«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘККӘ ЮЛ МИЛЛИ МӘКТӘПТӘН БАШЛАНА
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты өсөн быйылғы уҡыу йылы белем усағының 70 йыллыҡ юбилейына арналған саралар менән тағы ла байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ үтә. 1944 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары менән баш ҡаланың 9-сы урта мәктәбе эргәһендә "аҫаба милләт балалары өсөн интернат" булараҡ асылған был мәктәптең тарихы 1922 йылға уҡ барып тоташһа ла, уның рәсми датаһы булып ошо йыл иҫәпләнә. Гимназияның барлыҡ сығарылыш уҡыусылары - республика етәкселәре вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, зыялылар үткән аҙнала "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән тантанала ла ҡатнашты. Уларҙың ҡайһы берҙәренә гимназия-интернат тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.

Әмир Шамаев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, профессор, академик: Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының ошо етмеш йыл эсендә 10 меңдән ашыу уҡыусыға төплө белем биреп, оло тормош юлына оҙатыуын, уларҙың һәр береһен халҡына кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләүен уйлаһаң, был белем усағының милләтебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтенә төшөнәһең. Әгәр ҙә мин башҡа мәктәптә белем алған булһам, тормошта юғары дәрәжәләргә өлгәшкән бөгөнгө Шамаев була алмаҫ инем. Интернат беҙҙең һәр беребеҙгә киләсәккә юл асты, шуныһы өсөн рәхмәтлемен. Табип - донъялағы иң мәрхәмәтле һөнәр, был сифатҡа ла мине интернатта өйрәттеләр. "Ҡулыңдан килә икән - ярҙам ит" тигәнде гел күңелемдә тоттом. Беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр ҙә, сөнки күбебеҙҙең аталары фронтта һәләк булғайны, бөтөнләй туғандарһыҙ тороп ҡалғандар ҙа бар ине. Шуға ла интернат беҙҙе дуҫлаштырған, хатта туғанлаштырған да. Интернатты тамамлап, һәр беребеҙ төрлө яҡтарға таралһаҡ та, бер ҡасан да бәйләнеште юғалтманыҡ.

Флүрә Әхмәтшина-Аралбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: Мин Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшиндың ҡыҙымын. Һуғыш бала сағымды урлап, атай менән үҫеү бәхетенән мәхрүм итһә лә, интернатҡа уҡырға килеүемә шатланып бөтә алмайым. Ғүмерем буйына уҡытыусы булып эшләнем, хәҙер хаҡлы ялдамын. Әммә бөгөн дә Хәйбулла районының "Ҡош юлы" тип аталған үҙешмәкәр коллективында шөғөлләнәм, һаман да сәхнәләргә сығам. Интернатта Рәми Ғарипов менән бер класта уҡыныҡ, уның менән яҡын дуҫ булдыҡ. Беҙ гел генә өсәүләп - мин, Рәми һәм Сабир Хисамов дәрес әҙерләй торғайныҡ. Математика Рәмигә ауырыраҡ бирелә ине, Сабир уға ошо фәндән ярҙам итер ине. Бер тапҡыр контроль эш мәлендә Рәми: "Ғәфү итегеҙ, ахыры, минең буласаҡ геройҙарым ғына математиканы яҡшы белер", - тип, уҡытыусыға инша яҙып тапшырғайны. Рәми үтә ғәҙел булды, уйлағанын ҡурҡмайынса әйтер, башҡаларҙа ла ошо сифатты эҙләр ине. Әҙәбиәтте ныҡ яратты. Үҙебеҙ ҙә китаптарҙағы геройҙар кеүек булырға ынтыла инек. Бар нәмәне күңеленә яҡын ала ине ул. Рус әҙәбиәте дәресендә Әминә апай Йыһаншина Горький тураһында һөйләгәндә, ни эшләптер, уның икенсегә өйләнеүе тураһында ла телгә алды. Рәми торҙо ла: "Минең өсөн Горький бөйөк яҙыусы, ә һеҙ уның шундай яҡтарын һөйләп, кире тойғолар уятыуығыҙ мөмкин бит", - тип иҫкәрмә яһаны. Бына ошо хәтирәләр ғүмерем буйына күңелемде йылытып йөрөнө...

Факил Хәкимов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре: Был гимназия-интернатты тамамлауыма 64 йыл ваҡыт үтһә лә, белем алып йөрөгән сағым кисә генә булған кеүек. 1950 йылда сығарылыш уҡыусыларының һаны 105-кә еткәйне, беҙ иң тәүге ҙур класс булдыҡ. Гимназияның бөгөнгө директоры Әлфир Сулпан улы Ғайсинды ололап, директорыбыҙ, тип йөрөтәм. Ул да беҙҙең һәр беребеҙҙе танып-белеп тора, уҡыусылар ҙа беҙгә ихтирам менән ҡарай - былар барыһы ла беҙҙе интернат менән тағы ла нығыраҡ бәйләй. Улым Булат та ошо гимназияны тамамлап, хәрби училищела уҡып, 30 йыл илгә хеҙмәт иткәндән һуң, подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡты. Милләттең киләсәге - белемле кешеләрҙә икәнен аңлап, гимназияла уҡытыу кимәле бик юғары ҡуйылған, гимназия уҡыусыларының йөрәгендә халҡына, бер-береһенә, интернатына сикһеҙ һөйөү тәрбиәләнә - ошолар мине хайран итә. Бындай уҡыу йорттары күберәк булһын ине.

Шулай итеп...
Кемгә генә мөрәжәғәт итһәң дә, кем менән генә һөйләшһәң дә, 1-се гимназия-интернатҡа ҡағылышы булған кеше был белем усағына булған рәхмәтен йәшермәй. Шуға ла уның тураһында күпме генә яҙһаң да, гимназияның халҡыбыҙ тормошондағы әһәмиәтен баһалап та бөтөп булмаҫ ине. Ҡасандыр бөйөк педагог К. Ушинский, башҡа милләт өлгөһөндә йәшәргә ярамаған кеүек, сит педагогик системаһы буйынса тәрбиәләнергә лә ярамай, тип хаҡлы билдәләгән. Ниндәй генә тарихи осорҙа йәшәмәһен, был уҡыу йортоноң төп үҙенсәлеге - уның тәрбиә процесын халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре, йолалары, мәҙәниәте менән үреп алып барыуындалыр, моғайын. Милли мәктәп кенә баланың киләсәген яҡты хыялдары менән бәйләй ала. Милли мәғарифҡа ҡағылған һорауҙар тыуғанда һәр кемгә ошо хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөүҙәрен, ә беренселәргә гел беренселәр булып ҡалыуҙарын теләйек.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.02.15 | Ҡаралған: 1668

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru