«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕКЛАМАЛЫ ҠАҒЫҘҘАР КҮҘГӘ СҮП БУЛЫП ЭЛЕНЕП ТОРА
+  - 

28 ғинуарҙа Өфө ҡала округы Советының сираттағы ултырышында көн тәртибенә 12 мәсьәлә сығарылып, улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе булып, моғайын да, ҡала Уставының 12 статьяһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе торғандыр.

Был процесс федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеүгә бәйле. 2005 йылда ҡабул ителгән Устав ошо ваҡыт эсендә ун тапҡыр үҙгәртелә. Уға һуңғы төҙәтеү былтыр июндә индерелһә, РФ Дәүләт Думаһы "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡтарҙы ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы законға 31 декабргә тиклем төҙәтеүҙәр индереү сәбәпле, баш ҡаланың программа документын да ҡабаттан ҡарап, уны федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу зарурлығы килеп тыуа. Һуңғы һәм халыҡ фекерен иҫәпкә алып тәҡдим ителгән төҙәтеүҙәрҙе Уставҡа индереүҙе депутаттар корпусы бер тауыштан хупланы.
Рекламаларҙы рөхсәтһеҙ урынлаштырған өсөн штраф күләмен арттырыу тәҡдиме, йәғни БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға "Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон проекты инициативаһы менән сығыу тәҡдиме иғтибарға лайыҡлы икенсе мәсьәлә булып торҙо. Был бөгөн көнүҙәк проблема, сөнки ҡаланың имиджына туҡталыштарҙағы, бағаналарҙағы, подъезд ишектәрендәге һәм башҡа төрлө урындарға йәбештерелгән рекламалар, иғландар етди зыян килтерә. Башҡортостан Республикаһының атап үтелгән Кодексының 6.7 статьяһында бындай ғәмәл өсөн яуаплылыҡ билдәләнгән һәм былтыр уға ярашлы 1253 хоҡуҡ боҙоусы 1 миллион 220 мең һум суммаға штрафҡа тарттырылған. Әммә штрафтарҙың күләме бәләкәй булыуы (граждандар өсөн - 300-500, вазифалы кешеләр өсөн - 1000-2000, ойошмалар һәм предприятиелар өсөн 5000-8000 һум) тәртип боҙоусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтата алмай. Күрше субъекттарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, депутаттар штраф күләме ҙур булған төбәктәрҙә рөхсәтһеҙ реклама урынаштырыу осраҡтарының кәмеүен асыҡлай һәм бындай тәжрибәне үҙ ерлегебеҙҙә ҡулланырға ҡарар итә. Шулай ҙа күп фатирлы йорттарҙа һәм йорт ихатаһы территорияларында иғландар йәбештергән өсөн штраф күләме шул килеш ҡала, әгәр ҙә тәртип боҙоусы икенсе тапҡыр ошо шөғөл менән тотолһа, граждандар өсөн штраф күләме 500 һумдан 1500 һумғаса күтәрелеүе ихтимал (вазифалы кешеләр өсөн - 2000-5000 һум, ойошма-предприятиелар өсөн 8000-15000 һум). Ауыл-ҡасаба сиктәрендә рөхсәтһеҙ реклама таратыу граждандар өсөн 500-1500 һум буласаҡ тип ҡаралһа, вазифалы кешеләр өсөн - 5000-8000, ойошма-предприятиелар өсөн 15000-30000 һум. Хоҡуҡ боҙоу ҡабатланған осраҡта штраф күләме граждандарға 1500 - 3000, вазифалы кешеләргә - 8000-15000, ойошма-предприятиеларға 30000-50000 һумғаса артасаҡ. Әгәр был инициативаны БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары ла хуплаһа, штраф санкциялары баш ҡалала ғына түгел, тотош республикала ғәмәлдә буласаҡ.
Ревизия комиссияһы контроль-иҫәп органы рәйесе Олия Порсева 2014 йылда бюджет аҡсаһының нисек тотонолоуына отчет яһаны. Былтыр был орган 107 объектта 28 тикшереү һәм эксперт-аналитика сараһы үткәргән. Башта 12 тикшереү планлаштырылыуға ҡарамаҫтан, комиссия прокуратура ҡушыуы буйынса - 8, халыҡтың ялыуы буйынса 6 тикшереү уҙғара, ҡала Советы депутаттары төркөмө менән берлектә мәктәптәрҙә туҡланыу ойоштороу һәм "Тиҙ медицина ярҙамы станцияһы" һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының средстволарҙы тотоноуын тикшерә. 2013 йыл менән сағыштырғанда тикшереүҙәр күләме генә түгел, асыҡланған етешһеҙлектәрҙең артыуы күҙәтелә.
Шулай уҡ Ревкомиссия муниципаль программаларҙың үтәлешен дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Был эшмәкәрлек уларҙың күләмен арттырмау һәм финанс менән тәьмин ителмәгән муниципаль бурыс суммаһын торгҡа сығармау маҡсатынан ваҡытында төҙәтеүҙәр индерергә мөмкинлек бирә.
Ғөмүмән, тикшереүҙәр 648 миллион һумлыҡ етешһеҙлек таба. Улар, нигеҙҙә, конкурс торгтарын үткәреүгә һәм муниципаль милекте иҫәпкә алыуға бәйле. Шулай уҡ бюджет учреждениеларында һәм муниципаль предприятиеларҙа эш хаҡын күтәреү, бюджет аҡсаһын нигеҙһеҙ туҙҙырыу, ремонт эштәренең күләмен арттырып күрһәтеү факттары ла асыҡланған. Был суммалар ошоға юл ҡуйған ойошма-предприятиелар тарафынан ҡала бюджетына кире ҡайтарыла. Олия Вәли ҡыҙы белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 18 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Шулай уҡ депутаттар 2015 йылдың беренсе кварталына эш планын да раҫланы. Ул үҙ эсенә 80 сараны ала. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау буйынса саралар бында башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән лайыҡлы урын алып тора. Беренсе кварталда ҡала Советы депутаттары БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға өс закон проекты инициативаһы менән сығырға ниәтләй. Беренсеһе - административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле булһа, икенсеһе - "Йорт хайуандары тураһында" БР законына муниципалитеттарға хужаһыҙ хайуандарҙы аулау хоҡуғын биреү тураһында өҫтәмә, өсөнсөһө республика парламенты аша Рәсәй Федерацияһының Урман кодексының 105-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса. Әгәр Кодексҡа үҙгәрештәр индерелһә, ҡала округы территорияһында урынлашҡан урмандар аша инженер селтәрҙәре үткәреү һәм юлдар һалыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Был мәсьәлә бөгөн Өфө генә түгел, башҡа эре ҡалалар өсөн дә актуаль булып тора.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1371

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru