«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮК КӘЗӘ ЙЫЛЫ АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕҮ ЙЫЛЫ ТИП НАРЫҠЛАНА
+  - 

Астрологтар киләһе йылды Күк (Йәшел) Кәзә йылы тип билдәләй. Был йыл ауырлыҡтарҙы еңеү йылы булыр, ахыры. Кире йоғонто яһаусы Марс ҡатмарлы геополитик ситуация тыуҙырасаҡ, бының менән һәр алдынғы дәүләт осрашасаҡ. Ҡытай календары буйынса, Кәзә аҡыл, ихтыяр көсө символы. Шул уҡ ваҡытта ул мәкерле хайуан да.
Үҫеш йәһәтенән, йыл асыштарға, яңы һәләтле шәхестәрҙең күбәйеүенә бай буласаҡ. Сәнәғәт үҫешәсәк, шулай уҡ ғилми өлкәлә алға китеш булыр. Сәйәсәттә лә мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе бар. Күптәрҙә көнкүреш ҡыйынлыҡтары өҫкә ҡалҡып сығыр. Һәр кем матди хәлен яҡшыртырға тырышһа ла, ҡапыл ғына яҡшы тормош килмәҫ. Аҡсаны банктарҙа һаҡлау шулай уҡ хәүефле. Йылдың хужаһы уңлы-һуллы аҡса туҙҙырыусыларҙы ла яратмай.
Астрологтар раҫлауынса, был йылда хыял диңгеҙендә йөҙөүгә ҡарағанда, алдыңа дөрөҫ маҡсаттар ҡуйып йәшәү күпкә уңышлыраҡ буласаҡ. Кемдәндер ярҙам көтөүселәрҙең өмөтө аҡланмаҫ, ахыры. Барыһы ла үҙегеҙҙең көсөгөҙҙән, тырышлығығыҙҙан торған эштәр еңелерәк башҡарыласаҡ. Был йыл белем алыу, квалификацияны камиллаштырыу, уйҙағы пландарҙы тормошҡа ашырыу мәле. 2015 йылда аҡыл талап ителгән һөнәр эйәләренең - аналитик, сәйәсмән, уҡытыусыларҙың эше алға китәсәк. Ижади һөнәр эйәләре лә бөтөн уйҙарын тормошҡа ашыра алыр. Йылҡы йылы менән сағыштырғанда, Кәзә йылы тынысыраҡ үтер. Кәзә шәп, йылғыр хайуан, шуға ла был йылда тиҙлек мөһим.


Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн ҡуҙыға бер аҙ үҙен үҙгәртергә кәңәш итә йондоҙҙар. Нимә уйлағанығыҙҙы кешегә тура бәреп әйтеү был йылда конфликттарға килтерәсәк, шуға ла яңы дуҫтар табырға, элеккеләрен юғалтмаҫҡа теләһәгеҙ, һығылмалыраҡ булығыҙ. Кешене тәнҡитләгәнсе, уны маҡтау күпкә уңайлыраҡ, ти белгестәр. Күк Кәзә йылында күптәр шәхси мәсьәләләр менән булышыр, шуға ла ҡуҙыларҙың яңы идеяларын һәм пландарын күтәреп алыусылар булмаясаҡ. Әгәр ҙә маҡсаттарығыҙға өлгәшеү өсөн ситтәрҙең ярҙамы кәрәк икән, бындай проекттарҙы быйылға ҡуҙғатмай тороуығыҙ хәйерле. Башҡаларҙың тойғолары менән уйнамай, үҙ көсөнә ышанырға өйрәнһә, ҡуҙы был йыл тәҡдим иткән бөтөн мөмкинлектәрҙе ҡуллана аласаҡ. 2015 йылдың көҙөндә шәхси тормоштағы бәхет эштәге проблемаларҙан өҫтөнөрәк торасаҡ. Көҙ аҙағы - ҡыш ҡуҙыларҙың тормошонда бик мөһим мәл. Быға тиклем мөһим тип һанаған күп нәмәләрҙән баш тартып, ғаиләне тәүге урынға ҡуйырһығыҙ. Ошо уҡ мәлдә йыраҡҡа сәйәхәт көтөлә.
Буға өсөн йыл бик уңышлы булмаҡсы. Тырыш, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар таба белгән буға өсөн йыл яңы ишектәр асасаҡ. Буға өсөн ғәҙеллек тәүге урында. Шуға ла һеҙгә үҙ-үҙегеҙ һәм башҡалар алдында ғәҙел булыу мөһим. Башҡаларҙың фекеренә ҡарағанда, үҙ намыҫығыҙға таянып ҡарарҙар ҡабул итегеҙ. Күңелегеҙгә ҡаршы килеп, еңел юлдар эҙләмәгәндә генә йондоҙҙар һеҙҙең яҡта булыр. 2015 йыл күп нәмә бирәсәк, әммә үҙе лә күпте талап итәсәк. Рухи үҫеш, ғилем туплау өсөн күп тырышырға тура килер. Ғинуар аҙағына тиклем күп эштәрҙе эшләп ҡалырға кәрәк, сөнки февралдән алып яҙ миҙгеле тамамланғансы беренсе урынға күңел асыуҙар, балалар, сәйәхәттәр сығыр. Иң уңышлы осор - ҡыш аҙағы һәм яҙ.
Бер урында ултырып сыҙамаған һәм фекере минут һайын үҙгәреп торған игеҙәктәр өсөн тыныс йыл. Күк Кәзә йылында уҡыуҙа ла, эштә лә, шәхси тормошта ла уңыш йылмайыр. Күптән йыйылып киткән эштәр һәм пландарҙы тәртипкә килтереп буласаҡ. Әгәр ҙә юҡҡа үпкәләп барыу кеүек сифаттарын теҙгендә тота алһалар, игеҙәктәр бөтөн һәләттәрен тулы ҡеүәтендә ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.
2015 йылдың тәүге айында уҡ йәмғиәттәге яңы ваҡиғалар игеҙәктәргә яңы мөмкинлектәр асыр. Аҡса, мөхәббәт, өй, эш, абруй үҙ аяҡтарында ныҡлы баҫып торасаҡ, һеҙгә бары ваҡыты-ваҡыты менән үҙ позицияғыҙҙы раҫлап алыу ғына кәрәк булыр.
Ҡыҫала был йылда башкөлләй үҙ эштәренә сумасаҡ. Бер яҡтан, ул уйлап йөрөгән күп эштәрен башҡарып өлгөрәсәк, икенсе яҡтан, тирә-йүнендәге кешеләр менән бәйләнеште юғалтыу хәүефе лә бар. Шуға ла 2015 йылда ҡыҫалаға үҙ-үҙенә бикләнергә ярамай, киреһенсә, йышыраҡ дуҫтары менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Фән һәм әҙәбиәт өлкәһендә эшләгән ҡыҫалаларға уңыш йылмаясаҡ. Был йылда ҡыҫалаға төрлө тойғолар кисерергә тура киләсәк, бөтәһе лә яйлы барған мәлдә лә һағыш, төшөнкөлөк, яңғыҙлыҡ йыш ҡунаҡҡа әйләнәсәк. Тормошоғоҙҙан күп дуҫтар һәм таныштар китер, бары тик ваҡыт һынауын үткәндәр генә ҡалыр. Был йыл рухи көстө күп алыр. Ҡыҫалаға был ауырлыҡтарҙы һынау итеп ҡабул итергә һәм лайыҡлы үтергә кәрәк. Йәй яңы танышлыҡтар, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҡабул итергә әҙерләнегеҙ. Йылдың икенсе яртыһында ғаилә, балалар һәм һөйгәнегеҙ беренсе урынға сығыр.
2015 йылда арыҫландың донъяға ҡараштары үҙгәрер, моғайын. Быға тиклем мөһим булып тойолған әйберҙәр икенсе планға күсер, кәрәкмәгән ҡыҙыҡһыныуҙарҙан, пландарҙан, хатта кешеләрҙән ҡотолорға тура килер. Арыҫлан был йылда күп ваҡытын өйөнә, ғаиләһенә бағышлаясаҡ. Урынһыҙ мин-минлек кешеләр менән аралашыуға ҡамасаулаясаҡ. Шуға ла һүҙҙә генә булһа ла башҡаларҙың фекеренә ихтирамлы булырға кәңәш итә йондоҙҙар. Август айынан башлап, шәхси уңышҡа өмөт итә алаһығыҙ. Эштә лә, йәмғиәттә лә абруй яуларһығыҙ.
Ҡыҙҙың был йылда көсө ташып торасаҡ, әммә улар үҙҙәре өсөн мөһим булмаған әйберҙәргә тотоноп, был энергияны юҡҡа исрафлап бөтөүе бар. 2015 йыл улар өсөн иң мөһиме - дөрөҫ маҡсат һайлау. Ваҡ-төйәккә күҙ йоморға өйрәнеп, лайыҡлы бейеклектәрҙе яулау күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. 2015 йылда ҙур эштәр башҡарасаҡһығыҙ. Алған белемегеҙҙе, нимәгә һәләтле икәнегеҙҙе күрһәтеү өсөн мәл етте. Йылдың тәүге яртыһында бөтөн мөминлектәрегеҙҙе ҡуллана алырһығыҙ, көҙ иһә эшегеҙҙең уңыштарын йыйырһығыҙ. Ниндәйҙер йыраҡ юл тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәртәсәк. Икенсе илгә сәйәхәт, хатта күсеп китеү тураһында уйлана башларһығыҙ. Ситтән ҡунаҡтар килеүе лә көтөлә. 2015 йылдың аҙағында ҡыҙҙар ҙур килем аласаҡ. Үлсәүҙәр башында мең төрлө уй, әммә юҡҡа икеләнеп, ул уларҙың береһен дә тормошҡа ашыра алмауы бар. Әгәр ҙә үлсәүҙәр уңышҡа өлгәшергә теләһә, уға тәүәккәл булырға кәрәк. Күп уйлау, ыңғай һәм кире яҡтарҙы күп "үлсәү" хаталарға килтерәсәк. Бик булмаһа, үлсәүҙәр үҙ өҫтөнән етәкселек итеүҙе башҡа берәүгә йөкмәтергә тейеш. Был кәңәште үлсәүҙәр шәхси тормоштағы мәсьәләрҙе хәл иткәндә лә иҫендә тоторға бурыслы. Ғөмүмән, был йылда күп эшләргә тура киләсәк, тәүге планға финанс мәсьәләләре сығасаҡ. 2015 йылдың яҙында һайлау алдында торасаҡһығыҙ, йә карьера баҫҡысы буйлап күтәреләһегеҙ, йәки эшегеҙҙе алыштыраһығыҙ. Ҡайһы юлды ғына һайлаһағыҙ ҙа, еңел булмаясаҡ. Йыл буйына әхлаҡи һәм рухи характерҙағы бурыстарҙы ҡайтарыу мәле булыр, иҫке, онотола төшкән мөнәсәбәттәр яңырыр.
Саян өсөн йыл тынғыһыҙ, шулай ҙа ҡыҙыҡлы булыр. Был билдәнең энергияһы Күк Кәзә йылының холҡона тап килә, шуға ла уның өсөн был йылда мөмкин булмаған нәмә юҡ. 2015 йылда тормошоғоҙ үткәндәрегеҙ менән бәйле буласаҡ. Саяндың быға тиклем һалған тырышлығы ҙур һөҙөмтәләргә килтерәсәк, ҡыҫҡаһы, был йылда бөтөн нәмә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Иҫке проблемаларҙан ҡотолоп, ирекле шәхес булыуға ла өлгәшә алырһығыҙ. Әммә азатлыҡтың саян өсөн яңғыҙлыҡҡа әйләнеүе бар. Ниндәйҙер уртаҡ эштәр менән бәйле дуҫтарығыҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж буласаҡ.
2015 йылдың башы ижадта һәм мөхәббәттә уңыштар алып килә. Яҙ һәм йәй башында килемле эшлекле тәҡдимдәр көтөгөҙ, ошо уҡ мәлдә төҙөлөш эштәрен башлау яҡшы булыр. Көҙ уртаһында сәләмәтлеккә һәм күсемһеҙ милеккә иғтибар бүлергә тура килер.
Уҡсыға йыл күп ыңғай тойғолар бүләк итер. Әммә йыл башынан уҡ ғаилә һәм карьера, етәкселәр һәм йорт хәстәрҙәре араһында өҙгөләнергә тура килеүе бар. Бары тик йылдың икенсе яртыһында иркен тын алып ҡалырһығыҙ. Йәй айында бәхетле юлдар көтә, хатта сит илдәге хеҙмәттәштәрҙән ниндәйҙер эшлекле тәҡдимдәр булыр, ахыры. Көҙ күптәнге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр. Ошо уҡ мәлдә эш урынын алыштырыу мөмкинлеге булыр. 2015 йыл быйылғыһы кеүек ваҡиғаларға артыҡ бай булмаҫ, әммә өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Ҡыҫҡаһы, йондоҙҙар уҡсының теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, бының өсөн уға дөрөҫ юл һайлай белергә генә кәрәк.
Кәзәмөгөҙ өсөн үҙгәрештәр мәле килә. Пландарҙы тормошҡа ашырыу, эш урынын алыштырыу өсөн бик уңайлы ваҡыт. Йондоҙҙар уға был йылда бөтөн мәсьәләләрҙе хәл итергә кәңәш бирә.
Кәзәмөгөҙ 2015 йылда һәр ваҡыт иғтибар уртаһында булыр, хатта ял итеп алырға ла ваҡыт булмаясаҡ. Ҡыш уртаһында булған ниндәйҙер яңы танышыу тормошоғоҙҙо тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итәсәк. Эштә хеҙмәттәштәр араһында барған бәхәстәргә ҡыҫылмау төрлө бәләләрҙән һаҡлаясаҡ. Йәй аҙағы һәм көҙ башында эштә лә, шәхси тормошта ла яңы юлдар асылыр. Ниндәйҙер тәҡдимдән баш тартмау өсөн йәшәү урынын үҙгәртергә лә тура килер, моғайын. Кәзәмөгөҙҙөң йыл дауамында финанс хәле тотороҡло булыр.
Һыуғояр 2015 йылдың тәүге яртыһында бар иғтибарын балаларына һәм яратҡан кешеләренә йүнәлтер. Улар йыл буйына йорт һалыр, ғаилә менән шөғөлләнер, яҡты киләсәк өсөн тырышып хеҙмәт итер. Көҙөн һыуғоярҙы ҙур үҙгәрештәр көтә. Юлында осраған кәртәләрҙе элекке тоғро дуҫтар ярҙамында хәл итергә мөмкин буласаҡ. Эске тойғоһона таянып эш итһә, һыуғоярҙың эргәһендә барған үҙгәрештәр уға артыҡ ҡағылмаясаҡ. 2015 йылда тормошто үҙгәртеү кәңәш ителмәй, был йылды ниндәйҙер һығымталар яһау мәле, тип ҡабул итергә кәрәк. Яҙ башында ниндәйҙер шәхси эш асыу мөмкинлеге тыуыр. Ошо уҡ ваҡытта ғашиҡ булырһығыҙ, моғайын.
Йылдың икенсе яртыһында тормошоғоҙҙа яңы этап башланыр. Дуҫтарығыҙҙың тоғролоғон һынау мәле етер. Көҙ башында эшлекле тәҡдим булыр. Үҙгәрештәр һыуғоярҙарҙың рухын нығытыр.
Балыҡтар өсөн үҙгәрештәр 2014 йылда уҡ башланғайны. 2015 йыл башында алдығыҙҙа күп мөмкинлек асылыр. Балыҡтарға, ниндәй йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыуҙарына ҡармаҫтан, уйлап эш итеү кәрәк булыр. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлек менән көрәшеүгә ҡарағанда, яңы тормошҡа йә яраҡлашырға, йә уны нисек бар, шулай ҡабул итергә кәңәш ителә. 2015 йылда балаларығыҙға күберәк иғтибар талап ителәсәк. Йылдың тәүге яртыһында матди яҡты яҡшыртыу, шәхси тормошҡа ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән үтер. Яҙҙың икенсе яртыһы, ҡыштың аҙағы шулай уҡ бик уңышлы булмаҡсы. Көҙ эшлекле килешеүҙәрҙең өҙөлөүе кеүек күңелһеҙ ваҡиғалар булыуы ихтимал. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамы менән бар эштәрегеҙҙе яйлай алырһығыҙ, моғайын. 2015 йылдың ҡышында тормошоғоҙҙа яңы кимәлгә күсерһегеҙ, алдығыҙҙа бар юлдар асылыр.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.01.15 | Ҡаралған: 1709

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru