«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ЭСКЕСЕ ЛӘ БАЛАҺЫ НӘФРӘТЕНӘН ҠОТОЛА АЛМАЙ
+  - 

Гәзит биттәрендә айыҡ тормошта йәшәгән, бер ҡасан да алкоголь ҡулланмаған, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барған кешеләр менән әңгәмәләр йыш баҫыла. Ләкин ҡасандыр эскелек һаҙлығына батып, тормош мәғәнәһен юғалтып, үлемдән саҡ тороп ҡалып, бөгөнгө көндә айыҡ йәшәү өсөн һәр көнөн көрәшеп үткәргәндәр тураһында һирәк ишетәбеҙ. Был зәхмәттең ни тиклем ҡурҡыныс булыуын, алкоголдең кешене ниндәй сүрәткә индереүен шәхси өлгөһөндә белгән, татыған кешенең әрнеү, һағыш менән тулы, үҙ-үҙенә булған нәфрәт, яҡындарынан ғәфү үтенеү теләге менән һуғарылған һөйләгәндәрен тыңлау күптәргә ғибрәт булыр. Һүҙҙе үҙен ҒӘЛИМӘ тип яҙыуҙы һораған апайға бирәбеҙ.

- Бөгөнгө көндә алкоголгә ҡағылған һәр бер мәғлүмәттән минең күңелдә нәфрәт уяна, йөрәгем нығыраҡ тибә башлай, ҡолағымды ҡаплап, мейемде тимер ҡоршау менән уратып алып, бар донъянан бикләнгем килә. Мине һыра, араҡы һәм башҡа төрлө алкоголь эсемлектәрҙе рекламалаған һәр һүҙ, һәр яҙыу сығырымдан сығара. Һыра эшләп сығарыусы һәм уны төрлө ысулдар менән йәмғиәткә - олоһона һәм йәшенә, ир-егеткә һәм ҡатын-ҡыҙға, үҫмерҙәргә һәм хатта балаларға - таратҡан кешеләрҙең барыһын да бер рәткә теҙеп атып йыҡҡым килә. Подъезда йәки урамда һыра эсеүсе йәштәрҙе күрһәм, уларҙы ниндәй киләсәк көтәсәген һөйләп аңлатҡым, йәмғиәттең был проблемаға булған битарафлығынан ҡысҡырып илағым килә.
Ни өсөн? Ни өсөн быларҙың барыһы ла миңә ныҡ тәьҫир итә? Сөнки мин үҙем - элекке эскесе. Элекке эскеселәрҙең булыуына ышанмайым, шуға күрә үҙемде һәм алкоголдән баш тартҡандарҙы "һауығырға тырышыусы эскеселәр" тип йөрөтәм. Беҙ ғүмеребеҙҙең ахырынаса ошо зәхмәттән йүнәлергә тырышып йәшәйәсәкбеҙ, ошо ҡурҡыныс афәттең эҙемтәләренән ҡотолорға ынтыласаҡбыҙ.
Берәү ҙә эскесе булып тыумай. Мин дә бәхетле ғаиләлә, атай-әсәй наҙына төрөнөп буй еткерҙем, белем алдым, тормош ҡорҙом, өс балаға ғүмер бирҙем. Ләкин араҡы арҡаһында бәхетле тормошома үҙем төкөрөп, ғүмерлек йөрәк яраһы алдым. Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе күрә алһаҡ икән! Әгәр ҙә әле бына кемгәлер үпкәләү тойғоһонан йәки ниндәйҙер кәмселек комплексынан һыра шешәһе артына йәшеренеүсе ҡыҙ йылдар үткәс үҙенең бысраҡ иҙәндә, буш шешәләр араһында, ҡоҫҡолоҡ һәм бәүеленә буталып ятыуын күрһә икән! Әгәр ҙә компаниянан айырылмаҫ өсөн генә рюмка күтәргән, дуҫтарының күңелен ҡырмаҫ өсөн генә һыра эскән йәки байрамдарҙа ғына ҡырын тейәгән егет егерме-утыҙ йылдан үҙенең эскелек элмәгендә эленеп тороуын күрһә икән! Әгәр ҙә урта йәштәрҙәге, юғары белемле, ҙур ғына урын биләп эшләүсе ханым киләсәккә барып ҡайтыу мөмкинлеге алып, үҙенең "мәҙәни" эсеүенән ниндәй хәлгә төшөүен күрһә икән! Уларҙың барыһы ла алкоголдән тағундан (чума) ҡасҡан ише ҡасырҙар ине. Ләкин бындай мөмкинлек юҡ. Берәү ҙә үҙенең киләсәген һәм унда уны нимә көткәнлеген белә алмай...
Һәм ул эсә. Башта аҙна аҙағында - эшендә, тора-бара стрестан йәки ниндәйҙер күңелһеҙ хәлде онотоу маҡсатынан- өйҙә, айына бер - ҡунаҡта эсә. Артабан байрамдар һаны арта, эсеү өсөн сәбәптәр ҙә табылып ҡына тора. Мин дә ошо юлды үттем. Ҡупшылап, "мәҙәни эсеү" тип йөрөтөлгән осорҙан сүп-сар һауытында эсеп бөтөлмәгән һыра эҙләүгә тиклем барып еттем. Башта барыһын да контролдә тотҡан һымаҡ инем, ләкин нисек итеп араҡы ҡолона әйләнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Был ваҡытҡа инде алкоголдән айырылыуҙан ныҡ ҡурҡтым. Унһыҙ йәшәп була икәнлегенә ышанманым. Әҙме-күпме спирты булған шыйыҡсаны эсмәгән көндәр миңә буш һәм мәғәнәһеҙ тойола ине. Кемдеңдер мине ошондай хәлдә күреүенән тартыныу тойғоһо, оялыу бөтөнләй булманы, сөнки араҡы менән тупаҫланған мейегә барыбер ине. Ә кемдән оялырға? Үҙең кеүек үк эскеселәрҙәнме ни? Урамда осраған таныштарҙан ҡасырға, улар күҙенә салынмаҫҡа тырыштым. Әгәр ҙә ҡасып ҡалыу мөмкинлеге булмаһа, алдан уҡ агрессив төҫ алып, уларҙы урап үттем йәки меҫкен ҡиәфәт менән ҡаршыларына сыҡтым. Дөрөҫөн әйткәндә, тора-бара минең менән осрашырға теләүселәр ҙә ҡалманы. Мине күреү менән үҙҙәре үк урамдың икенсе яғына сығырҙар ине. Уларҙы ғәйепләмәйем һәм бер һүҙ ҙә әйтмәйем. Һәм ғүмерем бөткәнсе әйтмәйәсәкмен...
Эскелек - шешкән йөҙ, һаҫыҡ еҫтәр, эт йәшәмәҫ шарттарҙа көн күреү һәм башҡа "матур"лыҡтар менән үрелеп килеүсе һәм кешене бик тиҙ ялмап алыусы ҡот осҡос ауырыу икәнлеге хаҡында уйлап та ҡараманым. Ә уйларға кәрәк ине. Ҡулыма беренсе рюмканы алған саҡта уҡ. Ләкин тәүҙә барыһы ла һәйбәт кеүек ине. Дуҫтар менән йыйылып, ниндәйҙер байрамды билдәләгәндең икенсе көнөндә үҙебеҙҙең ҡайһы бер мәлдәрҙе иҫләмәҫлек хәлгә еткәнсе эсеүебеҙҙе һөйләп көлә инек. Шунда уҡ үҙебеҙҙең эскеселәр рәтенә баҫҡанлығыбыҙҙы аңларға кәрәк булған да бит. Эйе, ул ваҡытта ҡойма төбөндә аунап ятмай инек әле. Ләкин барыһы ла алда булған. Шуға күрә, кем дә кем үҙенең тормошонда ошондай бер-ике ваҡиғаны иҫләй, тимәк ул - эскесе. Әлбиттә, ошо урында бик күптәр минең һүҙҙәргә йә көлөп ҡарар, йә асыуланыр. Берәү ҙә бындай осраҡтарҙы киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған хәл-ваҡиға итеп ҡарамай. Үҙенең әлеге ваҡытта уҡ ауырыу икәнлеген танырға теләмәй. Ул үҙен "Барыһы ла эсә лә инде", тип йыуата, "Кәрәк булһа, шунда уҡ алкоголдән баш тартасаҡмын" тип ышандыра, "Минең менән барыһы ла һәйбәт буласаҡ" тип өмөтләнә. Ләкин күптәр, бик күптәр, был тоҙаҡтан ысҡына алмай һәм яҡындарының ҡайғыһына, оятына әйләнә. Яҡындары эскән атаһына, әсәһенә, балаһына ҡул һелтәмәй, үҙҙәренең тормошон ҡорбан итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға, кеше ҡиәфәтенә ҡайтарырға, эскелектән арындырырға тырыша. Тәүҙә улар уның алдаған һүҙҙәренә ышана, йәлләй, хәлен еңеләйтергә тырыша, ләкин ваҡыт үтеү менән был тойғолар нәфрәткә әйләнә.
Был бигерәк тә атай-әсәй һәм балалар миҫалында асыҡ күренә. Әлегә тиклем бер эскесе лә балаһының нәфрәтенән ҡасып ҡотолғаны юҡ. Ләкин эскесе һәр ваҡыт үҙенә аҡлау таба. Ул һәр дөрөҫлөккә күҙ йомоп ҡарай, балаһының, яҡындарының күңел һыҙланыуҙарына төкөрөп бирә. Шуға ла илау-һыҡтау, ниндәйҙер ҡурҡытыуҙар ярҙамында кешене эскелектән биҙҙереп була, тип уйлау хата. Мейеһе асылып торған бик һирәк минуттарҙа ул барыһын да аңлағандай, ләкин ышанмағыҙ, әгәр ҙә үҙенең теләге булмаһа, ул араҡынан баш тартмаясаҡ...

Эскесегә генә хас билдәләр бар

-Эсә башлауҙан һуң бер-нисә йыл үтеүгә, ҡул ҡалтырауы килә. Унан һуң биттең шешмәкләнеүе үҙенең урынын ала. Һыранан имәнес ҡорһаҡ барлыҡҡа килә. Тәндән ҡоҫҡолоҡ еҫе аңҡый башлай. Былар - ҡотолғоһоҙ билдәләр. -Алкоголь көтә белә. Тағы ла күпмелер ваҡыт үтеүгә, нервылар системаһы ҡаҡшай. Йоҡо менән бәйле проблемалар килеп тыуа. Шулай уҡ ваҡыты-ваҡыты менән контролдә тотоп булмаған агрессия өйәнәгенән йәки, киреһенсә, идара итә алмаҫлыҡ илаусанлыҡтан яфа сигеү башлана.
-Көндән-көн үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тураһындағы уйҙар мейеңде йышыраҡ быраулай. Эргәңдәге эскесе дуҫтарыңдың көн дә береһенең үлемен күреп,ваҡыты менән төшөнкөлөккә бирелеү, ҡасан да булһа үҙеңдең дә ошондай уҡ имәнес хәлдә үлереңде аңлауҙан ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә, ләкин сираттағы рюмка уны тиҙ үк юйып ташлай. -Ваҡыт үтә тора, эскелек һаҙлығының төбөнә тәгәрәүҙе дауам итәһең. Берҙән-бер көндө бөтөнләй ят кешеләр урам буйлап мәғәнәһеҙ һөйләнеп йөрөүеңдән ҡурҡып ҡаса. Ләкин был мәғәнәһеҙлекте иҫләмәгәс, оялыу тойғоһо булмай. -Был ваҡытҡа эсеүеңде бер кемдән дә йәшермәй башлайһың. Ҡайҙа ҡоялар - һин шунда, кем менән эсеүең дә мөһим түгел, бары тик ауыҙға спирты булған шыйыҡлыҡты ғына ҡойорға. Унан һуң инде үҙеңдең ниндәй хәлдә булыуың да, өҫ-башыңдың бысраҡ булыуы ла, урамда балаларҙың ҡурҡып ҡасыуы ла һиңә барыбер була башлай.
-Тора-бара бер көнөң дә рюмкаһыҙ үтмәй. Тәүҙә сәғәтенә бер рюмка, унан рюмка тулыр-тулмаҫ һалып ауыҙға ҡояһың. Күберәк эсергә теләк бар, ләкин организм түҙмәй- әҙ генә эсһәң дә "һүнә" башлайһың. Күҙҙәр ябыҡ булһа ла, һин йоҡламайһың, ләкин башыңды күтәреп, артабан эсергә йәки тороп китергә хәлеңдән килмәй. Ошондай ҡиәфәттә бер аҙ ултырғас, күҙ асыла һәм алда ултырған араҡы ауыҙға оҙатыла. Унан тағы ла 10-15 минутҡа "һүнәһең". "Йоҡо" ваҡытында ауыҙҙан ағып ултырған шайыҡ та, ваҡыты-ваҡыты менән иҙәнгә йәйелгән бәүел дә һине борсомай, сөнки уларҙы күрмәйһең. Күрерлек, аңларлыҡ хәлдә түгелһең. Был хәл көндән-көн, йылдан-йыл ҡабатлана. Был - эскесенең тормошо. Был - минең дә тормошом булды. -Ләкин ҡайһы берҙә барыһын да аптырауға һалып, эсеүҙән шып туҡтайһың. Оҙайлы эсеүҙән арына башлағас, башҡа бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, тип уйлайһың. Минең баштан да үтте былар. Эскән ваҡыттағы ҡылыҡтарым өсөн ныҡ оят була ине. Күпмелер ваҡыт эсмәй торам. Был көндәр ғаиләм өсөн бәхетле ваҡыт булды, сөнки өйҙө таҙартам, айныҡмын, тәмле итеп аштар бешерәм, мейестә тәмлекәстәр өлгөртәм. Ләкин күп тә үтмәй, ныҡ итеп эскем килә башлай. Һәр көн, һәр минут араҡы тураһында ғына уйлайым. Бер көн, ике көн был теләкте еңергә тырышып йәшәйем, тик араҡы көслөрәк булып сыға һәм мин тағы ла шешә ҡосаҡлап аунайым.
-Ошондай мәхшәр тормоштан бер көн килеп тотлоға башланым. Унан беренсе эпилепсик өйәнәк тотто. Ҡурҡышымдан кодировка эшләттем. Был "тегеү" ни бары дүрт айға ғына етте - тағы ла эстем. Өйҙәге әйберҙәрҙе сығарып һатып бөттөм. Бахмурҙан баш сатнағанда күршеләрҙән аҡса һоранып йөрөнөм. Эсеп бөтөлмәгән һыра эҙләп урамдағы берәҙәктәр менән сүп һауыттарын ҡутарҙым. Мине белгәндәр ерәнеп баштарын борҙо, ләкин ул ваҡытта миңә барыбер ине.
Ҡайһы бер яҡындарым минән баш тартты, ә ҡайһылары был хаҡта хыялланды, ләкин ташлап китергә ҡыйманы. Шулай булһа ла, ошо уйҙары өсөн генә лә мин уларҙы хыянатсылар тип йөрөттөм. Ләкин әле генә мин уларҙың үҙҙәрен минән ҡотҡарырға теләүҙәрен аңланым. Көндән-көн, йылдан-йыл мин уларҙың тормошон бөтөргәнмен, аяуһыҙлыҡ һәм иҫәпселлек менән "үлтергәнмен". Минең эсеүем өсөн үҙем түгел, ә улар түләне. Үҙемдең эсеүем менән мин уларҙың тормошон тамуҡҡа әйләндергәнмен, һаулыҡтарын ҡаҡшатҡанмын, рухи яҡтан һындырғанмын. Улар ҙа минең менән бергә ауырыуға әйләнгән.
Ауырыу аяҡтан йыҡмаһа, был мәхшәр тағы күпме дауам итер ине - белмәйем. Берҙән-бер көндө дауаханала күҙемде астым. Эскелек үҙенекен эшләне - өс ай үҫемлек хәлендә ҡыбырлай ҙа, ашай ҙа, һөйләшә лә алмай яттым. Ләкин эскелектән сөрөшкән мейем генә, нисектер, уйлау ҡеүәһен юғалтмағайны. Ошо ваҡытта тормошомдо уйлап, үҙемә булған нәфрәт тойғоһонан үлер хәлгә еттем. Балаларымдың күҙ йәшенең һәр бөртөгө өсөн иң ҡаты язаға дусар булырға әҙер инем. Тормошта иң мөһиме - һаулыҡ, тибеҙ. Ләкин минең кеүек эскелекте үҙ иткәндәргә ҡаты сир был зихмәттән ҡотолоу өсөн берҙән-бер юлдыр ул, сөнки үлем менән йәшәү араһында ҡалғанда ғына яҡты донъяның матурлығын аңларға мөмкин. Миңә эскелектән ҡотолорға нәҡ ауырыу ярҙам итте. Дауаханала уҙғарған өс айым миңә аяҡҡа баҫырға, тормошомдо яңы биттән башларға мөмкинлек бирҙе.
Ғүмерлеккә эскелектән ҡотолоу өсөн һуҙылған рюмканан баш тартыу ғына етмәй, ә тәү сиратта, эске сифаттарың өҫтөндә эшләү талап ителә. Үҙеңдең әлеге ваҡыттағы торошоң хаҡындағы дөрөҫлөктө аңлау, ҡабул итеү һәм уны ҡаты тәнҡитләү генә был ауырыуҙан йүнәлеү өсөн юл аса. Ләкин нәҡ ошо дөрөҫлөктө аңларға тырышыуҙан ҡурҡа һәр эскесе. Кеше буш урында эскесегә әйләнмәй - уның бушаҡ эске үҙәге ошондай хәлгә төшөрә, рухи яҡтан йомшаҡ булыуы эт тормошона алып килә. Шуға күрә, кемдер үҙен ҡулға алып, тормошон яйға һалырға көс таба, кемдер үлеменә табан тәгәрәүен дауам итә. Мин тәүгеләр рәтендә. Артабанғы тормошом күрһәткән ҡара көндәрем өсөн яҡындарымдан ярлыҡау алыу, уларҙың ғәфү итеүен һорауға ҡоролған ғүмер буласаҡ.

Шулай итеп...
Был һүҙҙәрҙән һуң нимәлер өҫтәү кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Һәр кем һығымтаны үҙе эшләр. Ләкин Ғәлимә апайҙың һөйләгәндәренән ғибрәт алып, үҙен эскелектән һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген тапҡандар артһа, тимәк, ул йөрәк яраларын ҡуҙғатып, бушҡа хәбәр һөйләмәгән.

Сәлимә АРЫҪЛАНОВА тыңланы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.14 | Ҡаралған: 1563

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru