«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛДӘРЕҢ НИСЕК, АУЫЛ ДАУАХАНАҺЫ?
+  - 

1982 йылда Белорет районына ҡараған Үрге Әүжәндән үҙебеҙҙең Ишембай районындағы Ҡолғона дауаханаһына күсеп эшләй башланым. Ноябрь урталарында ауыл советы рәйесе Хөдә Рәхмәтулла улы Әхмәтйәнов саҡыртып алды ла: "Дауаханаң буйынса бюджеттан бүленгән 8 мең һум самаһы аҡса бар. Әгәр ҙә уны тотонмаһаҡ, икенсе йылға аҡсаны күпкә кәмерәк бүләсәктәр. Медтехника, мебель, тауар, хужалыҡ тауарҙары магазиндарына барып, нәмәләр кәрәк, шуларҙы алып ҡайт!" - тип, минең алға чек кенәгәһен һалды.

Декабрь урталарына тиклем Стәрлетамаҡтың "Медтехника" магазинынан физкабинетҡа аппаратуралар һәм башҡа ҡорамалдар, өр-яңы инструменттар, яңы карауаттар, тумбочкалар, түшәк кәрәк-яраҡтары, ауырыуҙар өсөн халат, тапочкалар ташыу менән мәшғүл булдым. Чек кенәгәһен кире ҡайтарған ваҡытта Хөдә Рәхмәтулла улы оло ҡәнәғәтлек менән: "Оһо... Аҡса тотона беләһең икән. Киләһе йылға нимәләр алыу, нимәләр эшләү тураһында уйлаштыра тор", - тине. Икенсе йылына инде ауылда яңы дауахана төҙөү эшенә тотоноп киттек. 20 койкалы дауахана өсөн дарыуҙар ҙа кәрәгенсә алынды, ашатыу мәсьәләһе буйынса ла борсолманыҡ. Дауахана баҡсаһында картуф үҫтерҙек, аҙыҡ ҡалдыҡтарын ашатыу өсөн сусҡа алып, уларҙы 5-6 башҡа еткерҙек. Бәрәстәрен һатып, дауаханаға тағы ла кәрәк-яраҡтар алдыҡ.
Ул замандарҙа ауыл дауаханаларын ябыу түгел, киреһенсә, асыу, кадрҙар менән тулыландырыу программаһы тормошҡа ашырылды. Ҡолғонала, Маҡарҙа, Петровскийҙа, Этҡолда, Верхоторҙа, Ишәйҙә, Скворчихала һәм Әхмәрҙә 20 койкалы дауаханалар эшләне. Һәр ауылда тиерлек медпункттар бар ине. Эйе, ысын мәғәнәһендә үҙ халҡын ҡайғыртҡан илдә, хәстәрлекле атайҙай булған ил хужалары, етәкселәре ҡарамағында йәшәгәнбеҙ икән, тип уйлап та ҡуяһың. Утыҙ йыл ваҡыт үтте... Шул арауыҡ эсендә беҙ "Үҫешкән социализм" дәүләтендә йәшәргә тейеш инек. Юҡ бит! Тағы ла илдең аҫты-өҫкә әйләнде... Аңлайышһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар, нәмә эшләгәндәрен дә белеп булмаған ҡырылмаһа ҡырҡ партия, бәшмәк тиҙлегендә үҫеш алған олигархтар, берләштерелгән министрлыҡтар һәм шул уҡ ваҡытта бүлгеләнгәндәре... Бөтөн үҙгәрештәрҙе һәм уларҙың кире яҡтарын һанап та бөткөһөҙ.
Мин ябай ауыл дауаханаларында эшләгән табип булараҡ, халыҡ менән бөгөн шул дауаханаларға ҡағылышлы хәлдәр тураһында фекер алышырға теләйем. Был аҙымға мине 2015 йылдың башынан койкалары булған ауыл дауаханаларын көндөҙгө стационарға әйләндереү һәм уларҙың ҡайһы берҙәрендә күпмелер паллиатив урындар ҡалдырыу тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 22 октябрҙәге 3129-Д бойороғо этәрҙе.
Советтар Союзының һаулыҡ һаҡлау системаһы һәр кешегә йыл әйләнәһенә һаулығын нығытыу, дауаланыу өсөн ил бюджетынан 2 мең һум самаһы аҡса бүлде һәм был сығым йыл һайын арта барҙы (был йән иҫәбенә финанслау тип аталды). Халыҡ һаны 3 меңдән артҡан ауыл советтарында ауыл дауаханалары төҙөүгә мөмкинлек бирелде. Әйтәйек, 3 мең халҡы булған ауыл дауаханаларына йылына 6 миллион һум аҡса бирелеп, статьяларға бүленә ине: 1-се статья: эш хаҡы фонды - дауаханала эшләгән 30-ға яҡын хеҙмәткәрҙең йыллыҡ эш хаҡы күләме. 2-се статья: йыл әйләнәһенә 20 койкала ятып дауаланасаҡ кешеләргә етерлек күләмдә дарыуҙар, бәйләү материалдары һәм башҡаларҙы алыу өсөн тотоноласаҡ аҡса. 3-сө статья: йыл әйләнәһенә уларҙы ашатыу өсөн аҙыҡ-түлек алыуға тотоноласаҡ күләм. Ошондай статьялар дауаханаларҙың ҡеүәтенә, профиленә ҡарап, 12-нән 15-кә етә ине.
Бына ошо - йән иҫәбенә - финанслау Ер йөҙөндә иң алдынғы ысул һаналды һәм уны бүтән илдәр ҙә өйрәнеп үҙләштерҙе, үҙҙәренсә үҙгәрештәр индереп үҫтерҙе. Был ысын мәғәнәһендә "закон менән нығытылған ФОМС" ине. Беҙҙең медицинаға ошо юлдан тайпылмай барырға, бүленгән аҡсаны "бер кеҫәлә" генә йөрөтөп тотонорға һәм уны арттырыу юлдарын эҙләргә, көйләргә кәрәк булған. Үҙгәртеп ҡороуҙар осорона аяҡ баҫыу менән "бюджеттың наҡыҫлығына" һылтанып, Һаулыҡ һаҡлау һәм Социаль үҫеш министрлыҡтарын берләштереү һәм шул министрлыҡҡа һөнәре-белеме менән медицинаға ҡағылышы булмаған белгестәрҙе тәғәйенләү - иң тәүге һәм барлыҡ кире һөҙөмтәләрен бөгөнгәсә татытҡан хата булды. Ошо осорҙа бюджеттың наҡыҫлығына һылтанып, беренсе оптималләштереү тулҡыны үтте. Халыҡ иҫәбе кәмей төшкән һәм ҡалаларға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа койка-урын булған дауаханалар бөтөрөлөп, "табип амбулаториялары"на ҡалдырылды, байтаҡ ФАП-тар ябылды. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаларындағы койкалар һаны кәметелде. Һөҙөмтәлә ауырыуҙарға бөгөн кардиология, неврология бүлексәләренә ятырға сират көтөп, аҙна-айлап йөрөргә тура килә.
Ғәмәлдә, бөгөн социаль үҫеш тармағы медицинаның елкәһенә менеп ултырып, үҙ йүнәлешен алып бара, үҙенсә эшләргә күнектерә. Был берләштереүҙең иң тәүге һәм төҙәтеп булмаҫтай һөҙөмтәһе: Рәсәйҙе инвалидтар иленә әйләндереү. Колхоз, совхоздарҙа эшләгән һауынсы-малсылар, сөгөлдөрсөләр, тракторсы-шоферҙарҙың күптәренең ғүмер оҙайлығы 65-70-кә лә етмәй. Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 58-59 йәш булғанда, шул йәшкә еткәндәрҙе даими инвалидтар тиеп тә була. Шул яҡтан ҡарап та уларға инвалидлыҡҡа күсереүҙе тәҡдим иткәндәрҙер ҙә. Ә ысынында нисек килеп сыҡты? Шап-шаҡтайҙар, йүгереп йөрөп һөмһөҙләшкәндәр инвалидлыҡ алды. Ярай, алһындар ҙа ти. Ә бит булған койкаларҙы һаҡлап ҡалырға, дауаханаларҙы япмаҫҡа мөмкинлек биргән йыл да бүленәсәк бюджет аҡсаһы миллиондарғаса артҡан инвалидтарҙың кеҫәһенә китте. Етмәһә, был инвалидтар мәғәнәһеҙ рәүештә федералдарға һәм төбәктекеләргә бүленеп, льготалар менән тәьмин ителде (бушлай йәки ярты хаҡына дарыуҙар алыу өсөн). Дарыухана селтәрендәге аңлайышһыҙ ҡаршылыҡтар, буталсыҡтар арҡаһында улар рецепт менән дарыуҙар алыуҙан баш тартып, льготаларын "тәңкәләштерҙе", йәғни аҡсалата ала башланы (былар инде асылда шәхси ҡулдарға күскән дарыуханалар селтәренә генә файҙаға булды).
Ауыл ФАП-тарын ябыуҙы, ауылды ярҙамһыҙ ҡалдырыуҙы аҡлау, тынысландырыу ниәтендә, әллә күпме шау-шыу ҡуптарып, шул ауылдарҙа "ярым шәфҡәт туташтары" булдырыуҙы башлап ебәрҙеләр. Был, йәнәһе лә, шул ауылдарҙағы теремек кенә берәй йәш ҡатын-ҡыҙҙы йәки ир-егетте укол ҡаҙарға, ҡан баҫымын үлсәргә, яралар бәйләргә, ҡайһы бер дарыуҙарҙың ҡулланылышын белергә өйрәтеү. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, кемдең бушлай көнө-төнө ошо эш менән йөрөгөһө килһен? Ә бит ярым шәфҡәт туташтары өсөн (Бөтә Рәсәй кимәлендә) "Тиҙ ярҙам сумкалары", тонометрҙар, градусниктар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынып, урындарға килеп етмәй, ҡабат дарыухана селтәрендә һатылыуы ла бик мөмкин ине. Эш эшләнмәне, ә аҡса китте...
Быйыл йыл башынан "Тиҙ медицина ярҙамы бүлексәләрен" нығытыу эше менән мәшғүл булып киттеләр (йәнәһе, Евростандартҡа тиңләштерәләр). Машиналарға рациялар урынлаштырҙылар. Тәүлекләп эшләгән 3 санитар ставкаһы астылар. Уларҙың айлыҡ эш хаҡы хатта 9-10 меңгә етте. Дөйөм диспетчер үҙәге асылмау сәбәпле, рацияларҙан файҙа юҡ ине. Был юлы мәсьәләгә тиҙерәк төшөндөләр: ниңә тәүлегенә 10-15 саҡырыуҙа фельдшерҙың сумкаһын күтәреп йөрөп, ике-өс тапҡыр машина салонын һөртөп алғанға, әллә ниҙә бер носилка күтәрешкәнгә шул тиклем аҡса түләргә? Октябрь башынан был эш туҡтатылды. Ә күпме аҡса бушҡа түгелде. Медицинаға бүленгән бюджет аҡсаһын ике тармаҡҡа айырыу осоронан алып үҙәк район дауаханаһы аппаратында кадрҙар һаны байтаҡҡа артты. Был медицина кадрҙарының күҙгә күренеп 60-65 процентҡа тиклем кәмегән мәлендә!
Әлеге ваҡытта алып барылған оптималләштереү, ғәмәлдә, медицина өлкәһен емереүсе оптималләштереүҙең икенсе тулҡыны. Дауаханаларҙы ябыу, койкалар һанын ҡыҫҡартыу саманан сығып китә! Улай ғына ла түгел, дауаханаларҙағы койкаларҙың исемдәре лә әлеге социаль йүнәлештә үҙгәртелә. Бигерәк тә бығаса һаҡланып ҡалған ауыл дауаханаларында бөтәһенә лә аңлайышлы "терапевтик койкалар" "паллиатив", "хоспис" койкаларына әйләнеп бара.
Нимә ул "шәфҡәт туташтары тәрбиәһе"ндәге койка ("Койка сестринского ухода" - КСУ)? "Быға: "КСУ предназначены для проведения курса поддерживающего лечения и временного пребывания граждан, нуждающихся по состоянию здоровья в медицинском и социальном уходе", - тигән аңлатма бирелә. "Паллиатив" һәм "хоспис" койкалар - асылда, һауыға алмаҫтай ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙың ауыртыу-һыҙланыуҙарын кәметеп, ғүмерҙәрен оҙайтыу ниәтендә дауаханала бүленгән койка-урындар. Ауыл халҡы борон-борондан үҙҙәренең ауыр хәлдәге туғандарын, ата-әсәләрен һуңғы сиккәсә үҙҙәре тәрбиәләргә өйрәнгән (был милли һәм дини ғөрөф-ғәҙәт). Бына бындайҙарға, асылда, "өйҙәге стационар" койкалары ғына кәрәк. Уларға шәфҡәт туташының, табип ҡушыуы буйынса килеп, уколдар эшләп китеүе лә етә.
2015 йылдың ғинуарынан бөтөн республика райондары дауаханаларында КСУ-лар ябылып, көндөҙгө стационарға күсерелә. Беҙҙең Ишембай районында койка-урындар һаҡланып ҡалған Ҡолғона, Маҡар, Петровский ауылдары дауаханаларындағы 27 КСУ ябыла. Алыҫлығы һәм халҡы күплектән сығып, Ҡолғона һәм Петровскийҙа күпмелер паллиатив койкалар асыла. Тимәк, унда тәүлек әйләнәһенә шәфҡәт туташтары постары эшләйәсәк. Төндә үҙҙәре йәки туғандары килтергән, йәиһә бәләгә тарыған юлдағыларҙы килтергәндә, уларға тәүге ярҙам күрһәтеүсе медицина хеҙмәткәре бар, тиергә була. Ә бына Маҡар дауаханаһында бары көндөҙгө стационарҙа 5-6 койка-урын ғына ҡалыуы бик ҡурҡыныс хәл. Быны хужалар беҙҙә фельдшерлы "Тиҙ медицина ярҙамы" машинаһы булыу менән аҡларға тырыша. Ә беҙҙәге ул машина Ҡолғона һәм Петровский зонаһындағы саҡырыуҙарға ла йөрөй. Әйтәйек, машина Ҡолғонаға китте, ти. Барып ҡайтырға ғына 3 сәғәт тирәһе кәрәк (юлдарҙың ҡот осҡос хәлдә икәнлеген һөйләп тороу урынһыҙ...). Юлда машина ватылыуы ихтимал, ул арауыҡта кеҫә телефондары ла эшләмәй. Тимәк, ҡасан ҡайтыу ҙа билдәһеҙ. Маҡарға һуғылып тормай, ауырыуҙы тура Ишембайға алып китһәләр, тағы ла ике сәғәт үтә. Ошо биш сәғәт буйына дауаханала бер кем дә юҡ. Минеңсә, был эште дәүләтсә, хужаларса уйланған эш тип әйтеп булмай. Ярай, шулай ҙа булһын. Ауылдарҙа ауыр хәлдәге, паллиатив койкаларҙа ғына ятырлыҡ ауырыуҙар шулай күп тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Булһа ла 2-3 кеше. Ә шул уҡ паллиатив койкаларҙа терапевтик профилдәге - гипертония кризы, йөрәк өйәнәге, баш мейеһе ҡан тамырҙарының хроник ауырыуҙары, эске ағзаларҙың хроник ауырыуҙары менән яфаланыусылар ятасаҡ. Шулай булғас, терапевтик койканың асылы ҡала икән, ниңә уның йөҙөн үҙгәртергә? Беҙ уҡыған осорҙа (һәм бөгөн дә): "Показанием для госпитализации больного является необходимость круглосуточного наблюдения медработником за его состоянием и лечение в условиях больничной койки", - тип әйтелә ине. Алда һанап үткән хроник ауырыуҙар киҫкенләшкән осорҙа ауырыу кешене дауаханаға һалырға кәрәк. Шулай булғас, ниңә койка-урынды үҙ атамаһы менән атамай, социаль яҡҡа ҡарап үҙгәртергә? Һыуыҡтар төшөп, ҡыш башланыу менән был койка-урындарға райондан йыйылған асарбаҡтарҙы тултыра башлайҙар. Ә уларҙың араһында кемдәр генә юҡ. Йыуындыр, таҙарт, кейендер, ҡара, дауала! Нисек икәнендә хужаларҙың эше юҡ! Был үҙе генә лә административ рәүештә дауаханаларҙа бөтөн СанПиН ҡағиҙәләрен боҙоу булып тора (кешеләрҙе шул хәлгә еткергән илдәр асарбаҡтар өсөн йоҡлау, туҡланыу, йыуыныу һәм айырым дауаланыу урындары аса. Ә беҙҙә проблеманы дауаханалар елкәһенә генә ауҙарып ҡуялар).
Шулай итеп, Маҡарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгән койка-урындар бөтөрөлдө, ти (6-7 кеше эшһеҙ ҡалғандан ни булған?) Әлбиттә, маҡарҙар көндөҙгө стационарҙа дауалана ала, төндәрен кәрәк ваҡытта "Тиҙ ярҙам" саҡырта. Ә күрше Егән, Подгорный, Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай ауылдары халҡына ни эшләргә? Ярай, күптәренә йүнәлтмә биреп, Иҫәкәй ФАП-ына ебәрергә мөмкин. Ундағы бер фельдшер дарыуға, отчетҡа, башҡа эштәре менән Ишембайға сыҡҡанда дауаланыу өҙөлә. Шуның өсөн дә унда медсестра ставкаһын асырға кәрәктер. Юҡ! Ауыл дауаханаһы койкаларын ябыу мәсьәләһенең бер осон икенсеһенә нығытмай тороп, был эште атҡарыу үҙе үк оло енәйәт! Ауыл дауаханаларын ябып ҡына хөкүмәтебеҙ бюджетҡа аҡса килемен артыҡ арттыра алмай. Киреһенсә, күберәк юғалтыуы көн кеүек асыҡ. Әйтәйек, ғаиләле, 3-4 балаһы булған ирҙе алкоголь интоксикацияһынан ваҡытында дауалай алманыҡ, ти. Дәүләт уның балаларына 18 йәштәре тулғансы пособие түләйәсәк. Шул хәлгә етмәҫ өсөн уны бары 2-4 көн дауаханала дауалап сығарыу кәрәк. Әлеге мәлдәге 100 һумды йәлләп, киләсәктә юғалтасаҡ 100 мең һумды ла күҙаллау зарурҙыр!
Советтар Союзы осоронда: "Ил килеменең яртыһын медицина тәьмин итә", - тиелде. Был бөгөн дә ысынбарлыҡҡа тап килә, әммә үҙебеҙ үк арттырған эшһеҙлеккә генә һылтанып, медицинаны ҡыйырһытыу хөкүмәтсә түгел. Быны ябай халыҡ та бик яҡшы аңлай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 22 октябрҙәге 3129-Д бойороғо буйынса бөтөн үҙәк район дауаханаларында 25-30 КСУ ябыла. Тимәк, башҡа райондарҙа ла беҙҙәге кеүек хәлгә тарығандар байтаҡ, тип була. Бигерәк тә төпкөлөрәк ауылдарҙа. Тик ниңәлер бындай хәлдәр йәмәғәтселекте лә, депутаттарыбыҙҙы ла бер ҙә борсомай.
Үҙем яҡын-тирә даирәһенә әйтер һүҙемде әйттем кеүек. Аңлайышлы итеп әйтелгәндәй. Ә бына минән аҡыллыраҡтарға, абруйлыраҡтарға, юғарыла ултырыусыларға, аҡыллыға ым да етә, тигәндәй, Ғәбит Садиҡ сәсәндең әйтемдәрен генә ҡабатлайым: - Ҡайҙа барғанды алда барғандар ҙа белмәй.
- Өҫтән төшкән әмер аҫтан емерә.
- Өҫкө ҡат аҫҡы ҡат өҫтөндә икәнен онотмаһын ине.
- Ҡоллоҡ илендә муллыҡ булмай.

Рәдис ДҮСӘЛИН,
Ишембай районы Маҡар дауаханаһы табибы,
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1577

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru