«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АНА КИЛӘ СӘСӘНЕ - УНДА БИТ ИЛ ХӘСТӘРЕ!
+  - 

"Әгәр кеше һәм фәрештә теле менән һөйләшеп тә, йөрәгемдә һөйөү булмаһа, мин бары тик буш яңғыраҡлы баҡыр ғынамын", - тигән Апостол Павел. Бөтә изгеләрҙең дә йөрәгендә кешеләргә, үҙ милләтенә ҡарата һөйөү тойғоһо булмаһа, улар һөйләгән һүҙҙәр быуаттар аша телдән-телгә күсә килеп, бөгөнгәсә халыҡ хәтерендә һаҡланмаҫ, буш яңғырауыҡлы баҡырҙан сыҡҡан тауыш кеүек сыңлап ҡына тымған булыр ине. Күпме тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Аҡмулланың ижады бөгөн дә халыҡ хәтерендә һаҡланып килә икән, тимәк, бөйөк мәғрифәтсенең үҙ халҡына ҡарата булған һөйөүе быуындарға етерлек булған. Ошо көндәрҙә Миәкә районында үткәрелгән "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышы шәхестең халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған изге һүҙҙәрен тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө.

Быйылғы йыл "Мәҙәниәт йылы" тип нарыҡланыуы үҙ мөҙҙәтен көтөп, онотола биреп ятҡан күп кенә башҡорт халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәни сараларына яңы һулыш биреп, рухиәтебеҙгә иғтибарҙы арттырып ебәреүе береһенә лә сер түгел. Ошо сиктәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында Башҡортостандың район һәм ҡалаларында сәсәндәр мәктәбе асыу буйынса Координация үҙәге булдырыласаҡ. Ә Сибай ҡалаһында Асия Ғәйнуллинаның сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә "Урал батыр" Сәсәндәр үҙәге ойошторорға ҡарар ителде. Был үҙәк 2015 йылда эшләй башлай, унда сәсәнлек оҫталығына, ҡыл-ҡумыҙ, ҡумыҙ, ҡурай кеүек уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәтәсәктәр. Киләсәктә Сибай сәнғәт колледжында бюджет нигеҙендә "Халыҡ художество ижады" йүнәлеше буйынса уҡытыу яйға һалынасаҡ. "Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙҙең күп кенә үҙенсәлектәренә юғалыу хәүефе янай. "Урал батыр" Сәсәндәр үҙәге Рәсәйҙәге быуаттар буйына формалашҡан йолалары булған милләттәрҙең мәҙәниәте тергеҙелеүенең күрһәткесе буласаҡ", - ти Сибайҙағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы.
Ә шулай ҙа ниндәйҙер эш башлар алдынан был өлкәләге белгестәрҙе барлап алыу кәрәктер. Ошо йәһәттән Миәкә районында "Аҡмулла нәсихәттәре" республика фольклор байрамы сиктәрендә "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышы ла үткәрелеүе маҡсатҡа ярашлы булды. Бында Әбйәлил, Белорет, Бишбүләк, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Өфө райондарынан ҡырҡтан ашыу һүҙ оҫтаһы ҡатнашты. Сәмле конкурсанттар ярыштың тәүге өлөшөндә Аҡмулла шиғырҙарын, нәсихәттәрен һөйләне, үҙ ижады менән таныштырҙы. Ҡатнашыусыларҙың береһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова менән әңгәмәләшкәндә ул: "Сәсән һәм шағир икеһе лә һүҙ оҫтаһы булыуға ҡарамаҫтан, улар араһында айырма шул тиклем ҙур. Шағирҙар аҡыл, рух, ниндәйҙер идеялар, милләтенә ҡарата һөйөүен белдермәйенсә, хис-тойғоларына таянып ҡына ла ижад итә ала, ә сәсән ижады тәрәнерәк, ул мотлаҡ оло һөйөү, рух менән һуғарыла булыр", - тигәйне. Ошо айырма "Аҡмулла вариҫтары" сәсәндәр ярышында ла һиҙелде. Конкурстың икенсе яртыһында сәсәндәр араһында әйтеш ойошторолдо, жюри ағзалары тәҡдим иткән ике юллыҡтарҙы шиғри һүҙҙәр менән дауам итергә кәрәк ине.
- Ҡатнашыусыларҙың күсмә мәғәнәлә, образлы фекерләй алыуын тикшереп ҡарау ниәтендә "Бейек тауҙың үлгәне" тигән ҡобайырҙың ике юлын, Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә ҡуйылған ҡурайсы малай һынына ҡарата һорау тәҡдим иткәйнем, ауыр һынау булды, - тине "Аҡмулла вариҫтары" ярышының жюри ағзаһы, БДПУ профессоры, билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов.- Фәлсәфәүи яҡтан тәрән уйланырға урын бар ине, әммә ҡатнашыусылар теләгән кимәлдә йырып сыға алманылар, әйтеш барышында проза менән яуап биреүселәр ҙә булды. Был беҙҙең борондан килгән сәсәнлек традицияларын, сәсәндәрҙең ижадын онота барыуҙан киләлер, тип уйлайым. Әйтергә кәрәк, һәр бер һөнәр эйәһе үҙен ошо эштә камиллаштырыу буйынса хәстәрлек күрергә тейеш. Бөгөн бында сәхнәгә сығыусылар ҙа киләсәктә үҙен камиллаштырыу, ҡанына һалынған сәсәнлек оҫталығын артабан үҫтереү юҫығында эшләһен, башҡорт халҡының боронғо эпос, ҡобайырҙарын, сәсәндәр ижадын өйрәнһен, тигән теләктә ҡалам.
"Аҡмулла вариҫы" ярышында ҡатнашыусыларҙы баһалаусы башҡа жюри ағзалары - "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Сәрүәр Сурина ла әйтеш ваҡытында отҡорлоҡ, тапҡырлыҡ, кинәйә менән һөйләү етеңкерәмәһә лә, киләсәктә үҫеш өсөн нигеҙ һалыныуын билдәләне. Мөнир Ҡунафин интернетта "Вконтакте" селтәрендә сәсәндәр өсөн айырым төркөм асып, шунда әйтеш, үҙ ижадың менән уртаҡлашыу мөмкинлеге биреләсәге тураһында һөйләне. Ә "Киске Өфө" гәзитендә "СМС-әйтеш" рубрикаһы киренән тергеҙеләсәк, СМС-хәбәрҙәр ебәреп һәр теләгән һүҙ оҫтаһы фекер алышыуҙа ҡатнаша аласаҡ.
"Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышында Хәнифә Әбүбәкерова (Әбйәлил районы) һәм Сафуан Сәйетғәлин (Салауат районы) беренсе урын яуланы. Хәнифә Әбүбәкерова был конкурстың төп әһәмиәтен балаларҙы йәлеп итеүҙә күрә, мәктәп уҡыусыларының Аҡмулланың ижад өлгөләрен яттан һөйләп, уға арнап яҙған үҙ шиғырҙарын сәхнәгә сығарыуы ҙур иғтибарға лайыҡ, тигән фекерҙә ул. "Бөтәһен дә уҡытып һәм өйрәтеп кенә сәсән итеп булмай, сәсән ул тыумыштан отҡор, йор һүҙле, аҡыллы кеше. Сәсәндәр ярышы үтә, тип, ҡапыл ғына фекерҙәреңде яҙып, сығыш яһап та булмай. Шулай ҙа әлеге Миәкәләге сәсәндәр ярышында күп балалар әйтештәрен алдан әҙерләп килеп, сәхнәгә сығыуы уларҙа сәм уятыр, дәртләндерер. Оло быуын кешеләренең сығыштарынан үрнәк һәм фәһем алырҙар", - ти сәсәниә.
Ысынлап та, борон да халыҡҡа кәрәкле һүҙ әйтерҙәй, аҡыл өйрәтерҙәй, кәңәш бирерҙәй һүҙ оҫталары бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған. Сәхнәгә сыҡҡан балалар араһынан киләсәктә бер-нисәүһе генә халыҡ хәтерендә ҡалырлыҡ сәсәндәр булып китә алған осраҡта ла, бөгөн башланып ҡына торған сәсәнлек традицияларын кире тергеҙеү буйынса эштәр елгә осмаҫ ине. Сәсән - асып-ярып тураһын әйтеп йөрөүҙән бик, халыҡ аңларлыҡ итеп кенә кинәйәләп иҫкәртеп, мәрәкәләп көлдөрөп хәл айышына төшөндөрә белгән, аҡыллыға ишара яһап йөрөүсе кеше булырға тейештер, моғайын. "Мәктәптәрҙә сәсәндәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр булырға тейеш, дәрестәр кәрәк. Учалы, Әбйәлил, Баймаҡта ла сәсән телле кешеләр бар, әммә улар араһында халыҡ араһында үҙен таныта белгәндәре аҙ. Сәсәндәргә барып, аралашып, мөмкин тиклем рухи хазиналарыбыҙҙы өйрәнеп, отоп алып, һаҡлап ҡалырға кәрәк беҙгә. "Урал батыр" Сәсәндәр үҙәгенә теләгән һәр кем килә ала, киләсәктә сәсәндәр берлеген төҙөргә уйлайбыҙ, улар берләшһен, ойошһондар, тигән ниәттә эшләйәсәкбеҙ. "Аҡмулла нәсихәттәре" республика фольклор байрамы сиктәрендә "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышын үткәреүҙе лә дауам итәсәкбеҙ, бынан тыш та ошо йүнәлештә эштәрҙе яйға һаласаҡбыҙ", - ти Республика халыҡ ижады үҙәге баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ана килә сәсәне,
Үрә тора сәстәре.
Үрә тормаҫ ине сәсе,
Унда бит ил хәстәре", - тигән һүҙҙәр әйтелгәйне "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышы барышында. Ысынлап та, Тыуған илен хәстәрләгән, йөрәгендә халҡына ҡарата һөйөү йөрөткән кешенең бөгөнгө көндә сәстәре үрә торалыр ҙа, әммә буш яңғыраҡлы баҡыр кеүек булмаҫ өсөн һүҙен үлсәп, фекерен туплап һөйләү талап ителәлер. Киләсәктә башланған эшкә ҡар яуып өлгөрмәҫ борон халыҡ алдында абруйлы һүҙен әйтерлек сәсән телле йәштәребеҙҙе тәрбиәләргә, ошо матур ғәҙәтебеҙҙе онотмаҫҡа кәрәк. Шул осраҡта, бәлки, Хәнифә апай Әбүбәкерова әйткәнсә,"Һайт!" менән "Тайт!" араһында буталып йөрөүҙән туҡтап, ҡайҙа барып етеребеҙҙе күҙаллап, таҡыр һәм дөрөҫ юлға төшөп тә алырбыҙ әле.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1780

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru