«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТАМҒАЛЫ ҠАРАҒАЙ" ЯҘМЫШЫ
+  - 

* * *

Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы 1879 йылдар тирәһендә зәңгәр тауҙар уратып алған хозур тәбиғәтле Ғәлиәкбәр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кесе йәштән үк теремек, отҡор, үтә ҡыҙыҡһыныусан, эшһөйәр бала була, аң-белем - мәңгелек ғилем икәнен аңлап, сит яҡтарға китеп уҡыу тураһында эсенән генә хыялланып йөрөй. Ауылдың дин әһелдәре йәш быуынды: "Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи-үәссәләм әйткән: "Бер сәғәт ғилем алыу - төн буйы нәфел намаҙҙары уҡыуҙан хәйерлерәк, бер көн ғилем алыу өс ай ураҙа тотҡандан хәйерлерәк. Ғилем алыу - сауаплы ғәмәл. Һәр көн ниҙер өйрәнергә, белергә кәрәк. Туҡталып ҡалырға ярамай. Ғилеме барҙың телеме бар. Ғилем алған мосолман әжер-сауаптарға өлгәшә", - тип өйрәтер булған.
Ҡәйүм олатай, үҫеп, буй еткергәс, 16 -18 йәштәр тирәһендә, атаһына ситкә китеп уҡырға теләүе тураһында әйтә. Кәләш алып, үҙаллы донъя көтөрлөк егетте, уң ҡанатын кем ете ят ергә ебәргеһе килеп торһон инде, билдәле: атаһы ҡаршы була. Улының уҡырға булған теләген атайҙың ризаһыҙлығы ла туҡтата алмай. Дәрт биргәнгә дарман бирер, ти. Өйөр айғырын Петровскийға алып барып, ун өс һумға һата ла, Стәрлетамаҡта яңыса белем биргән мәҙрәсәгә уҡырға инә Ҡәйүм олатай. Ул юл ыңғайы Көҙәндә Әхмәтшаһ хәҙрәттә туҡтап, ҡунып йөрөр булған. Ул замандарҙа мәҙрәсәләрҙә шәкерттәргә ошондай предметтарҙан дәрестәр бирелеүе билдәле: толкование корана, изречение пророка, законоведение, фараиз, основы законоведения, основы изречения пророка, всеобщая история, естествознание, физика и химия, педагогика, алгебра, арифметика, мораль, русский язык (был мәғлүмәттәрҙе Троицк ҡалаһындағы "Рәсүлиә"мәҙрәсәһендә уҡыған Йыһаншин Сабирйән мулланың шәһәҙәтнамәһенән алдым). Шулай итеп, олатай Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡып, белемле кеше булып ауылына ҡайта. Ауылда, яҡын-тирәлә русса яҡшы белгән берҙән-бер кеше була. Хәкимә өләсәй уның тураһында: "Хөснөтдин ҡайным, Садиҡ олатайығыҙ, Сәғит олатайығыҙ ауылда иң ҙур кәүҙәле кешеләр ине. Сәғит ҡарт үҙе баһадир кәүҙәле булһа ла, Әбделҡәйүме бәләкәй ине", - тип һөйләр булған ейән-ейәнсәрҙәренә.
Ҡәйүм олатай Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә уҡырға керерҙән алда иң башланғыс белемде ҡайҙалыр алған булырға тейеш, тип фараз итәм. Бер ниндәй ҙә белем нигеҙе булмаған 16 -18 йәшлек егет ҡапылдан ҡубарылып сығып китмәгәндер, тимәк, Ғәлиәкбәрҙә борон-борондан балаларға белем биреүгә иғтибар иткәндәр, һәм был эш тейешле кимәлдә юлға һалынған булғандыр, тип уйлайым. Үҙемдең Хөснөтдин олатайым, Нәсихә өләсәйем белемле кешеләр булған бит. Элек-электән ауылыбыҙҙа дин әһелдәренең дә күп булыуы шул хаҡта һөйләй. Ә ҡыҙ бала Нәсихә өләсәйҙе, әлбиттә, ситкә ебәреп уҡытып ултырмағандарҙыр, ул мотлаҡ ауылда белем алғандыр. Борон муллалар - ир балаларҙы, абыстайҙар ҡыҙ балаларҙы уҡытҡан. Уҡытырға урын булмаһа, берәй байҙың өйөндә булһа ла уҡытыу эше алып барылған. Тағы ла ул ваҡытта административ-территориаль бүленеш тә башҡа булған. Ғәлиәкбәр, хәҙерге ваҡыттағыса, төпкөл ауыл булып иҫәпләнмәгән, оло юл өҫтө булған. Халыҡ Ишембай районы Ҡолғона, Маҡар ауылы кешеләре менән тығыҙ аралашып йәшәгән. Стәрлелә, Хәбибназар, Әхмәтшаһ хәҙрәттәрҙең мәҙрәсәләрендә уҡыған шәкерттәр Ғәлиәкбәр аша үтеп йөрөгәндәр.
Ҡәйүм олатай, Алтыншиндар затынан Шәрифә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур тормош ҡора. Был татыу ғаиләлә Кәримә, Хаммат, Ғәйшә, Самат, Әхәт, Барый, Ғилминур исемле балалар үҫә.
Алдынғы ҡарашлы, һәр эшкә лә маһир Ҡәйүм олатай ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ауылдаштарын хайран иткән. Оҫта тегеүсе булған, өҫтөнә лә кейемде үҙе тегеп кейгән. Әүжән урыҫтарынан күп итеп картуф алып килеп сәскән. Темәстән тире йыйыу буйынса кеше кәрәк булғас, бер ни тиклем шунда тәғәйенләнеп эшләп йөрөй. Аҡыллы ир - ил ағаһы, ти. Ауылдаштары уға кәңәшкә йөрөгәндәр, олатай уларға кәрәкле документтар әҙерләргә ярҙам иткән, районда русса яҡшы белгән кеше булараҡ, аралашыу, алыш-биреш булһа, гел уны йөрөткәндәр. Бер ваҡыт Әтек, Иҫәнғазы башҡорттары менән Ҡана (Кананикольск) урыҫтары араһында ер өсөн низағ китә. Ыҙғышты яйға һалыу өсөн Ҡәйүм олатайҙы саҡыртып алалар. Олатайыбыҙ барып, халыҡ менән һөйләшеп, бәхәсте Әтек, Тарауыл халҡы файҙаһына хәл итеп ҡайта.
Оҫта ҡурайсы, халҡыбыҙҙың йырҙарын аһәңле, моңло итеп башҡарыуы менән дә дан алған Ҡәйүм олатай аҙан әйтһә, тауышы Таҡыясусаҡ, Суҡмуйыл яҡтарына тиклем яңғырап, ишетелеп, халыҡты Аллаһ йортона әйҙәп, саҡырып торған. Өйө лә мәсет тапҡырында булған. Киң күңелле, ҡунаҡсыл олатайыбыҙ кеше менән аралашыуҙы яратҡан, йома һайын ҡарттарҙы сәй эсергә саҡырған. "Етемдәр өҫтөнән күҙәтеүсе минең менән йәннәттә булыр", - тип әйтелә бер хәҙистә. Үкһеҙ етемдәрҙе, Нәжметдин бабай менән Ғәйшә инәй Әминевтарҙы, үҙенә тәрбиәгә алған. Ҡәйүм олатай был ике етем баланы үҙ балаһы һымаҡ көтөп, эйәле-башлы итеп, мал биреп сығарған.
Илебеҙҙә барған фажиғәле ваҡиғалар: граждандар һуғышы, берсә аҡтарҙың, берсә ҡыҙылдарҙың баҫып кереп, халыҡтың барлы-юҡлы ғына ризығын талап-тартып алып хәлһеҙләндереүҙәре, аслыҡ касафаты ауылыбыҙҙы урап үтмәгән. Бик күп кеше аслыҡтан ҡырылған. Үлгәндәрҙе ерләрлек тә хәлдәре булмаған ауылдаштарымдың. Мәйеттәрҙе бер урынға өйөп һалып торғандар. Һуңынан илле-алтмыш кешене, бөтәһен бергә, Уҫағуй йылғаһы буйына туғандар ҡәберлегенә ерләгәндәр. Ғәзиз яҡындарыбыҙ ерләнгән был ҡәбер ауылыбыҙ халҡының дәһшәтле, фажиғәле яҙмышының шаһиты икәнен белһен, онотмаһын, был матур тормоштоң еңелдән генә бирелмәгәнен иҫендә тотһон ине йәш быуын. Шул ауыр йылдарҙа беренсе ауыл советы рәйесе вазифаһын Әминев Абдрахман олатай башҡарған, секретаре булып Ҡәйүм олатай эшләгән. Ауылда астарға ярҙам комитеты ойошторолған, халыҡҡа, әҙләп кенә булһа ла, иген таратҡандар. Ана шулай осто-осҡа ялғап йәшәргә тырышып ятҡанда, тағы ла ҡара һөрөм булып, меңәр башты бер баш ашар золом йылдары башлана.
1929 йылда Нәжметдин бабай менән Ғәйшә инәйҙе - батрак, ә Ҡәйүм олатайҙы кулак итеп күрһәтеп, уны ауылдан һөрөргә булалар. Булған бит ул замандарҙа ла абруйлы, ҡыйыу, тура һүҙле сая ҡатындар! Уҫал Хәҙисә тип йөрөткәндәр ул өләсәйҙе. - Һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Күптәр үҙ балаларын аҫрай алманылар бит. Әбделҡәйүмдең балалары эшләгәндә, Нәжмитдин менән Ғәйшә түрҙә ултырырға тейеш инеме? - тип, ҡаты асыулана уҫал Хәҙисә. Раскулачивать итергә килгән кешеләр уның фекерен тыңлап, ҡайтып китә.
Сәғитов Әхәт бабай һөйләгәндәрҙән: "1930 йылдың май айы ине. Ғәбитов Сафа бабайҙы ике ҡатыны, балалары менән оҙон арбаға ултыртып алып киттеләр. Әүжәндән урыҫтарҙы алып килеп, бөрмә башлы итеп өй төҙөткәйне. Тимер менән ябылған, буяулы матур өйө, бик күп умарталары ултырып ҡалды. Беҙ ни, бала-сағалар, йүгереп йөрөйбөҙ. Илаш - ҡысҡырыш. Ауыл халҡы илап оҙатып ҡалды. Атайымды районға саҡыртып алдылар, шул китеүҙән ҡайтманы ул, тотоп алып киттеләр. Бөрйәндә Бүребаев тигән бәндә күп кешенең башына етте, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе төрмәгә ебәреүсе лә шул. Гел наган тағып йөрөй торғайны. Ул ваҡытта саҡ бер нәмә булһа, кешене, милиция, тип ҡурҡытырҙар ине. Бына тигән 250 ир атылып, үлеп бөттөләр…" "Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс", тигән боронғолар. Илен ҡурсалаусы ил ағаһы, башҡортомдоң сәсән телле моңло улы, "тамғалы ҡарағайы", дин әһеле, солоҡсо, бынамын тигән ғаилә башлығы, ете бала атаһы Сәғитов Әбделҡәйүм Сәғит улы, ун йылға хөкөм ителеп, 1932 йылдың 4 ғинуарында Мордовияла һәләк була.
…Бер китапта, Ҡөрьән-ҡарый тип, Ҡөрьәнде ете төрлө итеп уҡый белгән кешене әйтеүҙәре тураһында уҡығайным. Үҙе тураһында яҙған мәғлүмәттән күренеүенсә, Ҡәйүм олатай Ҡөрьән-ҡарый булған. Анау хәтле солоҡ ағастары эйәһенең, халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен һуҙып, артылмаған үрҙәре, тауҙары, кисеп сыҡмаған сая йылғалары, ятып һыуын эсмәгән селтер шишмәләре ҡалдымы икән! Бейек тауҙар өҫтөнә менеп, тыуған яғыбыҙҙың хозурлығына һоҡланып, төпһөҙ зәңгәр күктә ҡыйғыр бөркөттәрҙең кәйелеп осҡанын күҙәтеп торған саҡтары ла күп булғандыр олатайҙың. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, һөйәктәре ситтә ятып ҡалған Ҡәйүм олатайҙың һәр балаһының тормош юлы беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. "Халыҡ дошманы балалары" тигән мөһөр йөрөтһәләр ҙә, бирешмәгән улар, тырышып-тырмашып белем алғандар. Ҡәйүм олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләр-бүләсәрҙәре, тыуар-тыусарҙары - үҙе кеүек көслө ихтыярлы, рухлы заттар. Улар илебеҙҙең ҡайһы мөйөштәрендә, ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итмәйҙәр. Сәғитовтарҙың үҙҙәре тураһында ғына ла бер роман яҙырлыҡ. Ағас нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә шул.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы.
(Аҙағы. Башы 4-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1709

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru