«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕАТРЫБЫҘ ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙ
+  - 

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Театрына ҡарап, дөйөм милләттең мәҙәниәте тураһында һүҙ йөрөтөргә була, тиҙәр. 100 йыллыҡ юбилейына биш миҙгел генә ҡалған театрҙың бөгөнгө йөҙө ниндәй һуң? Ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Олег ХАНОВ, театрҙың художество етәксеһе: Бөгөнгө көндә илдә барған сәйәси ваҡиғалар һәр кемдең күңелендә бер аҙ хәүеф тойғоһо уята торғандыр. Театр барлыҡҡа килгән 1919 йыл да тарихи күҙлектән бик ҡатмарлы осор була. Дәүләт ҡоролошондағы һынылыш һөҙөмтәһендә кешеләрҙең аңында, уларҙың донъяға ҡарашында һынылыш барлыҡҡа килә. Ошо ваҡиғаларҙың киҫелешендә торған театрҙың эшмәкәрлегендә лә сағыла был дәүер. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский, Шәйехзада Бабич, Бәҙәр Йосопова, Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡаларҙың, һуңғараҡ Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумын тамамлап килеүсе Булат Имашевтарҙың яҙмышына ла ил тарихы үҙенең эҙен һала. Театрҙың 1930 йылда Мәскәүҙә СССР халыҡтары мәҙәниәте Олимпиадаһында ҡатнашыуы, унда ошо осорҙа барған реформалар театр үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Ысынлап та, театрҙың үткәне илдең тарихы менән тығыҙ бәйле. Артыҡ тарих һөйләү менән мауыҡмайынса, ҡыҫҡаса шуны әйтергә була: бөгөн урамда 2014 йыл, 21-се быуат, ә башҡорт театры бар һәм уның киләсәге лә яҡты. Беҙҙең бөгөнгө төп бурыстарыбыҙҙың иң мөһиме - туған телде, уның дөрөҫ яңғырашын һаҡлау, тип иҫәпләйем. Икенсенән, һәр театр үҙ заманы талаптарына яуап бирергә һәм заманды сәхнә әҫәрҙәрендә сағылдырырға тейеш. Гел генә фольклор, тарихи темалар, тамашасы өсөн бигерәк яҡын булған классик музыкаль әҫәр-ҙәр менән генә сикләнергә ярамай. Театр даими эҙләнеү юлында булырға тейеш. Тәжрибәләр яһарға, тамашасы яратҡан әҫәрҙәргә икенсе күҙлектән ҡарауҙан ҡурҡырға ярамай. Мәҫәлән, был миҙгелдә Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури әҫәре буйынса ҡуйған "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендәге төп проблемалар бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Наҙанлыҡ, ғилемһеҙлек ята күп бәләләр нигеҙендә. Ҡасандыр бөйөк мәғрифәтсе Аҡмулла "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тип оран ташлаһа, бөгөн дә был бик көнүҙәк мәсьәлә. Ни өсөн минең халҡым аҙаҡҡылар рәтендә булырға тейеш әле? Был материал бына ошо проблеманы художестволы рәүештә бик яҡшы итеп күрһәтә алды. "Мин - ҡатын-ҡыҙ" спектаклен (Туфан Миңнуллин) йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев яңыса ҡараш менән сәхнәләштереп, ҡатын-ҡыҙҙың ерҙәге әсәлек асылы тураһындағы әҫәрҙе дөйөм кешелек юғарылығына күтәреп яңғырата алды. Ошо ике генә миҫалдан сығып, театр заман менән бергә атлай, тип ышаныслы әйтергә була. Мәҙәниәт йылында, башҡорт театры менән һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп йәшәгән Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулғанда, театрҙың да юбилейын билдәләү үҙе бер мәртәбә, был ваҡиғаларҙың тап килеүендә лә ниндәйҙер хикмәт барҙыр, моғайын.

Альбина ИСХАҠОВА, тамашасы: Башҡорт театры менән тәүге танышыуым Өфөгә интернатҡа уҡырға килгәс, 10-12 йәштәр тирәһендә булды. Ул заманда актерҙарға бөйөк шәхестәр итеп ҡарай инек, яндарына барыу, һүҙ ҡушыу тураһында уйламайһың да. Борон драма театры ла Башҡорт опера һәм балет театры бинаһында урынлашҡайны, бер көн опера, бер көн балет, икенсе көндә драма спектаклдәре ҡуйыла ине. Унда инәһең дә, мөғжизәле бер донъяға сумаһың. Тамашасы гардеробта сисенә, мотлаҡ рәүештә алмаш туфлиҙар кейә, антракт ваҡытында ҡара төлкө тире яғаларын иңдәренә һалған оло-оло апайҙар бер-бер артлы теҙелеп, баштарын текә генә тотоп йөрөй. Беҙ, бала-саға, уларҙың артынан эйәреп, улар булып атлап ҡарай торғайныҡ. Беҙҙең мәктәптең егеттәре театрға массовкала уйнарға йөрөйҙәр ине. Артистарҙан Арыҫлан Мөбәрәков хәтергә уйылып ҡалған, иҫ киткес мөғжизәле кеше, һоҡланғыс актер булды ул. Ул сәхнәгә килеп сыҡһа, сәхнәне тултырып, уға йәм, дәрт өҫтәй ине. Әнғәм Атнабаевтың "Ул ҡайтты" спектаклендә уйнағанын илай-илай ҡарай торғайныҡ. Спектаклдәрҙең йырҙарын йырлап йөрөй инек.
Театр менән бергә теге быуаттан был быуатҡа атланыҡ, өсөнсө быуын актерҙарын танып беләм. Беҙҙең менән бергә театрыбыҙ ҙа олпатланды, тәжрибә тупланы. Бөгөнгө йәш актерҙар ҙа шундай һәләтле, спектакль ҡараған һайын һоҡланып бөтә алмайым. Әлбиттә, күп нәмә ябайлашты хәҙер, декорацияларҙы элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел. Ҡатмарлы, көтөлмәгән алымдар уйлап табыла, тамашасыны "Аһ" иттерерлек спектаклдәрҙе йыш ҡуялар. Беҙ, өлкәнерәк быуын тамашасылары, ҡайһы бер нәмәләрҙе оҡшатмай ҙа ҡуйған булабыҙ, шулай ҙа был театр һаман да элеккесә уйнарға тейеш, тигәнде аңлатмай. Театр заман бергә үҙгәрергә лә бурыслы. Әгәр ҙә сәхнәлә рух бар һәм ул халҡына һаман да тоғро икән, бындай театрҙың киләсәге тағы ла өмөтлөрәк буласаҡ.

Шулай итеп...
Заманалар менән бергә тамашасыларҙың да, хатта театрҙың үҙенең дә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, башҡорт драма театры бер ҡасан да үҙ юлынан, үҙ маҡсатынан тайпылғаны юҡ. Һуңғы ваҡытта премьера спектаклдәренә билеттар табып булмаған осраҡтар йыш була, тимәк, үҙенең рухы, эстетик өҫтөнлөктәре, тәбиғәте буйынса башҡорт театры заманға яраҡлаша ала тигән һүҙ. Ошо сәхнәлә ҡасандыр уйнаған бөйөк легендар шәхестәр, бөгөн уларҙың эшен дауам итеүсе йәштәр бар саҡта, милләт мәҙәниәтенең йөҙөн күрһәтеүсе башҡорт театрының 100 йыллыҡ юбилейын тағы ла лайыҡлыраҡ ҡаршылар өсөн бөтөн мөмкинлектәре бар.

Ләйсән ДАЯНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1540

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru