«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Йәнәй ырыуы башҡорттары

Йәнәй - башҡорт этносының иң боронғо ырыуҙарының береһе. Йәнәй ауылдары бөгөнгө көндә күп ҡалмауына ҡарамаҫтан, уларҙың ата-бабалары Урал-Иҙел буйындағы күп тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан.
XX быуат дауамында йәнәйҙәрҙең күп өлөшө милли үҙенсәлектәрен юғалтып, үҙҙәрен татар тип һанай башлаған. Уларҙың татар милләтенән булыуын нигеҙләү өсөн Ҡаҙан этнографтары Ҡаҙан татарҙары араһында типтәр-башҡорт этнографик төркөмө тураһында теория уйлап сығара. Был теория бик бәхәсле, әлбиттә. Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә килеп сыҡҡан үҙаңдағы айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, Кама буйында һәм Кама аръяғында йәшәгән халыҡтың бер өлөшө башҡорттоң боронғо ырыуы - йәнәйҙәргә ҡарай. Яҙма сығанаҡтар буйынса, йәнәйҙәрҙең тарихы IX-X быуаттан башлап 1 мең йылдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә ала, ә уның яңы "татар" осоро бер нисә тиҫтә йыл менән генә иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә йәнәйҙәрҙең 99,9 проценты Татарстан территорияһында тороп ҡалған. Башҡортостанда улар бер нисә ауылда ғына йәшәй.

Башҡорт-мадьяр туғанлығы хаҡмы?

Башҡорттарҙың килеп сығыуы хаҡындағы иң иртә һәм иң билдәле теория - ул башҡорттар нигеҙендә уғыр компоненты булыуы тураһындағы ҡараш. Был теория Иоанн де Плано Карпини менән Вильгельм де Рубрука исемле кешеләрҙең хеҙмәттәренә нигеҙләнә. Тәүгеһе Рим Папаһы Иннокентий IV монгол ханы һарайында илсе булһа, икенсеһе Франция короле Людовик IX-ҙың илсеһе була. Тәүгеһе үҙенең сәйәхәте тураһындағы яҙмаларында Бөйөк Венгрия хаҡында яҙһа, икенсеһе ошо ерҙә йәшәгән "паскариттарҙың" теле венгр теленә яҡын булыуын билдәләй. Ысынында, ике сәйәхәтсе лә Башҡортостандан үтмәгән. Уларҙың юлы аҫтаныраҡ үткән, тимәк, уларға башҡорттарҙың һәм венгрҙарҙың уртаҡлығы хаҡында һөйләү өсөн төп сығанаҡ булып венгр монахтары Отто менән Юлиандың яҙмалары ғына хеҙмәт итә алған.
Венгр хроникаларынан күренеүенсә, уларҙың тәүге төйәге әлеге йәшәгән ерҙәренән күпкә көнсығыштараҡ була. XIII быуатта Рихард исемле монах Рим Папаһы Григорий IX исеменә доклад яҙа. "Венгрҙар тарихында икенсе, боронғораҡ Венгрия бар, тигән мәғлүмәт табылған.... Унан ете башлыҡ сығып, үҙҙәренең халҡы менән яңы ерҙәр эҙләй башлаған..." Рихард яҙыуы буйынса, XIII быуаттың 30-сы йылдарында венгрҙарҙың тәүтөйәген табыу маҡсатында 4 монах көнсығышҡа юл тота. Уларҙың тик береһе, Юлиан исемлеһе генә кәрәкле урынға барып етә.
"Бөйөк Болғар - бай ҡалалары булған бөйөк һәм ҡеүәтле дәүләт. Әммә бөтәһе лә унда мәжүсиҙәр... Бер ҙур ҡалала Юлиан венгр ҡатынын таба... Был ҡатын Юлианға юл күрһәтә һәм шул юл буйлап ике көн барғандан һуң венгрҙарҙы табырға була, ти. Шулай килеп сыға ла, монах ике көндән Иҙел йылғаһы буйында йәшәгән венгрҙарға килеп юлыға. Тегеләр уны күреп һәм венгр икәнен танып, бик ныҡ ҡыуаналар... Татарҙар (монголдар) уларҙы яуҙа еңә алмағандар, хатта тәүге яуҙа үҙҙәре еңелгән-дәр. Шуға күрә лә уларҙы үҙ-ҙәренә иптәш итеп алып, бергә ҡушылып, 5 дәүләтте ҡырғандар", тип яҙа Рихард Юлиандың яҙмаларына нигеҙләнеп.
Юлиан монгол-венгр яуы хаҡында өҫтәмә мәғлүмәттәр ҙә бирә: "Кумандарҙы яулағандан һуң, монголдар беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сыҡҡан Бөйөк Венгрияға юл тота. 14 йыл һөжүм иткәндән һуң, ун бишенсе йылына уларҙы яулап алалар. Уларҙы яулағандан һуң бер йыл эсендә монголдар биш ҙур дәүләтте яулап ала". Плано Карпини менән Рубруканың фекерен ҡабул иткән һәм, венгрҙар менән башҡорттарҙы оҡшаш халыҡтар булған, тип иҫәпләгән Л.Н.Гумилев: "Монголдар менән кумандарҙың (ҡыпсаҡтар) һуғышы оҙаҡҡа һуҙыла, сөнки улар араһында бөгөн Башҡортостан тип аталған этник кәртә - Бөйөк Венгрия була. Был дәүләт Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаша. Монгол-башҡорт һуғышы 14 йылға, йәғни Хорезм солтанаты һәм Бөйөк көнбайыш походына ҡарағанда күпкә оҙағыраҡҡа һуҙыла" .
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Юлиан менән Рихард икеһе лә көнсығыш венгрҙарҙы бер тапҡыр ҙа башҡорттар тип телгә алмай, ә был ҡараш үрҙә телгә алынған Карпини, Рубрук, Полонус һығымталары нигеҙендә йәшәй башлай. Ә улар Иҙел буйынан Юлианға ҡарағанда 30 йылға һуңғараҡ үтәләр. Улар, Бөйөк Венгрия менән Башҡортостан оҡшаш булған, тигәндә нимәгә нигеҙләнгәндер, ул бөгөнгө көнгә тиклем билдәһеҙ булып ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был башҡорт халҡының сығышын уғырҙар менән бәйләү хаҡындағы теорияға этәргес була.
Был теорияға Филипп-Иоганн Страленберг (1676-1747) башланғыс һалыусы булып тора. Ул күрше төрки халыҡтары башҡорттарҙы һары истәктәр тип атауҙарынан сығып, башҡорттарҙың уғыр тамырлы булыуы хаҡында һығымта яһай. Татищев, Карамзин да ошо уҡ ҡарашта була. Һуңғыһы башҡорттарҙың тәүге теле венгр теле була, һуңынан ғына төрки һөйләштә аралаша башлайҙар, тип яҙа. Уның ҡарашы буйынса, башҡорттар төрки һөйләшкә Батыйҙың яулап алыуҙарынан һуң ғына күсә. Әммә был ваҡытта, XIII быуатта, монголдар үҙҙәре әле ҡыпсаҡ һөйләшенә күсмәгән була, ә болғарҙар бөгөнгө сыуаш теленә яҡын телдә аралаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, телгә алынған осорҙа был ерҙәрҙәге хәҙерге төрки телдәргә оҡшаш һөйләштә аралашҡан берҙән-бер халыҡ башҡорттар була. Шулай итеп, башҡорт халҡының килеп сығышының уғыр теорияһы Плано Карпини, Бенедикт Полонус, Гильома де Рубруканың бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән шәхси һығымталарына ғына ҡоролған теория икәнлеген әйтергә була.
Әммә ваҡыт үтеү менән бер нисә тиҫтә йыл хакимлыҡ иткән уғыр теорияһы яңы асылған факттар менән инҡар ителә башланы. Мәҫәлән, XI быуат филологы Мәхмүт Ҡашғариҙың 1915 йылда Истамбулда сыҡҡан "Диван лөғәт әт-төрк" әҫәрендә башҡорттар алдынғы төрки милләттәр исемлегендә телгә алына һәм уларҙың теле венгр түгел, ә төрки телде тәшкил итеүе билдәләнә. "Ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, оғуҙ... ҡәбиләләренең берҙәм теле - төрки тел. Уларға йәмәктәр менән башгирттарҙың (башҡорттарҙың) теле яҡын", - тип яҙа Ҡашғари. Ҡашғариҙың мәғлүмәттәре башҡорттарҙың ниндәй телгә ҡарауҙары хаҡындағы һорауҙа шик ҡалдырмай. Сөнки ул Юлианға ҡарағанда ике быуатҡа алданыраҡ йәшәй һәм шул ваҡытта уҡ башҡорттар төркиҙәрҙән һанала. Раил Кузеев: "Боронғо венгрҙар һәм башҡорттар, күренеүенсә, төрлө халыҡтар булалар, тимәк , "башҡорт-мадьяр туғанлығы" теорияһы тарихи-этнографик материалдарҙа раҫлау тапмай", - тип был дисскуссияға нөктә ҡуя.

Азамат САЛАУАТОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1563

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru