«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ КИТАБЫ ҮТКӘН ТАРИХТЫ ЛА САҒЫЛДЫРҺЫН, КИЛӘСӘКТЕ ЛӘ КҮҘАЛЛАТҺЫН
+  - 

Яңыраҡ З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо оло ваҡиға айҡанлы нәшриәтте төрлө йылдарҙа етәкләгән директорҙарҙы - яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим ХИСАМОВты, философия фәндәре кандидаты Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВты һәм нәшриәттең бөгөнгө директоры Илһам ЙӘНДӘҮЛӘТОВты редакциябыҙға саҡырҙыҡ. Әңгәмәбеҙҙе "Нимә ул китап?" тигән тәү ҡарашҡа ябай ғына һорау менән башлап ебәргәйнек, ҡунаҡтарыбыҙ был һүҙҙең беҙ бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәгән тәрән мәғәнәһен асты, ул ғына ла түгел, беҙ сала-сарпы ғына ишетеп белгән "ҡарыкитап", "ҡарһүҙ" тигән онотола барған төшөнсәләргә лә аңлатма бирҙе. Түбәндәге әңгәмә ярҙамында башҡорт нәшриәте эшенең үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһай, нәшриәт эшмәкәрлегенең ҡайһы бер нескәлектәре менән таныша алырһығыҙ.

Нәшриәт тураһында һүҙ башлар алдынан тәүҙә "китап" һүҙенә аңлатма биреп үтеү яҙыҡ булмаҫ. Һеҙҙеңсә, нимә ул китап?

Зөфәр Тимербулатов: Беҙ файҙаланып өйрәнгән ҡатырға тышлы, ҡағыҙ эсле китаптар ғына китап, тиһәк, был дөрөҫлөккә бик үк тап килеп етмәҫ, моғайын. Уның мәғәнәһе шаҡтай киң. Китап ул, тәү сиратта, белемде, тәжрибәне, аҡылды һаҡлау ысулы. Әйтәйек, таштарға төшөрөлгән һүрәттәр, яҙыуҙар булһынмы, пирамидаларҙағы иероглифтармы, телдән-телгә тапшырыла килгән ауыҙ-тел ижады өлгөләре булһынмы - барыһы ла китаптар. Шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе лә беҙ китап тип атай алабыҙ. Ни өсөн? Сөнки, ул һүрәттәрҙә меңәр йыл элек тупланған һәм таштарға төшөрөлгән мәғлүмәт, белем сағылыш тапҡан. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге яҙмалар - әле өйрәнелеп, уҡылып бөтөлмәгән китап. Уны уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып бөгөнгәсә тиҫтәләгән ғалим өйрәнде. Һәр ғалим, үҙ сиратында, был яҙмаларға ҡарата үҙенсәлекле фекер әйтте, яңы тема асты. Башҡорт китабы тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, һүҙҙе ошонан башларға кәрәк тә инде, миңә ҡалһа. Икенсенән, "Урал батыр" эпосы ла быуындан-быуынға, телдән-телгә еткерелә килгән китап ул. Китап халыҡты байыта, уға әхлаҡи тәрбиә бирә, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итә икән, был турала һүҙ алып барғанда алғы планға шул сығырға тейеш. Китаптың формаһы ниндәй булыуы иһә - бөтөнләй икенсе мәсьәлә.
Ғәлим Хисамов: Китап - ул белем сығанағы, белемдең башы. Зөфәр Мөхтәр улының әйткәненең төп мәғәнәһе лә шул. Әгәр Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе, билдәләрҙе һәр кем үҙенсә уҡый икән, әле был, ул һүрәттәр китап түгел, тигәнде аңлатмай. Хатта ташҡа баҫылған китапты ла кешеләр төрлөсә уҡый һәм төрлөсә аңлай. Шуға күрә, китаптың беренсе функцияһы - уның белем сығанағы булыуы. Шуға күрә, беҙ стенаға төшөрөлгән билдәләрҙе лә, ташҡа яҙылған Орхон-Йәнәсәй яҙмаларының Күлтигин яҙыуын да - һәммәһен дә китап тип атай алабыҙ. Әлбиттә, был бик шартлы атама. Башҡорттоң быуындан-быуынға телдән тапшырыла килгән ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен дә белем сығанағы тип әйтәбеҙ. Уларҙы ла "китап" тип йөрөтөргә хоҡуғыбыҙ бар. Дөрөҫ әйтелде: китаптың формаһы төрлөсә булырға мөмкин: береһе - таш, икенсеһе - хәтер, өсөнсөһө - ҡағыҙ, дүртенсеһе - интернеттағы, эфирҙағы ниндәйҙер мәғлүмәт. Уларҙың бөтәһе лә бер исем менән йөрөтөлә ала. Ошо яҡтан, әлбиттә, китапты төрлө мәғәнәлә аңлап була: һәр кемдең үҙ хоҡуғы, үҙ ихтыяры. Беҙ уны был юлы киң мәғәнәлә ҡарайбыҙ.
Илһам Йәндәүләтов: Иң мөһиме, китап үҙенең маҡсатына хеҙмәт итергә тейеш. Уның маҡсаты ниндәй? Быуындан быуынға белемде, аҡылды, фекерҙе күсерә килеү. Шул уҡ эпостарыбыҙҙы атанан улға һөйләп ҡалдырғандар. Уны яҙма рәүештә уҡымаһалар ҙа, ул беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Ғәжәп бит! Әлбиттә, беҙ ул эпосты бөгөн матур, шыма ҡағыҙҙан уҡыйбыҙ. Китаптың формаһы ғына үҙгәрҙе, ә эстәлеге шул уҡ ҡалды.

Ҡарыкитап нимә ул? Уларҙың өлгөһө бөгөн дә бармы?

Ғәлим Хисамов: Ҡарыкитап (ҡарһүҙ ҙә тип әйтәләр) - ташҡа баҫылған боронғо китап ул. Шулай ҙа, "ташҡа баҫылған" тиелһә лә, ысынбарлыҡта, ташҡа бер ваҡытта ла бер ни ҙә баҫмағандар. "Ташҡа баҫыу" һүҙе балсыҡ-китаптар таш рәүешендә һаҡланғанға күрә барлыҡҡа килгән. Башҡорт халҡының ҡарыкитаптары бөгөн дә бар. Уларҙың ҡайҙа һаҡланғанлығын элек айырым кешеләр генә белгән. Ә ни өсөн был ҡомартҡыларҙы теләһә ҡайҙан табып булмай, тигән һорау тыуыуы тәбиғи. Сөнки был китаптар ныҡ йәшереп тотолған. Шуға ла уларҙы табына торған кеше һындары кеүек еңел осратырмын тимә. Килеп сығышына туҡталғанда, башҡорттоң ҡарыкитаптары - Орхон-Йәнәсәй яҙмаларының бер өлөшө. Икенсе вағыраҡ өлөшө лә бар - улары балсыҡҡа баҫып яҙылған. Улар махсус урындарҙа әле лә ята. Беҙҙең башҡорт, төрки халыҡтары археологтары был эшкә тотонғаны ғына юҡ. Әгәр ҙә махсус рәүештә өйрәнә башлаһалар, бер-нисә йыл эсендә был тема буйынса әллә ниндәй асыштар яһаясаҡтар. Әлеге ҡомартҡылар араһында руник яҙмалар ҙа, рунаға тиклемге яҙмалар ҙа бар. Әйтәйек, беҙҙең бөгөнгө ырыуҙар тамғалары - үҙҙәре үк яҙыу. Һәр тамға үҙе ниндәйҙер өн белдерә, ниндәйҙер һүҙ мәғәнәһенә эйә. Ана шулар менән яҙылған ул ҡарыкитаптар. Ул тамғалар менән яҙылған яҙыуҙарҙы беҙ бүтән әйберҙәрҙә лә осратабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙең ҡара ҡыпсаҡтарҙың ырыу тамғаһы - һәнәк формаһындағы тамға төшөрөлгән берәй ағасты тапһаң, унан да байтаҡ мәғлүмәт уҡып була. Йәғни, ошо тамғаның үҙендә генә лә тотош ырыу тураһында бик күп мәғлүмәт ята. Йәғни, тамға - үҙе үк китап.
Ҡарыкитаптарға ауаздаш ғибрәтле бер риүәйәт тә бар. Хәҙерге Учалы районындағы Уралтау тауы тирәһендә Уҡ йылғаһы аға. Ләкин ул йылға уҡ һымаҡ төҙ, йәғни тура ғына аҡҡан йылға түгел. Ә ниңә уны есеменә тура килмәгән исем менән атағандар һуң? Йылғаның исеме беҙҙең яҡҡа урыҫтар килмәҫ борон булған бер хәл менән бәйле. Биш ырыуҙың махсус йыйылған алтыны булған. Йәғни, ырыуҙар һәр береһе үҙ өлөшөн индереп, бөгөнгө тел менән әйткәндә, "алтын фонд" барлыҡҡа килтергән. Ул алтындың ҡайҙа ятҡанын һәр ырыуҙан бер генә кеше белгән. Урыҫтар, биш ырыу башҡорто ҡайҙалыр алтын һаҡлай икән, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалған да, серҙе белеүсе кешене эҙләп тапҡан. Теге кеше әлеге йылға буйында ғына көн күрә икән. Уны төрлөсә ҡурҡытып та, алдатып та ҡарайҙар, ләкин телен сисә - алтындың ҡайҙа икәнлеген әйттерә алмайҙар. Ахыр сиктә, араҡы килтерәләр. Эсерәләр. Баш еңеләйгәс, аҡыл ҡыҫҡарғас, тел оҙоная бының. Серҙе әйтергә, тип, ауыҙын асыуы була, эргәһендә ултырған әле балиғ тә булмаған улы уға уҡтан атып та ебәрә. Сер сиселмәй ҡала. Ошо ғибрәтле ваҡиғанан һуң йылғаға "Уҡ" исеме бирәләр. Китаптар менән дә шул уҡ хәл: уларҙы махсус һаҡлаған, серҙе сисмәҫкә тейешле кешеләр булған. Уларҙы "бабалар" тип атағандар. Беҙҙең Көйөргәҙе районында өс Баба ауылы бар. Беҙҙең тирәлә лә бер-нисә мәмерйә билдәле, уларҙың эсендә лә ҡомартҡылар йәшерелеүе мөмкиндер, тип уйлайым. Китап - аҡыл, белем сығанағы икәнен бик борондан белгәндәр, хәҙер генә бының мәғәнәһе юғалып бара...

Халҡыбыҙҙың тәүге ҡағыҙ китаптары ҡасан барлыҡҡа килгән?

Зөфәр Тимербулатов: Мин боронғо замандарҙағы баҫмалар тураһында хәбәрҙар түгелмен - сағыштырмаса яңы тарих тураһында ғына бер-ике һүҙ әйтмәксе булам. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда нәшриәт эшен тәү башлап Зәки Вәлиди ойоштора. Ошо маҡсат менән ул, Петербургҡа кешеләр ебәреп, китап баҫыу ҡорамалы (типография) һатып алдыра. Яңылышмаһам, иң беренсе нәшриәт Стәрлетамаҡта урынлаштырыла. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, дәүләтселек нигеҙе - китап икән ул. Беҙҙең нәшриәт тап ошо ваҡиғаға нигеҙ булған да инде. Йәғни, нәшриәт - халыҡты тарих менән ныҡлап таныштыра, уны ойоштора, берләштерә торған көслө, әһәмиәтле ҡорал да ул. Нәшриәтебеҙ барлыҡҡа килгәс, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары баҫма рәүештә ҡулдан-ҡулға тарала бит.
Илһам Йәндәүләтов: 1919 йылда нәшриәт бушҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, уның ойошторолоуына маҡсатлы рәүештә булышлыҡ иткәндәр. Әле бына яңыраҡ нәшриәттең 95 йыллыҡ юбилейына тип Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ та: "Һеҙ - Рәсәйҙә төҙөлгән иң беренсе нәшриәттәрҙең береһе", - тигәйне. Йәғни, Башҡортостан китап нәшриәтенең бик оло һәм олпатлы икәнен мәскәүҙәр ҙә таный. Китаптың әһәмиәтен элек-электән яҡшы белгәндәр. Яҙыусылар халыҡҡа фекерен тап ошо китап аша еткергән, бәйләнеш ептәрен тап китап ярҙамында нығытҡан. Уларҙың мөрәжәғәттәре, Батыршаның хаты һымаҡ, яҙма рәүештә таратылған. Башҡорт яҙма китабының XX быуат баштарындағы роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әйткәндәй, Шәйехзада Бабич ошо типографияны күсереп алып китеп барған сағында үлтерелә бит, быны ла оноторға ярамай. Ул ваҡытта һүҙҙең әһәмиәтен белгәнгә күрә, типографияны үҙҙәре менән бергә күсереп йөрөткәндәр ҙә инде.
Ғәлим Хисамов: Ул типография әлеге китап нәшриәтенең типографияһы түгел - быға тиклем беренсе типография Темәстә урынлашҡан булған. Уны ла Зәки Вәлиди үҙе ойошторған. Шәйехзада Бабич Темәстән Мораҡҡа тап ошо типографияны күсергән ваҡытында үлтерелгән. Бабичтың "Зәки һеҙҙе алданы, тип уйламағыҙ" шиғыры шул типографияла баҫылып таратылған. Бабичты, Иркәбаевты язалап үлтергәс, типографияны ла юҡ итәләр. Уны һүтеп, урыҫ һалдаттары хәрефтәрен берәмләп өләшеп алып, тишеп, тәре яһап, муйындарына тағалар. Был - билдәле факт.
Зөфәр Тимербулатов: Минеңсә, Бабичты ул шағир булғаны өсөн генә түгел, ә типографияны юҡ итеү өсөн үлтергәндәрҙер. Уйлап ҡараһаң, ниндәй генә ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла халҡыбыҙҙың аҫыл улдары донъяуи мәсьәләләрҙе ситкәрәк ҡуйып, иң беренсе сиратта рухи байлыҡ, китап тураһында ҡайғыртҡан.
Ғәлим Хисамов: Эйе, Бабич башҡорт хөкүмәтенең сәркәтибе булғанға күрә, ул көндө типография менән бергә Башҡорт хөкүмәтенең документтары ла тартып алына.
Китап тарихы тураһында һүҙ башлағанда, башҡорт китабының тамыры 95 йылдан күпкә төптәрәк ятыуын да билдәләргә кәрәк. Һәр хәлдә, төрки телле халыҡтарҙың XI-XIII быуаттарҙа ҡағыҙға, тирегә яҙылған китаптарын беҙ үҙебеҙҙең китаптарҙың башы, тип хаҡлы рәүештә атай алабыҙ. Бөгөнгө формалы китаптар шул мәлдән башлана. Бында боронғо иран телендә ташҡа (балсыҡҡа) баҫылған "Гилгәмеш" эпосын ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә. Әйткәндәй, ул китап та тиҙ генә табылмаған - тау тишегенә йәшерелгән урынынан уны бик һуң табалар. Йомғаҡлап, шуны әйтке килә: беҙҙең китаптарҙың тарихы меңәр йылдарға һуҙыла. Ул электрон китап формаһында дауам итәсәкме, йә бүтән төрлө формаламы - барыбер дауам итәсәк. Китап, белем шишмәһе, белем сығанағы булараҡ, мәңгелек һаҡлана торған хазина. Китап булһа, халыҡ та бар. Ул халыҡты милләт итеп ойоштора торған бер ҡоралдарҙың береһе. Шул йәһәттән уның әһәмиәте бик ҙур. Бөгөн нәшриәт башҡарған эш кемгәлер көндәлек, ябай эш кеүек кенә күренергә мөмкин. Ана шул көндәлек эштән быуатлыҡ тарих йыйыла ла инде.

Тәүге китаптар, йә уларҙың барлығын дәлилләгән берәй документтар, һүрәттәр һаҡланғанмы?

Зөфәр Тимербулатов: Беҙҙең Башҡортостан Дәүләт китап палатаһында ниндәйҙер нөсхәләр, боронғо китаптар фонды бар. Фондта ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптар бихисап. Ул фондтағы китаптарҙың барыһын да һанап бөтөрөү мөмкин түгел. Мине икенсе проблема борсой: ошо китаптарҙы өйрәнеү һүлпән бара. Хатта улар бөтөнләй өйрә-нелмәй, тиерлек. Мәҫәлән, Китап палатаһынан тыш, бындай ҡомартҡы-китаптар БДУ-ла ла һаҡлана. Төрлө урындарҙа һаҡланғанға күрә, ғалимдарҙың ул китаптарҙы комплекслы өйрә-неүҙә ҡыйынлыҡтар кисереүе көн кеүек асыҡ. Башҡортостан Дәүләт китап палатаһын етәкләгән сағымда ул китаптар менән эш итеүселәрҙең әрһеҙ ҡыланыуын, биттәрҙе бысратыуын күргәс, һирәк осрай торған китаптарҙы кемгәлер биреүҙе, хатта, кешеләрҙе уларға яҡын ебәреүҙе тыйыу тураһында бойороҡ та сығарғайным...
Китап палатаһы бинаһын яҙ һайын һыу баҫа ине. Хәҙер уны ремонтланылар, әлбиттә. Хәҙер унда аҙмы-күпме шарттар булдырылған. Ике республикала - Башҡортостан менән Татарстанда ғына Китап палатаһы тороп ҡалды. Бөгөн ҡайһы бер кешеләр: "Әйҙәгеҙ, ошо палатаны бөтөрәйек, уның нимәгә хәжәте бар? Уны китапханаға ҡушайыҡ", - тип әйтергә лә тартынмай. Бинаны алырға ла һатырға - бөтөн ҡайғылары шул. Ә фондтың ҡиммәтен баһалаған кеше юҡ.

Боронғо тарихтан бөгөнгө заманға әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙ "Китап" нәшриәтендә директор булған саҡта ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе төп маҡсатығыҙ итеп күрҙегеҙ, нимәгә төп иғтибар бүлдегеҙ?

Ғәлим Хисамов: Минең нәшриәтте етәкләгән осор тынғыһыҙ 90-сы йылдар башына тура килде. Ул заманда етәксенең иң ҙур бурысы - китап сығарыуҙы дауам итеү, уның өсөн аҡса эҙләү ине. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе булды -китап сығарыуҙы туҡтатманыҡ. Туҡтатмау ғына түгел, киреһенсә, аҙмы-күпме үҫешкә өлгәштек. Икенсенән, нәшриәтте икенсе бинаға күсерҙек. Тағы бер ҙур эшебеҙ шул булды - 50 мең тираж менән башҡортса Ҡөрьән Кәрим баҫтырып сығарҙыҡ. Эште һәүетемсә генә юлға һалып эшләп ятҡанда матбуғат министры булып эшләүсе Зөфәр Мөхтәр улы Сит ил эштәре министрлығы янындағы бер уҡыу йортона уҡырға китте. "Әйҙә, хәҙер һин министр бул инде", - тип, мине министр итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар.
Зөфәр Тимербулатов: Нәшриәттә йылдар буйына баҫылмай ятҡан ҡулъяҙмалар бик күп. Нәшриәт директоры булған сағымда шул ҡулъяҙмаларҙы сығарыуға, нәшриәттең матди-техник базаһын яҡшыртыуға аҡса табыу маҡсатында күп эш атҡарырға тура килде. Нәшриәт директорының төп эше - аҡса эҙләү икәне ошо өлкә менән таныш кешегә сер түгел. Китап сығарыу менән генә нәшриәт үҙенә үҙе аҡса эшләү һәләтенә лә, мөмкинлегенә лә эйә түгел. Учалыла, Сибайҙа, тағы бер-нисә урында үҙебеҙҙең магазиндарҙы астыҡ. Ә магазин ни өсөн кәрәк? Яуапты заман үҙе бирә: китаптарҙың ҡулъяҙмаһын алыу өсөн - нәшриәт, сығарыу өсөн - комбинат һәм һатыу өсөн магазин булырға тейеш. Әйткәндәй, нәшриәт янында үҙебеҙҙең келәтебеҙ, транспортыбыҙ, бер-нисә магазиныбыҙ булырға тейеш ине. Уныһын атҡарырға өлгөрмәнем. Йомғаҡлап әйткәндә, директор булып эшләү дәүерендә бар тырышлығым - башҡорт китабын һаҡлауға, уны үҫтереүгә йүнәлгән эштәрҙән ғибәрәт булды. Нәшриәт эргәһенә Зәйнәб апайыбыҙға һәйкәл тураһында тәҡдим менән етәкселелеккә мөрәжәғәт иткәйнек, әлегә ул эш хәл итеүҙе көтә. Нәшриәт эргәһендә ошо һәйкәл, магазиндар, полиграфия комбинаты урынлашһа, үҙенсәлекле бер китап йорто барлыҡҡа килер ине. Электрон китаптар сығарыуҙы ла беҙ башланыҡ. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата бик күп тарихи китаптар, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған яугирҙарға арналған "Память", еңеү яулап имен-аман ҡайтҡандарға арналған "Они вернулись с победой", илде, фронтты туйҙырыу, кейендереү, аяҡҡа баҫтырыу өсөн тир түккән эшселәргә арналған "Герои тыла" йыйынтыҡтарын да баҫтырҙыҡ. Шулай уҡ нәшриәтте яңы бинаға күсереү өсөн дә бик күп көс һалырға тура килде. Нәшриәт менән полиграфия комбинатын бер ойошмаға әйләндереү тураһындағы хыялым ғына тормошҡа ашмай ҡалды.
Илһам Йәндәүләтов: Минең дә төп бурыстарҙың береһе - башҡорт китаптарын сығарыуҙы дауам итеү. Әлбиттә, элекке директорҙар һәм коллективтың тырышлығы менән матди-техник базабыҙ яҡшыртылған. Ҡағыҙ мәсьәләһе лә 90-сы йылдарҙағы һымаҡ киҫкен тормай. Шуға бөгөн беҙҙең төп бурыс - башҡорт китабының бәҫен төшөрмәй генә, китап сығарыуҙы дауам итеү һәм киләсәк быуындарға быуаттар буйы килгән аҡылды, фекерҙе тапшырыу. Әлбиттә, яҙыусылар, яҙырға теләүселәр күп, шул уҡ ваҡытта китабын нәшер итергә теләүселәр уларҙан да кү-берәк. Ләкин, Зөфәр Мөхтәр улы менән Ғәлим Афзал улы әйткәнсә, бөтәһе лә финансҡа барып тоташа. Шул сәбәпле, тиҙ арала барыһының да әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу мөмкин түгел, үкенескә ҡаршы. Әлбиттә, республика бюджетынан махсус аҡса бүленә. Әлеге осорҙа йылына 200-ҙән ашыу китап, шул иҫәптән мәктәптәр өсөн дәреслектәр, балалар әҙәбиәте, махсус төр баҫмалар, нәфис әҙәбиәт сығып килә. Рәсәй кимәлендә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, был яҡшы күрһәткестәрҙең береһе иҫәпләнә. Тағы ла шуныһы: беҙ әле үҙебеҙҙә донъя күргән китаптарҙы республика буйынса таратыуға иғтибарҙы көсәйттек. Быйыл ғына бер нисә район-ҡалала сауҙа нөктәләре астыҡ, был юҫыҡта эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.

Хәҙер беҙҙә лә электрон китаптар барлыҡҡа килә. Ләкин уларҙы башҡорт яҙыусыһы һәм башҡорт уҡыусыһы ҡабул итәме?

Зөфәр Тимербулатов: Электрон китап - ҡағыҙ китаптар һымаҡ уҡ мөхәррирләнгән, әммә ҡағыҙға түгел, ә интернет донъяһына ҡуйылған китап ул. Икенсе төрлө әйткәндә - виртуаль китап. Уны йәштәр бик тиҙ ҡабул итте. Оло быуын яҙыусылары иһә әлегә китаптарын ошо форматта таратыуға бик һаҡ ҡарай. Ҡағыҙ китаптар һымаҡ уҡ, электрон китапты ла, сығарыуын сығарғас, һатырға кәрәк. Бының өсөн ниндәйҙер яңы компьютер программалары талап ителә. Ҡыҫҡаһы, электрон китап сығарып таратыу ҙа еңел эш түгел. Хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеп алыу күп көс талап итә. Уның ҡарауы, бындай китаптарҙы донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнән һатып алып, уҡып була. Нәшриәттә электрон китаптар сығарыуҙы ойошторғас, уларҙы сайтыбыҙға урынлаштырҙыҡ. Шыттыра тип уйламағыҙ: баҡтиһәң, беҙҙең китаптарҙы һатып алырға теләүселәр Австралияла ла бар икән. Көнбайыш илдәрендәге уҡыусыларыбыҙ тураһында әйтеп тә тормайым. Башҡортостанда тыуып, үҫеп, сит илгә киткән милләттәштәребеҙ, милли матбуғатыбыҙҙы, художестволы әҙәбиәтебеҙҙе уҡырға теләп, беҙҙең сайтҡа юлыға ла, электрон китапты һатып алып, күңелен баҫа икән. Хатта ҡайһы бер китапханалар ҙа беҙҙең менән хеҙмәттәшлек булдырҙы. Мәҫәлән, Германиялағы бер китапхана даими рәүештә беҙҙә баҫылған китаптарҙы һатып ала. Был - бер. Икенсенән, электрон китаптар кәрәкме? Әлбиттә! Сөнки, был китаптар күсереп йөрөтөүгә, юлда уҡыуға шул тиклем уңайлы. Шулай ҙа улар кешенең, айырыуса балаларҙың күҙенә зыян килтерә. Уларҙы бер туҡтауһыҙ уҡыу һаулыҡ өсөн хәүефле. Бала китапты ҡағыҙҙан уҡырға тейеш. Был йәһәттән электрон китаптар ҡағыҙ китаптарҙан ҡалыша. Әммә беҙҙә электрон китаптар ҙа, ҡағыҙ китаптар ҙа булырға тейеш.
Илһам Йәндәүләтов: Беҙ йылына 10-12 электрон китап сығарабыҙ. Сығарабыҙ ҙа, осһоҙ ғына хаҡ ҡуйып, үҙебеҙҙең сайтҡа урынлаштырабыҙ. Сайтҡа ингән уҡыусы үҙенә уңайлы түләү ысулын һайлай ҙа, бер-нисә минут эсендә электрон китапты һатып та ала. Бер уйлаһаң, был еп-еңел эш. Әммә электрон китаптар менән ҡыҙыҡһыныусылар бик әҙ. Шуға әле уларҙың ҡағыҙ китаптарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуы тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Киләсәктә, әлбиттә, электрон китаптар күберәк сығыр һәм таралыр тип күҙаллайым.. Минең уйымса, улар икеһе лә параллель рәүештә үҫешергә тейеш. Әлегә яҙыусыларҙың күбеһе бындай китаптар сығарыуға психологик яҡтан әҙер түгел. Был турала һөйләшһәң, улар: "Электрон китаптарымды уҡыусыларыма нисек күрһәтергә тейешмен, уларҙы бүләк итә лә алмайым бит?"- тигәнерәк һорау ҡуя. Уларҙы ла аңларға була.
Мин яңыраҡ Германияла булғайным. Унда Майндағы Франкфурт ҡалаһында йыл һайын китап йәрминкәһе үтә. Йөҙгә яҡын илдән бик күп нәшриәттәр үҙҙәренең продукцияһын күргәҙмәгә ҡуйған. Мин уларҙың күбеһе менән танышып сыҡтым. Баҡтиһәң, алға киткән Көнбайыш илдәре, электрон китаптар этабын үтеп, уның етешһеҙлектәрен аңлап, кире ҡағыҙ китаптарға ҡайтып яталар икән. Японияла ла шул уҡ хәл. Ә беҙ, ул илдәрҙән 10-15 йылға арттараҡ ҡалып, улар баҫҡан "тырмаға" баҫырға итәбеҙ һымаҡ килеп сыға.

Халыҡтың зауығы тураһында һөйләшәйек әле. Китап һайлау мәсьәләһенә туҡталғанда, халыҡ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирә? Уҡыусының күңел талабы ниндәй?

Илһам Йәндәүләтов: Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Кемгәлер - детектив, кемгәлер - мөхәббәт, кемгәлер балалар әҙәбиәте жанрҙары кәрәк. Дөйөмләштереп, башҡорт китабы тураһында әйткәндә, балалар әҙәбиәте һәм нәфис әҙәбиәт ҙур һорау менән файҙалана. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе теләп алалар. Ата-әсә бер ваҡытта ла кескәйҙәре өсөн китапҡа аҡса йәлләмәй. Сөнки, бәләкәйҙән китап уҡып үҫһә, балам киләсәктә аҡыллы һәм яҡшы кеше буласаҡ, тигән инаныу бар әле ата-әсәләрҙә. Башҡорт прозаһы ла уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең билдәле яҙыусыларыбыҙ бар - уларҙың сәсмә әҫәрҙәрен бик теләп һатып алалар. Фәнни-популяр стилдә яҙылған әҙәбиәткә, тәбиғәт, тарих тураһындағы китаптарға ла ихтыяж ҙур. Республиканан ситтә йөрөһәк, башҡорт халҡының тарихы тураһындағы китаптар менән бик ҡыҙыҡһыналар. Яңыраҡ Ғәлим Афзал улының ярҙамы менән башҡортса Ҡөрьән Кәримде яңынан баҫтырҙыҡ. Шул китапты, ғөмүмән, Ислам дине буйынса әҙәбиәтте ныҡ һорайҙар. Һуңғы ун йылда дини китаптарға иғтибар бермә-бер көсәйҙе. Мосолман календары, көн дә кәрәкле доғалар ҙур һорау менән файҙалана.

Яҙыусының бурысы, уның китапты китап итер өсөн һалған көсө нимәлә?

Ғәлим Хисамов: Яҙыусы, әлбиттә, беренсе сиратта, яҙғандарын китап итеп сығарыу маҡсатын алға һөрә. Ул үҙенең фекерен кешеләргә еткереү ысулы ошо китап аша икәнен бик яҡшы белә. Әлбиттә, яҙыусылар ҙа төрлө-төрлө: уның береһе - яҡшыраҡ, икенсеһе ҡайтышыраҡ яҙа. Шуға күрә, китаптар ҙа төрлө-төрлө: һәйбәте бар, йығылып ятып уҡый торғаны бар, уҡылмай торғаны ла бар. Тимәк, китап нәшриәте беренсе сиратта яҙыусыларға талапты арттырырға тейеш. Бер-нисә китабын сығармайынса, ҡулъяҙмаларҙы кире ҡайтарһа, яҙыусы икенсе төрлөрәк яҙа башлаясаҡ. Әле тарих тураһында әйтелде. Тарихи китаптарҙы, һис шикһеҙ, яҙырға кәрәк. Башҡорт тарихынан да ҙурыраҡ тарихлы халыҡ беҙҙең илдә бүтән бармы икән әле! Бына ошо тарихты яҙыусы ҡағыҙға күсерергә тейеш. Бер тарихсы ғына эшләп бөтөрә алмай был эште. Тарихсы яҙған тарих менән яҙыусы яҙған тарих, бер үк факт тураһында яҙылһа ла, икеһе ике әйбер. Ошо арала мин яҙыусыларға бер тәҡдим яһаным: "Әйҙә, прозаиктар, төрлө темаларҙы, төрлө документтарҙы бүлешеп алайыҡ һәм коллектив рәүештә китап барлыҡҡа килтерәйек", - тинем. Әле беҙ 25 кешенән торған төркөм барлыҡҡа килтерҙек. Алла бирһә, яҡын арала ошондай китаптар сығарасаҡбыҙ.
Әлбиттә, китапҡа ҡағылышлы тағын бер уй: яҙыусы йөҙәр йыл артҡа ҡарарға һәм йөҙәр йыл алдағыһын күрергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул яҙыусы була. Әгәр ҙә ул үткәндәрҙе генә байҡап, алдағыһын күрмәһә, йә алға ғына ҡарап, үткән тарихты күрмәһә, яҙыусы була алмай. Ундай яҙыусы халыҡҡа кәрәкмәй. Беҙҙең башҡорт китабы ла халҡыбыҙҙың үткән тарихын да сағылдырырға, киләсәген дә төҫмөрләргә тейеш. Шул ваҡытта башҡорт китабы мәңге буласаҡ.

Шулай итеп...
Бөгөнгө һөйләшеүҙең һығымтаһы ҡунаҡтарыбыҙ тарафынан бик аныҡ әйтелде: китап - халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә эстәлеге үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа - телде, мәҙәни байлыҡттарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.14 | Ҡаралған: 2568

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru