«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРГӘҘМӘГӘ КИЛЕП БОРОНҒО ҠАЛАНЫҢ СЕРҘӘРЕНӘ ТӨШӨН
+  - 

Баш ҡаланың "Урал" галереяһында "Өфө II" ҡаласығына арналған "Боронғо ҡаланың серҙәре" тигән күргәҙмә асылды. "Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторған күргәҙмәлә ҡаласыҡта табылған археологик ҡомартҡыларҙың бер өлөшө, уларҙың фотоһүрәттәре, картиналар, карталар урын алған. Килеүселәр бында тарих менән бөгөнгө көн тоташа, үткән менән беҙҙең заман йәнәш атлай икәнен ап-асыҡ тойомланы.

Эйе, беҙҙең баш ҡалабыҙ территорияһында уникаль тарихи ҡомартҡы - "Өфө-II ҡаласығы" урынлашыуын кемдәрҙер белеп, икенселәре аңлап та бөтә алмай әле. Өсөнсөләр иһә ошо факт менән килешергә, йә иһә был боронғо ҡаланың башҡорт халҡы тарихына туранан-тура ҡағылышы булыуын танырға теләмәй аҙаплана. Әммә ярты быуат дауамында алып барылған ҡаҙыныу эштәре, табылдыҡтарҙы ныҡлап тикшереү, урта быуаттарҙа йәшәгән ғалимдарҙан ҡалған тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү ошондай кешеләрҙең ҡараштарын селпәрәмә килтерә.
Киң йәмәғәтселеккә "Өфө-II ҡаласығы" исеме аҫтында билдәле булған тарихи ҡомартҡы баш ҡаланың үҙәгендә, Пушкин, Зәки Вәлиди, Салауат Юлаев проспекты киҫешкән урында урынлашҡан. Урта быуат картографтары XIV-XVI быуаттарҙа уҡ был урында Паскерти (Башкирд, Башҡорт) тип аталған ҡала булыуы тураһында мәғлүмәт ҡалдырған. Башҡорт ҡалаһын Каталон атласында һәм Меркатор картаһында табырға була. Археологтар билдәләүенсә, ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламы 4 метрға етә. Илленсе йылдарҙан башланған ҡаҙыныу эштәре алып барылған осорҙа тарихи әһәмиәткә эйә булған миллиондан ашыу экспонат табылған. Улар араһында ҡиммәтле, төҫлө, ҡара металдан, һөйәктән, быяланан, балсыҡтан эшләнгән төрлө әйберҙәр, импорт һауыт-һаба, сит яҡтарҙан килтерелгән башҡа төрлө әйберҙәр ҙә осрай. Һуңғылары Башҡорт ҡалаһының Урта Азия, Кавказ, башҡа төбәктәр менән әүҙем рәүештә сауҙа итеүе тураһында һөйләй. Мәҫәлән, быяланан һәм ярым ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән әйберҙәр Византия империяһының Сүриә ерҙәренән һәм Балтика буйынан килтерелгән булһа кәрәк. Иртә урта быуатҡа ҡараған алтын, көмөш, бронза биҙәүестәр, кейем деталдәре йыш осрай. Шулай уҡ иртә Византия, Алтын Урҙа дәүеренә ҡараған аҡсалар ҙа бар. Әлбиттә, урта быуаттарҙа арыу уҡ үҫешкән ҡаланың һанһыҙ ҡомартҡыларын бер күргәҙмәгә һыйҙырып булмай, шуға күрә лә ошо сикһеҙ байлыҡтың бәләкәй генә өлөшө тыуған төбәк тарихына битараф булмағандарҙың хөкөмөнә сығарылды.
- Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, күргәҙмәгә килеүселәр ҙә күп булыр тип ышанабыҙ, - тип һөйләне күргәҙмәне асҡанда "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова. - Был беҙҙең беренсе күргәҙмә, декабрь айында икенсе күргәҙмәне ойошторорға ниәтләйбеҙ. Әле фотоһүрәттәргә өҫтөнлөк бирҙек, ҡаласыҡта табылған әйберҙәрҙең төп нөсхәләре сикле күләмдә күрһәтеләсәк. Шулай уҡ ҡаланың ниндәй булыуын, уның тормошон күҙ алдына килтерергә тырышҡан рәссамдарҙың реконструкцион йәки фараз картиналары урын алды. Беҙ әлеге ваҡытта ҙур эштәр алдында торабыҙ. Бөгөнгө көндә ҡаласыҡта табылған артефакттарҙың күп өлөшө Башҡорт дәүләт университетында һаҡлана. Киләсәктә улар тулыһынса беҙҙең музейға биреләсәк. Киләһе йылда музейҙың бинаһы проектына конкурс үткәреләсәк, техник, проект-смета документтары эшләнәсәк. Барыһы ла яҡшы булһа, 2016 йылда музейҙың бинаһын төҙөү башланасаҡ, тип уйлайбыҙ... Әлеге ваҡытта буласаҡ музейҙың эске торошо ниндәй буласағы хаҡында яҡынса күҙаллауҙар бар. Директор ярҙамсыһы Фаяз Арыҫланов "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы "Боронғо Өфө"нөң виртуаль туры менән таныштырып, былай тине:
- Беҙҙән йыш ҡына археолеогик музей, уның янындағы территориялар нисек урынлашасаҡ, тип һорайҙар. Музей Пушкин, Зәки Вәлиди, Яңы күпер урамдары киҫешкән ерҙә, йәғни боронғо ҡала булған урында төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта тикшерелмәгән урындарға зыян килмәйәсәк, музей территорияһы был урындарға таралмаясаҡ. "Боронғо Өфө" Башҡортостандың иң заманса музейы буласаҡ. Әүҙем рәүештә яңы технологиялар ҡулланыласаҡ. Музейҙа күрһәтелгән экспонаттар ҙа тик кенә тормясаҡ, мәҫәлән, бейеклеге 4 метрға еткән мамонттар ҙа, керамик һауыт-һабаны эшләгән оҫта ла хәрәкәттә буласаҡ. Әлеге ваҡытта беҙ буласаҡ музей буйынса виртуаль тур эшләнек. Унда музейҙың эстәлеген яҡынса күҙ алдына килтерергә була. Виртуаль тур тулыһынса эшкәртелеп бөткәндән һуң музей сайтына ҡуйыласаҡ. Әлбиттә, һуңынан уға үҙгәрештәр индереләсәк, камиллашасаҡ...
Шулай итеп, тарихи хәҡиҡәтте ҡабул иткән, тарихҡа битараф булмағандарҙы күргәҙмәне ҡарарға саҡырабыҙ. Күргәҙмә бары тик бер аҙна дауамында ғына барасаҡ.

Азамат САЛАУАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.14 | Ҡаралған: 1476

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru