«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘАҠТАР ҒОРУР, ҮҘАЛЛЫ...
+  - 

Ҡырпағайҙың (ноябрҙең) тәүге көндәрендә Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһына Ҡаҙағстан иленән саҡырыу килде. Баҡһаң, ҡаҙаҡ яҙыусылар ойошмаһының төҙөлөүенә лә 80 йыл тулған һәм уны Алматы ҡалаһында билдәләйҙәр икән.

Бындай сараға барыу минең өлөшкә тейгәс, бер ни тиклем ҡыуанып та ҡуйҙым. Сөнки СССР тарҡалып, Ҡаҙағстан үҙаллы дәүләт булып киткәс, ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙың күңел төбөн, уй-кисерештәрен белеп ҡайтҡы килә ине күптән. Халҡының рухиәте был осорҙа ҡайһы йүнәлеш менән атлауын, беҙгә мөнәсәбәттәрен, матди һәм милли үҫештәрен күңел менән булһа ла ҡармап ҡарағы килә ине. Телефон аша һөйләшеп, Ҡайырниса тигән ханым компьютер аша Өфө - Мәскәү - Алматы маршрутына билет ебәрҙе. Ниһайәт, 2 ноябрь иртәнге сәғәттә Мәскәүгә остом. Көн болотло ине, әммә ҡара болоттар йыртығынан аҫта фәлән тиклем ер күренә. Күҙҙәрем оҙонса тәҙрә аша түбәндәге шул ерҙәрҙе байҡай. Ауыл хужалығы кешеһе булғас, күҙҙәрем Өфө менән Мәскәү араһында сәселгән, хәҙер йәм-йәшел булып ятҡан ужым баҫыуҙарын, яңы сәсер өсөн ҡап-ҡара итеп туңға һөрөлгән игенлекте эҙләй. Әммә улар юҡ. Башҡортостан өҫтөндә булһа кәрәк, уймаҡ ауыҙындай ғына ҙурлыҡта бер нисә уйым күренеп ҡалды. Ләкин Мәскәүгә тиклемге арала сәселгән ужым да, ҡарайып күренгән һөрөнтө ер ҙә күрмәнем. Улар булмағас, иркен көтөүлектәрҙә мал-тыуар йөрөйҙөр, тим. Яландарҙы, һыу буйҙарын эҙләйем. Әммә мыжғып йөрөгән һарыҡ, йылҡы, һыйыр малдары көтөүҙәренең әҫәре лә юҡ. Әле бит ер өҫтөнә ҡар ятмағайны. Шулай уҡ көҙгө ураҡтан һуңғы оҙон-оҙон итеп өйөлгән эҫкерттәрҙе, кәбәндәрҙе лә шәйләмәнем. Күңелде шунда уҡ ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Сәсеү булмағас, урыу ҙа юҡ, тимәк, мал да, ит тә, май ҙа юҡ булып сыға лабаһа...
...Шаулы Мәскәүҙе ҡалдырып, сәғәт ярымдан һуң ҡаҙаҡ иленә - Алматыға остоҡ. Самолет һауаға күтәрелгәс, һауаның болотһоҙ булыуынан файҙаланып, тағы ла самалап ерҙе күҙәтәм. Мәскәү өлкәһе, Рязань, Пенза, Һарытау өлкәләре өҫтөнән осабыҙҙыр, тип фаразлайым. Ваҡ-ваҡ урманлы ер яйлап асыҡлана барҙы. Күрәһең, Булығаға етәбеҙ, яландарҙы ултыртылған ағастар һыҙмаһы бүлгесләне. Һәр төрлө ҡала-ҡасабалар ҙа, нөктә генә булып күренгән машиналар ҙа бихисап. Әммә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә торған яландар буш, унда бер тереклек тә юҡ. Был хәл мине уғата аптыратты. Ә бит үткән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илде лә, фронтты ла Сталиндың ошо төбәктәрҙәге колхоздары аҫыраны. Халыҡ көнө-төнө яланда, игендә, фермаларҙа эшләне. Америка менән союздаш булғас, немец һыу аҫты кәмәләренән, бомбардировщиктарынан ҡаса-боҫа, океан аша бер нисә корабль Рәсәйгә аҙыҡ та ташығандыр. Әммә бындай оло илде корабль менән генә ташып туйындырып буламы? Юҡ, мең тапҡыр юҡ. Көнбайышта Брестан алып Волгага тиклем Украина, Беларусь, Рәсәй өлкәләре немец оккупацияһы аҫтында ине. Ул төбәктәр, билдәле, совет армияһын, совет халҡын ашата, кейендерә, ҡорал да етештерә алмай ине, сөнки немец ғәскәре оккупация аҫтында ҡалған ҡалаларҙағы бөтә завод-фабрикаларҙы емереп, Германияға оҙатҡайны, тик бер аҙы ғына Уралға күсерелгәйне. Һуғыштың бөтә ауырлығын Волга буйы республикалары, Урал-Башҡортостан, Исәй-Свердловск өлкәһе, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре күтәрҙе. Алтмышынсы йылдарҙың аҙағына тиклем Уралдың һәр ҡалаһында "Урал - опорный край державы" тигән ғорурланырлыҡ яҙыуҙар эленеп торор булды...
...Ҡулда самолеттың осоу картаһы булмағас, дөрөҫ итеп иҫбатлап әйтеп тә булмай, әммә Мәскәү-Алматы рейсы буйынса осҡан "Боинг" Яйыҡты аша осоп сыҡҡас, әллә Аҡтүбә өлкәһенең төньяғы, әллә Ырымбур өлкәһе, әллә беҙҙең Башҡортостандың иң көньяғында теҙелеп-теҙелеп ятҡан йәм-йәшел ужым баҫыуҙарын күрҙем. Күңелгә йылы ингәндәй булды. Юҡ, бында ҡырсылыҡ бөтмәгән икән. Тимәк, икмәккә мохтажлыҡ та, ҡәҙер ҙә бар, тип уйланым. Шулай уҡ аҫта, ниндәйҙер таулыҡ буйында өйөр-өйөр йылҡы, һарыҡ көтөүҙәре күренде. Ҡара ла, аҡ та күренә һарыҡтар. Ҡара төҫтәгеләре, тимәк, йыуан йөнлө һарыҡтарҙыр. Тимәк, был Ҡаҙағстан ере! Унан һуң бер йән эйәһе лә күренмәгән дала өҫтөнән бер ни тиклем осҡас, тағы ла көтөүҙәр, торлаҡтар күренеп, ярты сәғәттән Алматы аэропортына төшәсәкте иҫкәрттеләр.
Аэропортта тейешле тикшереүҙәрҙе үттек, әммә Мәскәүҙәге кеүек, ойоҡбаш эсен ҡараманылар, кейемең кеҫәһен дә тикшермәнеләр. Күрәһең, артыҡ ҡурҡмайҙар. Барыһы ла ҡаҙаҡ телендә ҡысҡырышалар, саҡырышалар. Аэропорттағы иғландар ҙа ҡаҙаҡса, һирәгерәк инглиз телендә яңғыраны. Урамға сыҡтыҡ. Унда исем-шәрифтәребеҙ яҙылған ҡағыҙҙарын өҫкә күтәреп тотоп тороусы ҡаршылаусылар менән осраштыҡ. Алматы ҡалаһына тиклем 30-35 минутлыҡ юл икән. Ҡаршы алырға килгән ҡаҙаҡ егете менән һәр кем үҙ телендә һөйләшеп киләбеҙ. Мине "Ай сере" тигән ҡунаҡханаға килтереп урынлаштырҙылар. Киске ашта ҡаҙаҡ яҙыусылар ойошмаһының юбилейына килгән Төркиә, Ҡытай, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Татарстан, Мәскәү вәкилдәре менән осраштыҡ. Табын артында бер-беребеҙ менән таныштыҡ һәм үҙебеҙҙе таныштырҙыҡ. Беҙ, төрки телле халыҡтар, бөтәбеҙ ҙә үҙ телебеҙҙә сығыш яһаныҡ. Һүҙҙәрҙе асыҡ итеп әйтеп, яйлап ҡына һөйләһәң, бөтә һүҙҙәр тиерлек аңлашыла икән. Тик ҡытай вәкиле генә тәржемәсе ярҙамында телмәр тотто. Уның сығышын бик иғтибар менән тыңлап ултырҙым. Уларҙа һүҙ ҡеүәһе бик ҡиммәттер, телмәр тәрбиәһе бик ныҡ үҫешкәндер, тигән фекергә килдем. Ә бит һүҙ ҡәҙере китеүе, һүҙ ҡиммәтенең арзанайыуы йәмғиәттең дә арзанайыуы тураһында һөйләй. Йәмғиәт арзанайған һайын уны әллә күпме һәләкәттәр көтәсәге лә билдәле. Ниңәлер, ҡытай кешеһенең һалмаҡ, ышаныслы телмәренән шул ауаздарҙы ишеттем... Иртә менән беҙ ҡаҙаҡ халҡының бөйөк улы Абай Ҡонанбаев һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Унан һуң Ҡаҙаҡ Республикаһы дәүләт китапханаһында ойошторолған күргәҙмәлә китаптар ҡараныҡ. Үкенес, китаптар һатып алып булманы. Рәсәй аҡсаһына әйбер һатмайҙар булып сыҡты. Ҡаҙағсан яҙыусылар ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары Жапарбек Садыхан улы минең бик ҡыҙыҡһынып "Сыңғыҙхан" тигән китапты ҡарап тороуымды күргәс, һатып алып, уны миңә бүләк итте. Бик риза булып алдым. Китап ҡаҙаҡ телендә. Уның биттәрен асыу менән шуны аңланым. Ҡаҙаҡтар Сыңғыҙханды һис шикһеҙ үҙ кешеләре тип белә. Уның тормошон бөтә тулылығы менән өйрәнгәндәр.
...Төшкө аштан һуң Абай исемендәге опера һәм балет театрына йыйылдыҡ. Зал шығырым тула. Бында Ҡаҙағстандың 3 мең саҡрымға һуҙылған бөтә өлкәләренән дә вәкилдәр килгәйне. Башлап иң оло аҡындар һүҙ әйтте. Шунан саҡырылған ҡунаҡтарға һүҙ бирә башланылар. Беҙ Татарстан яҙыусылары идараһы рәйесе Рәфис Ҡорбанов менән алғы рәттә ултырабыҙ. "Башҡортостан" тип иғлан итә башлау менән сәхнәгә күтәрелдем. "Әссәләмәғәләйкүм Ҡаҙағстан! Әссәләмәғәләйүм ҡәләмдәш ҡаҙаҡ бауырҙаштарым!" тип оран һалғас, залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫты. Ҡул саптылар. Мин халҡыбыҙ исеменән - уларҙы, ә улар беҙҙе - башҡорт халҡын тәбрикләне. Артабанғы телмәремдә мин Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы, уның ижади көстәре, нәшриәттәр, баҫмалар тураһында ҡыҫҡаса һөйләнем. Шунан башҡорт менән ҡаҙаҡтың дөйөм тарихы тураһында телгә алып үттем. Бик күптәнән, мең йылдар элек, ҡаҙаҡ ҡаҙаҡ булып, башҡорт башҡорт булып формалашыу осоронда беҙҙең ҡаңлы, ҡыпсаҡ, таҙ, тиләү, табын, ҡуңғырат кеүек уртаҡ ырыу-ҡәбиләләребеҙ булыуы тураһында һөйләнем. Төрки ырыуҙары берләшеп, ханлыҡ, ҡағанлыҡ ойоштороп йәшәгән осорҙа йоғонтоло Арғын, Барын, Ширин, Ҡыпсаҡ тигән ғәскәри дүрт ырыу хан күтәреү, хан билдәләү хоҡуғына эйә булғандар. Был тарихи ысынбарлыҡ. Арғын һәм Ширин ырыуҙары ҡаҙаҡта булһа, Барын һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙары башҡортта булған. Ошо мәғлүмәттәрҙе әйткәс, ҡаҙаҡтар тағы ла шаулатып ҡул сапты. Залдағы йәнләнеүҙән һиҙеп торам: улар минең был сығыштан бик тә ризалар һәм ҡыуанып хуплайҙар. Тәнәфестә әллә күпме ҡаҙаҡ милләтле кеше килеп: "Жаҡсы, жаҡсы баурдаш!" - тип ҡулды ҡыҫтылар. Мин дә бик күптәнән күрмәгән туғандарымды тапҡандай ҡыуандым. Донъяларыбыҙ айҡан да сайҡан булып киткән ошо заманда үҙең менән аңлашыу табырҙай "бауырҙаштар" барлығын тойоу ҡиммәтле хис икән. Тантаналы ултырышта президенттары Нурсолтан Назарбаевҡа бөтә саҡырылған ҡунаҡтарҙың ҡултамғалары менән хат-сәләм ебәрҙек. Әйтергә кәрәк, ҡаҙаҡ халҡы президенттарын бик ихтирам итә. Иртәгәһенә Ҡаҙағстан яҙыусылары һәм беҙ, ҡунаҡтар, Әл-Фараби исемендәге университетта Ҡаҙағстан милли әҙәбиәтенә арналған ғилми конференцияла ҡатнаштыҡ. 5 ноябрь иртә менән ҡайтыу яғына юлландыҡ.

Шулай итеп, ҡаҙаҡ иленә барыуым да, ҡайтыуым да төштәге бер йыр кеүек булды. Ҡаҙаҡ теле ауазы ҡолағымда, ә моңо күңелемдә... Һәм һуңғыһы. Ҡаҙаҡтарҙың милли интеллигенцияһы синыф дәрәжәһенә етеп үҫешкән. Улар үҙ илдәренең төп хужалары, сәйәси, рухи етәкселәре. Милли бурысын тәрән аңлаған синыф ҡына халҡын етәкләр һәм ысын милли азатлыҡ юлына алып килер. Ҡаҙаҡтар бөгөн ғорур, үҙаллылар, киләсәктәренә бик ышаныслы ҡарайҙар. Мәктәптәр ябылмай, ҡаҙаҡ теле лә ике генә сәғәт уҡытылмай...

Спартак ИЛЬЯСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 1430

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru