«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕТ КЕШЕНЕҢ ЕТЕ ҺӨНӘРЕ ЙӘКИ ИЛЬЯСТЫҢ ЕҢЕҮСЕ БУЛҒАНЫ
+  - 

"Сулпылар" Республика телевизион конкурсын зәңгәр экрандарҙан күҙәтеп барыусыларға Ильяс Ҡотоев яҡшы таныш. Башҡорт халыҡ йыры "Урал"ды башҡарып, моңло тауышы менән тәүге турҙа уҡ баһалама ағзаларын хайран иткән Ильястың "Ҡара юрға", "Башҡортостан", "Еҙ ҡыңғырау моңдары" йырҙары ла киң билдәлелек алды. Шуға ла 2014 йылдағы "Сулпылар"ҙың еңеүсеһе исеменә тап уның лайыҡ булыуы бер кем өсөн дә көтөлмәгән хәл булманы.

Таланттар төйәгендә, Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәгән Ильяс Ҡотоев һәр яҡлап уңған егет булып сыҡты. Райондың балалар ижад үҙәгенең Буранбай мәктәбендә эшләп килгән "Йыраусы" вокал студияһы етәксеһе Фәррәх Аралбаев әйтеүенсә, ул йырлай ҙа, "Еҙ үксә" өлгөлө балалар бейеү ансамблендә бейей ҙә, ҡурайсылар студияһында ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнә. Спорт менән дә дуҫ, бигерәк тә өҫтәл теннисы менән ныҡлап шөғөлләнә. Тап ошо уңыштары өсөн бирелгән путевка менән йәйге каникулда Ҡырымға барып ял итеп ҡайтҡан. "Беҙҙә йырлай белмәгән кеше юҡ бит ул, Буранбай сәсәндең тыуған ауылында хәҙерге көндә уның нәҫелен дауам итеүсе ейәндәре йәшәй. Улар тәбиғи һәләттәре менән мәшһүр сәсәндән бер ҙә ҡалышмай. Ильяс та боронғо йырҙарҙы оҫта башҡара", - ти йәш йырсының тауышын үҫтереүгә ҙур өлөш һалған педагог. Ҡыҫҡаһы, етмеш үк булмаһа ла, Ильястың һөнәрҙәре хәҙер байтаҡ ҡына. Әммә үҙе был турала артыҡ һөйләп, маҡтанып тороуҙы кәрәк, тип тапманы, ахыры. Егет һүҙе бер була, ти халыҡ, "Ҙур үҫкәс, йырсы булам", - тип өҙөп кенә әйткәс, киләсәктә халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын данлаясаҡ тағы бер йырсыбыҙ үҫеп килеүенә беҙ ҙә шатландыҡ.
Әсәй кеше өсөн иһә улының уҡыуҙа һынатмауы, "дүртле" һәм "бишле"гә генә өлгәшеүе ҙур ҡыуаныс. Гөлдәр менән Руслан Ҡотоевтарҙың биш балаһы ла йыр-бейеүгә оҫта, уҡыуға маһир икән. Көн һайын, күмәкләп тиҙ генә өй эштәрен эшләгәндән һуң, атай менән әсәйгә концерт күрһәтеү ҙә матур йолаға әүерелгән был ғаиләлә. "Баланы тәрбиәләйем, тип, артыҡ нимәлер эшләп ултырмайбыҙ, улар беҙгә һәр эштә ярҙам итеп үҫәләр. Өлкәндәрҙе ихтирам итегеҙ, бәләкәйҙәргә өлгө булығыҙ, тип өйрәтәбеҙ инде", - ти Гөлдәр апай. Сабыйҙары сәңгелдәктә ятҡанда уҡ "Тамыр" студияһы балалары йырлаған йырҙарҙы тыңлап үҫеүҙәре тураһында ла һөйләп алды. Милли моңға, ата-әсә һөйөүенә төрөнөп үҫкәнгә лә күңелдәре йырлап торалыр инде был балаларҙың.
Балаларын тапшырыуға төшөрөр өсөн бер туҡтауһыҙ Өфө юлын тапаған, уларға йырҙар яҙҙырған, матур кейемдәр тектергән һәр ата-әсә тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә булыр ине. Бәйгелә 1-се урын алған Сибай ҡыҙы Гөлсиә Мараҡанованың әсәһе Нажиә апай ҙа баланың киләсәктә кем булып китере ата-әсәнән тора, тигән фекерҙә. "Баланың күңелен үҫтерәм тиһәң, бер ниндәй ҡаршылыҡҡа ла ҡарамайһың инде. Үҙе йырларға талпынып тора, нисек итеп теләгенә ҡаршы төшәһең?" - ти ул. Башҡорт халыҡ йырын йырлап, "Ирәндек моңдары" кеүек дәрәжәле бәйгеләрҙең абруйын күтәрмәләп йөрөгән Гөлсиәнең исемен дә ишетербеҙ әле киләсәктә.
- 2014 йыл Мәҙәниәт йылы булды, шуның өсөн дә үткән "Сулпылар" бәйгеһе айырыуса мөһим һәм абруйлы. Унда ҡатнашҡан һәр бала Мәҙәниәт йылына бәләкәй генә өлөшөн индереүен тойоп хеҙмәт итте. Гала-концерт - ул бәйгенең аҙаҡҡы этабы, уға тиклем бөтөн турҙарҙы үткән, уларға тырышып әҙерләнгән, яңы йырҙар өйрәнгән балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, етәкселәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Мәҙәниәт йылының матур үтеүендә беҙҙең дә тос өлөшөбөҙ бар, тигән кинәнес менән йәшәһендәр, - "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаның был һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә, ихласлыҡ та бар. Был донъяла бала шатлығынан да ҙурыраҡ шатлыҡ, баланы шатландырыуҙан да олораҡ сауап юҡтыр ул. "Тамыр" балалар каналының ниндәй генә проектын телгә алһаң да, уларҙың һәр береһе тап ана шул сикһеҙ шатлыҡтан ғына туҡылғанға күрә бигерәк ихлас килеп сыға, күрәһең.

Шулай итеп...
Һәр һәләтле балаға ҙур сәхнәгә юл асыусы "Сулпылар"ҙың әһәмиәте тураһында күп һөйләргә булыр ине. Ҡыҫҡаһы, "Сулпылар" - йәш таланттарҙан, ә улар иһә "Сулпылар"ҙан уңды. Баланың күңелен үҫтереүгә, тимәк, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүгә һалған көстән дә ҡеүәтлерәк әйбер юҡ. Ә Ильяс кеүек йәш йырсыларыбыҙ Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең данын күтәрерҙәй шәхес булып, милләт балҡышына әүерелер әле, иншалла!

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 1487

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru