«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КӨРӘШ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЙЕК!
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Динамо" спорт комплексында милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты үтте. Башҡортостан көрәшселәре, ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәтеп, был юлы күрше Татарстан спортсыларына беренселекте бирергә булды. Һөҙөмтәлә, командалар буйынса Валерик Зөлҡәрнәйев тәрбиәләнеүселәре, йәғни, беҙҙекеләр - икенсе, Ульяновск өлкәһе егеттәре өсөнсө урынға ҡалды. Шәхси беренселектә Салауат батыр, Алдар батыр вариҫтары: 60 килограмм ауырлыҡ категорияһында - Илфаҡ Ибәтуллин, 65-тә - Рәмил Ғәлимов һәм 100 килограмдан ауырыраҡтар араһында Рөстәм Арыҫлановтар бронза миҙал яулаһа, 70, 85 һәм 90 килограмм ауырлығы категорияһындағы спортсыларҙан - Артур Зөлҡәрнәйев, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов республика йыйылма командаһы иҫәбен көмөш миҙалдар менән тулыландырҙы.
Мәсетле районы Һөләймән ауылы егете, милли көрәш буйынса спорт мастеры, быйыл ғына өс тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулаған Айгиз Зәйнетдинов менән ярыш алдынан бер талай әңгәмәләшеп алғайныҡ. Әңгәмә барышында геройыбыҙҙың бик үҙенсәлекле һыҙаттары асылды. Мәҫәлән, ул үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа спиртлы эсемлек эсеп, тәмәке көйрәтеп ҡарамаған. Замандаштарынан айырмалы рәүештә, егет социаль селтәрҙәрҙә ултырыу сире менән дә "ауырымай" икән. Батырыбыҙға көрәшсе булып китеүенең сәбәбе, көрәштә була торған ҡайһы бер хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу саралары, нисек баһадир кәүҙәле булыу сере тураһында һәм бөгөнгө ярышҡа ҡағылышлы бер-нисә һорау бирҙек.

Айгиз, бөгөнгө ярышҡа әҙерһеңме, тип һораһаҡ, моғайын, урынһыҙ булыр. Шулай ҙа...

- Физик торошом буйынса тулыһынса әҙермендер, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, ике аҙна буйы йыйылма команда йыйынында Ҡыйғы районынан килгән талантлы тренер Валерик ағай Зөлҡәрнәйев етәкселегендә көнөнә өсәр мәртәбә бик ентекле, ҡыҙыу, хатта ҡаты күнекмәләр үттек. Унан ике аҙнанан һуң тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып, ял иттек. Хәйер, ял иттек, тиһәм дә, йәнә ике аҙна һуҙымында өйҙә шөғөлләндек.
Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа, фестивалдәрҙә быйыл өс мәртәбә еңеп сығырға тура килде. Һуңғыһында, октябрь айында, Красноуфимск ҡалаһында (Свердловск өлкәһе) үткән "Урал кубогы"нда бала саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырҙым - "Милли көрәш буйынса спорт мастеры" титулын яулау бәхетенә өлгәштем. Бәхет тигәндәй, шул ярыш алдынан ғына улыбыҙ донъяға килде. Ислам тип исем ҡуштыҡ. "Урал кубогы"нда еңеүемде улыма арнаным. Шулай итеп, үҙем тыуған йылҡы йылында уллы ла булдым, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын да яуланым. Кемгә нисектер - ағымдағы йыл миңә бәхет килтерҙе. Таныштарым: "Һин быйыл үҙеңдең йылың булғанға ла еңәһеңдер", - тип, уңыштарымдың сәбәбен ниндәйҙер мистикаға лә бәйләй. Ә мин еңеүҙәремдең бары үҙ тырышлығым арҡаһында ғына яуланыуына инанам.

Һине әленән-әле көрәш майҙанына баҫырға, яңы үрҙәргә ынтылырға нимә мәжбүр итә? Еңеүҙәр тәмеме, үҙеңдең физик торошоңдо һаҡлау теләгеме, әллә башҡа сәбәпме?

- Күптәр минең уңыштарымды күреп, көрәштә аҡса эшләргә була икән, тип уйлай. Көрәшеп, аҡса эшләргә була ул, әммә бының өсөн ныҡ әҙерлекле булырға кәрәк. Мин әле көрәш ярҙамында ғаиләмә етерлек аҡса эшләй алғаным юҡ. Ата-бабаларым көрәшкәс, атайым мине көрәшсе итеп күрергә хыялланғас, ошо спорт төрөн һайлағанмындыр, моғайын. Шуға күрә мине, берҙән, атайым мәрхүмдең рухын шатландырыу теләге, икенсенән, үҙемдә барлыҡҡа килгән сәм алға әйҙәй. Физик торошҡа килгәндә, алдараҡ әйтеп үткән күнекмәләргә өҫтәп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуым да ярҙам итәлер, тип уйлайым. Әгәр кеше спиртлы эсемлектәр эсмәй, тәмәке тартмай икән, уның тормошо үҙенән-үҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрә, тормошона ҡот, йәм, бәрәкәт инә. Ә бер уңышың һинең тормошоңа ике уңыш алып килә.

Һүҙҙе йомғаҡлау рәүешендә йәштәргә "Әйҙәгеҙ, спорт менән шөғөлләнәйек!" тигән саҡырыу ташла әле.

- Минең кәүҙәмде, физик торошомдо күргән күп кенә егеттәр минең һымаҡ көслө булырға теләптер инде, нисек ашауҙан башлап, ниндәй күнекмәләр яһарға кәрәклегенә тиклем йыш һораша. Физик күнекмәләрҙең файҙаһы тейһен өсөн сама белергә кәрәк. Саманан тыш артыҡ көсөргәнеш алыу ҙа, саманы онотоп, үҙеңде ҡарамай, физик торошоңдо ҡайғыртмау ҙа ярамай. Күркәм, күрмәлекле булам тиһәгеҙ, иртән бутҡа ашағыҙ, тип кәңәш бирәм.
Күңел тыныслығын, рухи ҡәнәғәтләнеүҙе кешегә спорт менән шөғөлләнеү генә килтерәме икән? Бәлки, килтерәлер ҙә. Еңелсә генә темпта йүгергән саҡта барлыҡ насар уйҙар онотола бит. Йәштәрҙе мин тәү сиратта айыҡлыҡҡа, унан - сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырыр инем...

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1364

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru