«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Гәрәй улысы, ихтилалдар, Мутиндар династияһы

XVI быуатта башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, рәсми документтарҙа Гәрәй улысы телгә алына башлай. Ул һуңынан Ил Гәрәй һәм Урман Гәрәй тип аталған ике өлөшкә бүленә. Ошо ырыуҙың Гәрәй-Ҡыпсаҡ аймағына ҡараған вәкилдәре, гәрәйҙәрҙең төп массаһынан айырым, Ҡыпсаҡ улысында көн күрә. Әгәр Ил-Гәрәй Ағиҙел йылғаһының аҫҡы ағымында урынлашһа, Гәрәй-Ҡыпсаҡ аймағы Алатау һәм Ҡалыу тауҙары һыртында була (Ишембай районында урынлашҡан тауҙар).
Гәрәйҙәр XVII-XVIII быуаттарҙа ҡупҡан башҡорт ихтилалдары үҙәгендә тороп ҡала. Уларҙың аҫаба ерҙәренә батша гарнизондары яҡын урынлашыуға ҡарамаҫтан, гәрәйҙәр һәр ихтилалда әүҙем ҡатнашлыҡ күрһәтә. XVII быуатта болаларҙы баҫтырыу, халыҡты тынысландырыу маҡсатында батша хөкүмәте ашығыс рәүештә аманатлыҡ институты булдыра. Уға ярашлы, һәр башҡорт улысынан бер йәки бер нисә зыялы кеше яҡындағы рус ҡәлғәһенә аманат итеп бирелә. Мәҫәлән, 1662-1664 йылдарҙағы ихтилалдар барышында бик күп старшиналар һәм тархандар ҡулға алына. XVIII быуаттың 40-сы йылдарында аманатлыҡ институты бөтөрөлә, ләкин әлеге практика Пугачев яуы ваҡытында яңынан ҡабатлана. Ҡаҙан даруғаһынан 11 старшина батша ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Улар араһында Гәрәй улысынан Аҙнағол Мутин да була.
Был ырыуға ҡараған кешеләр араһында Мутиндар династияһы айырым урын алып тора. Ошо заттан бик күп йәмәғәт һәм хәрби эшмәкәрҙәр сыға. Был династия Мута Йәнырыҫов исемле кеше менән бәйле. Уның исеме 1743 йылдағы бер документта телгә алына. Мута Йәнырыҫов Гәрәй улысы старшинаһы була, Таҡталысыҡ ауылына нигеҙ һала (был ауыл әлеге мәлдә Татарстан республикаһының Аҡтаныш районына ҡарай). Уның улы Тимер Мутин хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәлелек ала. Ул 1756-1763 йылдарҙағы ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша. Ҡыҙрас Муллаҡаев етәкләгән башҡорт полкында командир ярҙамсыһы була. Пруссияға поход ваҡытында казактар, башҡорттар, ҡалмыҡтар, мишәрҙәр көн һайын тиерлек дошман кавалерияһы менән бәрелештәргә инә. Ә 1727 йылдың 19 августында Гросс-Егерсдроф буйында хәл иткес алыш була. Был алышта Пруссия короле Фридрих II ғәскәрҙәре менән тар-мар ителә. Ошо яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙрас Муллаҡаев менән Тимер Мутин иҫтәлекле ҡылыс һатып алыу өсөн 50 һум менән бүләкләнә.
Рәсәй тәхетенә һәр яңы батша ултырған һайын башҡорттар, Санкт-Петербургҡа барып, Сенат алдында үҙҙәренең тоғролоғон иҫбатлап, анттарын яңыртып торор булғандар. Әйтергә кәрәк, был факт башҡорт халҡының Рус дәүләтенә ҡараған башҡа милләттәргә ҡарағанда өҫтөнөрәк хоҡуҡтарға эйә булыуын күрһәтеп тора. Батша (батшабикә) менән булған осрашыуҙарҙы башҡорттар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уларға туранан-тура һөйләп, хәл итеү әмәлдәрен эҙләү өсөн дә ҡулланғандар. 1759 йылда тәхеткә Елизавета Петровна ултырғас, башҡорт делегацияһы Петербургҡа юл тота. Был делегация составында Тимер Мутин да була. Ул бар башҡорт халҡы исеменән телмәр тота. Унда башҡорттарҙың жалованиелар аша нығытылған аҫаба ерҙәрен талау, тартып алыу осраҡтары булыуын әйтеп үтә һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорай. Шулай уҡ мөрәжәғәттә рәсми документтарҙы, фармандарҙы киң халыҡ массаларына аңлашылһын өсөн төрки теленә тәржемә итеү үтенесе лә була. Уларҙың челобитныйы ҡабул ителә, Сенат Ырымбур губернаһы канцелярияһына указ ебәрә. Унда "... впредь оному башкирскому народу никому никаких обид и разорений не чинить и в угодьях их насильством не селиться" тип яҙылған була. Пугачев тарафынан башланып киткән Крәҫтиәндәр һуғышына башҡорттар ҙа әүҙем рәүештә ҡушыла. Гәрәйле Аҙнағол Тимеров Елабуға ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. Әммә был ихтилалда гәрәй ырыуынан Йомаҡай Асҡаров исемле икенсе старшина нығыраҡ билдәлелек ала. 1773 йылда Өфө провинцияһы канцелярияһында Пугачевты ҡулға алыу маҡсатында 700 башҡортто мобилизацилау буйынса указ сыға. Был ғәскәри берәмеккә Шүлгән ауылынан Йомаҡай Асҡаров етәксе итеп ҡуйыла. Әммә Крәҫтиәндәр һуғышына хас булғанса, башҡорттарҙан торған каратель отряды боласыларҙы тотоу урынына, үҙҙәре улар яғына сыға. Шул уҡ йылдың ноябрь айында Йомаҡай Асҡаров менән Әбдәй Ғабдулов Уса юлында баш күтәреүселәрҙең власын урынлаштыра.
Башҡорттар Пугачев киткәс тә ҡоралдарын һалмай. 1774 йылдың июлендә Аладдин Биҡтуғанов, Йомаҡай Асҡаров, Адигут Темәсов, Рахманғол Иртуғанов, Ғабдулсәләм Рамзин етәкләгән төркөмдәр Әңгәсәк заводын һаҡлаған хөкүмәт ғәскәрҙәре менән яуға инә. Ошо уҡ кешеләр батша хөкүмәтенә тоғролоҡто һаҡлап ҡалған башҡорт старшиналары Шәриф Кейеков менән Ҡолой Балтасовҡа хат яҙалар. Хаттарында улар башҡорттар араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн осрашырға тәҡдим итәләр. Крәҫтиән һуғышы тамамланып, 1773-1775 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан ҡайһы бер старшиналар ярлыҡана. Аҙнағол Тимеров күпмелер ваҡыт Ҡаҙанда аманат булып тотҡонлоҡта ултырғандан һуң иреккә сығарыла. Ул Гәрәй улысының старшинаһы булып хеҙмәт итеүен дауам итә, 1798 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре ойошторолғандан һуң, 11-се башҡорт кантонының йорт старшинаһы итеп тәғәйенләнә.
Мутиндар 1917-1920-се йылдарҙағы Башҡорт милли хәрәкәтендә лә тәүге көндәрҙән алып әүҙем ҡатнаша. Башҡорт милли хәрәкәте Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килә. Хәрәкәт Рәсәйҙең федерализмы һәм Башҡортостан республикаһы автономияһы өсөн сығыш яһай. I Бөтә Рәсәй мосолмандар съездынан һуң, Ырымбурҙа Башҡорт өлкә бюроһы төҙөлә, был орган составына Ғариф Мутин инә. Илдархан Мутин иһә Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын арҡаҙаштарының береһе була. 1917 йылдың 20 июлендә Ырымбурҙа I Бөтә башҡорт ҡоролтайы үтә, шура составына Ғариф һәм Илдархан Мутиндар ҙа һайлана. Илдархан Мутин Башҡортостан республикаһы төҙөлөүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе, автономия аяҡҡа баҫҡан осорҙа юғары вазифалар биләй. Большевиктарҙың Башҡортостанға сәйәси-иҡтисади автономия урынына, милли-мәҙәни автономия ғына ҡалдырасаҡтары билдәле булғас, ул Зәки Вәлидиҙең башҡа арҡаҙаштары менән бергә Урта Азияла көрәшен дауам итә. Һуңынан Башҡортостанға ҡайта. 1938 йылда репрессиялана һәм үлем язаһына хөкөм ителә.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.02.15 | Ҡаралған: 1663

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru