«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРТЫҠ НЫҠ ЗАМАНЛАШТЫРЫУ БАШҠОРТ КЕЙЕМЕН АСЫЛЫНАН СИТЛӘШТЕРӘ
+  - 

Башҡорт милли кейеме - халҡыбыҙҙың рухи байлығының, донъяға ҡарашының, күңел торошоноң, көнкүрешенең һынланышы ул. Ошо һынланыш, милли кейемдәр төрлөлөгө һәр кемде һоҡландыра бөгөн. Әммә, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, милли кейемдәрҙе беҙ бөгөн сәхнәләрҙә, музейҙарҙа ғына күрәбеҙ. Ҡайһы саҡта музейҙарҙа төп нөсхәлә һаҡланған милли кейемдәребеҙ сәхнәләрҙә икенсерәк рәүеш алып ҡуйыуына ла шаһитбыҙ. Ғөмүмән, милли традицияларыбыҙҙы һаҡлаған, башҡортобоҙҙоң рухын сағылдырған сәхнә кейемдәре тегеләме бөгөн? Был һорауға яуап ошо көндәрҙә БР Милли музейында үткәрелгән II "Селтәр" башҡорт сәхнә костюмы республика күргәҙмә-конкурсы барышында табылды.

Милли кейемдәребеҙҙең төрлө-төрлөһө ҡуйылғайны күргәҙмәгә. Һамар ҡалаһынан килгән милләттәшебеҙ Лидиә Мөхәмәтова Паллас яҙмаларында һүрәтләнгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары костюмында сығыш яһаны. Уның үҙенсәлекле баш кейеме һәм аҡ туҡыманан тегелгән оҙон күлдәге беҙ күреп өйрәнгән кейемгә һис тә оҡшамағайны - тимәк, милли кейемебеҙҙең был өлгөһөнә иғтибар етешмәгән, тигән һығымта яһалды. Ҡариҙелдәр 1800 йылғы күлдәк өлгөһөнә ҡарап тегелгән балыҡсы ырыуы ҡыҙҙарының сағыу һары төҫлө, итәгенә башҡорт орнаменты төшөрөлгән кейемен күрһәтте - был да беҙҙең сәхнәләрҙә йыш осрамаған үҙенсәлекле өлгө булараҡ айырылып торҙо.
Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге "Ағинәйҙәр ҡоро", БДУ-ның Сибай институтының "Арҡайым" этнография һәм фольклор төркөмө, "Ете ҡыҙ" этнография һәм матурлыҡ студиялары үҙ күргәҙмәләрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион костюмдарын лайыҡлы күрһәтте. Ойошмаларҙың етәксеһе Асия Ғәйнуллина башҡорт милли кейемдәренең һәр детале, һәр биҙәге тураһында айырым, ентекләп һөйләне. "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме уның нисә йәштә, йәмғиәттәге статусына, хатта ниндәй ырыуҙан булыуына ҡарап та айырылған. Шуға күрә, ҡашмау, селтәр, хәситәләр тәү ҡарауға бер төрлө күренһә лә, һәр береһе үҙенсәлекле. Уларҙың һәр биҙәгендә башҡорт халҡының философияһы, оҫтабикәнең күңел торошо, рухы сағыла. Биҙәктәр, төрлө символдар, тәңкәләрҙең нисек урынлаштырылыуы - барыһы ла тәрән мәғәнәгә эйә. Бына шул мәғәнәне, асылыбыҙҙы, философиябыҙҙы киләсәк быуынға тапшырып ҡалдырыу бурысы тора алдыбыҙҙа. Бөгөнгө конкурстың әһәмиәтен мин нәҡ ошо эшкә булышлыҡ итеүендә күрәм", - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште Асия Солтан ҡыҙы.
Йылайырҙар үҙенсәлекле тәжрибә өлгөһөн - ҡатын-ҡыҙҙарҙың ырғаҡ менән бәйләгән селтәрен күрһәтте. Сәхнә кейеме өсөн бик уңайлы, тиҙерәк эшләнә торған алым был, тип баһаланды уларҙың эше. Һәр ваҡыттағыса, Балаҡатай районы башҡорттарының ҡабартмалы сигеү өлгөһө һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Боронғо ҡомартҡы костюмдарҙы яңыртыу эше менән махсус шөғөлләнеүселәр ҙә конкурстан ситтә ҡалмаған. Шуларҙың береһе Илдар Ғатауллин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәренең үҙе яңыртҡан өлгөләрен, шулай уҡ 3D-технологияһы ярҙамында эшләнгән биҙәүестәрҙән торған өр-яңы костюмын тәҡдим итте. Жюри ағзаһы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, 3D-технологияһы ярҙамында яһалған биҙәүестәрҙе сәхнә костюмдары өсөн түгел, ә кино төшөргәндә ҙур халыҡ төркөмөн бер иш итеп кейендереү өсөн файҙаланырға мөмкин.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙы кәңәш ҡорона саҡырҙы. "Сәхнә кейемен теккәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ул костюмдар тамашасыларҙа башҡорт милләте тураһында фекер тыуҙыра, шуға күрә, сәхнә өсөн тегелгән костюмдар мотлаҡ халыҡтың рухын сағылдырырға тейеш. Әммә башҡорт милли костюмдарын теккәндә төп өлгөнән ситләшеү осраҡтары ла булып тора. Шунлыҡтан, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ательелар, тегеү предприятиелары дизайнерҙары өсөн башҡорт милли кейемдәренең нескәлектәренә төшөндөрөү буйынса уҡыу курстары үткәрелеүе маҡсатҡа ярашлы булыр ине, - тине жюри ағзаһы, БР Милли әҙәби музейы етәксеһе Гөлдәр Моратова. - Был конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, оҫтабикәләргә бер генә теләгем бар: башҡорттарҙың ҡыҙыл, көрән, йәшел, һары кеүек тәбиғи төҫтәрҙе генә ҡулланыуын иҫтәренән сығармаһындар ине. Беҙҙең халыҡ күк, ал, алһыу зәңгәр төҫлө кейем кеймәгән".
Ғөмүмән, сәхнәлә сағыу төҫтәр матур күренеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт милли кейемдәре буйынса белгестәр төп өс-дүрт төҫтән артығын ҡулланыуҙы тыя. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров хатта ҡатнашыусыларҙың барыһынан да "Ҡыҙғылт һары (әфлисун төҫлө) күлдәктәрҙән киҫекмәҫтән баш тартабыҙ", тигән вәғәҙә алды. Ләкин хәҙерге сәхнә костюмдарының "бәләһе" бының менән генә бөтмәй: артыҡ заманлаштырып тегелгән кейемдәр ҙә асылдан ситләштерә икән. Бигерәк тә музыкаль төркөмдәрҙең үҙ кейеменә иғтибарлы булыуын талап итте жюри ағзалары. БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин иһә, башҡорт ир-егеттәре кейеменең төп күрке - ҡамсат бүректең ҡойроҡтары йылдан-йыл оҙонораҡ төшөрөп тегелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Башҡорт ир-егеттәре бер ҡасан да төлкө ҡойроҡло ҡамсат бүрек кеймәгән, мин был турала инде 16 йыл дауамында һөйләйем. Фекеремә ҡолаҡ һалыусылар бик һирәк әлегә. Сәхнә образы өсөн бик уңышлы баш кейеме булһа ла, тик уның менән генә сикләнергә ярамай. Беҙҙең ир-егеттәр кейеҙҙән эшләнгән ҡолаҡсын, көләпәрәләр ҙә кейгән", - ти Ғәли Фәйзрахман улы. Уның тәнҡитле иҫкәртмәһе менән килешеүселәр ҙә, төлкө ҡойроҡтан һарыҡ ҡойроғона ҡалмайыҡ, тиеүселәр ҙә булды. Белгестәр иһә, башҡорт милли кейемдәрен бер ҡалыпҡа һалып, төрлө үҙенсәлектәрҙе юғалтып бөтөүҙән һаҡланыу мөһимлеген әйтеп, был осраҡта кейеҙҙән тегелгән кейемдәрҙе лә онотоп ебәрергә ярамай тип билдәләне. Әйткәндәй, II "Селтәр" башҡорт сәхнә кейеме республика күргәҙмә-конкурсының төп призы Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының "Урал батыр" кейем коллекцияһы өсөн бирелеүе юҡҡа ғына булмағандыр. Беренсенән, улар башҡорт халыҡ эпосы геройҙарын һынландырһа, икенсенән, костюмдар кейеҙҙән тегелгәйне. "Кейеҙҙән беҙ таҡыя, көләпәрә, камзул, сәкмән тектек, Һомай һәм Айһылыу образдары өсөн ҡанатты һынландырған шәлдәр эшләнек. Кейеҙҙән тегелгән кейемдәр еңел, тиҙ туҙмай, матур ҙа. Бынан тыш, кейеҙҙе сәхнә биҙәлешендә лә ҡулланырға мөмкин", - ти Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Үҙәнбаева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт халҡының тарихы, рухи донъяһының күп нескәлектәрен милләт кейгән кейем аша билдәләп булыуына тағы бер ҡат инандырған сара булып сыҡты быйылғы II "Селтәр" башҡорт сәхнә кейеме республика күргәҙмә-конкурсы. Баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хатта таҡыя ла кейгән икән. Ә уның йәш бүленешенә ҡарап үҙенең әллә нисә төрө бар. Ләкин шуныһы ҡыҙғаныс: БР Милли музейында үткәрелгән конкурсҡа тамаша ҡылыусылар бик аҙ килгәйне. Һис шикһеҙ, белгестәрҙән тыш, башҡорттоң үҙаңын һаҡлай, рухын күтәрә, асылына ҡайтара торған ошондай сараларға йәштәрҙе лә күпләп йәлеп итергә кәрәк ине. Сөнки был конкурста ҡатнашыусы һәр фольклор коллективтың, ағинәйҙәрҙең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең маҡсаты бер - сәхнәлә матур күренеүҙән дә бигерәк, йәш быуынды башҡорт рухлы итеп тәрбиәләү.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.14 | Ҡаралған: 2867

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru