«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШ БУЛЫУҘЫҢ СЕРЕМЕ? ИЗГЕ УЙЛЫ БУЛЫУҘА!
+  - 

Мәңгелек эстетик категорияларҙың береһе булған матурлыҡ төшөнсәһе кешелек тормошонда ҙур урын алып тора. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрендә лә ҡатын-ҡыҙҙар ай йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, йондоҙ күҙле итеп һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта, халҡыбыҙ уларҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда, күркәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк биреүен дә йәшермәй.
Нимә һуң ул матурлыҡ? Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәнән? Башҡортостандың атҡаҙанған артистары - йырсы Миңзифа ИСҠУЖИНА һәм бейеүсе Рәмизә МӨХӘМӘТШИНА менән әңгәмәбеҙҙә ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ.


Матурлыҡ - ул эске торошмо, әллә тышҡы ҡиәфәтме? Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы ниндәй сифаттарҙан хасил була?

МИҢЗИФА: Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ матур булырға тейеш. Йәмһеҙ ҡатындар юҡ, бары ялҡауҙар ғына бар, тиҙәр бит әле. Шулай ҙа кеше эстән тыныс, йәшәйеше, эше менән ҡәнәғәт булһа, былар иң тәүҙә тышҡы матурлыҡта сағыла. Тормоштоң һәр өлкәһендә лә матурлыҡҡа ынтылған гүзәл заттарға гел һоҡланып ҡараным. Үҙен матур тип иҫәпләгән ҡатын-ҡыҙ ғына ысын мәғәнәһендә сибәр була. Ана шул эске ышаныс, күңел тыныслығы күпкә мөһимерәктер, моғайын.
РӘМИЗӘ: Өлкәнәйә килә һинең холҡоң, уйҙарың йөҙөңдә нығыраҡ сағыла. Шуға ла һәр ваҡыт изгелекле, мәрхәмәтле, яҡты уйлы булыу кәрәк. Йәш саҡта кешенең уйҙары ла, йөҙө лә матур була. Ә ошо күңел торошон ҡартайғансы һаҡлау һирәктәргә генә бирелә. Беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙ өлкәнәйә килә тағы ла сибәрләнә. Бына Рәшиҙә Туйсинаны алып ҡарағыҙ, мин уның йылдан-йыл тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, сибәрерәк булып асыла барыуын күрәм. Һис шикһеҙ, бында үҙ өҫтөндә эшләү ҙә роль уйнайҙыр. Өлкәнәйә барған һайын, көҙгөгә йышыраҡ ҡарарға кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенә ышанырға ла бурыслы, шунда ғына ул тыштан сибәр буласаҡ. СССР-ҙың халыҡ артисы Елена Образцованың: "Ниндәй генә ауырлыҡ булһа ла, ярай әле бынан да насарыраҡ хәл булмаған, тип, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым", - тигәнен хәтерләйем. Динебеҙҙә лә булған был һабаҡты ғүмерем буйына иҫемдә тотоп, бар нәмәгә сабыр булырға, был ауырлыҡты ла еңәсәгемә ышанам. Үҙеңә ышаныс тойғоһо бар икән, һиңә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел.
Матур булыу өсөн туҡланыу ҙа, ялға дөрөҫ итеп ваҡыт бүлеү ҙә, башҡа нәмәләр ҙә инә. Мәҫәлән, мин ашарға бешерергә яратам, әммә бейеүсе булып эшләгәндә 15 йыл киске етенән һуң ҡатыҡ, кишер һәм алманан башҡа нәмә ашамаҫҡа тура килә ине. Шул ваҡытта нисәшәр килограмм эремсек менән адыгей сырын ашағанмындыр, быныһы үҙемә лә ҡыҙыҡ хәҙер. Әле лә хәтеремдә, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленән хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайтышлай уҡ "Прага" тортын һатып алдым. Ҡотларға, тип, дуҫтар килгәс, ярай, бер киҫәк аша инде, тиҙәр. Юҡ, мин әйтәм, мин уның яртыһын ашайым. Хәҙер үҙем балетмейстер булараҡ бейеүселәрҙе, артистарҙы туҡланыуҙа тыйһам да, үҙемде сикләмәйем.

Әсәйегеҙ, өләсәйегеҙҙең ҡатын-ҡыҙ асылына төшөнөргә ярҙам иткән кәңәштәрен, матурлыҡ серҙәрен хәтерегеҙҙә тотаһығыҙмы?

РӘМИЗӘ: Әсәйем яғынан нәҫелемдәге бөтөн ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ ваҡыты өсөн бик уҡымышлы булған, улар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән мәҙрәсәләрҙә белем биргән. Өләсәйем дә революцияға тиклем дини белем биргән. Шуға ла ул мине тәрбиәләү менән ныҡ шөғөлләнде, тыйылған әйберҙәр күп ине. Әле лә аҫтылы сынаяҡ менән сәй эсергә яратмайым, сөнки уны беҙҙең өйҙә бар тәртибенә килтереп, икенсе ҡулың менән сынаяҡ аҫтын да күтәреп, эсергә кәрәк ине.
Иң ҙур гонаһ - кеше һөйләү, ти ине өләсәй. Мәктәптән ҡайтып, ниндәйҙер хәбәр һөйләһәм дә, гонаһ, тип, тыя һала торғайны. Ҡыҙ кеше һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы булырға тейеш, тип тәрбиәләнеләр. Тормошта баҫалҡылыҡтың һинең файҙаңа булмауы ла ихтимал, тик шулай ҙа бала саҡтан ҡанға һеңгән нәмәләрҙән ситләшеүе ауыр.
МИҢЗИФА: Рәмизә әйткән тыйыуҙар, дин, халҡыбыҙҙың әхлаҡ ҡағиҙәләренең тәрбиәүи көсөн әйтеп торорға ла түгел. Атай йоҡлағанда өйҙә шауламай инек, әле үҙемдең ғаиләмдә шулай, бер-беребеҙҙең йоҡоһон һаҡлайбыҙ. Бешеренергә яратам, был да әсәйемдән килә. 6 малай араһында 2 ҡыҙ тәрбиәләндек, шуға ла үҙемде наҙланып ҡына үҫтем, тип әйтә алмайым. Киреһенсә, гармунда уйнап, мотоциклда йөрөп, гармунсы егеттәр әрмегә китеп бөткәс, киске уйындарҙа йәштәрҙе бейетеп йөрөй торғайным. Мәктәпте бөткәс тә Өфөгә сәнғәт училищеһына уҡырға китә алманым. Әсәйем кейәүгә бирәм, тигәс, ҡасып, баш ҡалаға сыҡтыҡ та киттек өс ҡыҙ.
РӘМИЗӘ: Ғаиләлә ир баш, икәнлеген дә уңайы сыҡҡан һайын әйтеп тора ине өләсәй. Ул миңә эпостарҙы, әкиәттәрҙе күп уҡыны. Ғаиләлә бер бөртөк булғанға күрә, күберәк яңғыҙым уйнаным, үҙем уйлап сығарған донъям да бар ине. Айҙағы ҡыҙҙы йәлләп, уйнағанда төрлө сюжеттар ҡора инем, уны ҡотҡарырға хыялландым. Ошо уйындарҙа аңымда идеаль ир-егет мотлаҡ батыр, ҡыҙ баҫалҡы булырға тейеш, тигән уй нығынды. Үҫкәс тә гел генә әкиәт батыры, идеаль ир-егетте эҙләнем.

Шулай ҙа тормошта ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәнән?

РӘМИЗӘ: Ғүмерҙең билдәле бер осоронда бәхетте төрлөсә аңлайһың. 20 йәштә һөйгән кешеңдең эргәңдә булыуы бәхет булһа, бөгөн, 50 йәшкә етеп барғанымда, бәхетте башҡаса күрәһең. 40 йәшкә еткәс, бер нәмәгә төшөндөм: ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет - бала. Улыма ҡарайым да, бушҡа йәшәмәгәнлегемә ҡыуанам. Ул мине әсәй итеп кенә түгел, яҡын дуҫы итеп ҡабул итә, был да бәхет. Әле улым Мәскәүҙә уҡый, ҡайтҡан сағында сәғәттәр буйына һөйләшеп туймайбыҙ. Әсәйем, өлкәнәйеп бөткән улың менән нимә тураһында һөйләшергә була, тип аптырай.
МИҢЗИФА: Һәр кемдең яратҡан эше булырға тейеш. Йырсы булараҡ, тормош иптәшем менән бергә эшләүемә бәхетлемен. Ул аңламаһа, терәк була белмәһә, миңә был һөнәрҙә ныҡ ҡыйын булыр ине. Нисә йыл тормошта ла, сәхнәлә лә бергәбеҙ, минең өсөн йырҙар ижад итә, уртаҡ маҡсаттар бар. Эшләмәй өйҙә генә ултырыуҙы бәхет һанаусылар бар, мин улай итә алмаҫ инем. Сәхнәгә сыҡмай торһаң, ҡысҡырып йырлағы килә башлай, шуға ла тағы ла бер тапҡыр һөнәр һайларға мөмкинлек бирһәләр, ошо уҡ юлды һайлар инем. Сөнки бала саҡтан хыялланған уйҙарыңдың тормошҡа ашыуы үҙе бәхет бит. Улыбыҙ бар, ҡыҙыбыҙ бар - был үҙе бер ҡыуаныс. Балаларҙы тәмле итеп ашатҡың килеүе шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ бәхетенең бер өлөшө. Киленем менән әхирәттәргә әйләнә алдыҡ, бөтөн нәмәне уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Улым менән киленемдең ғаиләһенә ҡыҫылмайым, күп нәмәне күрмәмешкә һалышам. Ә ҡыҙыма ҡатыраҡ булырға тырышам, атаһы иркәләтеүе лә еткән, ҡыҙҙы тыйып үҫтереү дөрөҫ ул.

Артист булараҡ, бөгөнгө заман шоу-мәҙәниәтен күҙәтеп бараһығыҙмы, унда үҙегеҙҙең лайыҡлы урынығыҙ булһын өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?

МИҢЗИФА: Милли эстрада саҡ үҫешә башлаған мәл менән сағыштырғанда, бөгөн миңә йәштәрҙең йыр һайлауға булған мөнәсәбәте оҡшай башланы. Халыҡ йырҙарын яҡшы итеп башҡарыусылар бар. Рита Өмөтбаева етәкләгән "Башҡорт йыры" проекты оҡшай, унда баһалаусылары ла, башҡарыусылары ла лайыҡ шәхестәр. Тик йәштәр халыҡ йырын ҡапыл ғына өйрәнәләр ҙә, сәхнәгә алып сыға ла һалалар. Халыҡ йырын улай ғына өйрәнеп булмай, уны йөрәгеңдән үткәреп, аңлап, яйлап, моңон тойоп башҡара башлайһың. Йәш йырсылар ошоға иғтибар итһә, яҡшы булыр ине. Көнө-төнө совхоз эшендә булған атайымдың табындарҙа ғына йырлағанын ишетеп үҫтек. Ныҡ матур йырлай ине ул. Иремдең әсәһе шәп йырсы ине, атайым менән осрашһалар, гел йыр менән әйтеш ойошторалар ине.
РӘМИЗӘ: Программа төҙөгәндә тамашасының әлеге мәлдә ниндәй бейеүҙәргә өҫтөнлөк биреүенә иғтибар итергә тура килә. Шулай ҙа шоу яһайым, тип, стилләштерелгән бейеүҙәр ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршымын, халыҡсанлыҡ һаҡланырға тейеш. Бейеүселәрҙе профессиональ һәм үҙешмәкәргә бүлеп ҡарайым, тик шунан башҡа улар араһында айырма юҡ, шуға ла талаптар ҙа бер үк. Халыҡ мираҫы һаҡланырға тейеш-эшемдә минең өсөн төп принцип шул. Оҙаҡ йылдар спектаклдәргә бейеүҙәр ҡуям, тағы бер һөнәрем буйынса режиссермын, бында ла принциптарыма тоғро ҡалам.

Шулай итеп...
Матурлыҡ - йәшкә, һөйкөмлөлөк - матурлыҡҡа бәйле түгел. Кешенең шәхесен башҡалар уның дөйөм сифаттарынан, эске һәм тышҡы матурлығынан сығып билдәләй. Әммә быларҙың барыһы ла шәхси бәхетте гарантияламай. Шуға ла бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ кеүек түңәрәк бәхетле булырға теләһәгеҙ, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Изге уйлы булығыҙ, шул саҡ гел йәш һәм матур булып ҡалырһығыҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 2190

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru