«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘҪЕБЕҘҘЕ СИТТӘР ТҮГЕЛ, БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ТӨШӨРӘБЕҘ, ЙӘМӘҒӘТ!
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең былтырғы бер һанында "Башҡорт илһөйәрҙәре… Ҡырымда ла башҡорт булып йәшәй" тигән мәҡәләне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Милләттәштәрем был мәҡәләне уҡып, алыҫ Ҡырымда рухыбыҙҙы байраҡ итеп күтәреп, халҡыбыҙҙы данлап йәшәп ятҡан Рәйлә һәм Даларис Имелбаевтарҙан фәһем алыр, бәлки, үҙ телен белеүҙе, балаларына өйрәтеүҙе артыҡ йөк тип ҡарамаҫ, тип уйланым...

Был мәҡәләне уҡығанда үҙем кисергән ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар күҙ алдымдан теҙелеп үтте. 1987 йылда ҡыҙым менән көнбайыш Украинаға, Трускавецҡа, ял итергә барырға тура килде. Мәскәүҙә поезға билет алып, вагонға барып инһәк, туп-тулы сиғандар, беҙҙең урындарға ла ултырып алғандар. Бала саҡтан улар тураһында кире хәтирәләр генә иҫтә ҡалғанлыҡтан, аптырап, ҡаушап ҡалдыҡ. Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләгән йылдарҙа ауылға таборы менән сиғандар килгәйне, һәйбәт итеп тауыҡ кетәктәрен "таҙартып" киткәндәре лә онотолмаған.
Ипләп кенә урындарыбыҙҙы бушатыуҙарын һорайым. Сиғандар ҡымшанып та ҡуйманы, минең һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты. Вагон проводницаһына ярҙам һорап өндәшәм, уныһы ла миңә иғтибар итмәне. Сиғандар бар тауышҡа ҡысҡырып һөйләшә, "Пусть все русские сидят на боковушках, около туалета", тиҙәр. Ҡараһам, ысынлап та, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле кешеләр вагондың ҡабырға яғына ултырып алғандар, ә беҙгә туалет янында ғына урын ҡалған. "Уф, Аллам! Туалет янында урынлашһаҡ, санаторийға ниндәй еҫтәр сығарып барып төшөрбөҙ икән?" - тип борсолоп киттем. Был һүҙҙәрҙе ҡыҙыма башҡортса ҡысҡырып әйткәнмен икән. Сиғандар мине ишетеп, тынып ҡалды, бер-береһенә ҡарашты.
-Һеҙ кемдәр?- тип һораны береһе.
Ә мин ғорур ғына:
- Беҙ - башҡорттар, Башҡортостандан киләбеҙ, - тип яуапланым.
Сиғандар шунда уҡ беҙҙең урындарҙы бушатып, үҙ урындарына күсеп ултырҙылар.
- Һеҙ беҙҙән ҡурҡаһығыҙ, эйе бит? Ҡурҡмағыҙ, беҙ насар кешеләр түгел, Мәскәүҙән кәсеп итеп килеүебеҙ, - тине бер сиған бисәһе.
-Юҡ, ни эшләп һеҙҙән ҡурҡырға тейешбеҙ, ҡурҡмайбыҙсы, - тигән булам. Санаторийға барып еткәнсе, һәйбәт итеп аралаштыҡ, аҙаҡ дуҫтар булып айырылыштыҡ…
Даларис Имелбаев: "Үҙеңде түбән баһаларға кәрәкмәй. Һәр саҡ юғары кимәлдә булырға һәм шул кимәлдән бер ваҡытта ла төшөргә ярамай", - тип, шул тиклем хаҡ һүҙҙәр әйткән баяғы мәҡәләлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ тыуған еребеҙҙә йәшәһәк тә, күптәребеҙ кемдәрҙелер үҙҙәренән артығыраҡ, юғарыраҡ итеп тойоу "сиренән" ҡотола алмай шул әле. Миңә оҙаҡ йылдар Учалы ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләргә тура килде, хәҙерге көндә хаҡлы ялдамын. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына:
- Һәйбәт кенә эшләп йөрөйһөң бит, әйҙә, юғары категорияға аттестация үт,- тием.
- Ҡуйығыҙ, тәүҙә Иванова, Петрова, Сидоровалар үтһен дә, шунан мин үтермен, - тип әйтә торғайнылар.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған саялыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек кеүек күркәм сифаттарҙы ҡайҙа "ерләнек тә", был "меҫкенлек" сирен ҡасан эләктереп алдыҡ икән, тип уйлайым һәр ваҡыт.
1996 йылда Яҙыусылар ойошмаһы, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары, ата-әсәләр тырышлығы менән бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Учалы ҡалаһында башҡорт мәктәбе астыҡ. "Һеҙҙең башҡорт мәктәбенә ни бары ун ете генә бала яҙылған, ата-әсәләр балаларын һеҙгә уҡытырға бирергә теләмәй", - тип ҡаршы төшөүселәр булһа ла, шул йылда һигеҙ беренсе класҡа балалар йыйҙыҡ. Ҙур рух күтәренкелеге, дәрт менән эш башлап ебәрҙек. Мәктәбебеҙ - гимназияға, аҙаҡ лицейға әйләнде. 12-се Башҡорт лицейы һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. 2013-2014 уҡыу йылында оптимизация һылтауы менән 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе менән бергә ҡушып, 12-се Башҡорт лицейын бер һелтәгәндә "ерләп тә" ҡуйҙылар. Хәҙер ул 1-се лицей тип кенә йөрөтөлә. Шул тиклем аптыраным. Лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыларына:
- Беҙ башҡорт мәктәбен асабыҙ тип йөрөгәндә, ҡаланың һәр мәктәбендә ни бары берәр, икешәр генә башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй инек. Һеҙ бер армия башҡорт теле уҡытыусылары булып, ниңә Башҡорт лицейын яптырырға юл ҡуйҙығыҙ? Еңел генә асылманы бит ул лицей. Ата - әсәләрҙән ҡултамғалар йыйышығыҙ, яңынан юллап ҡарайыҡ, - тинем. Коллегаларым тиҙ генә яуап бирмәне. Ике-өс көн үткәс, береһе:
- Мин пенсияламын, әле тағы ла бер-ике йыл эшләйем тигәйнем. Ата-әсәләр менән үҙегеҙ генә эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ инде… - тине. Әйтерһең дә, улар пенсияла, ә мин эшләп йөрөйөм. Ошо үҙеңде башҡаларҙан түбән күреү, меҫкенлек түгелме һуң? Өлгәшелгәндәрҙән артҡа сигенмәһәк тә яҡшы булыр ине лә бит. Башҡорт мәктәптәре ябылып бөтөп барғанда, туған телебеҙ һағында тороу тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин?
Башҡортостан - күп милләтле республика. Һәр милләткә үҙ телен өйрәнергә шарттар булдырылған. Татар, украин, сыуаш һ. б. мәктәптәр эшләй, тип маҡтанабыҙ. Иҫтәлекле саралар үткәрелер булһа, был мәктәптәргә милләттәштәренең хәлен белеп, дәртләндереп торорға күрше республикаларҙан вәкилдәр килеп төшә. Өфө ҡалаһынан бер уҡытыусы һөйләгәне хәтерҙә. Йәһүд балалары уҡыған мәктәпкә милләттәштәре килгән. Шуларҙың береһе балаларҙан:
- Ниндәй телдәрҙе өйрәнәһегеҙ? - тип һораған.
- Рус, инглиз телдәрен өйрәнәбеҙ, - тип яуап биргән балалар.
- Һеҙ рус телен былай ҙа беләһегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ. Һеҙ ошо ерҙә йәшәп, етәксе урындарҙа эшләргә тейеш кешеләрһегеҙ. Урындағы халыҡтың телен белеү мотлаҡ, - тип әйткән ситтән килгән ҡунаҡ.
Кемдәрҙер ерле халыҡтың телен өйрәнеп, етәксе булырға әҙерләнеп йөрөгәндә, республикаға исем биргән аҫаба халыҡтың балалары үҙ телендә уҡыуҙан мәхрүм ителә, ә ата-әсәләр был хәл менән өнһөҙ-тынһыҙ ғына ризалаша. Ошо түгелме үҙебеҙҙе кәмһетеүҙең, бәҫебеҙҙе, абруйыбыҙҙы төшөрөүҙең сағыу бер өлгөһө?

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.02.15 | Ҡаралған: 1598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru