«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Йәнәй башҡорттары йәшәгән ерҙәр

Йәнәй ырыуына ҡараған башҡорттар Ыҡ, Ағиҙел, Иж, Кама йылғаһының ике яҡ яры буйлап йәйелгән дала-урмандарҙа йәшәгән. Уларҙың аҫаба ерҙәре Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенең көньяғында, Ағиҙел йылғаһының Кама йылғаһына ҡойған урынында, Өфө губернаһының Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәре ҡушылған арала урынлашҡан була.
Тарихи Башҡортостан территорияһында кантонлыҡ системаһы булған осорҙа йәнәйҙәр 11-се башҡорт кантонының 24-се һәм 25-се йорттарына ҡарай (йортҡа бер нисә ауыл инә). XIX быуаттың 60-сы йылдарында крепостной хоҡуҡ бөтөрөлөү сәбәпле Рәсәйҙә ҙур үҙгәрештәр булып үтә, улар Башҡортостанға ла ҡағыла. Беренсенән, кантонлыҡ системаһы (1798-1865 йылдар) бөтөрөлә, икенсенән, элекке башҡорт атамалары урынына (Байлар, Бүләр, Гәрәй, Йәнәй, Ҡырғыҙ, Саралы-миң, Юрмый рәсми ҡулланылыштан сыға) тораҡ пункттары исеме менән аталған административ-территориаль улыстар булдырыла (Семиостровский, Аҡтаныш, Байсар, Нурҡай, һ.б). 1855-1863 йылдарҙа 12-се (элекке 11-се) кантон территорияһы, типтәрҙәрҙе башҡорт ғәскәренә ҡушыу сәбәпле, 4 кантонға бүленә.
Башҡорттар буйынса ҡабул ителгән 1863 йылдың 14 май положениеһына ярашлы, 28 кантон урынына 11 кантон тороп ҡала. Шулай уҡ уларға номерҙар бирелә, мәҫәлән, бынан һуң Сарапул һәм Елабуға өйәҙҙәренән торған 7-се Минзәлә кантоны, йәки Бөгөлмә һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәренән торған 8-се Боғорослан кантоны, тип йөрөтөлә башлай. Был 11 кантон 1865 йылда тарихи Башҡортостан территорияһында кантонлыҡ системаһы бөтөрөлгәнгә тиклем була. Һуңынан башҡорт ауылдары менән теге йәки был улысҡа, өйәҙгә, губернаға (Ырымбур, Өфө, Вятка, Һамар губерналары) ҡараған старшиналар идара итә.
Әлеге Татарстан Республикаһы территорияһында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре тарихи карталарҙа ла урын тапҡан. Быны П.И. Кеппендың VIII ревизия нигеҙендә төҙөгән "Европа Рәсәйенең этнографик картаһы", А.Ф. Риттихтың 1875 йылда төҙөгән этнографик картаһында күрергә була. Минзәлә, Ыҡ, Кама йылғалары буйындағы далаларҙа йәшәгән башҡорттар башҡа карталарҙа ла, Ф.А. Фиельструп, С.И. Руденко, К.В. Лаврентьевтың хеҙмәттәрендә лә күрһәтелгән. Йәнәй башҡорттары хаҡында һүҙ алып барғанда, К.В. Лаврентьевтың "Вятка губернаһының географияһы" хеҙмәтенә иғтибар итергә кәрәк (тәүге тапҡыр 1890 йылда нәшер ителә, һуңынан бер нисә тапҡыр ҡабаттан баҫып сығарыла). Был хеҙмәткә өҫтәмәлә 4 төҫ менән эшләнгән карта ла була, унда төбәктәге халыҡтарҙың йәшәгән ерҙәре күрһәтелә. Картанан крайҙа вотяктар (удмурттар), черемистар (мариҙар), башҡорттар, татарҙар, пермяктар, типтәрҙәр, һ.б халыҡтар йәшәүен, уларҙың ауылдарының һәм станцияларының атамаларын күрергә була. "Народоведение" бүлегендә һәр бер этнос хаҡында мәғлүмәт килтерелгән. Автор: "Вятка губернаһында күп кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса был губерна Рус ерҙәренең бөтә губерналары араһында беренсе урынды алып тора, ике енесте лә алғанда 3,5 миллион тирәһе кеше иҫәпләнә... Күпселек халыҡ урыҫтарҙан тора, әммә уларҙан башҡа губернала башҡа милләттәр - вотяктар, черемистар, татарҙар, башҡорттар, пермяктар, бәссермәндәр йәшәй..." тип яҙа. Башҡорттар тураһында түбәндәге мәғлүмәтте бирә: "Башҡорттар Сарапул һәм Елабуға өйәҙҙәрендә генә йәшәй. Уларҙың һаны 12 мең. Ҡиәфәттәре һәм кейемдәре йәһәтенән башҡорттар татарҙарға оҡшаған, шулай уҡ мосолман динен тоталар".
Күреүебеҙсә, башҡорттар Вятка губернаһының көньяҡ өлөшөндә, Елабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрендә йәшәгәндәр. Әгәр тәүгеһендә байлар һәм йәнәй ырыуҙары вәкилдәре булһа, икенсеһенең башҡорт халҡы тик йәнәйҙәрҙән генә тора. К.В Лаврентьевтың телгә алынған хеҙмәтендә Сарапул өйәҙе буйынса тулы мәғлүмәттәр бирелә. Мәҫәлән, "Халыҡ" бүлеге аша төньяҡ йәнәйҙәрҙең яҡынса һаны буйынса фекер йөрөтә алабыҙ (бөгөнгө көндә был Татарстан Республикаһының Ағырҙа районына ҡарай). Автор: "Сарапул өйәҙендә 350 мең кеше йәшәй. Был өйәҙ үҙенең төрлө милләттәр вәкилдәренән тороуы менән үҙенсәлекле. 250 мең булған урыҫтарҙан тыш, өйәҙҙә 82 мең вотяк, 6 мең татар, 5 мең башҡорт, 4 мең типтәр, 1 мең черемис... бар. Шулай уҡ дин яғынан да төрлөлөк күҙәтелә. 320 мең православие вәкиле, 13 мең расколсы ("раскольники"), 15 мең мосолман, 1 мең мәжүси... йәһүҙи һәм католиктар бар. Өйәҙҙә 1 мең квадрат саҡрымға 27 кеше тура килә". Шулай уҡ башҡорттар типтәрҙәр тигән этноҡатлам составында ла булыуын хәтерҙән сығарырға ярамай. Быны раҫлаған документтарҙың береһе булып, Девятерня һәм Нарат ауылдары типтәрҙәре үҙҙәренең был ҡатламға яңылыш индерелеүе, сығыштары менән башҡорттарҙан булыуы хаҡында яҙған хат тора. Бынан тыш, Ҡасай ауылында йәшәүсе типтәрҙәр үҙҙәренең аҫаба йәнәй башҡорттары булыуҙарын билдәләп, властарға хат яҙалар. Һүҙҙәрен ҡеүәтләү өсөн, типтәрҙәр рәтенә яңылыш индереүҙәрен раҫлаған Петр Алексеевичтың 1710 йылдағы указын һәм 1747 йылдағы иғландың күсермәһен ебәрәләр.
Шулай итеп,1834 йылда үткән VIII Бөтә Рәсәй халҡы ревизияһына ярашлы, Вятка губернаһының Сарапул һәм Елабуға өйәҙҙәрендә (бөгөнгө көндә Татарстандың Ағырҙа районында) 1200 йәнәй ырыуы башҡорто йәшәгән. XIX быуат аҙағы, XX быуат башында әйтелгән территорияла йәнәйҙәрҙең һаны биш тапҡырҙан күберәккә артып, 5500-6000 тирәһе тәшкил иткән. 1834 йылда Минзәлә өйәҙендә 6173 (Татарстандың Аҡтаныш һәм Минзәлә райондары), Бөрө һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендә тағы ла 1100 тирәһе йәнәй башҡорто йәшәгән. Уларҙың һаны (1834 йылда) 8400 тирәһе булған. Дөйөм алғанда, XVIII быуатта, XIX быуаттың башында үткәрелгән ревизиялар, һуңынан үткәрелгән төрлө халыҡ иҫәбен алыу кампанияларынан күренеүенсә, XIX быуат, XX быуат башы башҡорттарҙың, шул иҫәптән йәнәйҙәрҙең артыуына ыңғай йоғонто яһаған осор була.
1920 йылда Сарапул өйәҙенең Ағырҙа һәм Иҫәнбай улустары ТАССР-ға бирелә. Елабуға өйәҙе 1921 йылда милли автономиялар барлыҡҡа килеү сәбәпле ике өлөшкә бүленә: төньяғы Вотка автономиялы округына, көньяғы Татар АССР-ына бирелә. Татарстан Республикаһының Ағырҙа һәм Менделев райондары төҙөлә. Бөгөнгө көндә йәнәйҙәр нигеҙ һалған ауылдар Татарстандың төньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Шулай итеп, XIX быуатҡа тиклем башҡорт халҡының эске төҙөлөшө, Евразияның бөйөк далаларында йәшәгән башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, күп баҫҡыслы була. Бер нисә тиҫтә ҙур һәм вағыраҡ ырыу, бер географик территорияла үҙҙәренең этник берҙәмлеген танып йәшәй. Үҙ сиратында һәр ырыу араларға, нәҫелдәргә, аймаҡтарға, илдәргә бүленә. Йәнәй этнонимының тарихы, яҙма сығанаҡтарға ҡарағанда, X быуатҡа ҡайтып ҡала. Улар Көньяҡ Урал башҡорттарының этногенезы процесына иң иртәнге этаптарҙан алып өлөш индерә. Шуны ла хәтерҙән сығарырға ярамай, йәнәй, юрматы, юрмый, ғәйнә атамалары тик башҡорт халҡына ғына хас күренеш, башҡа халыҡтарҙың ырыу номенклатураһында осрамайҙар. Шуға күрә лә ошо ырыуҙарға ҡарау автоматик рәүештә башҡорт этносынан булыуҙы раҫлай.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 1499

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru