«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘЛ БӘЙЛӘЙЕК!
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында "Башҡорт шәле" республика күргәҙмә-конкурсы үткәрелде. Шәл бәйләүсе оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән торған тәүге күргәҙмә 19 йыл элек Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарыла. Быйыл Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр үткән фестивалдә иһә Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Мәләүез райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларынан шәл бәйләүселәр ҡатнашты.

Дебет шәл, тиһәләр, һәр ваҡыт өләсәйемдең ап-аҡ дебеттән һуғылған ҙур һуҡма шәле күҙ алдыма килә. Ул шәлде өләсәйем ҡәҙерләп, байрамдарҙа ғына сығарып ябына торғайны. Ә миңә, яратҡан ейәнсәренә, шул һуҡма шәлгә төрөнөп ултырып, кистәрен өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе тыңлау, "Аҡбуҙат" журналын ҡат-ҡат уҡытыу бәхете йышыраҡ тәтей ине. Һуҡма шәлдең дебете иҫ киткес яҡшы ҡалҡҡан, һыйпап ҡараһаң, бесәй кеүек, инде йомшаҡ. Был юлы Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында үткәрелгән "Башҡорт шәле" күргәҙмә-конкурсына ла ошо бала сағымдың йылы хәтирәһе яңырыуын көҫәп барғайным, ышанысым аҡланды. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары күҙ нурын һалып, күңел йылыһын бүлеп бәйләгән дебет шәл, һуҡма шәл, ҡыя шәл, үәлдәрҙең ниндәй генә биҙәклеһе, ниндәй генә төҫлөһө юҡ! Ейәнсура районынан Фәнүзә Яубаҫарова хатта "Ләлә-Тюльпан" мәсетен төшөрөп, ҡәҙерле әсәйемә, ҡәҙерле ҡыҙыма, хөрмәтле ҡоҙағыйыма тигән махсус яҙыуҙар менән шәлдәр бәйләгән.
"Башҡорт шәле" республика күргәҙмә-конкурсының төп призына Фәнүзә Ғәйнулла ҡыҙы һәм Хәйбулла районының Вәзәм ауылы оҫтабикәләре лайыҡ булды. Һуҡҡан шәл оҫталары вәзәмдәр Башҡортостандан ситтә лә ҙур танылыу яулап өлгөрөп, күргәҙмәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ошо өлкәлә өйрәтеү дәрестәре ойошторҙо. Улар һуҡҡан дебет шәлдәрҙе һатып алыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһынып иңдәренә һалып ҡарап, һоҡланып туя алманы. Мәләүез районы оҫтабикәһе Гөлшат Саҙриева бәйләгән шәлдәр бүтәндәрҙекенән дебете бик яҡшы ҡалҡыуы менән айырылып торҙо, баҡтиһәң, Краснодар дебетенән бәйләнгән икән. "Дебетте ситтән һатып алып эшкәртеү энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң булһа ла, яратҡан шөғөлдән баш тартып буламы һуң? Республикала үткәрелгән төрлө күргәҙмәләргә, конкурстарға йыш йөрөйөм, күҙ нуры һалып эшләгән эштәремдең файҙаһын күрәм", - ти Гөлшат Саҙриева.
Әйткәндәй, шәл бәйләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе лә күҙлек кеймәй! Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан килгән Гәүһәр Рәхмәтова һөйләүенсә, уның 87 йәшлек әсәһе Миниямал Ҡадирова һаман да күҙлекһеҙ-ниһеҙ ҡатмарлы биҙәктәр төшөрөп шәлдәр бәйләүен дауам итә икән. Шәл бәйләү эше ваҡ, күп сығымдар талап итһә лә, килеме түбән булһа ла, күргәҙмә-конкурста ҡатнашыусы бер ҡатын-ҡыҙ ҙа быға зарланыуын белдермәне. Уларҙың иҫ киткес түҙемлеге, ижад ҡомары, егәрлеге барыһын да хайран итте.
"Башҡорт шәле" күргәҙмә-конкурсын асыу тантанаһында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев: "Мәҙәниәт йылында башланғыс һалынған эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк, Башҡортостан Президенты Грантына ғариза яҙып, эшегеҙҙе артабан үҫтерегеҙ. Ә беҙ әле ойоштороусылар комитеты менән кәңәшләшкәндән һуң, башҡорт шәленә арналған музей астырыу тураһында ныҡлы уйлашырға кәрәк, тигән фекергә килдек", - тигәйне оҫтабикәләргә төбәлгән сығышында. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та ҡала ҡатын-ҡыҙҙарына республика оҫтабикәләренең ҡул эштәрен һатып алырға булышлыҡ иткән саралар ойошторолоуын хупланы. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр булғанда, дебет шәл бәйләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған шөғөлдө үҫтерһен, киләсәк быуынға тапшырырға ла онотмаһын ине!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1620

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru