«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫРҒАЛАҠ БАЙРАМЫ ОЙОШТОРОП, БАЛА КҮҢЕЛЕНӘ ТОЙҒО ҺАЛАЙЫҠ!
+  - 

Быйыл ҡышҡы каникулдар башланғас та ауылда Һырғалаҡ байрамы үткәрҙек. Балаларға бик күңелле булды. Ә бит был байрамды йылына ике тапҡыр: яңы йыл башланғас - Һырғалаҡты асыу һәм яҙғы каникулдар башланғас -Һырғалаҡ менән хушлашыу байрамы итеп үткәреп була. Ауыл ерҙәрендә балалар өсөн күмәкләп күңел асыу сараһын мөмкин тиклем күберәк үткәрергә кәрәк. Бындай саралар уларҙы яҡынайта, берләштерә, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр күберәк була. Билдәле, ғүмер - ул йәшәлгән йылдар түгел, иҫтә ҡалған мәлдәрҙән хасил.

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа, яҙ башланыу менән, өй нигеҙенә сығып, сынаяҡ ватыҡтары йыйып алып, "өй" уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, әсәйҙәребеҙ кеүек һөйләшәбеҙ, күстәнәс биреп ҡайтарабыҙ, бер-беребеҙҙән һауыт-һаба алып торабыҙ... Әле өлкәнәйеп бөткәс, шул әхирәттәрҙе осратһам, иң элек ҡояштың тәүге йылы нурҙары менән бергә өй нигеҙенә йыйылышҡан шул саҡтар күҙ алдына килә һәм әллә ҡасан булып үткән уйындарҙан күңелгә йылылыҡ бөркөлә, бала саҡтағы әхирәт уғата яҡыныраҡ булып китә. Ғүмерем дә үткәндәргә ҡайтыу иҫәбенә оҙайып киткәндәй тойола.
Уйға һалған ваҡиға. Байтаҡ башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙарын сит илдәргә уҡырға ебәргәйнеләр. Шуларҙың береһе - танышымдың ҡыҙы Англияла кейәүгә сығып тороп ҡалды. Әсәһе янына ҡайтҡан сағында: "Өфөнө һағынмаҫһыңмы?" - тип һорайым. "Ә мин бында нимә күреп үҫтем? Бысраҡ подъезымды һағынайыммы?" - тип яуап бирҙе ул һорауға һорау менән. Үҙем биргән һорауыма яуапты үҙем үк эҙләргә тейеш булып ҡалдым.
Дөрөҫ, көндәлек мәшәҡәттәр менән генә йәшәһәк, бала күңеленә йылылыҡ һалырлыҡ, һағынып иҫкә алырлыҡ бер ни ҙә эшләй алмабыҙ. Ә аҙаҡ инде бала үҫеп етеп, ете ят менән сәсен бәйләп, сит илдәрҙә тороп ҡалыр ҙа, өлкәнәйә башлағас, бауыр баҫыр, эс серҙәрен һөйләр яҡынын таба алмай ҡаңғыра башлаған сағында әсәһенә үпкәләр. Мотлаҡ үпкәләр.
Уңайы килгәндә, бер ваҡиғаны һөйләп китеү бик тә урынлы булыр. Сит илдә кейәүгә сығып, ҡартлығын шунда ҡаршыларға мәжбүр булған бер әсәнең һөйләгәне: "Ирем, йәғни баламдың атаһы ят милләт булғас, балам мине әсәй тип яҡын тойманы, сөнки мин булмышым менән уларға тап килмәйем. Сабый сағында әсәй яҡынлығы бар ине, үҫә килә ул үтте. Ә милли яҡынлыҡ юҡ. Ирем үлгәс, береһе менән дә бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ ҡалманы, балалар ят бауыр кеүек. Тыуған илемдә лә торламайым. Барыһы ла ятҡа әйләнгән. "Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң, үҙ туғаның ят була", тигән йыр юҡтан сыҡмағандыр. Йәш саҡта, әлбиттә, бөтөнөһө лә ҡыҙыҡ һымаҡ ине. Йәшәй-йәшәй бер ҡыҙығы ла ҡалманы. Тиҙ генә күңелгә тейеп бүктерә торған тәм-том һымаҡ сит илдең рәхәтлеге лә, матурлығы ла... Ә тыуған илең көнөнә бер нисә тапҡыр ашаған икмәк кеүек татлы бит ул... Йәш саҡта уйланылмаған. Ә әсәйем аңлатмаған. Үҙе лә аңламағандыр инде..."
Бына шулай тип үкенес белдергәйне йәш сағында сит ил кешеһенә кейәүгә сығыуҙы айға осҡандай ҡаҙаныш һымаҡ күргән ҡатын... Ошонан да сығып әйтәм: балаларыбыҙ, ейәндәрбеҙ күңеленә йылылыҡ бөркөлөр ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем күберәк булдырыу яғын хәстәрләйек, әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Хәҙер сит ил ҡапҡалары шар асыҡ, ымһындырғыс нәмәләр бихисап...
Һырғалаҡ байрамында һәр береһе өйҙән күстәнәс тотоп килеп, урамда самауыр ҡайнатып сәй эсеү, һырғалаҡ эйеү, ҡар өҫтөндә милли көрәш, арҡан тартыш, сана егелгән аттарҙа йөрөү, күмәк бейеү ойоштороу - бер ниндәй сығым да, тау аҡтарыр көс тә талап итмәй. Бары үҫеп килгән бала күңелендә тыуған яҡтарға, бала сағына, ауылдаштарына ҡарата һөйөү, йән йылыһы тойғоһо һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу кәрәк. "Бысраҡ подъездан башҡа нимә күрҙем!" - тип торған балаңдың салғыйына йәбешеп кенә илдә алып ҡалып булмай. Тыуған илдә бысраҡ подъезд ғына күреп үҫмәһен балаларыбыҙ. Ҡала балаларына ла ойоштороп була бындай байрамдарҙы. Беҙ бер ваҡыт күрше-тирәлә йәшәүсе Өфө башҡорттары менән (Батыр урамындағылар) башҡортса Яңы йыл үткәрә башлағайныҡ. Башҡорттар ғына түгел, ул тирәлә йәшәүсе бөтөнөһө лә ҡушылып китә торғайны. Ул ваҡытта беҙҙең бәләкәй генә тойолған балаларыбыҙ бөгөн ир етеп, үҙҙәре ғаилә ҡорған. Осрашырға тура килһә, рәхмәт әйтеп китәләр...

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1747

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru