«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘӘН ТОРА БАЛАЛАРҘЫҢ ТӘРТИБЕ ЛӘ, РУХ НЫҠЛЫҒЫ ЛА
+  - 

Ғаилә - үҙенә генә хас ғәҙәттәре, һәр ғаилә ағзаһына аңлайышлы һәм йөрәгенә яҡын йолалары, билдәле бер тәртипкә һалынған көнитмеше булған бер бөтөн һәм теүәл ғаләм. Бәхетле ғаиләләрҙә көндәшлеккә һәм көнсөллөккә, хыянатҡа һәм хаслыҡҡа урын юҡ. Ундай мөхәббәт утрауында бер кем дә үҙен артыҡ итеп түгел, ә кәрәкле һәм мөһим итеп тоя, бер-береһенә терәк-таяныс һәм кәңәштәш була. Бөгөнгө осрашыуға тап ошондай бәхетле иштәрҙең береһе, Өфө ҡалаһының 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбе тәрбиәсеһе Зәлифә һәм Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Азамат ВӘЛИЕВтарҙы саҡырып, ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Танышыуығыҙ нисек булды? Һеҙҙе бер-берегеҙҙәге ниндәй сифаттар ылыҡтырҙы? Ғаилә ҡороу ниәтен күңелегеҙҙә оҙаҡ әҙерләнегеҙме?

Азамат: Зәлифә менән танышыуыбыҙ ябай ҙа, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡ та килеп сыҡты. Яҙмышымды хәл иткән осрашыуға яҡын кешеләрем өлөш индерҙе. Улар биргән телефон номерына шылтыратып, Зәлифәне Салауат Юлаев һәйкәле янына осрашыуға саҡырҙым. Тәүге осрашыуға хас була торған тулҡынланыу һөйләшелгән сәғәткә Зәлифә килмәгәс, тағы ла арта төштө. Батырыбыҙ һәйкәле янында бер аҙ танау өшөткәндән һуң, бар ҡыйыулығымды йыйып, уға тағы ла берҙе шылтыраттым.
Зәлифә: Ә мин был ваҡытта Азаматты Телеүҙәк ҡаршыһындағы ЗАГС янында көтөп тора инем. Өфөгә күптән түгел генә килгәс, Салауат Юлаев һәйкәленә барғаным юҡ ине әле. Осрашыуға килгән мәлдә ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнгән мәл ине һәм миңә һәйкәл торған майҙан нисектер шомло күренде. Шуға күрә осрашыу урынын ЗАГС эргәһенә күсерҙем дә ҡуйҙым.
Азамат: Зәлифәнең мине ЗАГС эргәһендә көтөп тороуын белгәс, башыма "Яҙмыштыр был", тигән уй килде. Һәм мин яңылышмағанмын. Никахлашыу йорто янында осрашып танышыуыбыҙ беҙҙе ҡауыштырҙы, бер ғаилә итте. Бер-беребеҙҙе оҙаҡ һынап, күҙләп йөрөмәнек, бергә булырға тейешлегебеҙҙе тиҙ аңланыҡ.
Зәлифә: Ысынлап та, күңелдәр тәү күрешкәндә үк беректе. Азаматтың тыныс һәм ипле генә итеп һөйләшеүе, ябайлығы мине әсир итте. Холҡоноң тыныслығы менән атайыма оҡшаған, ә ҡыҙ бала өсөн ысын ир-ат өлгөһө - ул атай кеше. Шуға күрә Азаматта атайымдың һыҙаттарын күреү уны тағы ла яҡыныраҡ итте. Ғөмүмән, кеше өсөн ғаилә ата-әсә йортонан башланалыр, тип уйлайым. Һәр кем тыуған йортондағы яҡтылыҡты үҙе ҡорған ғаиләлә күрергә теләй һәм шуға ынтыла. Ә яныңда ошоға булышлыҡ итерҙәй ышаныслы һәм ныҡлы терәктең булыуы быға ярҙам ғына итә. Азамат йөҙөндә нәҡ ошондай кешене табыуыма яҙмышыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ беҙҙе халҡыбыҙҙың элекке йолаһы буйынса димләп таныштырыусыларыбыҙҙы ла һәр ваҡыт хөрмәт менән иҫкә алам, сөнки нәҡ улар ярҙамында беҙ бер-беребеҙҙе таптыҡ һәм ғаилә усағыбыҙҙы тоҡандырҙыҡ.
Азамат: Ғаилә ҡороу, үҙ мөйөшөн булдырыу тураһында уйлана башлаған һәр егеттең хыялында ҡатын-ҡыҙҙың ниндәйҙер образы йәшәй. Кемдер үҙенең күңеленә ятҡан йәрен тап итә һәм ғүмере буйы бәхеткә төрөнөп йәшәй, ә кемдер үҙ яртыһын тапмайынса ҡаңғыра. Мин тәүгеләр рәтендә булыуым менән бәхетлемен. Зәлифә тәү күргәндә үк аҡылы, матурлығы һәм тыйнаҡлығы менән күңелемә ятты. Бергә донъя көтә башлағас, ул сифаттар тағы ла тулыланды. Эргәмдә изге күңелле, ярҙамсыл, иғтибарлы һәм ихтирамлы кәләшем булыуы тормошомдо тулыландыра.
Зәлифә: Бер-береһе менән һөйләшер һүҙ тапмаған ғаиләләр була. Был бик аяныс, сөнки ысын күңелдән аралашыу булмаған өйҙә ир менән ҡатын ғаилә түгел, ә бергә йәшәргә мәжбүр булған өйҙәштәрҙе хәтерләтә. Миңә был йәһәттән дә уңыш йылмайҙы, сөнки Азамат менән төрлө темаға йөкмәткеле итеп рәхәтләнеп һөйләшеп була. Уның һәр ваҡиғаға үҙ фекере булыуы, ниндәй осраҡта ла юғалып ҡалмайынса, аҡыллы итеп эш итә белеүе ғаиләбеҙҙе ныҡлы һәм иртәгеһе көнөбөҙҙө ышаныслы итә. Осрашып йөрөгәндә башымды мең төрлө уй сүкей торғайны. Һәр саҡ эстән генә "Азамат менән тормошобоҙҙо бәйләһәк, бәхетле булыр инемме?", "Ә мин уны бәхетле итә алырмынмы?", "Был хаҡта ул нисек уйлай икән?" тигән һорауҙар күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Хәҙер килеп, ысын күңелдән "Аллаға шөкөр, беҙ - бәхетле!" тип әйтә алам.

Ғаилә ҡорғандан һуң ҡатын менән ир бер-береһен яңынан "аса": икенсе яртыһының бығаса беленмәгән холоҡ-фиғеле менән осраша, уның ҡайһы бер ҡылыҡтары ят һәм сәйер кеүек тойола, төрлө етешһеҙлектәре күҙгә ташлана башлай. Ошондай аңлашылмаусанлыҡтарҙы нисек үттегеҙ? Ғөмүмән, ундай осор ғаилә ҡорғандың тәүге йылдарында ғына күҙәтеләме, әллә бер-береңде өйрәнеү, тормош юлдашыңды тулыһынса ҡабул итеп алыу ғүмер буйы дауам итәме?

Азамат: Кешене нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Яҡшы сифаттарын да, етешһеҙлектәрен дә. Барыһы ла ғаилә ҡорғанға тиклем үҙенең ниндәй ир йәки ҡатын, ниндәй атай йәки әсәй булырын һәм шулай уҡ тормош иптәшенең дә ниндәй булыуын күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Ләкин уларҙың барыһы ла бары тик күҙаллау ғына һәм нисек кенә булмаһын, хыялыбыҙҙа беҙ үҙебеҙҙе лә, икенсе яртыбыҙҙы ла идеаллаштырабыҙ. Ә ғаилә ҡорғас, ул идеалдар йә ысынбарлыҡҡа тап килә, йә тура килмәй. Осрашып йөрөгән ваҡытта һәр иш бер-береһенә мөхәббәт пәрҙәһе ҡаплаған күҙҙәр аша баға һәм йәрендә нәҡ идеалындағы һыҙаттарҙы күреп, никахлашҡандан һуң да бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк, тигән ышаныста йәшәй. Тик ысынбарлыҡ алһыу күҙлекте тиҙ систерә һәм барыһын да үҙ урынына ҡуя - икенсе яртыңдың быға тиклем беленмәгән һыҙаттары күренә башлай. Һәм улар йә күңелгә ята, йә юҡ.
Миңә был йәһәттән уңыш йылмайҙы. Зәлифә менән осрашып йөрөгәндә ул ниндәй булған, өйләнешкәс тә шундай булып ҡалды. Ундағы асыҡ күңеллелек, ихласлыҡ күп ғаиләләрҙә күҙәтелгән "йышылыу"ҙы урап үтергә ярҙам итте. Шулай уҡ бер-беребеҙгә булған һөйөү хистәре лә һәр мәсьәләлә лә уртаҡ фекергә килеүгә булышлыҡ итәлер, тип уйлайым. Артабан да шулай бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәрбеҙ, тип ышанам.
Зәлифә: Ғаилә ҡорғас, бер-беребеҙҙе яңынан "астыҡ", тип әйтә алмайым, сөнки мөнәсәбәттәр башланғанда уҡ арабыҙға алдашыу, хәйләләшеү, нимәнелер әйтеп бөтөрмәү, йәшереү кеүек күренештәрҙе индермәҫкә тырыштыҡ, яһалмалыҡҡа юл ҡуйманыҡ. Бер кем дә үҙенең булмышын яҡшыраҡ, юғарыраҡ итеп күрһәтергә тырышманы. Шуға күрә беҙгә был проблема ҡағылманы. Шулай уҡ холҡобоҙҙоң оҡшашлығы ла, бер төрлөрәк фекер йөрөтөүебеҙ ҙә төрлө ҡытыршылыҡтарҙы урап үтеүҙә үҙ ролен уйнағандыр.

Ғаиләләге тотороҡлолоҡ һөйөүгә генә түгел, ә көнкүреш мәсьәләләрен йырып сығыуға ла тығыҙ бәйләнгән. Һеҙ был йәһәттән ниндәй һынауҙар үттегеҙ?

Азамат: Өфөлә эшләүсе күпселек йәштәрҙең алдында торған иң мөһим мәсьәлә - торлаҡ проблемаһын хәл итеү. Яңғыҙ саҡта ҡайҙа ла башың һыя, тигәндәй, дуҫтар йә туғандар менән бергәләп ҡуртымға фатир алып көн итергә мөмкин. Ә ғаиләле булғас, бигерәк тә бала тыуғас, торлаҡ мәсьәләһе бермә-бер ҡатмарлаша. Йәш ғаиләгә фатир өсөн түләүҙе үҙенә генә күтәрергә тура килә. Икенсе яҡтан, йәш балалы ғаиләне фатирға индерергә теләүселәр ҙә әҙ. Ләкин зарланып ултырыуҙан йорт та төҙөлмәй, фатир асҡысы ла ҡулға төшмәй, шуға күрә ҡыбырларға, йүгерергә, мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк ине. Оҙаҡ йылдар бер-нисә урында эшләп, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгәндән һуң, үҙ торлағыбыҙҙы, ғаилә усағыбыҙҙы "Үҙ йортом" дәүләт программаһы ярҙамында булдырҙыҡ.
Зәлифә: Ысынлап та, йәш ғаилә алдында төрлө һынауҙар ҡалҡып ҡына тора. Ләкин берҙәм булғанда, барыһын да уртаға һалып һөйләшеп, кәңәш итеп эшләгәндә, ауырлыҡтарҙы йырып сығып була. Шулай уҡ дәүләт тарафынан да йәштәргә етди ярҙам күрһәтелә - яйлап булһа ла эш хаҡы күтәрелә, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бүленә, әсәлек капиталы бирелә.
Азамат: Хөкүмәттең лайыҡлы йәшәүгә шарттар булдырыу буйынса ниндәйҙер эш алып барыуын инҡар итеп булмай, ләкин документтар менән булған бюрократик волокита күптәрҙең ҡулын төшөрә. Әлеге ваҡытта төрлө программалар эшләй, улар хаҡында ваҡытында хәбәрҙар булып, үҙ файҙаңа ҡуллана белеү кәрәк. Тик ҡағыҙҙа яҙылғанды уҡыу - бер булһа, уны тормошҡа ашырыу бөтөнләй икенсе. Шуға күрә, баштан уҡ үтәһе юлдың еңел булмаясағын аңлау килеп тыуған проблемалар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итәсәк. Беҙгә әлеге өйөбөҙҙө төҙөп сығыу еңелдән булманы. Бихисап документтар, төрлө белешмәләр йыйыу, тулыландырыу, күпмелер ваҡыттан һуң яңыртыу өсөн Өфө, Ғафури һәм Ейәнсура юлдарын күп тапарға тура килде. Өмөттө өҙгән саҡтар ҙа булды, ләкин теште ҡыҫып түҙҙек һәм барыһын да йырып сыҡтыҡ. Бөгөнгө көндә ниндәйҙер программа ярҙамында өй ҡалҡытҡан йәш ғаиләләрҙең барыһы ла ошо юлды үткәненә иманым камил. Шуға күрә, үҙеңдең ныҡышмалығың, тырышлығың булмаһа, дәүләт тәҡдим иткән ярҙамдан файҙа күреп булмай. Тәү сиратта, барыһы ла кешенең үҙенең ҡулында.

Кешелә ғаилә ҡиммәттәре тураһындағы төшөнсә нисек формалаша? Ул ата-әсә тәрбиәһе аша һалынамы, әллә һәр кем уға, тәғәйен ваҡыты еткәс, үҙе төшөнәме?

Азамат: Ул төрлөсә формалаша, минеңсә. Бында, әлбиттә, атай-әсәй тәрбиәһенең роле ҙур. Нәҡ уларҙың үҙ балаларына өлгө булып тороуы, нимә яҡшы, нимә насар булыуын аңлатып тәрбиәләүҙәре башланғыс булһа, ошо тәрбиә нигеҙендә һәр кеше үҙен формалаштыра, үҫтерә, ғаилә ҡимәттәренә төшөнә һәм ғүмере буйына уны байыта.

Ғаиләле булып йәшәү кешегә нимә бирә? Ғаилә ҡорғандан һуң мөхәббәтте көндәлек тормош "йотмаймы"? Ошолар хаҡында ла һөйләһәгеҙ, кәләш алыуҙы, кейәүгә сығыуҙы төрлө сәбәптәр табып кисектерә килгән, йә булмаһа ғаилә институтын бөтөнләй инҡар итеүселәрҙең ҡолағына мәғлүмәт булыр ине...

Азамат: Ғаилә - ул милләттең, кешелектең киләсәге. Быны бер кем дә инҡар итә алмай, ул шулай булған, бар һәм буласаҡ. Уҙған быуатта ғаилә ҡороуҙың, балалар тәрбиәләп үҫтереүҙең һәйбәт һәм кәрәк булыуын иҫбатларға кәрәкмәй ине. Ғаилә ҡорорға теләмәгәндәргә йә иҫәргә, йә эше уңмай торған кешеләргә ҡараған кеүек ҡаранылар. Ә хәҙер был ҡараштар бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәрҙе. Егеттәр һәм ҡыҙҙар "ирекле" һөйөү хаҡында һүҙ йөрөтә, ЗАГСта яҙылышмайынса ғына йәшәүҙең тик ыңғай күренеш икәнлеген иҫбатларға тырыша. Ләкин ирекле һөйөү ҙә, никахлашмайынса йәшәү ҙә мөхәббәтте юҡ итә, тәрән мөнәсәбәттәр төҙөүгә ҡамасаулай. Бер билдәле психотерапевт: "Беҙ психологик яңғыҙлыҡ етди киҙеүгә әйләнәсәк донъяға инеп барабыҙ. Тик ғаиләлә генә үҙебеҙҙе яңғыҙ итеп тоймау ихтималлығы биргән рухи яҡынлыҡты табасаҡбыҙ. Был хаҡта оноторға ярамай", - ти. Мин был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Шулай уҡ ғаилә кешегә яуаплылыҡ өҫтәй, мин-минлекте бөтөрә.
Зәлифә: Ғаиләле булыу кешене яҡлаулы итә. Тормошта төрлө ваҡыттар булырға мөмкин. Ғаиләле булып йәшәгәндә ауырлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы үткәреп ебәреү еңелерәк. Шатлыҡлы минуттарҙы бүлешер, һинең уңыштарыңа ихлас ҡыуанған кешең булыуы ла тормошто йәмләндерә. Башҡа берәүгә лә һөйләмәҫ сереңде лә тормош иптәшеңә сисәһең. Икеләнгән саҡта дәртләндереп ебәреүсе лә, хәүефтәрҙе таратыусы ла, йөрәктә ышаныс утын тоҡандырыусы ла - хәләл ефетең. Ғаиләне тулыландырып, илар сағыңда ла йөҙөңдә йылмайыу уятыусы балалар тыуа һәм һәр көндө тағы ла әһәмиәтлерәк, сағыуыраҡ, күркәмерәк итә.
Азамат: Ғаилә ҡороу күп нәмәгә фекерҙе үҙгәрә. Хатта һөйөү хистәрен белдереү ҙә башҡаса төҫ ала. Күҙ алдына баҫтырайыҡ. Мәҫәлән, осрашып ҡына йөрөгәндә һөйгәненә көтөлмәгән бүләк эшләү маҡсатында егет икенсе ҡатҡа менеп, тәҙрәгә сәскә беркетһә, уның был аҙымы көслө мөхәббәт менән аңлатыласаҡ. Ә инде ғаилә ҡорғас, ир кеше ҡатынына ошо рәүешле сәскә бүләк итһә, уның ҡыланышын, йомшаҡ итеп әйткәндә, иҫәрлеккә тиңләйәсәктәр. Ике осраҡта ла мөхәббәт тураһында һүҙ бара, ләкин уны күрһәтеү рәүеше төрлө. Ғаиләлә ул етдиерәк, йөкмәткелерәк, талапсаныраҡ. Бер-береңде аңлап йәшәү өсөн күберәк көс түгергә, сыҙамлыраҡ, тынысыраҡ, аңлыраҡ булырға тура килә. Беҙ икебеҙ ҙә быны яҡшы аңлайбыҙ һәм һәр ваҡыт ғаиләләге мөнәсәбәткә һаҡсыл ҡарайбыҙ. Һәм, тәбиғи, был беҙгә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Шуныһы ла бар - йәмғиәттең дә ғаиләле кешегә ҡарата ҡарашы икенсе төрлө. Әгәр ҙә буйҙаҡлыҡҡа ниндәйҙер кимәлдә елбәҙәклек хас кеүек итеп ҡаралһа, өйләнгән ир йәки кейәүҙәге ҡатын етдиерәк, йүнселерәк, донъясылыраҡ итеп ҡабул ителә. Зәлифә: Ғаилә ҡороу - тормоштоң яңы этабы, ғүмер китабының сираттағы бүлеге. Ул бүлектең ниндәй булыуы - бәхетлеме йәки бәхетһеҙме - ир менән ҡатындан тора. Ғаиләле булып, мөхәббәт емештәре булып тыуған балаларҙы бағып тормош көтөүҙең бер көнө буйҙаҡлыҡтың тотош ғүмеренә алыштырғыһыҙ. Әлбиттә, ғаилә - ул хеҙмәт, ләкин ул рәхмәтле хеҙмәт.

Ғаилә көтөүҙә ваҡ әйберҙәр бармы?

Азамат: Өй эсе бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы ата-әсә наҙына төрөнөп үҫеүсе балалар тауышынан гөрләп торһа һәм һаулыҡ булһа, ҡалған нәмә, беҙҙеңсә, барыһы ла ваҡ әйберҙәр.

Һеҙҙең ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Күп балалы булыуҙың тик ыңғай күренеш икәнлеген ниндәй дәлилдәр менән нығытырһығыҙ?

Азамат: Эйе, Аллаға шөкөр, йортобоҙға йәм өҫтәп ике улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Өлкәнебеҙ Шамил дүртенсе синыфта уҡый, ә Айзилә менән Алмаз балалар баҡсаһына йөрөй. Башҡорт рухлы булһындар, үҙ телдәрен белһендәр, тыуған ерҙәрен яратһындар тигән маҡсатта, алыҫ булһа ла, уларҙы Өфөнөң 13-сө һанлы башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбенә йөрөтәбеҙ.
Зәлифә: Һәйбәт тәрбиә нигеҙе, тәү сиратта, үҙең рухлы булыуҙа. Үҙең урыҫ телендә һөйләшеп, сит мәҙәниәтте үҙ итеп, халҡыңдың тарихын ихтирам итмәйенсә, балала рухлылыҡ тәрбиәләргә тырышыу ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә беҙ балалар менән һәр саҡ тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ, үҙебеҙҙең телдә әкиәттәр уҡыйбыҙ һәм бергәләп башҡортса йырҙар тыңлайбыҙ. Хәҙер үҙең бушамайыраҡ торған ваҡытта балаларға компьютерҙан башҡорт телендә әкиәттәр күрһәтергә була - был бик уңайлы. Шулай уҡ һәр кем өсөн оло мәктәп, рухиәт донъяһы - ул ҡартатай һәм өләсәй тәрбиәһе, шуға күрә улар янына йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ.
Азамат: Үҙ тамырын белмәгән - киләсәге булмаған, тигәнде хәтерҙә тотоп, балаларыбыҙға нәҫелебеҙҙең, ырыуыбыҙҙың аҡһаҡалдары, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре хаҡында һөйләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың тарихы менән таныштырыу маҡсатында ҡалабыҙҙың төрлө музейҙарына йөрөйбөҙ, сөнки уларҙа шул тиклем бай хазина тупланған, ундағы һәр экспонат үҙе бер тарих, дөрөҫлөк берәмеге. Балалар өсөн уҙғарылған төрлө сараларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки унда булыу уларҙы ғына түгел, беҙҙе лә рухи яҡтан байыта, күңелдәрҙе ял иттерә.
Зәлифә: Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек. Туғандар менән бергә шау-гөр килеп уйнау, ҙур өҫтәл артында әсәй бешергән тәмлекәстәр менән һыйланыу, атайҙың командалыҡ итеүе аҫтында бесән эшләү, һалҡын ҡышҡы кистәрҙә йылы өй түрендә күмәкләп ниндәйҙер шөғөл менән булыу - барыһы ла бала саҡтың яҡты хәтирәләре булып һаҡлана. Әлеге ваҡытта ла байрамдарға күмәкләшеп йыйылышып алыу үҙе бер ғүмер. Ниндәйҙер оло эш башҡарған саҡта ла туғандарға таянаһың, уларҙың ярҙамын күрәһең. Шуға күрә икебеҙ ҙә төпкөл аңыбыҙ менән үҙебеҙҙең ғаиләбеҙҙә лә балаларҙың күп булыуына әҙерләнгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Балаларыбыҙ ярҙамсыл, бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, үҙҙәрен генә түгел, туғандарын да ҡайғыртыусан булып үҫеп киләләр.
Азамат: Беҙ бәләкәй саҡта ҡаҙ көттөк. Яҙ һайын ҡаҙыбыҙ бәпкәләр баҫып сығара ине. Ҡайһы бер йылда бәпкәләр күп була, ә ҡайһы саҡта әҙ йәки бөтөнләй бер генә бәпкә сыҡҡан саҡтар ҙа булды. Шул яңғыҙ бәпкәне йәлләгәнем һәр саҡ иҫемдә. Йонсоу ҙа, бер үк ваҡытта моңһоҙ ҙа йән эйәһенә ҡарап тороуы ла күңелһеҙ ине хатта. Яңғыҙ баланы ла шул бәпкәгә оҡшатам. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек - күңелле ине, әле лә, бергә йыйылһаҡ, күңелгә бер байрам.
Шуныһы ла бар - ғаиләлә балалар һаны күп булһа, улар аралашыусан, йор һүҙле, отҡор булалар. Һәр баланың үҙ характеры, ынтылыштары, өҫтөнлөктәре, яратмаған күренештәре, әйберҙәре, аш-һыуы бар. Балалар һаны бер нисәү булған ғаиләләрҙә улар бер-береһен рәнйетмәйенсә, үпкәләтмәйенсә генә алтын урталыҡты табырға тырыша һәм бары тик үҙенең мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан, үҙенең теләген генә алға ҡуйыуҙан азат була. Ә был, үҙ сиратында, киләсәктә мәктәптә, уҡыу йортонда, эш урынында, ғөмүмән, йәмғиәттә башҡалар менән матур итеп диалог ҡороуға булышлыҡ итә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ҡатын һәм ир, атай-әсәй һәм балалар араһында ла бәйләнеш тығыҙыраҡ була, минеңсә, сөнки бер-береңдең күңел торошона һиҙемлерәк булыу һәләте барлыҡҡа килә. Шулай уҡ бындай ғаиләләрҙә һәр бер ғаилә ағзаһының уй-хыялдарын, ниәттәрен тормошҡа ашырыу күмәкләп башҡарыла, ә был иһә улар араһында тәрән психологик бәйләнеш булдыра.

Традицион һорау. Бәхетле ғаиләнең нигеҙе нимәлә?

Азамат: Традицион яуап: һаулыҡта, мөхәббәттә һәм рухлылыҡта.
Зәлифә: Бер-береңде ихтирам итеүҙә, бер-береңә иғтибарлы булыуҙа, бер-береңде һөйөүҙә.

Шулай итеп…
Һәр айырым ғаилә йәмғиәттең бер сағылышы, илдең бәләкәй генә, әммә мөһим өлөшө. Теге йәки был дәүләттең "сәләмәтлеген" нәҡ ғаиләләрҙең хәл-торошона ҡарап белеп була. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ кеүек, бар йәһәттән дә уңышлы, бәхетле ғаиләләр күберәк булған һайын, илебеҙ тотороҡло һәм ҡаҡшамаҫ дәүләт буласаҡ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.01.15 | Ҡаралған: 1859

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru