«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КИЛӘСӘКТЕ ТОҠАНДЫРЫР ӨСӨН ҮТКӘНДЕҢ КӨЛӨНӘН ҠУҘ ЭҘЛӘЙЕМ"
+  - 

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Элекке хеҙмәттәшебеҙ, хәҙер "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағир, прозаик һәм публицист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға ошо көндәрҙә Аллаһы Тәғәлә ике "5-ле"не тыпылдатып тамғаланы. Әхмәрҙең башҡалар менән мөнәсәбәтендә үҙенсәлекле бер сифаты бар. Ул һәр төрлө йәштәрҙәге кешеләр менән аралашҡанда үҙен улар менән бер тигеҙ итеп тоя: сабыйҙар, балалар араһына барып эләкһә, улар менән бергә уйнарға тотона, йәштәр араһында ла уларҙың зауығынан айырыла алмай, ололар араһында ла үҙ кеше. Уның был асылын түбәндәге әңгәмәһе ниндәйҙер кимәлдә аңларға ярҙам итер. Ҡыҫҡаһы, һүҙҙе Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙҙың үҙенә бирәбеҙ.

Маҡталыуы ауыр

2015 йылға арналып сығарылған ҡайһы бер календарҙарҙа миңә 55 йәш тулыуы хаҡында яҙғандар. Н-сы йәш тулыуҙы мин шартлы күренешкә тиңләйем, ә инде юбилейҙарҙы ҙур залдарҙа тантаналы билдәләүҙе артыҡ мәшәҡәткә һанайым. Бындай тантаналарҙа яһалмалыҡ күп була һымаҡ тойола миңә: барыһы ла юбилярҙы урынлы-урынһыҙға маҡтарға, бының өсөн үҙ-үҙен һәм башҡаларҙы алдарға мәжбүр. Шуға юбилей кисәләрендә лә булырға яратмайым, сөнки маҡтаған саҡтарында йыш ҡына юбиляр өсөн дә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерергә тура килә. Кеше тәбиғәте шулай ҡоролған: әрләнеүгә ҡарағанда маҡталыуҙы күтәреүе ауырыраҡ.
Шуға күрә 50 йәшем тулыуҙы ла үткәрмәнем. Яҡташтарымдың инициативаһы менән тыуған яғымда саралар үтте үтеүгә (бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлемен). Баймаҡ районының һикһәнләп ауылынан килгән инәйҙәр, апайҙар, ағайҙар, егеттәр, ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары район китапханаһында минең шиғырҙарҙы һөйләп ярышты, аралашты. 2010 йылдың 10 февралендә үтте шиғыр бәйгеһе. Был көн минең өсөн шуныһы менән дә иҫтәлекле булды: тап шул кисә барғанда Өфөнән ҡыҙым Тамсы тыуыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Бүләк алырға яратмаһам да, Хоҙай һәм кәләшем юбилейыма биргән бүләк тормошомдоң иң оло ваҡиғаһы булды.
Кешенең ысын йәшен рух һәм аң үҫеше кимәле билдәләй. Ә физик тән кеше рухының һәм аңының һауыты ғына. Ундай "һауыт" Хоҙай, тәбиғәт тарафынан рухтан һәм аңдан мәхрүм ителгән заттарҙа ла бар. Аһ-аһ, кеше үҙенең йән һауытының юбилейын үткәрәме, улай булғас? Кем белә, бәлки, мин рух һәм аң үҫеше кимәле буйынса мең йәшкә еткәнмендер, бәлки, сабый ғынамындыр. Икенсенән, юбилейыңды үткәреү, кешеләрҙән үҙеңде ҡотлатыу, бүләк бирҙертеү, бәлки, башҡалар өсөн кәрәктер, ә миңә бөтөнләй кәрәк түгел. Ә бына ижадсы ғүмеренең ниндәйҙер бер баҫҡысында үҙенең ижади емештәре, китабы, һис булмаһа, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашһа, бында мин бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ күрмәйем. Йән "һауытым"дың ике 5-легә лайыҡ булған мәлендә гәзит уҡыусыларға ҡуйын дәфтәремдән алынған ҡайһы бер яҙмаларымды тәҡдим итеүем дә шунан килә.

Холоҡ мөҙҙәте - 40 көн

Һүҙемде ҡыҫҡа ғына бер риүәйәт менән башлайым. Донъя менән хушлашыр алдынан атай кеше улын янына саҡырып алған да: "Донъялыҡта бер генә үкенесем ҡала: һине намаҙға баҫтыра алманым. Мин үлгәс, ҡырҡ көн һуҙымында көн һайын мәсеткә килеп, намаҙ уҡымаһаң да, мине иҫләп, ун биш минут ултырып сығырһың", - тип васыят әйткән. Улы атаһын ерләгәс, уның васыятын үтәгән, йәғни ҡырҡ көн буйы мәсеткә йөрөгән. Ҡырҡ беренсе көндә инде мәсеткә ул үҙе килгән һәм намаҙға ултырған. Ошо риүәйәттән сығып, ниндәй һығымталар яһай алабыҙ һуң? Һығымта түбәндәгесә булыр ине: ысынлап та, холоҡ мөҙҙәте - 40 көн, дөрөҫөрәге, 40 тәүлек. Кеше ошо ваҡыт һуҙымында бер үк ғәмәлде көн һайын башҡарһа, артабан инде ғәмәле - ғәҙәткә, ғәҙәте холоҡҡа әүерелә. Ә нимә һуң ул холоҡ? Холоҡ ул - характер, ә характер - яҙмыш. Холҡоң ниндәй - яҙмышың шундай, тәҡдир генә үҙгәрешһеҙ. Сәбәп кенә ҡыл. Тимәк, бәхетһеҙ булып тойолған яҙмышыңды ыңғай юҫыҡҡа үҙгәртер өсөн дә 40 тәүлек етә түгелме? Ошонан сығып, 40 һанының килеп сығышын да аңлатырға булалыр. 40, тимәк "ҡырҡылыу", мәҫәлән, кеше ғүмеренең йәшлегенән ҡырҡылған сағы, 40 - ҡырҡ тәүлек һуҙымында башҡарылған ғәмәлдең ҡырҡ беренсе тәүлектә холоҡҡа әүерелгән миҙгеле, йәғни ғәмәлдең холоҡҡа "ҡырҡылған" мәле.
Мәрйәм апай Бураҡаева "Йәйләү" йәйге лагерында ял иткән балаларҙың айға ла тулмаған ваҡыт арауығында танығыһыҙ булып ыңғай яҡҡа үҙгәреүе хаҡында ғәжәп итеп һөйләгәйне. Лагерҙа балалар милләтебеҙ йола-традициялары буйынса, йәғни көн һайын тиерлек шуға яраҡлаштырылған режим менән йәшәгәс, уларҙың ялын ойоштороусылар үҙ маҡсатына өлгәшә алған. "Бына ҡайҙа эт күмелгән булған икән", тиер ине ошо хәлде аңлаған урыҫ кешеһе.
Күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев "Гәзит яҙыусыны эшләргә өйрәтә, әммә ижадсы гәзит редакцияһында биш йылдан артыҡ эшләргә тейеш түгел", тигән бик ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйне. Бында ла әлеге лә баяғы "холоҡ мөҙҙәте - 40 көн" принцибы сағылыш таба. Гәзитте ижад итеү һәм сығарыу механизмы шулай ҡоролған: унда тиҙ арала үҙеңде-үҙең ижадҡа ойоштороп эшләй һәм йәшәй башлайһың. Мәҡәләне тиҙ арала, хәҙер үк яҙырға бурыслыһың, яҙмаһаң, гәзит сыҡмай ҙа ҡуя. Йәғни көн һайын, сәғәт һайын, минут һайын ошо гәзит, уның йөкмәткеһен яҡшыраҡ итеү хаҡында хәстәрлек күрһәң генә эшең килеп сыға. Һөҙөмтәлә был хәстәрлегең йолаңа, традицияңа әүерелә һәм, Рәшит ағай әйткәнсә, гәзиттә эшләү механизмы яҙыусыны эшкә өйрәтә.
Мин үҙем дә, мәҫәлән, үҙем иң төп һәм мөһим тип атаған әҫәрҙәремде "Киске Өфө" гәзите редакцияһында эшләгәндә яҙҙым. Эш араһында, баш мөхәррирҙән ваҡыт һәм форсат урлай-урлай ижад иттем. Күрмәмешкә һалышҡаны өсөн Гөлфиә Гәрәй ҡыҙына рәхмәт. Үҙемде мәжбүр итеп яҙырға ла өйрәтте миңә был гәзит.
Ә инде Рәшит ағайҙың гәзит редакцияһында биш йылдан артыҡ эшләргә ярамай, тигәне, моғайын да, ҡалыплашыуға бәйлелер. Сөнки оҙайлы ваҡыт һуҙымында көн һайын бер үк эште башҡарған саҡта кеше үҙ-үҙен ҡабатлай башлай. Бынан азат булыу мөмкин түгелдер. Мин, мәҫәлән, үҙемдә быны һиҙҙем. Улай ғына ла түгел, һуңғы йылдарҙа яҙылған проза әҫәрҙәремдә ниндәйҙер кимәлдә мәҡәләләр стиле һиҙелә башлауы ла гәзиттә биш йылдан артыҡ эшләүемдән килеп сыҡҡандыр, тим. Шуға күрә лә хәҙер "Ағиҙел" журналында эшләйем.

Олатайым һабағы

Атайымдың бер туған ағаһы Мөбәрәк олатайымдың (Һаҡмарҙың урта ағымында олатай тиҙәр, башҡа яҡтарҙа - апа, бабай) бала сағымда биргән бер һабағы ғүмер буйы оноторлоҡ түгел. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡандан һуң ул ең һыҙғанып колхозда эшләне. Беҙ уны сиктән тыш уҫал, талапсан кеше итеп хәтерләйбеҙ. Һәр хәлдә, бала аҡылыбыҙҙа ул шул рәүешле һаҡланып ҡалған. Ҙурая килә, шуны ла аңланым: уҫал булып күренһә лә, ул ҡайтымһаҡ та, күҙенә йәш алыр зат та, намаҙ уҡыған диндар ҙа булған икән. Баҡтиһәң, уның беҙгә уҫал булып күренеүе үҙебеҙҙең, ул саҡтағы тиҫтерҙәремдең тәртипһеҙлегенән һәм уның беҙҙең өсөн самаһыҙ борсолоп йәшәүенән килеп сыҡҡан.
Эш шунда: беҙ, малайҙар, бер мәл Һаҡмар аша һалынған аҫылмалы баҫманан тороп баш менән һыуға һикерә башланыҡ. Ә ул тәңгәлдә йылғаның тәрәнлеге бер метрҙан да артмай. Тәүҙә олатай беҙҙең янға килеп: "Нишләп улай итеп һикерәһегеҙ, балалар? Башығыҙҙы яраһығыҙ, муйынығыҙҙы һындыраһығыҙ бит..." - тип мәтриләп китте. Беҙ уның киткәнен генә ҡарап торҙоҡ та, тағы ла дәртләнеберәк, тағы ла шашыбыраҡ һикерергә тотондоҡ. Быны күреп, олатай ҡарт киренән йүгереп килеп етте лә, "әпсәһеҙҙәр..." кеүек зәһәр һүҙҙәрҙе ҡулланып, беҙҙе һыу эскеһеҙ итеп туҙҙырып әрләп, баҫтырып ҡайтарып ебәрҙе. Хәҙер инде беҙ олатайҙы бөтөнләй күҙҙән юғалғансы, туҙҙырыу сарпыуы баҫылғансы ситтән күҙәтеп, йәшеренеп-боҫоп ҡына баҫмаға яҡынланыҡ. Уның килгәне күренмәгәс, тағы ла һикерә башланыҡ. Хәҙер инде берәүебеҙ һаҡта тора. Йәғни олатайҙың килә ятҡаны күренһә, йәһәт кенә таябыҙ.
Олатай тактикаһын үҙгәртергә булды, йәғни өй беренсә йөрөп, беҙҙе атай-әсәйҙәргә ошаҡлап, был яман ғәҙәттән дүндерергә булып китте. Әммә уның был ысулы беҙҙе оторо ярһытты ғына. Ни өсөн тигәндә, тыйылған татлы була. Беҙ тағы ла шашыбыраҡ, хәҙер инде барыһы ла күрһен өсөн ҡысҡырып-һайтлап баҫманан һикереп һыу инә башланыҡ. Абайламай ҙа ҡалдыҡ, олатай беҙҙең янда ҡапыл пәйҙә булды. Үҙе бер нисә буш шешә ҡосаҡлап алған. Беҙ ни ҡасырға, ни һыуға сумырға белмәй, ҡатып ҡалдыҡ. Олатай ҡулындағы шешәләрен берәмләп ташҡа яра һуғып, быяла ярсыҡтарын беҙ сумған тәңгәлгә ташларға тотондо. Һуңғы шешә ярсығы Һаҡмар төбөнә төшөп ятҡас, тәмәкеһен тоҡандырып, алпыуан баҫып ҡайтып китте. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып тороп ҡалдыҡ...
Бөгөн килеп шуны аңланым: ул мәлдә олатайға асыуланһаҡ та, уны уҫал тип атаһаҡ та, шулай хаяһыҙ ҡыланып һыу ингәндә беҙҙең өсөн борсолған берҙән-бер кеше ул булған икән дә. Бәхетле осраҡ менән генә беребеҙҙең дә муйыныбыҙ һынмаған, башы ярылмаған. Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән оло кешене борсолорға ғына түгел, асырғанырға мәжбүр иткәнбеҙ. Олатай ул саҡта беҙҙең өсөн борсолоп, ауыл буйлап утҡа баҫҡандай, ут йотҡандай атлап йөрөгән. Һуңғы сиктә сығырынан сыҡҡан. Егет булғас, Һаҡмар төбөндәге шешә ярсыҡтарын таҙарттыҡ таҙартыуға, әммә хәҙер ул баҫманан һыуға баш менән һикереүсе балалар юҡ. Нисектер, һаман да унда быяла ярсыҡтары ята һымаҡ. Уйлаһаң, тән тартышып китә хатта... Эйе, беҙ ҡайһы ваҡыт бер хәҡиҡәтте аңламайбыҙ шул: кемдеңдер беҙгә ҡарата ҡырҡыу мөнәсәбәте, уҫаллығы үҙебеҙҙән килеп сыға икән дә. Тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ ейәндәрҙең олаталары һәм ҡартаталары, ғәҙәттә, йыуаш булыусан. Мөбәрәк олатай иһә, үҙенең оло кеше абруйын ҡорбан итеп булһа ла, беҙҙе аҡылға ултыртҡан. Яманлыҡҡа ҡаршы көрәшһәң, яманатлы булаһың инде ул...

Тарихҡа мөнәсәбәтем

"Киләсәкте тоҡандырыр өсөн үткәндең көлөнән ҡуҙ эҙләйем" тигән Саҙритдин Айни. Был һүҙҙәрҙә тәрән генә түгел, дәһшәтле мәғәнә ята. Ни өсөн тигәндә, ысынлап та, үҙенең үткәнен белмәгән кешенең киләсәге ҡараңғы ғына түгел, бөтөнләй юҡтыр. Үткән йылдың аҙағында, 22 декабрҙә, Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында йәшәүсе мәшһүр йырауыбыҙ, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа 90 йәш тулды. Шул айҡанлы гәзиттә яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның "Ата балаһы" (2014, №48) тигән мәҡәләһе баҫылды. Унда олатайҙың әсәһе әйткән һүҙҙәре килтерелә: "Милләт ғорурлығы булмаған кешенең бар уй-фиғеле ашап-эсеүҙән ары китмәҫ. Әҙәп тигәне лә самалы ғына булыр. Китапһыҙ йәшәмәгеҙ. Боронғоно онотмағыҙ. Халыҡтың быуын сылбыры өҙөлһә, ҡалған яғы хайуанға әйләнә..."
Үҙ тарихыңдан, боронғо үткәнеңдән айырылыуҙы, өҙөлөүҙе, тарихыңды өйрәнеүгә илтифат бирмәүҙе боронғолар бына нимәгә әйләнеүгә тиңләгән. "Нимәгә һаман да тарихта соҡсонорға? Тарихты өйрәнмәгеҙ" тип әйтергә яратыусылар юғарылағы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышһын ине. Космополитизм маңҡортлоҡтоң һылтауымы?
Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң ҡоралһыҙландырылып, Ленин Башҡорт автономияһы тураһындағы килешеүҙе "ҡағыҙ киҫәге" тип атағандан һуң, сит илгә сығып китергә мәжбүр була һәм 1923 йылдың февралендә Ашхабадта "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты" яҙа. Унда тарихты белеүҙең әһәмиәте тураһында бер һөйләм бар: "Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем..." Был һөйләмдәге һүҙҙәр шуны аңлата булыр: Вәлиди халҡыбыҙҙың үҙ үткәнендә бынан да ауырыраҡ хәлдәргә ҡалғандан һуң да үҙен һаҡлап ҡалып, артабан йәшәп китер көс таба алыуы тураһындағы тарихи ваҡиғаларҙы күп белгән. Икенсе төрлө әйткәндә, халҡыбыҙҙың нимәгә һәләтле булыуын ныҡ тойған, шул арҡала үҙе лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән. Вәлиди сығып киткән мәлде күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: милләтте һаҡларлыҡ дәүләт юҡҡа сығарыла, ғәскәр ҡоралһыҙландырыла, милләткә ҡаршы ҡыҙыл террор башлана, ауылдар туҙҙырыла, ир-аттар үлтерелә, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрә ителә... Әммә был хәлдәр үҙ халҡының, башҡа халыҡтарҙың тарихын яҡшы белгән Вәлидиҙең рухын ҡаҡшата алмай. Тарихыңды белеүҙең милләт һәм айырым шәхес өсөн әһәмиәте бына нимәлә.
Яңыраҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов прозаиктар менән тарихсыларҙың осрашыуын ойошторҙо. Бик ваҡытлы һәм мөһим башланғыс. Маҡсаты: тарихсылар менән яҙыусыларҙы берләштереп, тарихи үткәнебеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, батырҙарыбыҙ хаҡында тарихи романдар ижад итеү. Тарихи романдар беҙҙә ижад ителә ителеүгә, әммә һаман да тарихтағы бик күп һандағы "аҡ таптар" асыҡлауҙы, Кинйәләр үҙ Ибраһимовтарын, Салауаттар үҙ Злобиндарын көтә. Әйткәндәй, Салауат батырыбыҙҙың тулы тормош һәм көрәш юлын сағылдырған башҡорт яҙыусыһының романы, әле булһын, яҙылмаған. Аҫылғужа ағай Баһуманов был эште башланы, әммә ғүмере өҙөлөүе арҡаһында тамамлай алманы. Бабич хаҡындағы романды кем яҙыр? Башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла Рәсүлев та роман-трилогияға торошло шәхес. Ҡаранайҙы, Йосоп, Аҡай, Бәпәнә батырҙарҙы, Баҙарғол Юнаев, Ҡаһым түрә, Аҡмулла, Әмир Ҡарамышев, Муса Мортазинды һ.б. кем һынландырыр?
Башҡорттарҙың урыҫ батшалығы менән Килешеү төҙөүенең 450 йыллығын билдәләгәндә Өфөгә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин килде һәм сығыш яһаны. Ил башлығы үҙ сығышында башҡорт атлыларының нисек итеп Мәскәү Кремлен поляктарҙан азат итеп, Рәсәй дәүләтселеген һаҡлап алып ҡалыуы, урыҫ ғәскәрҙәре менән бер рәттән Парижды алыуы тураһында тарихи факттарға туҡталды. Ошо ике тарихи факт хаҡында ғына ла ике тарихи роман яҙырға була. Алыҫ китергә лә түгел: данлыҡлы Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы хаҡында ла тулы полотнолы романыбыҙ юҡ.

Ижад хаҡы

Совет осорон нисек кенә тәнҡитләмәһендәр, әҙиптәр ул ҡоролошта социаль яҡтан барыбер ҙә яҡлаулы һәм һаҡлаулы ине. Коммунистар ижадсыларҙың ҡәҙерен белде, уларға шарттар тыуҙырҙы һәм үҙ идеологияһын атҡарыу өсөн яҙыусыларҙы файҙаланды ла. Минең быуыным ижадсылары иһә, ул осорҙа нығынып та, быныһына өйрәнеп тә өлгөрмәне. Рәйес Түләк әйтмешләй, "заман бөгөлөшө нәҡ беҙҙең умыртҡа һөйәгенә тура килде һәм һындырҙы...", Дамир Шәрәфединов әйтмешләй, "Тик шуныһы, көтөү боролғанда, алға сыға малдың аҡһағы..."
Оло быуын яҙыусылары әйтеүенсә, әйтәйек, ул саҡта "Ағиҙел" журналында повесть йә поэма баҫтырһаң, уның гонорарына ҡатының менән бергә Ҡара диңгеҙ буйында ял итер өсөн ике путевка һатып алып, өҫтәүенә, ир үҙенә костюм, ә ҡатыны күлдәк һатып ала алған. Бөгөн иһә хәлдәр шулайыраҡ. Әйтәйек, яҙыусы романын материал туплау ваҡытын иҫәпкә алғанда, биш йыл эсендә яҙҙы икән, ти. Әҫәрен китап сығарыу өсөн тағы ла биш йылы китһә, дөйөм алғанда ун йыллыҡ ижади хеҙмәте өсөн, әйтәйек, нәшриәт уға 100 мең гонорар түләне икән, ти. Хәҙер килеп, үҙ ғүмерендә бер китап та уҡып ҡарамаған, интеллекты биленән дә түбән булған, әммә баҙарҙы һәм алыпһатарлыҡты яҡшы белгән йылғыр эшҡыуар 100 мең һумды бер көн эсендә эшләп таба. Шулай, интеллектуалдың аслы-туҡлы йәшәп, ун йыллыҡ хеҙмәте йылғыр эшҡыуарҙың бер көнлөк хеҙмәтенә тиң. Ошонан һуң ниндәйҙер ғәҙеллек, закон камиллығы хаҡында әйтеп буламы? Юҡ, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, яҙыусылар, улар ғына түгел, ғөмүмән, интеллектуаль-ижади хеҙмәт әһелдәре хәҙерге ваҡытта тап ошондай нисбәт хөкөмөнә ҡуйылған да инде. Был нисбәт йәмғиәтебеҙҙең деградацияға барыуы тураһында һөйләй түгелме?
Әҙәбиәт йылында был тәңгәлдә ниндәйҙер үҙгәрештәр булмаһа ла, проблемалар һәм төп йүнәлештәр билдәләнеп, алдағы йылдарҙа интеллектуаль хеҙмәт кешеләренең хеҙмәтен баһалауҙа үҙгәрештәр көтөлөренә өмөтләнергә генә ҡала. "Киләсәктә китап уҡыусылар телевизор ҡараусылар менән етәкселек итәсәк" тигән бер аҡыл эйәһе. Был күҙлектән ҡарағанда, тик әле килеп ошо йылды Әҙәбиәт йылы тип атап, күпкә һуңланыҡ та кеүек. Сөнки хәҙер кеше китаптан күпкә алыҫлашып өлгөрҙө. Шуға күрә, хәҙер беҙгә һуң булһа ла уң булһын, тигән өмөт менән эш итергә ҡала. Ни өсөн тигәндә, компьютерға һәм интернетҡа бер өйрәнгән баланың ҡулына китап тоттороуы бик ҡыйын буласаҡ. Бәлки, был мөмкин дә түгелдер. Баланың компьютерын тартып алып, китап тотторһаҡ, уның күңелендә, киреһенсә, китапҡа ҡарата ытырғаныу тойғоһо ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әммә "Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәт янына килә лә ала" бит әле. Йәғни китапта яҙылғанды компьютерға индерергә лә була.

Ауыл сәйәсәте - дәүләт сәйәсәте

Һуңғы ваҡыт илде, иҡтисадты модернизациялау хаҡында күп һөйләйҙәр һөйләүгә, әммә киң илебеҙҙең меңәр-меңәр саҡрымдарға һуҙылған баҫыу-ҡырҙарында, ялан-далаларында совет осорондағы кеүек гөрләп иген үҫмәүе, көтөү-көтөү малдары утлап йөрөмәүе был һүҙҙәрҙең буш булыуы хаҡында һөйләй. Билдәле яҙыусы Спартак Ильясовтың самолетҡа ултырып, илебеҙ өҫтөнән осҡандағы күргәндәрен ("Киске Өфө"нөң быйылғы 3-сө һаны) уҡығанда тыныс ҡалып булмай: "...Мәскәүгә тиклем арала сәселгән ужым да, ҡарайған һөрөнтө ер ҙә күрмәнем. Улар булмағас, иркен көтөүлектәрҙә мал-тыуар йөрөйҙөр, тим. Яландарҙы, һыу буйҙарын эҙләйем. Әммә мыжғып йөрөгән һарыҡ, йылҡы, һыйыр малдары көтөүҙәренең әҫәре лә юҡ. Әле бит ер өҫтөнә ҡар ятмағайны. Шулай уҡ көҙгө ураҡтан һуңғы оҙон-оҙон итеп өйөлгән эҫкерттәрҙе, кәбәндәрҙе лә шәйләмәнем. Күңелде шунда уҡ ҡурҡыу тойғоһо солғап алды..." Быларҙы яҙыусы ғына түгел, академияла уҡып, махсус юғары белем алып, утыҙ йылдан ашыу совхоз директоры булып эшләгән, оло тормош тәжрибәһе туплаған ауыл хужалығы белгесе яҙа. Спартак ағайҙың борсолоуҙары урынлы, был хаҡта барыһы ла белә. Әммә ауылға һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың кәмеүенең сәбәптәре лә етди һәм нигеҙле кеүек. Йәғни ауыл хужалығының табышһыҙ тармаҡ булыуы, икенсе һүҙ менән әйткәндә, бер центнер игенде етештереү өсөн киткән сығымға сит илдән биш-ун центнер иген һатып алыу мөмкинлеге барлыҡ иллюзияларҙы юҡҡа сығара. Беҙҙә шулай: ерҙе һөрөп, иген сәсеп икһәң, муйындан бурысҡа батаһың, ә сит илдән һатып алһаң - мандыйһың. Был ялҡау бәхетле була, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрә.
Икенсе бер мәсьәлә. Фәндең, техниканың йылдам үҫеше хәҙерге заманда ауылда эшсе көстәрҙең элеккесә күпләп булыуын талап итмәй. Белгестәр ауылда барса халыҡтың 10-15 проценты ҡалған хәлдә лә, улар ҡаланы туйындырырлыҡ ҡеүәткә эйә, ти. Шуға күрә, ҡалғандар тиҫтә йыл эсендә ҡалаға күсеп бөтөргә тейеш, тип иҫәпләй. Әгәр ҙә ошо хәл күҙәтелә ҡалһа, илебеҙҙең дәүләт булараҡ һаҡланып ҡалыуына оло ҡурҡыныс янауы бар. Ни өсөн икәнен аңлатып ҡарайым.
Демография мәсьәләһен хәл итеүҙә һәр дәүерҙә, һәр дәүләттә ауыл ҙур роль уйнаған. Быға аңлатма ла кәрәкмәйҙер. Комфортты беренсе урынға ҡуйған ҡала кешеһе ғаиләһендә балаларҙың һаны берәү-икәүҙән артмай. Өс балалы ғаиләләр бик һирәк, улары ла, асылда, ауылдан ҡалаға күсеп килеүселәр. Ауылдарҙа, киреһенсә, бер-ике-өс балалы ғаиләләр бик һирәк, күбеһендә дүрт-биш-алты бала. Ике балалы ғаилә демографик хәлде бер кимәлдә ҡалдыра, йәғни ике бала ата менән әсәне генә алыштыра һәм үҫеш нулгә тигеҙ. Һуңғы тапҡыр халыҡтың иҫәбен алыуҙа шул да мәғлүм булды: демографик тотороҡлоҡ илебеҙҙә, асылда, ауыл һәм сит тарафтан күсеп килеүселәр иҫәбенә һаҡланған. Киләсәктә ауыл халҡы күпләп ҡалаға күскән осраҡта ла тотороҡлоҡ һаҡланыр, уның ҡарауы, илебеҙҙә ситтән күсеп килеүселәрҙең һаны артыр һәм...Һәм уларҙың һаны критик массанан артып китһә, беҙҙең ил граждандары булып киткән мигранттар, Европа илдәрендәге кеүек, үҙ милләттәренә сәйәси хоҡуҡтар давайлап, урамдарға сығыр. Был хәл инде дәүләтебеҙҙең тотороҡлоғона хәүеф менән янар.
Шуның өсөн дә беҙ бер нисек тә ауыл сәйәсәтенә тик аҙыҡ-түлек етештереү объекты күҙлегенән генә ҡарай алмайбыҙ. Ауыл, иң беренсе нәүбәттә, дәүләттең тотороҡлоғон тәьмин итә торған, уның демографик мәсьәләһен хәл итә торған урын. Үҙен һаҡларға теләгән дәүләт иң беренсе нәүбәттә ауылын һаҡларға, уны дотацияларға бурыслы.

Шулай итеп... Маҡталырға, ҡотланырға яратмайым, тиһә лә, "Киске Өфө" гәзите коллективы талантлы яҙыусы һәм журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙы 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлай. Маҡтау кешене боҙа, тигән хәҡиҡәт уға ҡағылмай икәнен белгәнлектән, беҙҙең баһалау, ҡотлау һүҙҙәребеҙ ҡәләмдәшебеҙҙе тағы ла дәртләндерер, юғарыраҡ ижад үрҙәренә әйҙәр, тип ышанабыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1965

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru