«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллективының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Истәктәр хаҡында

Башҡорттарҙың Көньяҡ Уралда йәшәй башлаған осоронан алып уҡ улар составына йәнәй, юрматы, юрмый, ғәйнә, бөрйән ырыуҙары инә. Н. А. Мәжитов яҙыуынса, IX-X быуаттарҙағы башҡорттарҙың мәҙәниәте күп компонентлы була, сөнки уны формалаштырыуҙа турбаслы һәм кушнаренко ҡәбиләләренең вариҫтары ҡатнаша.
Шулай итеп, йәнәй, юрматы, ғәйнә, юрмый ырыуҙары вәкилдәре Көньяҡ Урал башҡорттары араһында иң боронғоларҙан һанала. Күрәһең, тап башҡорт этносының ошо өлөшө истәк атамаһын йөрөтә. Был атама менән уларҙы башҡорттар үҙҙәре лә, башҡа халыҡтар ҙа атай. 1578 йылда нуғайҙар "Кама йылғаһы буйлап йәшәгән башҡорттарға һәм Ҡаҙан өйәҙенең истәктәренә һөжүм итәләр". Ләкин башҡорттар истәктәр менән бергә йыйылып, уларҙы ҡыуып ебәрә. Билдәле булыуынса, Ҡаҙан өйәҙендә бер ҡасан да хантылар йәшәмәгән (һуңғы осорҙа урыҫтар тап хантыларҙы истәктәр тип атай). Тимәк, был йылъяҙмала ике айырым этнографик төркөм булараҡ күрһәтелгән башҡорттар хаҡында һүҙ бара. Икенсе ҡайһы бер яҙмаларҙа истәктәр тип бар башҡорттар телгә алына. Ҡаҙаҡтар башҡорттарҙы һуңғы осорға тиклем истәктәр тип йөрөтә. Ғөмүмән, дала ерлегендә йәшәгән төрки халыҡтар урман зонаһында йәшәгән халыҡтарҙы истәктәр тип атай. Бында икенсе төрлө һорау килеп сыға. Ни өсөн ҡайһы берҙә башҡорттар, ҡайһы берҙә истәктәр тип телгә алына? Беҙҙең уйлауыбыҙса, башҡорттарҙың үҙҙәренең араһында шундай шартлы бүленеш була. Көньяҡ-көнсығышта йәшәгән башҡорттар төньяҡ-көнсығышта йәшәгән башҡорттарҙы истәктәр тип атай. В. В. Трепавлов "...существовало какое-то территориальное и этнографическое различие двух групп средневековых башкир: западная группа - истяки, восточная - собственно башкиры", - тип яҙа. Был бүлеү ниндәйҙер милли айырмалыҡтарға түгел, ә хужалыҡ юлдарын алып барыуға бәйле була. Ләкин улар бөтәһе лә үҙҙәрен башҡорт тип һанай. Ике төркөмдөң дә хоҡуҡи статусы бер төрлө, йәғни икеһе лә аҫабалыҡ хоҡуғына эйә була.

Йәнәйҙәр

Йәнәйҙәр хаҡында башҡорттар рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем күп нәмә билдәле түгел. 1909 йылда "Шура" журналында "Йәнәй бабай" тигән риүәйәт баҫылып сыға. Был риүәйәттән күренеүенсә, йәнәйҙәрҙең ата-бабалары Әй йылғаһы буйында йәшәгән. Әммә 300 йыл элек, Йәнәй исемле бабай, уҡ һәм һөңгө менән ҡоралланып, тыуған яғын яңы ерҙәр эҙләү маҡсатында ҡалдырып китә. Ул көнбайышҡа табан Ағиҙел менән Солманға (Камаға) еткәнсе бара. Бында ул 100 мең дисәтинә ерҙең һәм урмандарҙың хужаһы була. Уның ерҙәре Йәнәй улысы, йәки Йәнәй ерҙәре исемен ала.
Был риүәйәттән сығып, йәнәйҙәрҙе Урал аръяғынан Кама буйына яҡынса XVII быуатта күсенгән, тип уйларға була. Ләкин йәнәйҙәрҙең Кама буйында йәшәүен XVII быуат менән генә сикләү дөрөҫлөккә тап килмәй. Күрәһең, был риүәйәттә йәнәйҙәрҙең Башҡортостандың көнсығыш өлөшөнә припущенниктар итеп ебәрелгәндән һуң, ҡабаттан тыуған яҡтарына ҡайтыуы тураһында һүҙ бара (Мә-ҫәлән, 1685 йылда Себер даруғаһы Күсәй улысы башҡорто Баҡый Аҡбулатов Әй һәм Ҡариҙел йылғалары буйындағы үҙ ерҙәренә Йәнәй улысының ауылдарынан килгән башҡорттарҙы индерә).
Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, башҡорт ырыуҙары батша хөкүмәтенән үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы биргән грамота алалар. Был грамотала аҫаба ерҙәрҙең сиктәре күрһәтелә. Бына шуларҙың береһе: "Лета 7148 (то есть 1640 г.) марта в 3 день били челом государю царю и великому князю Михаилу Федоровичу всея Руси, а воеводе Ивану Ивановичу Салтыкову подали челобитную Уфимского уезда, енейския волости, ясашные башкирцы Янбахтычко Кудабахтин сын Магозячко Байбахтин сын с товарищами, а в челобитной их написано: вотчина де дедов и отцов их вниз по Ику реке по обе стороны бортныя ухожия и всякие зверевые ловли и с озеры, а межи де той вотчине по Ику реке вверх тадума озера исток, да нижняя межа той вотчине по Ику реке вниз завод Уртаря, да в той вотчине озера Таралы и сыстоками и со всякоми угодьи".
Йәнәй улысының территорияһына Ыҡ йылғаһының аҫҡы ағымы, Ағиҙел, Солман (Кама) йылғалары бассейндары инә. Үҙенең географик урыны менән ул Башҡортостандың башҡа төбәктәренә ҡарағанда иртәрәк колониялаштырыу объектына әйләнә. Шул сәбәпле йәнәйҙәр күпләп башҡорт ихтилалдарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалда Мөхәммәт Яҡупов исемле мулла әүҙемлек күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта йәнәйҙәр Рәсәй ғәскәрҙәренең тышҡы дошманына ҡаршы күп походтарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 1771-1772 йылдарҙағы Польша походында башҡорт ғәскәрҙәренең составында Йәнәй улысы сташиналары Шәрип Айҙаров менән Ғәли Йәрмөхәмәтов командаларынан торған 130 йәнәй яугиры ҡатнаша.
Йәнәй ырыуы башҡорттары бер нисә түбәгә бүленә. Бөгөнгө көндә был ерҙәр ике республика территорияһында тороп ҡалған. Уларға Башҡортостандың Краснокама районы Сауыҙ һәм Сауыҙбаш ауылдары, Илеш районының Йәйләү, Ҡыпсаҡ, Турасы ауылдары, Дәүләкән районынан Сапай, Шланлыкүл, Иҫке Шығай ауылдары, Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылы, Татарстан республикаһы Әгерҙе районының Иҫәнбай, Девятерня (бер фараз буйынса - "Дәфтәр" һүҙенән, икенсе фараз - Туғыҙбай һүҙенән. Бер-береһенә яҡын урынлашҡан 9 ауыл, "Девятерня" шуларҙың туғыҙынсыһы), Үтәгән, Ҡаҙыбаш, Иҫке һәм Яңы Слак, Карат, Касай, Ғәли, Аҡтаныш районында Боғаҙы, Яңы Боғаҙы, Боғаҙкүл, Ҡалмаш, Суксы, Түбәнге һәм Үрге Үргәҙе, Салманарат, Шабыҙ ауылдары инә.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1555

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru