«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - ҺУЛДА, РУС ТЕЛЕ – УҢДА
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, бөгөн дәүләт телдәрен ғәмәлдә ҡулланыу буйынса ҡала хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла планлы эш алып барыла. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, алтаҡталарҙы, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың эш ваҡыттарын, юл күрһәткестәрен, реклама ҡоролмаларын дәүләт телдәрендә яҙғанда һаман да хаталар ебәреүгә юл ҡуйыла. Бында, әлбиттә, ошо эштәрҙе башҡарыусыларҙың башҡорт телен белмәүе сәбәпсе. Шулай уҡ, законға ярашлы, дәүләт телдәрендә яҙылған алтаҡталарҙың урынлаштырылыуы ла һаманғаса күптәрҙең аңына барып етмәй. Ә бит быны иҫтә ҡалдырыуы һис ауыр түгел - башҡорт телендәге текст һәр саҡ һул яҡта йәки өҫтә, ә рус телендәгеһе уңда йәки аҫта торорға тейеш.
Былар - дөйөм хаталар, ә баш ҡалала туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу буйынса хәл-торош менән Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова таныштырҙы. Уның белдереүенсә, был мәсьәлә Өфөнөң милли мәғарифы өсөн тәүге урында торған бурыс. "Бөгөн баш ҡалала 40 милли мәғариф учреждениеһы селтәре эшләй, - тине ул. - Мәктәпкәсә, башланғыс, урта белем биреү учреждениеларында белем биреү башҡорт, рус, татар телдәрендә алып барыла. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында 7529 бала туған телендә уҡый йәки туған телен өйрәнә. Бөгөн дөйөм белем биреү учреждениеларында 13669 башҡорт балаһы уҡый. Был дөйөм һандың 13,7 процентын тәшкил итә. 18,5 процент башҡорт балаһы башҡорт гимназияларында йәки лицейҙарында белем ала. 21 проценты үҙ телен - туған тел, 47 проценты дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Йәмғеһе 92,7 процент башҡорт балаһы башҡорт телендә уҡый йәки өйрәнә. Былтырғы уҡыу йылында был күрһәткес 97,2 процент булған. Был йүнәлештә иң юғары күрһәткестәр Калинин (95,3 процент), Орджоникидзе һәм Совет (94,2-шәр процент) райондарында.
Һуңғы ваҡытта башҡорт йәмәғәт ойошмалары тарафынан уҡыусыларҙы башҡорт гимназияларына һәм лицейҙарына ҡабул итеү мәсьәләһе әүҙем күтәрелә. Ғәмәлдә, башҡорт мәктәптәрендә уҡыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Һуңғы өс йылда был һандар 4484, 4605, 4943 бала тәшкил итә. Мәктәптәрҙең барыһы ла, 2-се башҡорт лицейынан башҡа, тулы проект ҡеүәтенә эшләй йәки уларҙа балалар һанының артыуы күҙәтелә. Әммә мәктәптәр уҡыусыларҙы микрорайондар буйынса ҡабул иткәнлектән, уларҙа башҡорт милләтенән булмаған балалар һаны ла күбәйә. Әлеге ваҡытта башҡорт мәктәптәрендә башҡорт уҡыусылары 53 процентты алып тора.
Уҡыу йылы башында рус телле 93 дөйөм белем биреү учреждениеһында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу ойошторолған. Былтыр был һан 109 булған. Был күрһәткестең кәмеүен финанс средстволарын оптималләштереү, туған тел булмаған уҡыу планын һайлау, 10-11-се синыфтарҙа туған телдәр уҡытыу күсәгилешлеген һаҡламау, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирелеү сәбәптәре менән аңлатырға мөмкин. Әммә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законға ярашлы, мәғариф учреждениелары туған телдәрҙе уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш икәнен оноторға ярамай.
Рус телле барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ойошторолған. Әммә башланғыс синыфтарҙа дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ойоштороу проблемалар тыуҙыра. Әлбиттә, беҙ мәғариф тураһындағы республика һәм федераль законды тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Ә уларҙа дәүләт телдәрен өйрәнеү яҙылған, икенсенән, башланғыс белем биреүҙә республикаларҙың дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе федераль дәүләт белем биреү стандарттары ла күҙаллай. Аңлатмалы запискала: "Уҡыу пландары РФ мәғариф тураһындағы ҡануниәттә ҡаралғанса, субъекттарҙың дәүләт телдәрендә һәм рус теле булмаған туған телдә уҡытыуҙы һәм уларҙы өйрәнеү мөмкинлеген, синыфтар буйынса һәр йыл уларҙы өйрәнеү сәғәтен билдәләүҙе тәьмин итә", - тиелә. Шулай итеп, федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырғанда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү башланғыс дөйөм белем биреүҙең базис уҡыу планының вариатив өлөшөндәге сәғәттәр сиктәрендә уҡытыла.
Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү һуңғы йылдарҙа тотороҡло кимәлдә һаҡлана. Быйылғы уҡыу йылында ул 0,9 процентҡа артып, 81,5 процентҡа етте".
Мәғариф учреждениелары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән. Мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа 568 туған тел уҡытыусыһы эшләй. Милли мәғариф системаһында этномәҙәни йүнәлеш һаҡлана, туған телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе үҫтереү буйынса планлы эш алып барыла, туған тел уҡытыусыларын гранттар менән хуплау һәм улар өсөн конкурстар ойоштороу системаһы ла һөҙөмтәле эшләй, туған телдәрҙе уҡытыуҙың методик базаһы камиллаштырыла. Артабан сығыш яһаусы, ҡала хакимиәтенең Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе көйләү идаралығы начальнигы Ольга Завьялова сауҙа өлкәһендә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР законын тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы. Әлеге ваҡытта Өфөлә 8 меңдән ашыу сауҙа предприятиеһы, йәмәғәт туҡланыуы урыны, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм туриндустрия ойошмаһы бар. Уларҙың 95 процентында яҙмалар ике телдә башҡарылған. Йылына өҫтәмә рәүештә тағы ла 100 яңы объект асыла. Улар асылғанға тиклем етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла һәм предприятиеларҙың атамаһын башҡортса ла теркәү тәҡдим ителә. Бөгөнгә Өфөлә 800 сауҙа предприятиеһы башҡортса атама менән йөрөй. Даими рәүештә райондарҙың сауҙа белгестәре араһында аңлатыу эштәре алып барыла һәм тикшереүҙәр ойошторола. Йыл дауамында шундай 100 кәңәшмә, 80 рейд үткәрелгән, хаталарҙы төҙәтеү кәңәштәре менән 150 предприятиеға хат ебәрелгән. "Ҡала дизайны үҙәге" директоры Павел Әмиров белдереүенсә, был өлкәлә хаталар, нигеҙҙә, алтаҡталарҙың килешеүһеҙ урынлаштырылыуы йәки раҫланған эскиз буйынса эшләнмәүенә бәйле. Үҙәккә алтаҡталарҙы урынлаштырыу буйынса йылдың 11 айы эсендә 4657 мөрәжәғәт булһа, 2947 эскиз буйынса ғына ризалыҡ бирелгән.
Ултырышта район хакимиәттәренә һәм комиссия ағзаларына асыҡланған хаталарҙы төҙәтеү, ҡаланы хаталарһыҙ итеү мәсьәләләренә тағы ла нығыраҡ иғтибар бүлергә тәҡдим ителде.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазованың: "...мәктәптәр уҡыусыларҙы микрорайондар буйынса ҡабул иткәнлектән, уларҙа башҡорт милләтенән булмаған балалар һаны ла күбәйә. Әлеге ваҡытта башҡорт мәктәптәрендә башҡорт уҡыусылары 53 процентты алып тора", - тигән һүҙҙәрендә, ысынлап та, баш ҡаланың башҡорт йәмәғәтселеген бик ныҡ борсоуға һалған хәҡиҡәт ята. Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында ла һүҙ күтәрелде был хаҡта. Ошо ҡағиҙә арҡаһында баш ҡаланың 140-сы, 102-се, 158-се башҡорт гимназияларында, мәҫәлән, бөтә уҡыусыларҙың яртыһынан саҡ ҡына күберәге - башҡорт, ҡалғандары - рустар, башҡа милләт балалары һәм был уҡыу йорттарында башҡорт теленән башҡа бөтә предметтар ҙа рус телендә алып барылыуы, кластан тыш саралар ҙа рус теленә күсеп бөтөп барыуы тураһында билдәләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәүефле хәл, йәғни балаларҙы тотошлайы менән рус телендә уҡытыуға күсереү күренештәре республиканың башҡа райондарында һәм ҡалаларында ла күҙәтелә. Бөтөн донъя башҡорттары Башҡарма комитеты ултырышында булған һөйләшеүҙе гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 2098

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru