«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИМӘ АШАҒАНЫҢДЫ ӘЙТҺӘҢ МИН ҺИНЕҢ КЕМЛЕГЕҢДЕ ӘЙТӘМ!
+  - 

Гөлнур ӘХМӘҘУЛЛИНА Һуңғы ваҡытта был өлкә белгестәренең һаны кәмеүе, был һөнәргә артыҡ ҙур ихтыяж юҡ, тигән фекергә этәрә, әммә әле һүҙ алып барасаҡ өлкә лә үҙенсәлекле һәм ул да белгестәргә мохтаж. Сөнки гастроэнтерология ашҡаҙан-эсәк трактын, йәғни ҡыҙыл үңәстән алып йыуан эсәккә тиклем арауыҡтағы ауырыуҙарҙы тулыһынса өйрәнә. Гепатология (бауырҙы, үт ҡыуығын, үт ҡыуығы юлдары) һәм проктология (эсәктәрҙе өйрәнә) ла уның бүлектәре булып һанала.
Баҡтиһәң, дөрөҫ туҡлана белмәүебеҙ арҡаһында барыбыҙ ҙа тиерлек ошо өлкә табиптарының пациенттары булып торабыҙ икән. Аҡ халатлылар шул хаҡта күпме генә тылҡымаһын, кеше үҙе сәләмәтлегенә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәй тороп, табиптар бер нәмә лә эшләй алмай. Был, әлбиттә, тәү сиратта туҡланыуға ҡағыла һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты деканы урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Гөлнур ӘХМӘҘУЛЛИНА ла пациенттары менән һөйләшеүҙе генә түгел, әңгәмәне лә ошо теманан башланы.


Туҡланыу режимына бәйле барыһы ла

Мин пациенттарымды дауалауҙы туҡланыу режимынан башлайым. Хатта уның нимә ашауы түгел, ә даими рәүештә ашауы мөһим. Тап ошо даимилыҡ ашҡаҙан-эсәк трактының нормаль эшмәкәрлеген тәьмин итә лә инде. Мин, нигеҙҙә, миңә мөрәжәғәт итмәгән ауырыуҙарҙы яратам. Йәғни уларҙы бер тапҡыр туҡланыу рационына мөнәсәбәтен үҙгәртергә өйрәтәм һәм улар башҡаса миңә килмәй тиерлек. Кешенең һине тыңлаймы, юҡмы икәнлеге шунан күренә лә инде. Әгәр кеше туҡланыуға мөнәсәбәтен үҙгәртмәй икән, ул мотлаҡ рәүештә ҡабат киләсәк. Әлбиттә, туҡланыу рационын үҙгәртеүселәр ҙә ҡабат килеүе мөмкин, әммә улар бөтөнләй икенсе сәбәп менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың сирҙәре лә еңелерәк, ябайыраҡ үтә. Дөрөҫ туҡланыу тигән аңлатма юҡ, сәләмәт туҡланыу тигәне бар. Әммә кеше уны нисек кенә атамаһын, ул уға тап килгән, шуға өйрәнгән булырға тейеш. Сөнки күпме генә пациент килмәһен, туҡланыу рационы менән ҡыҙыҡһынып, ни өсөн шул-шул нәмәләрҙе ашайһың, тиһәң, барыһы ла тиерлек, мин шулай өйрәнгәнмен, тип яуаплай. Ә ашҡаҙан-эсәк тракты - ул шартлы-рефлектор ағза. Беҙ уны нисек итеп, нимәгә өйрәтәбеҙ, ул шулай эшләйәсәк. Билдәле бер ваҡытта ашап өйрәнгән организм, хатта ашамаған осраҡта ла, ашҡаҙан һутын бүлеп сығара башлай. Кеше организмы ла шундай. Ул үҙенең туҡланыуын үҙе көйләй һәм сәләмәт туҡланыуға өйрәтә ала.
Ниндәйҙер аҙыҡты ҡабул итеүҙе сикләүҙе лә бик һаҡлыҡ менән эшләү зарур. Насар йәки яҡшы аҙыҡтар юҡ, улар барыһы ла яҡшы, әммә сама белергә кәрәк. Кешенең ашҡаҙанында һәр ваҡыт организм бығаса ҡабул итеп өйрәнгән ризыҡ булырға тейеш. Әгәр ризыҡ даими инмәһә, организмдағы барлыҡ процестарҙың эшмәкәрлеге боҙола, мәҫәлән, ашҡаҙан һутының бүленеүендә, ашҡаҙан аҫты биҙендә, үттә һ.б. торғонлоҡ башлана. Был иһә бик ҙур агрессив мөхит барлыҡҡа килтерә һәм ул кешегә ҡаршы эшләй башлай. Ә ашҡаҙанда ризыҡ булғанда, бындай агрессив матдәләр ризыҡ менән сығарыла. Шуға күрә кеше бер үк ваҡытта туҡланырға өйрәнгән, әммә ошо ваҡытты ни сәбәптәндер үткәреп ебәргән икән, организм уға ауыртыумы, уңайһыҙлыҡмы аша сигнал бирә. Ләкин шуны ла оноторға ярамай: туҡланыу - һәр кемдең шәхси эше. Кемгәлер дүрт-биш тапҡыр ашарға кәрәк, кемгәлер көнөнә өс тапҡыр ашау ҙа етә. Бына, гәзиттә шулай тип яҙғандар, тип кенә, бығаса өс тапҡыр ашап йөрөгәнһегеҙ икән, дүрт-биш тапҡыр ашауға күсергә ярамай.
Әгәр ашҡаҙан-эсәк трактында ниндәйҙер проблема бар икән, бында инде, ваҡытым юҡ, мөмкинлегем юҡ, тигән аҡланыуҙар урынһыҙ. Сөнки ауырыу бар икән, уны дауаларға мөмкин. Әммә бының бер шарты бар - кеше үҙенең туҡланыуына мөнәсәбәтен үҙгәртергә тейеш. Әгәр ул аҙыҡ-түлек рационын үҙгәртмәй икән, теләйбеҙме, юҡмы, был сир уға ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ. Эйе, сирҙән бары тик хирургик юл менән ҡотолоу сараһы ла бар. Мәҫәлән, үт-таш сирҙәре һәм уларҙың артыҡ ныҡ борсоған осраҡтары. Гастрит, гастродуоденит, хатта сей яраларҙы медикаментоз юл менән дауаларға мөмкин. Был - аксиома.

Ашҡаҙан йәки эсәктәрҙең сей яраһы тураһында

Гастероэнтерологияла был сирҙәр киң таралған. Уларға ентекләберәк туҡталып китәйек, булмаһа. Сей яра сирҙәре нигеҙендә инфекция факторы ята. Шуға күрә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауаларға мөмкин. Әлбиттә, бының өсөн табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында бер ниндәй ҙә проблема булырға тейеш түгел, сөнки дауалауҙа стандарттар һәм барлыҡ эрадикацион ысулдар терапияла бар һәм даими дауланғанда, кеше яйлап ошо сирҙәренән ҡотола, ремиссия барлыҡҡа килә. Әгәр инде тикшерелмәй йөрөгәндә, сей яраның яман шешкә әүерелеүе мөмкин. Күптән түгел онкологтар шундай бер матур фекер әйтте: хәҙер бөтөн донъяла яман шешкә хроник сир тип ҡарайҙар. Йәғни ул киҫкенләшеү ваҡыттары булған хроник ауырыу. Ә хроник сирҙәрҙең бер нисә йүнәлеше бар: һауығыу, оҙайлы ремиссия, хәл-тороштоң киҫкенләшеүе. Әммә, мәҫәлән, кемдәлер яман шеш асыҡланған икән, был яҡты донъя менән хушлашырға әҙерләнергә кәрәк, тигәнде аңлатмай. Хәҙерге медицина шундай юғарылыҡҡа етте, аныҡ шарттарҙы теүәл үтәгәндә яман шеш булыуы асыҡланған сирленең дә ғүмерен 5 - 10 йылға оҙайтырға мөмкин. Әгәр инде башланғыс стадияларҙа булғанда, теләһә ниндәй хроник ауырыу кеүек үк, улар бик оҙаҡ йәшәй аласаҡ. Ләкин шуныһы - беҙҙә яман шештән ҡурҡыу бик көслө. Бөтөн донъяла халыҡ ниндәйҙер ауырыуҙан ҡурҡа икән, ул дауаханаға барып, тулыһынса тикшеренеү үтә. Беҙҙә иһә, киреһенсә, ниндәйҙер шик тыуа икән, үҙ-үҙебеҙгә бикләнәбеҙ, дауаханаға барып, белгестәргә мөрәжәғәт итмәйбеҙ, йәнәһе, сирҙе табиптар раҫламаһа, ул үтеп китәсәк йәки белмәүең яҡшыраҡ. Әммә башты ҡомға тығып ҡына проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел. Әлеге ваҡытта бик күп скрининг ысулдары бар. Улар яман шеште иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, кешелә ашҡаҙан сей яраһы бар һәм ул бик йыш борсой икән, ФГС үткәндә шунда уҡ биопсия, йәғни туҡыманың бәләкәй генә киҫәге алына һәм микроскоп аҫтында тикшерелә, күҙәнәктең тибы, үҙгәрештәр бармы, юҡмы икәнлеге асыҡлана. Бары үҙең өсөн шуны мотлаҡ аныҡларға кәрәк: ашҡаҙан сей яраһы бар икән, ФГС үткәндә мотлаҡ биопсия алынырға тейеш. Был үҙеңдең канцерофобияңды (яман шеш менән ауырыуҙан ҡурҡыу) кәметергә лә ярҙам итәсәк. Скрининг ысулдары ла бар, әммә улар бик ҡиммәт.
Хәҙер Интерент селтәренә инеү мөмкинлеге һәр ерҙә бар, һәр кем уға инеп, ниндәй скрининг ысулдары булыуы хаҡында белә, уларҙы үҙе йәшәгән төбәктә таба, тикшеренеү үтә ала. Әммә Интернет селтәрендә ултырып ҡына үҙеңде белгесмен тип һанарға ярамай. Сөнки медицинаның үҙенең стандарттары, тикшереү ысулдары, анализдар бар. Ә табип - ул медицина өлкәһендә белемле генә түгел, ул анализлай һәм анализдарҙы сағыштырып "уҡый", уларға ҡарап һеҙҙең сәләмәтлек торошон дөйөм күләмдә күрә белгән кеше. Ниндәйҙер ағзаң борсой икән, уны Интернет буйынса табып, үҙ-үҙеңә диагноз ҡуйыу менән шөғөлләнмәгеҙ, тиер инем. Әгәр үҙ белдегең менән дауаланып булһа, бер кем дә ауырымаҫ, һәр кем һау-сәләмәт булыр ине. Ҡарылыу инстинкттары көслө булыусылар "эсәк йотоу"ҙан ҡурҡа. Күптәр шул арҡала ғына ашҡаҙан-эсәк трактын тикшертеүҙән баш тарта.
Әммә башҡа төрлө тикшереү юлдары ла бар бит. Мәҫәлән, рентгеноскопия ысулдары. Был, әлбиттә, оҙайлыраҡ, әммә уны теләһә ҡайһы поликлиникала ла ҡулланалар. Әгәр ашҡаҙанығыҙҙы тикшертергә теләгегеҙ көслө булып та, "эсәк йоторға" ҡурҡаһығыҙ икән, альтернатив тикшереү юлын һайларға мөмкин. Тағы шуны ла әйтер инем - ФГС-тан ҡурҡырға ярамай. Медицина ла, ундағы прогресс та бер урында тормай, заман менән бергә атлай, үҫешә, камиллаша. Бөгөнгө ФГС аппараттарын хатта бынан 15 йыл элек булғандары менән сағыштырыу мөмкин түгел. Хәҙер нәҙек зондтар ҡулланыла. Теләүселәр иһә балалар өсөн зондтарҙы ҡулланыуҙы һорай ала. Бында бер ниндәй ҙә проблема юҡ, проблема бары тик кешенең үҙендә. Әгәр кеше, ҡурҡам, тип, ФГС үтеүҙән баш тарта икән, тимәк, ул үҙенең сәләмәтлегенә һалҡын ҡарай. Эйе, элек был процедура бик ауыр һәм оҙаҡ ваҡытты ала ине. Хәҙер бер кешене тикшереү ҡыҫҡа ваҡытта башҡарыла.

Үт ҡыуығында - таштар

Үт ҡыуығында таштар нилектән барлыҡҡа килә? Бында бер нисә фактор ҡарала. Тәү сиратта, әлбиттә, был сир нәҫелдән күсеүсән. Икенсеһе, беҙ үҙебеҙ үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килеү өсөн шарттар тыуҙырабыҙ. Даими ашамайбыҙ. Әгәр ризыҡты даими ҡабул итмәйбеҙ икән, үт ҡуйыра һәм был да сәбәп булып тора. Әлбиттә, һәр кемдә лә тип булмай. Артабан инде тирә-яҡ мөхит, бигерәк тә һыу йоғонто яһай. Беҙҙең төбәктә карст сығанаҡтары булғанлыҡтан, һыу бик ҡаты. Минералдар бик күп. Һыу минералланған, шуға күрә был да үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүгә сәбәп булып тора. Әммә бынан да бик ҡурҡырға ярамай. Элегерәк, мәҫәлән, ағзала ҡом барлығы асыҡланһа ла шифаханаларға йөрөйҙәр ине. Йәғни, билдәле бер составтағы һыу режимын һаҡлай торғайныҡ. Красноусол, Йоматау шифаханалары ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары өсөн шәп дауа. Кешенең шунда барыу мөмкинлеге бар ине. Хәҙер ҙә ошо үткәндәргә кире ҡайтырға кәрәк. Әгәр ниндәйҙер шигегеҙ бар, сир башланғыс стадияла икән - шифаханаларға барып дауаланырға мөмкин икәнлеген оноторға ярамай. Шулай уҡ күптән эшләнгән методикалар ҙа бар, шуларға кире ҡайтырға ғына кәрәк. Шулай итһәң, күптәр, шифаханаға йөрөү мөмкинлеге юҡ, ҡиммәт, тип яуаплаясаҡ. Ә шул уҡ ваҡытта иң ябай ысулды ҡулланырға кем ҡамасаулай? Әйҙә, өйөгөҙҙә һыуҙы фильтр аша үткәреп эсегеҙ. Бындай фильтрҙарҙы һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә беҙ үҙебеҙ был хаҡта уйланмайбыҙ. Мәҫәлән, сәйнүктә фильтр аша үткәрелгән һыуҙы ҡайнатһаҡ, уның юшҡыны сағыштырмаса әҙерәк булғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ләкин һыуҙы фильтр аша үткәреү хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. Ялҡаулыҡ ҡамасаулай. Был бигерәк тә туған-тыумасаһы ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә ҡағыла. Улар һыуҙың ҡатылығын даими тикшерергә бурыслы. Бик юғында, атап үткән ябай нәмәләрҙе генә булһа ла эшләргә тейештәр. Ҡайһы бер ауылдарҙа, мәҫәлән, ниндәй һыу сығанағында ниндәй һыу сыға икәнлеген яҡшы беләләр. Быныһында йомшаҡ, һыу тиҙ күбекләнә, быныһы ҡаты, тиҙәр. Улар ошо йомшаҡ һыуҙы эсергә тырыша.

Гепатит һәм уның төрҙәре

Гепатит ысын мәғәнәһендә замана афәтенә әйләнде хәҙер һәм медицинала ул иң ауыртҡан темаларҙың береһелер, моғайын. Нигеҙҙә, гепатит менән гастроэнтерологтар шөғөлләнмәй, беҙ бары тик тикшерәбеҙ, асыҡлайбыҙ. Был сирҙәрҙе дауалау менән инфекционист шөғөлләнә һәм дауалау вирусҡа ҡаршы көслө препараттар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә был индустрия шул тиклем үҫешкән һәм алға киткән, төрлө программалар бар. Әммә шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: гепатит гепатиттан айырыла. Уның иң ябай булған А төрө эҙемтәһеҙ, башҡалары инде ҡан аша, бәйелһеҙ енси мөнәсәбәттәр аша тапшырыла.
Гепатиттың проблемаһы нимәлә? Нигеҙҙә, уның эҙемтәләре һөҙөмтәһендә өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә. Шуларҙың иң киң таралғаны - бауыр циррозы. Ләкин гепатитты дауалап булмай, тип уйларға һәм күңелеңде төшөрөп, яҙмышыңа буйһонорға ярамай. Хәҙерге медицина был процесты туҡтатырға һәләтле. Әлбиттә, гепатит менән сирләгән кешенең тәртибе, үҙ-үҙен тотошо ла яҡшы булырға тейеш. Сөнки сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу режимын һаҡлау, табип тәғәйенләгән вирусҡа ҡаршы препараттарҙы үҙ ваҡытында ҡабул итеү бик мөһим шарттар булып тора. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрендә гепатит булыуы асыҡланғас та әле дауаланырға тотонмайынса, оҙаҡҡа һуҙып йөрөйҙәр һәм ваҡыт үткәс, хатта вирусҡа ҡаршы ҡеүәтле терапия ла һөҙөмтә бирмәҫлек булғас ҡына мөрәжәғәт итәләр. Был сирҙе дауалауҙың берҙән-бер проблемаһы - дауа бик ҡиммәт тора. Шуға күрә дәүләт бер нисә программа булдырҙы. Әлбиттә, улар ғына етерлек түгел, ә шулай ҙа улар бар һәм һәр ауырыуға тәҡдим ителә.

Гастроэнтерология һәм шәкәр сире

Был сирҙәрҙең уртаҡлығы бар, сөнки ашҡаҙан аҫты биҙе - шәкәр сиренең тап урыны инде. Әммә шәкәр сирлеләрҙең бик аҙ ғына проценты нәҫелгә бәйле. Ҡалған өлөшөн инде кеше үҙе барлыҡҡа килтерә. Ғөмүмән, беҙҙең барлыҡ ағзаларыбыҙҙың да ныҡлығы бик юғары, уларҙың сирлегә әйләнеүенә үҙебеҙ ғәйепле. Әлбиттә, тыумыштан килгән сирҙәр быға инмәй. Ҡандағы шәкәрҙе күбәйтеүсе аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙы (икмәк-ҡалас изделиелары, картуф, шәкәр һ.б) ваҡытында кәметмәһәк йәки туҡтатмаһаҡ, үҙебеҙҙең сәләмәтлегебеҙгә битараф булмаһаҡ, был сирҙең барлыҡҡа килеүенә лә юл ҡуймаҫ инек. Йәғни ҡандағы шәкәр күләменең артыуы ла дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Мәҫәлән, беренсе тапҡыр шәкәр сире асыҡланғас та, йәғни ашҡаҙан аҫты биҙе үҙенең функцияларын үтәй алмай башлағас, кеше үҙенең туҡланыу рационын үҙгәртһә, ҡағиҙә булараҡ, 80 процент осраҡта ҡандағы шәкәр кимәле нормалләшә. Әлбиттә, бының өсөн даими рәүештә шәкәр кимәлен тикшереп торорға кәрәк. Был сир бер көндә генә барлыҡҡа килмәй, ул йылдар буйына формалаша. Шуға күрә уны алдан иҫкәртергә һәм аҙыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Беренсе этапта беҙ һәр ваҡыт бер генә нәмәне тәҡдим итәбеҙ - туҡланыу рацонын үҙгәртегеҙ. Шәкәр күтәрелә башлағанда ауырыуға дарыуҙар бирмәйҙәр. Әгәр ул баштан уҡ табип ҡушҡанды еренә еткереп үтәй икән, ул тулыһынса һауыға. Әммә кеше үҙе туҡланыу рационын үҙгәртеп, сәләмәтлеге нормаға килә икәнен аңларға тейеш.

Гастроэнтерологҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нигеҙ

Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә ауырыуҙар терапевҡа мөрәжәғәт итә. Ул инде артабан белгестәргә йүнәлтә. Симптомдарға килгәндә, эске ағзаларҙың ҡайһыһында ғына ниндәйҙер ауыртыу, уңайһыҙлыҡ тойғоһо булғанда ла кеше табипҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Кеше бит һәр ваҡыт йөрәге, бауыры ауыртыуын белә. Табипҡа килгәс тә, шул ағзам, шул ерем ауырта, ти. Шуға күрә мин, эс тирәһендәге ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ пациентты һағайтырға тейеш, тием. Шулай уҡ аҙыҡты эшкәртә, үҙләштерә алмау, ашағанда, аҙыҡты йотҡанда уңайһыҙлыҡ тойоу, үҙәк көйөү, ауыртыу, йыш сәсәү, ашҡаҙанда һәр саҡ ауырлыҡ тойоу, оло ярауҙың ваҡыты, нормаһы боҙолоуы врачҡа мөрәжәғәт итеүгә төп сәбәп булып тора. Әлбиттә, һәр кемдә ауыртыныу төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, сей яра симптомы артында миокард инфаркты йәшеренеүе ихтимал. Йәки - киреһенсә. Йәиһә йөрәк ауыртыуы артында ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары булыуы бар. Йәки кеше ЛОР-табипҡа бара, ә уға гастроэнтеролог ярҙамы кәрәк булып сыға. Ағзалар бер-береһе менән ныҡ бәйләнгән. Шуға күрә, тура гастроэнтерологҡа алып килергә тейешле аныҡ симптомдар юҡ, тиергә лә мөмкин. Беҙгә бары тик анализдар һөҙөмтәләре килтерә. Гастроэнтеролог өсөн иң мөһиме - кешене ауырыуы менән йәшәргә һәм уның менән көрәшергә өйрәтеү. Сей яра, гастрит, дуоденитты дауалау мөмкин. Бында проблема юҡ, проблема бары тик кешенең үҙендә, уның ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеүендә. Халыҡ табипҡа ауырыу стадияһында килә, ә табипҡа тәүге сигналдар булыу менән, мәҫәлән, ниндәйҙер ағзаңда таш барлыҡҡа килгәс түгел, ә булмағанда килеп, нисек таш үҫеүгә юл ҡуймау тураһында кәңәшләшергә кәрәк. УЗИ үткәндә ҡом барлығы асыҡлана икән, кеше, ярай, таш түгел бит әле, ти ҙә тыныслана. Тынысланырға ярамай, ә ошо ҡом булмаһын өсөн нимәлер эшләргә кәрәк.
Хәҙер бына диспансеризация тергеҙелде. Шуға күрә, исмаһам, ошо ваҡытта тикшерелеп ҡалыу зарур. Беҙҙә хәҙер Сәләмәтлек үҙәктәре бар. Тик халыҡ ниңәлер уларға йөрөмәй. Ә бит унда барып, йылына бер тапҡыр бушлай барлыҡ ауырыуҙар хәүефе факторына тулыһынса тикшеренеү үтергә мөмкин. Өфөлә генә шундай тиҫтә самаһы үҙәк эшләй. Хөкүмәт тарафынан шундай үҙәктәр булдырыла, ләкин халыҡтың үҙенең уларға йөрөргә ялҡауы килә йәки ул үҙенең сәләмәтлек торошон белергә теләмәй. Белгәс бит яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға кәрәк буласаҡ - шул ҡурҡытамы юғиһә?

Ураҙа тотоу, асығыу алымы менән дауаланыу

Ураҙа - кешенең инаныуы һәм теләге, кеше уны үҙ теләге менән һайлай. Шул уҡ ваҡытта ураҙаны ауырыу кешеләргә тоторға ярамай, тигән тыйыу барлығын да оноторға ярамай. Әгәр кеше үҙен ошо һынауҙы үтергә көсө, мөмкинлеге бар, тип иҫәпләй икән, был - уның үҙенең ҡарары. Кеше нимәгәлер мөкиббән китеп ышана икән, шул тормошҡа аша, шуға күрә, ураҙаға ла ихлас күңелдән ышанһаҡ, хатта сирҙәрҙән дә арына алабыҙ. Бында кешенең ниәтен, уның алдына ҡуйған маҡсатын һәм ошо маҡсатҡа өлгәшеүгә этәргән дәртен инҡар итергә ярамай.
Әлбиттә, асығыу ярҙамында дауаланыусылар ҙа бар. Әйтеүемсә, бының нигеҙендә инаныу ята һәм был бик ҡеүәтле фактор. Әгәр сәләмәт булыу инанысы бар һәм ул, ысынлап та, кешегә һау-сәләмәт булыу мөмкинлеген бирә икән, был бит бик яҡшы. Табип - ауырыу союзында ла сир өҫтөндә ике кеше эшләй, әммә ауырыу кеше үҙе өҫтөндә эшләмәй һәм табипҡа ярҙам итмәй икән, бер ниндәй һөҙөмтә лә булмауы бик мөмкин. Шуға күрә кеше ниндәй генә юлды һайлаһа ла, ул ни өсөн тап шул юлдан барыуын аңларға, үҙе өҫтөндә эшләргә тейеш. Сөнки был ысулдың да үҙенең билдәле бер тәртибе бар. Ҡапыл ғына башыңа килтереп һуҡты ла, ас торҙоң да һауыҡтың түгел. Медицина ярҙамы күрһәтеү тураһындағы федераль законда ла, кеше һайлау хоҡуғына эйә, тип яҙылған. Хатта ул дауаланыуҙан баш тартырға ла хоҡуҡлы. Әгәр кеше традицион медицинаға альтернатив юл таба һәм уға файҙаһы тейә икән - был бик яҡшы. Әммә был юлға уның аңлы рәүештә килеүе зарур.

Шулай итеп...
Юҡҡа ғына, нимә менән туҡланыуыңды әйтһәң, мин һинең кемлегеңде әйтеп бирәм, тимәйҙәр. Һәм ниндәй өлкә табибы менән генә әңгәмәләшергә тура килмәһен, уларҙың күпселеге, тәү сиратта, туҡланыу рационына иғтибар йүнәлтергә ҡуша. Ләкин күптәребеҙ уларҙың әйткәнен ҡолағына ла элмәй, бәлки, киреһенсә, сама тигән нәмәне онотоп, үткәндә ашап ҡалайым, тигәндәй, һаман ҡорһағын нимә етте шуның менән тултырыуын белә. Халҡыбыҙ "Ауырыу аш менән керә, аш менән сыға", "Ауырыу - йә астан, йә аштан", "Ауырыу ботлап керә, мыҫҡаллап сыға" тигән мәҡәлдәрен бер нигеҙһеҙ тыуҙырмаған. Ә ололар һүҙе - аҡылдың үҙе ул.


Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 2071

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru