ҡуймай. Уйланғанығыҙ юҡмы: халыҡ, моғайын, киләсәк быуындар рухты, миллилекте һаҡлаһын өсөн көй ижад иткәндер ул. Был көйҙәрҙә беҙҙең булмышыбыҙ программалаштырылған. Эйе, беҙҙең иң яҡшы композиторыбыҙ - халыҡ. Заман композиторҙары "Урал", "Буранбай" кеүек мәшһүр көйҙәр ижад итә алмай әле, ти торғайны Заһир ағай Исмәғилев. Шулай уҡ башҡорт халыҡ көйҙәренең потенциалын тулыһынса аса алған бейеүҙәр ҙә юҡ әлегә.
Бейеүгә ниндәйҙер яңы хәрәкәт килеп инеүҙе лә насар тимәҫ инем. "Еҙ үксә"лә 12 төрлө дроб ҡулландым, әммә уларҙың барыһының да нигеҙендә башҡорт тыпырлауы ята. Башҡорт - тәбиғәт балаһы, йөрәгенә ҡош тауышын да, япраҡтар ҡыштырлауын да, ҡылғандар сайҡалыуын да һеңдергән, тик сәнғәтебеҙ халыҡтың көнкүреше менән дә тығыҙ бәйле, бейеүҙәрҙә ат сабышы ла ишетелеп ҡала. Был турала ғалимә, тарихсы-этнограф Лидиә Нагаева ла үҙенең китабында яҙа. Халыҡ ижады тигәс тә, ул бит музей экспонаты түгел, ә тере организм, ул үҫергә, хәрәкәт итергә, халыҡ менән бергә үҙгәрергә лә тейеш.

Ҡыҙҙар сая булһын

Мин ир-егеттәр өсөн бейеү ҡуйыусы балетмейстер булып танылғанмын. Халҡымдың тарихын, фольклорын, легендаларын, әкиәттәрен беләм, хореограф булараҡ, улар аша күңелемдә бейеүҙәге ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ образының өлгөһө мотлаҡ бар. Уларҙа бөтөн йыйылма геройҙарҙың иң яҡшы һыҙаттарын сәхнәләштерәһең, сөнки был бейеүҙәрҙе башҡорттар ғына ҡарамай. Ситтәр һоҡланып, башҡорттар үҙ милләте өсөн ғорурланып ҡарарлыҡ образ булырға тейеш. Әгәр ҙә сәнғәтте тәрбиәләүсе сара итеп ҡарайбыҙ икән, төрлө яҡҡа һибелеп йәшәгән башҡорттар, концерттан һуң килеп, күкрәктәрем киңәйеп китте, тип әйтә икән, был образдар башҡорттоң асылына тап килә, тимәк.
Бәлки, һүҙ менән килештереп әйтә алмаҫмын, ир-егет ғорур, ысын ир булырға, йәғни, халыҡтың, ғаиләнең терәге, яҡшы атай, ул булырға, күҙендә моң һәм мәғәнә булырға тейеш. Күҙҙәрҙә бөтөн нәмә күренә, шуға ла бейеүҙәрҙә күҙ ҡарашына ҙур иғтибар бирәм. Костюмда иһә халыҡтың бөтөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте, байлығы сағылыуы шарт. Ҡыҙҙар ҙа ҡыйыу, ғорур минең бейеүҙәремдә. Фәйзи Ғәскәровтың "Ете ҡыҙы"ындағы кеүек баҫалҡы, хисле, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙарға ҡарашым икенсерәк. Баҫалҡылыҡ, йыуашлыҡ сәхнәлә генә түгел, донъя көткәндә лә ҡамасау итеүе бар. Сөнки баҫалҡылыҡ - ҡатын-ҡыҙ өсөн бик нәфис сифат та ул, тик бөгөнгө көндә баҫалҡы булһаң, башҡалар һине баҫып китәсәк. Ҡыйыулыҡҡа нығыраҡ баҫым яһайым, башҡорт ҡыҙҙары миндә бөтәһе лә хан ҡыҙҙары, саялар - хореограф булараҡ, эстетик ҡарашым шулай.
Ир-ат бейеүе тәьҫирлерәк, быныһы ир-егеттең тәбиғәте менән бәйле. Ул таяныс, һаҡсы, яугир, шуға образдары ла сағыуыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге роле бәләкәй түгел, тап улар геройҙарҙы, яугирҙарҙы тәрбиәләй, әммә күҙгә күренеп бармайҙар. Был күренеш бөтөн милләт бейеүҙәрендә лә шулай. Чечендарҙы ғына алып ҡарайыҡ, сәхнәлә уларҙың егеттәре ут сәсеп тора, ҡатын-ҡыҙҙары, баштарын текә тотоп, һалмаҡ ҡына йөрөй. Айсбергтың һыу аҫтындағы өлөшө ул ҡатын-ҡыҙ, ул ир-егетте күтәреп тора, әммә үҙе быны күрһәтергә маташып, артыҡ сәбәләнмәй. Унан һуң, сәхнәлә лә, тормошта ла ҡатын-ҡыҙға киҫкен хәрәкәттәр килешмәй, физик яҡтан Хоҙай уны шулай яралтҡан.
Ир-егеттәр бейеүенә килгәндә, мине ҡулдарҙы артыҡ өҫкә күтәреүҙә, был хәрәкәттең башҡортса булмауында ла ғәйепләгәндәре булды. Бейеүҙәрҙә ҡулдарҙы күтәрәм икән, мин бының менән халҡымдың рухын күтәргем килә. Ысынлап та, аҫҡа һәленеп төшкән ҡул менән халҡыңды күтәреп буламы икән? Ана, кавказдар, бер ҙә өҫкә күтәрелгән ҡулдарын линейка менән сантиметрлап үлсәп тормай. Уларҙың халыҡтары элек бер ҡасан да аяҡ бармағы осонда бейемәгән. Был хәрәкәт халыҡ араһында осраған ул, матур булғаны өсөн балетмейстерҙар уны киң ҡулланылышҡа индереп ебәргән. Хәҙер, әрмәндәрҙән тыш, бөтөн Кавказ халыҡтары ҡуллана был алымды. Бөгөн чечендар менән грузиндар был алымдың авторлығы мәсьәләһендә бәхәс алып бара. Тау халыҡтарында элек ҡулды күтәреп бейеү ҙә булмаған. Был алым халыҡтың рухын күтәреү ихтыяжынан килеп сыҡҡан. Ҡулды күтәрәм, тимәк, өҫкәрәк, юғарыраҡ ынтылам, ҡул артынан күкрәк, бөтөн кәүҙә күтәрелә.

Хореограф тарихсы түгел

Совет осоронда өлкән ағайыбыҙ - урыҫ халҡынан өҫтөн була алмай инек, шуға ла тарихыбыҙҙың күп биттәре баҫылыбыраҡ ятты. Хәҙерге көндә милли билдәләнеш буйынса тарихсылар ҙа, археологтар ҙа ҡыйыу фекерҙәр әйтә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта ысынбарлыҡта булмаған хәлдә лә, хореографтар өсөн ем була ала, ҡыҙыҡлы шәхесме, ваҡиғамы, беҙ уны сәхнәгә сығара алабыҙ. Бейеү - ул сәнғәт, ул тарихты һүҙмә-һүҙ ҡабатламаһа ла була. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың бүреләрҙән килеп сығыуы тураһында боронғо бер легенда бар. Бүре минең өсөн халҡымдың боронғолоғона ишара итеп тороусы мифологик йәнлек. Шуға ла бейеүҙә уны ҡулланыу бик уңышлы тип уйлайым. Унан һуң, бөтөн тамашасы ла тарих, фольклор менән таныш булмауы ихтимал, бейеүҙәр аша ул да үҙенә ниндәйҙер кимәлдә мәғлүмәт ала. Йәки Йәүҙәт Бикбирҙиндың "Генерал Игзаков" бейеүен алығыҙ. Тарихсылар ысынбарлыҡта уның генерал түгел, ә кантон башлығы булыуын дәлилләй. Әммә был хореографҡа бейеү ҡуйыуға ҡамасауламаған. Бынамын тигән бейеү килеп сыҡҡан, уны бөгөн күп бейеүселәр ҙә, балалар ҙа яратып бейей.

"Тархандар"

Ҡулыма Әнүәр Әсфәндийәровтың "Башҡорт тархандары" тигән китабы килеп эләккәс, улар тураһында ныҡлап эҙләнә башланым. Милләтебеҙҙә бөтөн ҡатламдар ҙа булған, әммә профессиональ бейеү формалашҡан мәлдә эшсе-хеҙмәтсән халыҡ ҡатламына дан йырлау өҫтөн ҡуйылған, ябай халыҡты күтәреү өсөн геройҙар ҙа улар араһынан булырға тейеш булған. Бөтәһе лә йә һунарсы, йә көтөүсе булмаған бит. Араларында йөҙ, йәки мең кешегә бер лидер ҙа осраған. Бәләкәй генә берләшмәлә лә, ауылда ла башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртеүсе берәү була. Музейҙарҙа ла ябай халыҡтың кейемдәре һаҡланған, ә бейҙәрҙең, тархандарҙың кейемдәре юҡ, сөнки улар ысынлап та күп булмаған. Музейҙа бер кантон башлығының ғына кейеме осрағаны булды, уны бейеүҙәрҙә ҡулланғайным да. Ел, ғәҙәттә, ағас башынан йөрөүсән, берәй яу, башҡа бәлә килгәндә иң тәүҙә улар ҡырылған. Шулай итеп, был ҡатлам хәтерҙәрҙән юйылған. Ошо китапты уҡығас, Алдар батыр Иҫәкәевты иҫкә төшөргәс, уларҙың йәмғиәттәге урынын белгәнгә күрә, тархандар тураһында бейеү ҡуйыу тураһында уйлана башланым.
Был бейеүҙе Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академик ансамбле башҡара. Тамашасыларға ул бик оҡшаған, рух күтәренкелеге, халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙек, тип әйтеүселәр күп булды. Тархандар - улар төрки телле халыҡтарҙа йәмғиәттең иң юғары ҡатламы. Күрһәткән батырлығы, дәүләт эшендәге уңыштары өсөн бирелгән уларға был дәрәжә. Бейеүҙә ошо батырлыҡты, лидерлыҡты күҙ алдына килтерергә хәрәкәттәр ярҙам итә. Үҙ дәрәжәһен белеп, һалмаҡ ҡына бейей улар сәхнәлә. Музыка ла бейеүҙе тулыландырырға ярҙам итә. Халҡыбыҙҙың һәр ырыуының үҙенең дәүләтселек элементтары - тамғаһы, ҡошо, ағасы, ораны булған. Мин башта ошо элементтарҙы ҡулланып, герб эшләргә уйлағайным. Әммә рәссам, башҡорт тарихы, символикаһы менән ҡыҙыҡһыныусы Илдар Шәйәхмәтовҡа мөрәжәғәт иткәс, ул быға ҡаршы булды һәм тамғаларҙы ғына алырға кәңәш итте. Тамғалар - шулай уҡ боронғолоҡ күренеше. Башҡорт тамғалары ябайыраҡ күренһә лә, улар руник яҙмаларға барып тоташа. Ошо ябайлыҡ халҡыбыҙҙың холҡонда әле лә һаҡланып ҡалған бит.
Костюмдар өҫтөндә лә ентекле эшләргә тура килде. Костюмдар традицион булһа ла, затлы заттан булыуын күрһәтеп тора. Тархандың эргәһендә уның аңына, зиһененә торошло ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Санкт-Петербургтың этнографик музейында кәләпүш тигән баш кейеме һаҡлана, ул бейек итеп тегелә, тотош тәңкә менән биҙәлгән. Руденко уны хеҙмәттәрендә бик яҡшы итеп тасуирлай. Бына ошо кәләпүште ҡулландыҡ, был да үҙенә күрә бик уникаль күренеш булды. Ул Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә генә ҡалмаҫ, яңы бейеүҙәрҙә ҡулланылыр, тип уйлайым.
Санкт-Петербург этнографик музейында һаҡланған кәләпүштең ауырлығы - 16 килограмм. Ҡатын-ҡыҙ матур булыу өсөн әллә ниндәй ауырлыҡтарға ла әҙер, быныһына шик юҡ. Әммә был биҙәнеү әйберҙәренең башҡа маҡсаты ла булған. Иң тәүҙә, тәңкәләр яуыз көстәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡлап торорға тейеш булған, күрәһең. Наталья Степанова тигән рәссам фекеренсә, көмөш тәңкәне тишһәң, аҡса берәмеге булараҡ, уның ҡиммәте юғала. Бының менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы, ҡарағыҙ, бына мин күпме байлыҡты биҙәнеү әйберенә әүерелдерә алған хәлле заттанмын, тип әйткән кеүек. Йәғни, биҙәнеү әйберенең байлығына ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге дәрәжәһен, затын да белергә була. Рәссамдың тағы бер версияһы буйынса, бына был кәләпүш - яугирҙарҙың шлемына оҡшаған. Алыҫтан ҡарағанда, ул шлем булып күренә. Борон ирҙәре менән бергә ҡатындар ҙа яуға йөрөгән, шул саҡта кәләпүштәр ялтырап күренеп, яугирҙар һаны икеләтә артыҡ күренгән. Был версияларҙың барыһы ла йәшәргә хаҡлы, тип уйлайым.

Шулай итеп...
Халыҡ бейеүе - ул, ысынлап та, халыҡтың күңеле. Быуаттар төпкөлөндә, милләттең үҙе менән бергә барлыҡҡа килгән бейеүҙең бөгөн дә ихласлығы менән тамашасыларҙа һоҡланыу тойғоһо уята алыуы башҡорт халҡының күңелен саф итеп һаҡлап ҡала алыуының да күрһәткеселер ул. Бесәнсеме, һауынсымы, һунарсымы, генералмы, тарханмы, быныһынан бигерәк, бейеүҙәрҙә ихласлыҡ һәм ябайлыҡ мөһимерәк, тигән фекергә килдек геройыбыҙ менән дә. Ә бейеү өлкәһендә бер көнгә лә туҡтамаған бәхәстәргә килгәндә иһә, республикала әлеге көндә бер түгел, профессиональ ансамблдәр араһында - ике, өлкәндәр һәм балалар араһында "Байыҡ" бәйгеһе үтә, Мәҙәниәт йылында бейеүгә генә арналған әллә күпме саралар ойошторола. Риф Ғәбитовтың фекерҙәре лә күп һорауҙарығыҙға яуап биргәндер, тип ышанабыҙ. Эшең менән халҡыңа зыян килтермәһәң, уның булмышынан ситләшмәһәң, милләт вәкиле булараҡ, үҙ-үҙеңә тоғро ҡала белһәң, халҡыңа ошонан да ҙурыраҡ файҙа килтерә алмайһыңдыр, моғайын.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.14 | Ҡаралған: 1531

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru