«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОҠО БАҪМАҺЫН ӨСӨН ХӘТЕРҘЕ УЯТЫП АЛЫУ ҘА КӘРӘК
+  - 

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһындағы башҡорт милли хәрәкәтенең башында тороусы "Аҡбуҙат" ойошмаһының 25 йыллығына арналған тантаналы сара уҙғарылды.

Ҡасан ғына әле Башҡортостан Республикаһына дәүләт суверенитеты, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары, уларҙа башҡортса уҡытыу һәм тәрбиә эштәре алып барыу, башҡортса матбуғат баҫмаларын булдырыу өсөн ваҡытын, сәләмәтлеген йәлләмәй сабып йөрөгән егет-ҡыҙҙар хәҙер инде сәстәренә сал төшкән абруйлы, ихтирамлы оло быуын дәрәжәһенә еткән. Бына улар сара уҙған Салауат башҡорт драма театры бинаһында һаман да йә бәхәсләшә, йә шатлыҡ ауаздарына күмелеп, ҡунаҡтар ҡаршылай, йә бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, ер һелкетеп бейеп китә. Эйе, уларҙың бөгөн ни ҡылһа ла хаҡы бар: сөнки тап улар ҡасандыр республиканың үҙаллылығы өсөн ҡалҡан булып баҫҡан милләттәштәребеҙ. Һаман да уларҙың йөрәгендә илен, телен, ерен, милләтен һаҡлар көс дөрләп яна һәм янасаҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы, тамаша залы үткәндәренә байҡау яһарға килгән ололар менән генә түгел, уларҙан эстафетаны үҙ ҡулдарына алырға тейешле йәштәр менән дә тулы ине.
Юбилей булғас, әлбиттә, ул халыҡ хәтерендә ҡалырлыҡ ҡына түгел, уның йоҡо баҫып барған күңелен, рухын ҡабат уятырлыҡ матур байрам булырға тейеш. Шуны иҫтә тотоп, ҡотлауҙар һәм сығыштар йыр-моң менән үрелеп алып барылды. Ә ҡунаҡтар ат еткән ерҙән дә, хат еткән ерҙән дә килгән: Ишембай аҡһаҡалдары, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре, Салауат ҡалаһының милли ойошмалары, Өфө ҡалаһынан "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәге вәкилдәре. Һәм, әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһы тантана сәбәпселәренә - ойошманың тәүге нигеҙ ташын һалып, күңелдәрендә ҡабынған осҡондо ялҡын кимәленә күтәреп, бөгөнгәсә уны һүндермәй йөрөтөүселәргә үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Ә инде Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм ижтимағи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дмитрий Склокиндың сарала ҡатнашып, рәсми власть исеменән ҡотлау адресын еткереүе тағы ла мәртәбә өҫтәне.
- Юбилейҙарҙа үткәндәрҙе иҫкә алыу - матур йола, - тине үҙенең сығышында "Аҡбуҙаттың" өсөнсө рәйесе Самат Мостафин. - Беҙҙең ойошманың тарихы бөтөн Башҡортостан тарихына тығыҙ бәйләнгән. Республикабыҙҙың 1990 йылдан башланған яңы тарих китабының һәр битендә "Аҡбуҙат"тың да ҡатнашлығы бар. 1989 йылда, Бөйөк Советтар Союзы тарҡалыу хәленә етеп, Балтик буйы илдәре үҙаллылыҡ өсөн көрәшкә күтәрелгәндә, беҙҙә лә халыҡ уяна, үҙ милләтен таный, башҡорт булған өсөн ғорурлыҡ арта бара. Ошо уяныу осоронда ҡалабыҙҙа республикала беренселәрҙән булып милли башҡорт ойошмаһы төҙөлә. Уның беренсе ағзалары булып Ирек Агишев, Мөхтәр Сабитов, Мәжит Әминевтар тора. Беренсе рәйесе итеп ул ваҡытта йәш, дәрте ташып торған Мәжит Әминев һайлана. Ул йылдарҙа ойошмаға милләте өсөн, Башҡортостаны өсөн янып-көйөп йөрөүселәр әүҙем ылыға. Уяныу осоро тиҙҙән осҡондан сыҡҡан ут кеүек, тотош республиканы азатлыҡ өсөн ялҡынлы көрәшкә әйләндерҙе, суверенитет өсөн эштәр башларға әйҙәне һәм этәрҙе. Үҙаллылыҡ яулағандан һуң, бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыуҙы юлға һалыу, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғә-ҙәттәрен, башҡорт халҡының үҙаңын, рухын тәрбиәләү буйынса эштәргә ең һыҙғанып тотондоҡ. Салауат башҡорт драма театрына яңы бина юллау, башҡорт гимназияһы булдырыу, башҡортса гәзит сығарыу эштәрен юлға һалыу күп көс һәм ваҡыт талап итте. Ҡалабыҙҙа башҡорт ҡурайын тергеҙеп, ҡурай уйнауҙы тормошобоҙға индереп, ҡурай конкурсын мәртәбәле төбәк-ара конкурс кимәленә күтәрҙек. Был эштәр бөгөн дә дауам итһен ине. Сөнки тормош тәгәрмәсе артабан тәгәрәй. Йәш-тәрҙе лә, пенсияла булып ваҡытын нисек уҙғарырға белмәгән ағай-апайҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк...
Самат Мостафиндың һүҙҙәрен "Аллағыуат" ойошмаһы вәкилдәре лә элеп алды. "Беҙ һәр ваҡыт "Аҡбуҙат" менән бергәләшеп эшләнек, сөнки уларҙың эшмәкәрлегенең беренсе пункты булып башҡорт халҡының милли мәнфәғәттәре торһа, икенсе пунктта башҡа милләттәр менән дуҫ һәм татыу йәшәү бурысы ҡуйылғайны. Башҡортостан - башҡорт халҡының аҫаба ере, беҙ, башҡа милләт вәкилдәре, башҡорт ерҙәренә килеп һыйыныу тапҡанбыҙ, шуға ла һәр саҡ "Аҡбуҙат" менән йәнәш атлайбыҙ һәм дөрөҫ юл һайлағанбыҙ, тип ышаныслы әйтә алам", - тине уның өлкән ағзаларының береһе Миҙхәт Рәхимҡолов.
...Ҡасандыр Ғәлимов Сәләм үҙенең "Шоңҡар" поэмаһында, риторик һорау күтәрә: "Әйтсе, Бурыл, әйтсе, йәшәү өсөн, ниндәй һуҡмаҡ менән барырға?". Ә инде "Аҡбуҙат"тың юбилей кисәһе был һорауға яуап бирҙе кеүек: халыҡ булып, милләт булып йәшәү өсөн телебеҙҙе, еребеҙҙе, динебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, иманыбыҙҙы, рухыбыҙҙы, асылыбыҙҙы, ғорурлығыбыҙҙы, сәмебеҙҙе һ.б. һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Быны атҡарыу ауыр ҙа, ауыр түгел дә һымаҡ. Үҙенең бер шиғырында Риф Тойғон "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй", тиһә, аҡһаҡалыбыҙ Рәшит Шәкүр иһә ошолай ти:

Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы.

Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп,
Башҡорт булып етлекмәгәндәр.
Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ
Күп кисергән, күпте күргәндәр...

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!

Башҡорт булыу үҙе изге бурыс -
Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ,
Урал батыр һымаҡ, Урал илен
Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1792

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru