«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠБУҘАТ ОРАН ТАШЛАЙ – БАТЫРЫН ЭҘЛӘЙ
+  - 

 Скульптура жанры сәскә атҡан осорҙа йәшәгән боронғо грек философы Сократ: "Скульптор үҙенең ижадында күңел торошон сағылдырырға тейеш", - тигән. Нисә быуат алмашынһа ла, бөгөн дә был һүҙҙәр мөһимлеген, актуаллеген юғалтмай. Хәҙерге заман скульпторҙарының оҫталығы ла уларҙың гипсҡа, балсыҡҡа, ташҡа күңел торошон күсерә белеүе менән үлсәнә, баһалана. Ҡоробоҙҙоң бөгөнгө ҡунағы билдәле скульптор Өлфәт ҠОБАҒОШОВ менән нәҡ ошо йәнһеҙгә йән өрә алыу серҙәре, унда миллилекте сағылдыра белеү оҫталығы тураһында әңгәмәләштек.

Бөтә башланғыстар - уйындарҙан

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ Һәр эшкә башланғыс бала саҡта уҡ һалына. Минең дә скульптор һөнәрен һайлауым юҡтан ғына түгел, башланғысы алыҫ бала сағыма барып тоташа. Беҙ үҫкәндә ауылда уйын йолалары бик көслө ине, хәҙерге балалар кеүек, көнө-төнө өйҙән сыҡмай, компьютерға текәлеп ултырыу тигән нәмә юҡ. Хатта һәр миҙгелдең үҙ уйыны була торғайны. Мәҫәлән, яҙ етһә, малайҙар менән боҙ буйлап талға барабыҙ. Ҡояш төшкән урынға ғына менеп ултырып, талдан мурҙа үрәбеҙ, уҡ-һаҙаҡ эшләйбеҙ. Һәр бер уҡҡа үҙебеҙҙең тамғабыҙҙы ҡуйып, һырлап, семәрләп юнабыҙ. Башаҡтарҙың төрө иҫ киткес күп була торғайны: ҡырҡма башаҡ, беҙ башаҡ... Уҡ атҡанда осоп, өрөлөп барһын өсөн ҡанаттарын да төрлөләндереп эшләйһең, уны буяп, матурлап та алаһың. Йәйгеһен был эштәр менән шөғөлләнмәйбеҙ - кеше көлә. Ағас япраҡ ярмаҫ борон өйәңке башына менеп ултырып, үҙ-ара ярыша-ярыша, төрлө тауыш сығарырлыҡ итеп һыбыҙғылар яһап, күмәкләшеп көй сығарып уйнай инек. Уйыныбыҙҙы ла ҡыҙыҡлы итеп ойошторабыҙ. Башҡа яҡтарҙа немецтар-совет һалдаттары булып уйнағандарын ишеткәнем бар, ә беҙ француздар-башҡорттар булып һуғыша инек. Ҡулдарға һөңгөләр тотоп, шапканың бер ҡолағын бөкләп, икенсеһен артҡа төшөрөп кейеп алһаҡ, беҙ - башҡорттар. Ә ҡылыс менән ҡоралланып, бүректең ике ҡолағының бауын оҙонораҡ итеп, өсмөйөшләберәк бәйләп кейһәк, француздарға әйләнәбеҙ. Ҡыш етһә, ҡарҙан траншеялар ҡаҙып, һалдат һындары эшләйбеҙ. Олатайҙар уйнаған ошо уйындар беҙгә тиклем килеп еткән икән, тимәк, беҙ шул рухты, традицияны һаҡлай алғанбыҙ. Ул ғына ла түгел, шул уйындар беҙгә үҙебеҙгә оҡшаған шөғөлдө, шунан сығып, буласаҡ һөнәребеҙҙе һайларға ярҙам иткән.
Ижадыңда милли рух, тыуған илеңә ҡарата һөйөү тойғоһон сағылдыра алыу сифаты ла бала саҡта алған тәрбиәнән, мөхиттән килә. Мин үҫкән саҡта ауылда бөркөт ҡарашлы, олпат кәүҙәле бабайҙар ҙа йәшәне. Мәсет булмағанға күрә, улар йома намаҙына алмашлап бер-береһенең өйөнә йөрөнө. Йыш ҡына беҙ мәктәптән ҡайтып килгәндә баҫмала ҡаршыбыҙға килеп сыға торғайнылар, баштарына сәллә урағандар, сапан кейгәндәр, таяҡҡа таянғандар. Ҡайһы бер малайҙар, улар килеп етмәҫ элек сығып ҡалайыҡ, тип, баҫманы алдан йүгереп үтһә, туҡтатып: "Атайың кем? Нишләп ололарҙың юлын ҡыйып алдан сыҡтың?" - тип һорашалар. Малайҙар ғәйептәрен тойоп, баштарын аҫҡа эйеп кенә баҫып тора. Әммә эш бының менән генә бөтмәй, олатай был малайҙың йәшәгән йортона барып, атаһы менән дә һөйләшә. Бабайҙарҙың тәрбиәүи һүҙҙәре кешегә ниндәйҙер этәргес биргән, улар әле лә күҙ алдында тора, юҡ-юҡта ижадта ла сағылыш таба. Йәмғиәт тотҡаһы булған шундай ихтирамлы кешеләр бөгөн дә йәшәһә, илебеҙҙең хәле күпкә яҡшыраҡ булыр ине, бәлки. Ауыл кешеһенең эскерһеҙлеген, кешелеклеген, күршеһе менән бергә ҡыуана белеүен күреп үҫкән быуын беҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, XXI быуатта бик һирәктәр генә ошо сифаттарға эйә, һоҡлана белеү, ғәжәпләнә алыу тойғоларын кисерергә һәләтле. Үҙе тураһында юғары фекерҙә булыусылар унан оторо күбәйә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белмәгән тәрбиәһеҙҙәр үҙенең эшенә баһа биреп, ҡупырайып йәшәй. Иң юғары баһа - халҡың баһаһы. Эшең халҡыңа кәрәкмәй, файҙаһыҙ икән, маһайып йәшә ни, йәшәмә ни...

Ижадҡа ҡараш

Ижад - ул тау кеүек ҙур бер үр. Кеше шуға үрләүҙе маҡсат итеп алып, барып етмәй, кире әйләнеп китһә, ул ысын ижадсы була алмай. Миңә йыш ҡына: "Нисек скульптор булып киттегеҙ?" - тигәнгә оҡшаш һорау бирәләр. Мин бер ваҡытта ла алға сығып, үҙемде күрһәтергә тырышып, һөрәнләп йөрөмәнем. Хатта әрмелә хеҙмәт иткәндә, һүрәт төшөрә белгәндәргә бер аҙым алға баҫырға ҡушһалар ҙа, урынымда тороп ҡала инем. Был осраҡта эш битарафлыҡта, оялсанлыҡта түгел, үҙеңде күрһәтеп ҡалырға тырышмаһаң да, ваҡыт барыбер һәр нәмәне үҙ урынына ҡуя: йә үҙ арбаһына ултыртып ала йә арбанан төшөрөп ҡалдыра. Әммә кеше иҫәбенә юғары вазифа биләүгә өлгәшкәнсе, түрәләрҙең тупһаларын тапап, маҡтаулы исемдәр алғансы, үҙеңә тәғәйен эште тейешенсә атҡарып, маҡсатыңа өлгәшеү мең артыҡ.
Ҡайһы саҡта күңел төшөн-көлөгөнә бирелеп, ни эшләргә белмәй аптырап ҡалған осраҡтар ҙа була. Шундай минуттарҙа мин үҙемде ҡулға алып, маҡсатымды билдәләп, шуға өлгәшеү өсөн бар көсөмдө һалып эшләй башлайым. Альпинист бер тауҙың үренә артылғас, тағы ла бейегерәк һәм текәрәк икенсе тауҙың башына менергә ашҡынған кеүек, бер маҡсатҡа өлгәшкәндән һуң, икенсеһе килеп тыуа. Шул саҡ яңыраһың, үҫәһең, алдан булған үкенеүҙәрең, ҡайғырыуҙарың сүп кенә булып күренә. Ҡуйған маҡсатыңа өлгәшеүе, өҫтөңә алған бурысты үтәп сығыуы ни тиклем ауыр булһа ла, эшеңдән башҡа проблемалар иңеңде баҫҡанда ла, юлдан ситкә тайпылмаҫлыҡ көсөң булырға тейеш. Ул көстө мин, әлбиттә, тәү сиратта ғаиләмдән алам. Ҡатыным Рәмилә, улым һәм ҡыҙым миңә яңы ижади үрҙәр яуларлыҡ илһам, дәрт биреүселәр. Мин дә, әсәләре лә яҙмышыбыҙҙы сәнғәт менән бәйләһәк тә, балаларыбыҙ юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Скульптор һөнәренең еңелдәрҙән түгел икәнен яҡшы белгәс, береһен дә үҙ юлымды дауам иттерәм, тип ныҡышманым. Ғөмүмән, мин балаларға баҫым яһай торған кеше түгел. Бөгөн ҡайһы бер милләттәштәр бәләкәстәрен туған телендә һөйләштереү өсөн ниндәй генә саралар күр-мәй, хатта мәжбүри рәүештә башҡорт мәктәбендә уҡыта. Уларға мин аптырап бөтә алмайым: балаһын башҡорт мәктәбенә йөрөткәне лә өйҙә уны русса хәбәр һөйләп ҡаршылай. Улым менән ҡыҙым ҡала мөхитендә рус балалары менән уйнап үҫһә лә, саф башҡортса һөйләшә. Был ата-әсәнең балаға ирек бирә белеүенән килә, тип уйлайым. Шул уҡ йәмәғәт транспортында ла баланы ҡысҡырып башҡортса һөйләшеүенән тыйып, үҙең русса өндәшеп, тартҡыслап торһаң, ул, әлбиттә, туған телен хөрмәт итмәйәсәк. Оҫтаханамда эшләгән саҡта башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға күнеккәнмен. Бигерәк тә "Ашҡаҙар" радиоһында яңғыраған элекке быуын йырсылары башҡарыуындағы моңло, йөрәк түренән сыҡҡан илаһи музыка аҫтында ижад итеүе оҡшай. Минеңсә, скульптура композицияһында сағылдырыласаҡ образдарҙы ла, музыканы ла халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәренә таянып ижад итергә кәрәк. Сөнки халыҡтан һут алмаһа, ижад халыҡсан булмай. Ә бер-ике көнлөк эштәр башҡорт халҡының рухын ҡаҡшата. Ҡыҙғанысҡа күрә, был тенденция "Сәнғәт" тип исемләнгән бөйөк һүҙ артына йәшеренгән башҡа жанрҙарға ла ҡағыла. Башҡорт халҡының бөтөн булмышын, уның рухи көсөн, миллилеген сағылдырыуҙан алыҫ булған эштәр һуңғы осорҙа "заманса" тигән һылтанма менән ишәйә бара.
Ижад - ул сәнғәт менән әҙәбиәткә генә ҡағылмай. Һәр бер һөнәр эйәһе үҙ урынында ижадсы. Урмансы ла ағастарҙы тота килеп тотош ҡырҡып һалып бөтмәй бит, ул киләсәктә йәш урман ҡалҡып сығыуын да хәстәрләй. Тимәк, үҙ эшенә етди ҡараған, киләсәкте хәстәрләгән, бөтәһен дә уйлап эш иткән һәр кем - ижадсы.

Батырын көтә Аҡбуҙ

"Урал батыр" эпосы буйынса төбәк-ара кимәлдә ойошторолған иң яҡшы скульптура проекты бәйгеһендә ҡатнашҡан эшем еңеүсе тип табылды. 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының һуңғы курсында белем алып йөрөгәнемдә ҙур күләмле "Башҡорт халыҡ эпосы" китабы баҫылып сыҡты, мин шул саҡта уҡ Урал батыр һәм Аҡбуҙат образдарына скульптура композициялары эшләй башлағайным. Әммә ул осорҙа беҙҙең эпостарыбыҙға иғтибар бик аҙ ине. Шулай ҙа Башҡортостандың дәүләт символдары буйынса үткәрелгән конкурсҡа ла "Урал батыр" эпосына таянып эшләгән бер-нисә вариант тәҡдим иткәйнем. Киләсәктә "Урал батыр ере" туристик маршрутына ингән Бөрйән районындағы Йылҡысыҡҡан күле буйында ҡуйыласаҡ Аҡбуҙат һыны бына шул йылдарҙан уҡ күңел түремдә йөрөтөлгән, һәр бер детале тиерлек уйланылған проект. Бәлки, күптәрҙә: "Ни өсөн Урал батырҙы йә Шүлгәнде түгел, нәҡ Аҡбуҙаттың скульптураһын эшләнегеҙ?" - тигән һорау тыуалыр. Ошо сихри көскә эйә булған, эйәренең ҡашына алмас ҡылыс, йылан ҡамсы тағылған ҡанатлы ат бөгөнгө көндә лә батырын табыр, тигән өмөт бар. "Ҡайҙа батыр?" - тип, Аҡбуҙат үҙе оран ташлай. Киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү өсөн ел-дауыл ҡуптарып, артынан мал ҡотон алып сыҡҡан шундай арғымаҡты ауыҙлыҡлаған, халыҡ ҡанын һурған дейеүҙәргә сик ҡуйған Урал батыр кеүек герой кәрәк. Тик шундай батырыбыҙ булғанда ғына беҙ милләтте ҡотҡара алабыҙ. Минеңсә, ундай тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булған эштәр мәңгелек материалдан эшләнергә тейеш. Шуға күрә, суйындан ҡойолған һынды гранит постаментҡа ҡуйып эшләтһәк, яҡшы буласаҡ. Композицияның бейеклеге нигеҙе менән бергә 7 метрҙан артып китәсәк, тояҡтарынан алып үлсәгәндә оҙонлоғо 5 метр тирәһе буласаҡ. Скульптураны тағы ла өҫтәп деталләштерәм, сөнки бөйөк һүҙ оҫталары, сәсәндәр меңәр йыл дауамында Аҡбуҙат образын ауыҙ-тел ижады аша шымартҡан. Эпосты тәрәндән өйрәнеп, декоратив-монументаль сәнғәт төрөнә күсерә алһаң, шунан да артыҡ итеп Аҡбуҙатты эшләп булмаясаҡ.
Тормоштағы атҡа ҡанат ҡуйып эшләһәң, унан Пегас килеп сыға. Ә ул поэтик образ, шағирҙарҙың илһам сығанағы, илаһи ат. Аҡбуҙат иһә, героик эпостан алынған батырҙар аты. Ул күк күкрәтеп, диңгеҙ шаулатып, һауа ярып килгән тылсымлы ат. Пегас шулайтып осоп йөрөймө һуң? Осһа ла, уның тауышын берәү ҙә улай тип яҙмаған. Ғөмүмән, "Урал батыр" эпосында башҡорт халҡының тормош философияһын сағылдырған бик колоритлы образдар күп һәм улар, бөтәһе лә тиерлек, географик атамалар менән бәйләнгән. Йәнбирҙе менән Йәнбикәне, Һомайҙы, Урал батырҙың улдарын, Шүлгәнде, Әзрәҡәне, дейеүҙәрҙе һ.б. бөтәһен дә тексҡа таянып, ундағы һүрәтләүҙәргә нигеҙләнеп эшләп ҡуйырға була. Йәки бүтән эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан аныҡ бер географик урынға ҡағылышлы өҙөктәрҙе, сәсәндәр һүҙен өс телдә (башҡортса, русса, инглизсә) ташҡа яҙып урынлаштырырға мөмкин. Ул саҡта туристик маршруттар иҫ киткес буласаҡ! Башҡорт халҡының боронғолоғон, рухи байлығын бөтөн сит ил туристарына ла күрһәтерлек, аңлатырлыҡ итеп эшләргә кәрәк, тик әле "Урал батыр ере" туристик маршрутын төҙөкләндереүҙә ҡулланыласаҡ эш-тәр араһында милли колорит, башҡорттоң рухын күтәрерлек булғандары юҡ тиерлек. Урал батырҙы һынландырғандар, ул японға ла, монголға ла, индеецҡа ла тартым килеп сыҡҡан. Уны Ер йөҙөнөң ҡайһы ҡитғаһына булһа ла алып барып ҡуйырға мөмкин. Ә беҙҙең халҡыбыҙҙы күтәрә торған, рухыбыҙҙы нығыта торған эш-тәр улай булырға тейеш түгел. Ул сит ерҙә лә башҡортлоғон күрһәтеп, айырылып торорға тейеш.

Ҡамсат бүректәме эш...

Башҡорт булһа, мотлаҡ ҡамсат бүрек кейеп, иңенә елән һалып, ҡулында ҡурайы булырға тейеш, тигән штамп бар. Был беҙҙең йәшәйеште аңламауҙан, бөтә нәмәгә лә еңел ҡарауҙан, беҙҙең тарихты, этнографияны, башҡа төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнмәүҙән килә. Беҙҙең милли кейемебеҙ ифрат бай, уның төрлөлөгөнөң иге-сиге юҡ. СССР заманында милли кейемдәрҙе, иҫкелек ҡалдығы, тип, бөтөрҙөләр. Халыҡ уны сәхнәлә генә күреп өйрәнде. Ә бит сәхнә өсөн тегелгән кейемдәрҙе был өлкәлә ысын белеме булмаған кешеләр ҙә эшләүе мөмкин. Әлбиттә, сәхнә кейемдәре зауыҡлы, матур, башҡорттоң олпатлығын, характерын күрһәтә, был насар түгел. Әммә бының менән генә сикләнергә ярамай. Башҡорттарҙы һүрәтләгән немец, француз, рус рәссамдарының һүрәттәрен, гравюраларын ғына ҡараһаҡ та, башҡорт халҡының кейеме ни тиклем төрлө булыуын күрәбеҙ. Баш кейемдәренең генә лә әллә нисә төрлөһө бар. Оҙон ҡалпаҡтар, йәнлек тиреһен файҙаланып тегелгәндәре, ҡайтармалы башлыҡтар бар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмауҙарының ниндәйе генә юҡ! Бик ҙур территорияла йәшәгән башҡорт халҡының һәр ырыуға, араға хас биҙәкле кейемдәре булған. Былар барыһы ла шул гравюраларҙа сағылдырылған. Ә беҙҙең костюмерҙар шуларҙы өйрәнмәй, анһатҡа һалышып, алтмыш йәшлек бабайҙы ла, алты йәшлек баланы ла тирләтеп, бер төрлө кейем кейҙереп сығаралар. Хатта сәхнәгә йөҙ кеше сыға икән, барыһыын да инкубатор себештәре шикелле итеп теҙеп ҡуялар. Был беҙҙең үҙенсәлектәрҙе яйлап оноттора, ярлыландыра. Миҫалға БР Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрын килтерәйек. Егеттәр барыһы ла бер төрлө түбәтәй кейеп ултыра, ҡыҙҙар - яулыҡ ябынған. Ә уйын ҡоралдарыкүп төрлө: ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ һ.б. Был уйын ҡоралдары барыһы ла башҡорт түбәтәй кейә башлағансы уҡ меңәр йыл алда барлыҡҡа килгән, булған. Шуға күрә, оркестрҙа боронғо милли кейемдәребеҙҙең төрлөлөгө сағылыш табырға тейеш. Ә шулай ҙа сәхнәгә сыҡҡан артистың да, скульптура композицияһының да миллилеге тик кейемдән генә тормай. Миллилек ата-әсәнән алған, ҡандан килгән тәрбиәнең тышҡа бәреп сығыуы. Шуны йөрөтөү, мегаполиста башҡортлоғоңдо һаҡлап ҡалыу, сит милләттәр араһында яңғыҙ ҡалғанда ла шул сифатыңды күрһәтә алыу - ҙур батырлыҡ. Кешенең күңелендә булмаһа, башҡорт халыҡ кейеменең әллә ниндәй зауыҡлыһын кейҙерһәң дә, уны башҡорт тип атарға тел әйләнмәүе мөмкин. Ә бит мотлаҡ башҡорт тоҡомло булмаһалар ҙа, айыу йәки атты нәҡ башҡорт айыуы һәм башҡорт аты итеп эшләргә була.

Яуаплылыҡ тойғоһо көслө

Баш ҡалала башҡорт милләте тураһында фекер тыуҙырырлыҡ скульптуралар бар ул, әммә етерлек түгел. Монументаль сәнғәт өлгөләре һәр ваҡыт кешенең күҙ алдында, шуға уның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Беҙ йоҡлағанда ла, уянғанда ла һинең эшең ҡайҙалыр кеше күҙе күргән ерҙә тора. Үҙең башыңды бороп, урау юлдан йөрөһәң дә, башҡалар күрә. Шуға ла, ижадың өсөн бик ҙур яуаплылыҡ тояһың. Бәлки, бөгөн ҡоростан ҡойоп ултыртҡан бер һын шул урында меңәр йылдар торор. Битеңә ҡыҙыллыҡ килтерә, тип, ябып ҡуйып булмай уны. Баш ҡалабыҙҙың йөҙөн билдәләгән, башҡорттоң рухын сағылдырған иң юғары профессиональ скульптура бөгөнгө көндә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле. Сөнки Сосланбәк Тавасиев үҙ эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, ул халыҡтың рухын күтәрерлек образ тыуҙырған. Башҡорт әллә ҡайҙа йөрөһә лә, Өфөнән ситтә торһа ла, Салауат Юлаев һәйкәле үҙ урынында булған саҡта, баш ҡалабыҙҙа беҙҙең рух һаҡланасаҡ. Монументаль сәнғәттән тыш, архитектура ла бик ҙур көскә эйә. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең архитектурала миллилек сағылмай. Әле бына яңы төҙөлөп ятҡан мәсетте, башҡорт милли орнаменттары ҡулланып биҙәйҙәр, тип күрһәткәйнеләр. Әммә ябай торлаҡ йорттарында ла шундай биҙәлеш булырға тейеш, тип уйлайым. Милләтте тел, дин, йолалар аша ғына һаҡларға тимәгән, күҙгә салынған бөтөн нәмә милли колоритлы булырға тейеш. Быны тик башҡорттар ғына эшләй ала, сит милләт кешеләренең бөтәһе лә башҡорт асылын сағылдыра алмай. Шуға ла бөгөн беҙҙә олпат, ҙур, иҫ киткес матур һындар күбәйһә лә, улар араһында беҙҙең милләткә ҡыҫылышы булғандары һирәк. Скульптура жанры, монументаль сәнғәт һәүәҫкәрҙәр эше түгел. Ләкин һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр скульпторҙар күбәйҙе. Ниндәйҙер проекттар эшләп, гипс йәки бетондан ҡоялар ҙа, шуны ҙур хәбәр итеп һөйләйҙәр. Граниттан эшләгәс кенә үҙеңде ысын скульптор итеп тоя башлайһың бит! Бынан тыш, Башҡортостанда гранит, мәрмәр, баҡыр, тимер, алтын өҫтөнән тапап йөрөгәндә, нишләп беҙ шулай бер көнлөк эш менән булышырға тейеш?
Йәш башҡорт скульпторҙарын уҡытыу, тәрбиәләү мәсьәләһе ауыр хәл ителә. Скульптура жанрында эшләргә үҙе теләп килгән, скульптор булам тип йөрөгән кешене күргәнем юҡ әле. Һөнәр үҙләштереп, уҡып сыҡҡан булалар, әммә араларында рухлы йәштәр һирәк. Бынан тыш, скульптура жанрында эшләү өсөн бик күп нәмәне белергә кәрәк, физик яҡтан да ауыр, технологияларын үҙләштереүе лә еңел түгел. Иҫ киткес ҡатмарлы, күп ваҡыт, көс талап иткән эш. Ә замана йәштәре анһатҡа һалышҡан, компьютер менән уныһын-быныһын эшләргә күнеккән. Улар араһында минең кеүек иртәнге туғыҙҙан төнгө сәғәт 1-гә тиклем эш урынында тороп ҡалырға теләүселәр ҙә юҡ. Уның араһында башҡа төрлө тормош мәсьәләләрен дә хәл итергә өлгөрөргә кәрәк бит әле, етмәһә. Кеше үҙенең эшен еренә еткереп башҡарам тиһә, бик күп фиҙаҡәрлек талап ителә шул. Ә скульптурала һин эшләгән һындарҙың күплегенән бигерәк, халыҡҡа хеҙмәт итә торғаны булыуы мөһим. Берәү булһын ул, әммә берәгәй булһын. Шуны аңлаған кеше генә скульптор була ала, шуға минең уҡыусыларым да күп түгел. Рухлы егеттәрҙе генә алырға, өйрәтергә тырышам.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Рәссам һәм скульптор - икеһе лә шағир, ләкин һуңғыһы бер ҡасан да шарж кимәленә төшмәй. Скульптура мәҙәкте лә, кәмитләнеүҙе лә, ҡыҙыҡты ла күтәрә алмай, хатта көлкөнө лә һирәк күтәрә. Мәрмәр көлмәй", - тигән билдәле француз яҙыусыһы Дени Дидро. Моғайын да, скульптор нәҡ ана шул Сократ иҫкә алған миллилекте, күңел торошон сағылдырырға бурыслы булған өсөн дә уның һөнәре етдилек талап итәлер.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1578

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru