«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НӘСҮР ЙӨРӨШБАЕВ: ФЕСТИВАЛГӘ ЫШАНЫСЫМ ҘУР
+  - 

"Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивалдә ҡатнашыусылар араһында "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына күптән таныш булған, Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ Нәсүр Йөрөшбаевтың да исеме бар. Уның яңы ижад емеше - "Атайымдың тауышы" исемле документаль фильм - Ҡаҙанда үткән X Халыҡ-ара Мосолман кинофестивалендә һәм Севастополь ҡалаһында үткән Ю. Озеров исемендәге XII хәрби кино фестивалендә ҡатнашып та өлгөрҙө. Бына хәҙер был фильм беҙҙең тамашасы хөкөмөнә лә сығарыла. Кинофестиваль алдынан режиссер менән интернет аша әңгәмә ҡорҙоҡ.

Нәсүр, һинең үҙең ғәйнә башҡортоһоң. Сығышың - Пермь өлкәһенең Барҙа районы. Ҡазанда уҡынығыҙ, был ҡала менән һеҙҙе күп нәмә бәйләй. Әммә Башҡортостан менән дә ныҡлы бәйләнештәһегеҙ...

- Һаумыһығыҙ, яҡташтарым! Эйе, мин ғәйнә башҡорттары яғынан, беҙҙең яҡтарҙа иң ҙур һаналған Тол йылғаһы буйында урынлашҡан Баҡса-Ауыл тип аталған ауылданмын. Йылға аша Урал тауҙары йәйрәп ята. Ауыл ҡаршыһындағы иң бейек тау Мөкит-Тау тип атала. Кескәй саҡта ул миңә шул тиклем ҙур күренә торғайны, хәҙер инде ул сүккән кеүек... Әллә үҙ ауырлығы баҫты уны, әллә йылға яры күтәрелде. Тик ул гел күркәм, һәм мин беләм - ул мине күрә, мине тоя... Миңә, улылай күреп, өндәшкеһе, иркәләгеһе, аҡыл өйрәткеһе килгән кеүек... Мин ҡайтҡан һайын тау буйына сығып ултырам, күңелем менән уға өндәшеп, аралашам, ул барыһын да аңлай кеүек. Ә инде Башҡортостан иле тураһында мин кескәй саҡтан ишетеп үҫтем. Уның хаҡында миңә олатайым, өләсәйем, атай-әсәйем әкиәт кеүек һөйләй торғайны. Атайым ғүмере буйы ат тотто. Колхоз заманында ат тоторға ярамай ине, әммә атайым колхоз атын үҙендә аҫыраны. Колхоз рәйесе уға рөхсәт итте - ни тиһәң дә, ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Оло ағайҙарым - Зәрифйән менән Әнүәр - был донъянан иртә китте. Алты бала ҡалдыҡ. Йортобоҙ геүләп торҙо. Атайым шул атына атлана ла, Өфөгә тауар алырға сығып китә ине. Улар бер каруан булып, урман аша сығып китер ине. Ҡайта ла, миңә Башҡортостан тураһында һөйләй... Халҡы шундай матур, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙары... Ҡымыҙ эсәләр, ҡурай уйнайҙар, икһеҙ-сикһеҙ дала йәйрәп ята... Атайымдың һөйләүенән генә ҡурай моңона ғашиҡ булдым. Ә сикһеҙ даланы бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмайым...
Пермь яҡтарында йәшәүселәр, ғәҙәттә, Ҡаҙанға уҡырға китәләр ине. Мин дә шунда юлландым, тик университет тамамлау менән Башҡортостанға аспирантураға барам, тигән ниәтем бар ине. Хатта беҙҙең декандар алдан һөйләшеп тә ҡуйғайны. Әммә яҙмыш елдәре, йәшлек һәм мөхәббәт елдәре мине Германия яғына алып китте... Бына инде 26 йыл Германияла йәшәйем. Демократик көнсығыш Германияның капиталистик Германияға әйләнгән осорон үҙ йөрәгем аша үткәрҙем. Хәҙер инде документаль фильмдар төшөрәм, проза һәм йырҙар яҙам...
"Атайым тауышы" фильмы Беренсе донъя һуғышы хаҡында. Йөҙ йыл элек Германияла тотҡонда булған татар менән башҡорттарҙың тауыштарын - һөйләштәрен, йырҙарын яҙып алыр булғандар. Был уникаль яҙмаларҙы мин Лейпциг һәм Берлин архивтарында күптән тапҡайным. Иң тәүге фильмды Башҡортостанда эшләргә уйлағайным, тик килеп сыҡманы...

Нәсүр, минең был тарихҡа тура ҡағылышым бар. Һөйләп китәйем. Был сенсация хаҡында беренсе булып "Киске Өфө" гәзите биттәрендә һөйләгәйнек, хәтереңдәлер? Киностудия, аҡса юҡ, тип баш тартҡас, милләтебеҙҙең күренекле шәхестәре - Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Әнүәр Әсфәндийәров, Марат Ҡолшәрипов һәм башҡалар хөкүмәткә яҙған хатыбыҙға ҡултамға ҡуйҙы. Бына шул саҡта беҙҙең сенсацион фильм эшләргә мөмкинлек бар ине лә бит... Әммә беҙгә ярҙам ҡулы һуҙыусы булманы...

- Эйе, хәҙер инде был сенсация түгел... Мин тәүҙә китапханала Готхолдь Вайлдең "Татар текстары" тип исемләнгән китабын таптым. Ул саҡта бит татарҙы ла, башҡортто ла, башҡа милләт кешеләрен дә дөйөмләштереп "татар" тип атағандар. Мин шундуҡ ул китапты руссаға тәржемә итергә тотондом. Тотҡонда башҡорт кешеләренең күплеге асыҡланды. 120 000 татар һәм башҡорт тотҡондары араһында, 12 000 тотҡондо Берлин янындағы "Йөҙөм тауы" тип аталған лагерҙа урынлаштырғандар. Шунан ошо китап эҙҙәре буйлап мин йырҙарҙың тауыш яҙмаларын да таптым. Был тауыштарҙы ул замандың яңы технологиялары буйынса тәүҙә балауыҙға яҙҙырғандар, шунан еҙ пластинкаларға баҫҡандар.
Башҡортостанда был турала кино төшөрөү мөмкинлеге булмағас, мин Татарстанда бер тотҡондоң ҡыҙын табып, шул инәйгә атаһының тауышын тыңлаттым.

Быйыл Беренсе донъя һуғышына - йөҙ йыл. Уны беҙҙең илдә "билдәһеҙ һуғыш" тип йөрөттөләр, һәм ул саҡтағы ваҡиғаларҙы асып биреү өсөн бик күп саралар үткәрелде...

- Шулай ҙа әлегә мәғлүмәткә ҡарағанда һорауҙар күберәк. Йәштәр был һуғыш хаҡында бик аҙ белә. Ә бит үҙ илен, Рәсәйен һаҡларға тип киткән меңәрләгән кеше һуғыш яланында ятып ҡалған. Араларында яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Был йәһәттән мин журналист булараҡ та, кинодокументалист булараҡ та һөйләйем. Башҡортостанда ла был темаға кино төшөрөрмөн, тигән ниәтем һүрелмәне. "Башҡортостан" киностудияһы ярҙамында "Ағалы-энеле икәү" тигән фильм проектын икенсе йылға тормошҡа атҡарырбыҙ, тип уйлайым.

"Башҡортостан" киностудияһы менән бәйләнешегеҙ күптән. "Сена буйында ҡурай моңо" тигән фильмды ҙур ҡыйынлыҡтар менән булһа ла эшләнегеҙ. Йылдар үткәс, беҙ был фильмға бик матур презентация үткәрҙек. 1812-1814 йылдар ваҡиғаларын, башҡорт полктары ҡаһарманлығын яҡтыртҡан был фильмды Саксония телевиденияһынан әллә нисәмә тапҡыр күрһәттеләр, хатта телемост үткәргәндәр. Ирек Байышев менән Лейпцигта мемориал ташы ҡуйыу ҙа - һеҙҙең хеҙмәт, ә инде Гете музейында Гетеның Эккерманға яҙған хатын табыу - ул ҡиммәтле архив документы... Әйткәндәй, һеҙ беҙҙең "Беренсе атлы башҡорт полкы" һәм "Өфө пехота полкы" хәрби-патриотик клубтары менән тығыҙ бәйләнештәһегеҙ...

- Быйыл "Халыҡтар яуы" тип аталған реконструкцияла ҡатнашып, хатта аяҡ бармағымды һындырҙым... Бик күңелле, олонан-оло сара булды. Әлбиттә, Илдар Шәйәхмәтов, Рәмил Рәхимовтар минең күптәнге дуҫтарым. Хәҙер инде Рафаэль Амантаев, Азат Хужин, Мәхмүт Сәлимовтар менән дә дуҫлаштым. Ошондай илһөйәр егеттәребеҙ булғанда, халҡыбыҙ тарихына ла ҡараш икенсе.
...Германияның бәләкәй генә музейына барып инһәм - башҡорт уҡтары ята. Был хаҡта ла тәүге булып "Киске Өфө" яҙып сыҡты. Бер заман велосипедта урман буйлап сәйәхәткә сыҡтым. Бер тау битендә башҡорт уғын таптым... Яҙмыш миңә үҙе үк ошондай тарихи "бүләктәр" биреп тора!

Бөйөк Ватан һуғышы... Заманында һин Әмир Тойғондоң М. Шайморатов һәм 112-се атлы дивизия хаҡында төшөрөлгән "Еңеү сапҡынсылары" фильмына Германияла байтаҡ ҡыҙыҡлы архив материалдары таптың. Айырыуса фашистарҙың башҡорт атлыларының кейемен кейеп, ҡылыстарын тотоп, ҡыланып фотоға төшөүе тетрәндерҙе... Был һуғыш темаһы ла һине ныҡ ҡыҙыҡһындыра...

- Әлбиттә. Әлеге ваҡытта "Башҡортостан" киностудияһында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, фильм эшләйбеҙ. Ул да тотҡондар хаҡында. Элек был теманы хупламанылар, шуға ла уның байтаҡ яҡтары билдәһеҙ. Тотҡондар темаһын асыу - беҙҙең бурыс. Рәсәйҙә был теманың хәҙер инде асыҡ булыуы - толерантлыҡ билдәһе. Тотҡондар ҙа бит һуғыш тарихы, улар ҙа - илебеҙ кешеләре. Фильмыбыҙ ике ветеран хаҡында. Өфөлә йәшәүсе ветераныбыҙ ете лагерҙы үткән, әммә рухын һындыра алмағандар. Туҡһан биш йәшендә ул һаман да ихлас, теремек. Икенсе ветеран - Уралда лагерҙа булған немец тотҡоно...

Бындай кимәлдәге кинофестиваль - беҙҙең республикабыҙ өсөн тәүге тәжрибә. Һинең фестивалгә теләктәрең...

- Был ҡарлуғастың осошо бик юғары булыр, тип ышанам. Ул, моғайын, халыҡтар, илдәр, республикалар араһында бәйләнештәр нығытыусы, бер-береһенең мәҙәниәтен яҡынлаштырыусы күпер булыр. Бындай саралар - киләсәккә ҙур инвестиция. Республиканың дәүләт етәкселәренең быны аңлауы - минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Азамат Хужахмәтов етәкләгән был кинофестивалгә ҙур уңыштар теләйем!..

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Конкурстағы документаль фильмдар күрһәтмәһе Нәсүр Йөрөшбаевтың "Атайымдың тауышы" фильмы менән башлана (27 ноябрь, "Родина" кинотеатры, 09.00). Бар тамашасыларыбыҙҙы "Родина" кинотеатрында һәм Актерҙар йортонда үткән кинокүрһәтмәләрҙә көтөп ҡалабыҙ. Инеү бушлай. Оҡшаған фильм өсөн тауыш биреп, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһын билдәләүгә булышлыҡ итерһегеҙ, тип ышанып ҡалабыҙ.


Зөһрә БУРАҠАЕВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.14 | Ҡаралған: 1764

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru