«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШТЫ ОҘАТЫП, ЯҘҘЫ ҠАРШЫЛАП
+  - 

Оҙайлы ҡыш тамамланып, яҙ миҙгеле башланыу осорон һәр милләт үҙ байрамдары менән ҡаршылай. Төрки телле халыҡтарҙың "Науруз"ы ла, урыҫтарҙың "Масленица"һы кеүек байрамдар ҙа башлыса көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытында билдәләнә. Башҡорт халҡының да тап ошо мәлдә генә үткәрә торған йолаларын хәтеребеҙгә төшөрөп алайыҡ әле бөгөн. Түбәндә яҙылғандарҙан сығып, сценарий төҙөп, үҙебеҙсә, башҡортса ойошторайыҡ ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамыбыҙҙы.

"Өлөшкә саҡырыу" байрамы.

Мал аҫырап йәшәгән башҡорт халҡында борон-борондан ит бешереп ҡунаҡ саҡырыу йолаһы киң таралған. Ҡар төшөү менән "Һуғым ашына саҡырыу", яҙға табан баш-тояҡ бешереп саҡырыу, ҡар ирей башлағас, "Өлөшкә саҡырыу" байрамдары ойошторолған. "Өлөшкә саҡырыу" байрамы киң таралған булһа кәрәк, сөнки "өлөшөңдө ашатма", "өлөштән мәхрүм ҡалма", "үҙ өлөшөң үҙеңә насип булһын", "тәғәйен өлөшөңдө бүлмә" кеүек әйтемдәр әле лә йыш ҡулланыла.
Халҡыбыҙҙа йәйгелеккә ит һаҡлауҙың төрлө ысулдары уйлап табылған: ҡаҡлау, тоҙлау, туң майға әүәләү кеүек ысулдар булған. Әммә был ысулдар өсөн, нигеҙҙә, иттең һөйәкһеҙ өлөштәре файҙаланылған, ә һөйәкле өлөшө ҡалған. Шуға күрә, яҙға табан йылҡы, һыйыр кеүек эре малдарҙың һөйәкле иттәрен өлөшләп бешереп ҡунаҡҡа саҡырышыр булғандар. Әле инде был йола байрамы бик һирәк урындарҙа ғына күҙәтелә. Байрамды тергеҙеп, киң таратып ебәргәндә, башҡорт халҡы ҡабул итә алмаған башҡа милләт байрамдарын көсләп индереү ихтыяжы булмаҫ ине, сөнки "Өлөшкә саҡырыу" байрамы, ғәҙәттә, ҡар ирей башлағас, боронғоса Яңы йыл тыуыр алдынан (март аҙаҡтарында-апрель баштарында) үткәрелгән һәм туйындырған-кейендергән малға ҡарата бик матур теләктәр әйтелгән. "Күк үләнгә имен аяҡ баҫылды, малдар теүәл генә йөрөһөн", "Тояҡлы малың ишле булһын", "Бер баш мал урынына ике баш мал тыуһын", "Икенсе йыл ошо ваҡытта тағы ошо байрамды үткәрергә насип булһын", "Алдағы йылға тиклем теүәл булайыҡ" һәм башҡа шундай матур теләктәр әйтелгән.
(Байрамға әҙерләнгән саҡта уҡ кемдәрҙе саҡырыу тураһында килешергә кәрәк: күрше ауылдымы, ситтә йәшәгән туғандарҙымы, бер урам икенсеһенме. Һәр хәлдә, байрамда һыйлаусы хужалар һәм ҡунаҡтар була. Ә инде конкурс-ярышта барыһы ла берҙәй ҡатнаша. Байрам барышы, конкурс шарттары тураһында матур итеп алдан яҙып ҡуйыла).
Байрам былай үткәрелә: ҡапҡаға сығып, алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы барып алыу булмай. Һәр йорт алдына йәки тәбиғәт шарттарына ҡарап Мәҙәниәт һарайында тәғәйен урында өҫтәл әҙерләнә. Аш-һыуға, малға ҡарата матур теләк йәки мәҡәл (әйтем) яҙып эленә. Хужалар һыйламаға алдан әҙер була, ҡунаҡтар үҙҙәрен саҡырған хужаларҙың өҫтәле янына килә. Төп алып барыусы байрам башланыуы тураһында иғлан итә, байрамдың асылын ҡыҫҡаса аңлата, ҡунаҡтарҙың ҡайҙан саҡырылыуын әйтә, байрам менән ҡотлай һәм: "Ә хәҙер, әйҙүк, хужалар ҡунаҡтарығыҙҙы өлөш менән һыйлағыҙ!" - тип, байрамды башлап ебәрә.
Борондан ҡалған йолаларҙың төп талаптары шул: өлөштө оло кешеләр бүлә. Алдарына алъяпҡыс бәйләгән килендәр һурпа өләшә.
Аралар, бер-береһенән айырылып торһон өсөн, һәр ара һыйлаусыларына бер иштән үҙенсәлекле алъяпҡыстар һалыу, бер төҫтән ҡыя яулыҡ бәйләү отошло була.
Байрамдың асылы: йомшаҡ ите киҫеп алынғандан тороп ҡалған һөйәкле итте тигеҙ генә өлөштәргә бүләләр. Был өлөш, ғәҙәттә, өлкәндәргә - ҡуш йоҙроҡ, бала-сағаға һыңар йоҙроҡтай була. Һөйәкле иттең һурпаһы ныҡ һөҙөклө була, шуның өсөн, ғәҙәттә, был һурпаның һөҙөгөн айырым һауытҡа һөҙөп алып, тоҙ, һарымһаҡ, һуған, борос һалып, айырым ултыртҡандар (тоҙлоҡ, һөҙлөктөң башҡаса аталыуы ла ихтимал), ә һурпаһында бишбармаҡ бешергәндәр; самалап айырым бүленеп алынған һурпаға аҙ ғына тары ярмаһы һалып ҡайнатып һәм ҡоротлап (ҡоротло һурпа) айырым биргәндәр.
Өҫтәлгә ит бәлеше, сәмбүсә, ваҡ бәлеш, ҡаҙылыҡ, тултырма, баш ите, тояҡ һерелдеге (холодец) кеүек иттән әҙерләнгән башҡа төрлө ризыҡты ла ҡуйырға мөмкин. Өлөш алған һәр кеше алдағы йылда ла малдың ишле булыуын теләп, хужаға рәхмәт һүҙҙәре әйтә.
Һыйлау тамамланғас, борон әйтеш, сәсәнлектә ярыш, ҡурай уйнап, оҙон көйҙәр йырлап, сәсәндәр икенсе төбәктәрҙән ишетеп отоп алған йырҙарын башҡарып ултырыр булған. "Ҡуңырбуға " эпосынан, мәҫәлән, Аҡһаҡалдың ит өлөшө таратыуы ошондай һүҙҙәр менән оҙатылып бара:

Баш һөйәге - башлауға ,
Туларһығы - ташлауға,
Һум ите - ашауға,
Һөйәк алһаң - кимерергә,
Елек тапһаң - һурырға,
Кимерсәге - сәйнәргә,
Быныһы була муйыны,
Ете була быуыны;
Алғы умыртҡа өлөшлө,
Өлөшлө ҡул килешле;
Ете киҫәк, ете быуын,
Ала белһәң, үҙеңә;
Артҡы умыртҡа ун ике,
Ала белһәң, һинеке.
Һүҙең башла олонан.
Кесенең тот ҡулынан.
Олоға юл бирерһең,
Кесегә ҡул бирерһең,
Башын алыр атайың,
Ботон алыр ағайың.
Ҡарындашың - аяғын,
Еңгәң алыр тояғын.
Унан килә һигеҙгүҙ,
Һигеҙгүҙгә һигеҙ һүҙ;
Һүҙ айышы ырыуҙа ,
Ырыулы ил ырыҫлы.
Ырыулы ил – уҙғаны,
Ырыуһыҙ ил – туҙғаны.

Табында ултырғанда ғына ни тиклем ҡиммәтле һүҙҙәр әйтелгән, уларҙы тыңлап ултырыусыларға күпме һабаҡ бирелгән.
Бындай табындарҙа балалар өсөн дә төрлө ярыш, уйын ойошторолған. Беҙҙең заманда иһә һәр төрлө уйын, ярыш, викторина ойоштороу өсөн мөмкинлектәр тағы ла киңерәк. Ойоштороусылар үҙҙәренең ижади һәләтлеген ҡолас йәйеп файҙалана ала. Ярышыу өсөн шарттарҙы урында хәл итергә кәрәк. Урам менән урам, ара менән ара йәки бер нисә йорт бер булып команда менән команда араһында ярыш ойошторола.
Конкурстар:
Һыйлы өҫтәл конкурсы. Конкурс шарттары: милли ризыҡ төрҙәре, биҙәлеше. Һыйлау барышында йолаға тоғролоҡ. Ауыҙ-тел ижады конкурсы: йомаҡтар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар, малға ҡағылған иң матур теләктәр әйтеү. Һорауҙарға яуаптар. Һорауҙар малдың йәшенә, төҫөнә, атамаһына, ит өлөшөнөң атамаһына, (ҡабырға ите, баш ите, билдәмә, салыу һөйәге, үпкә-бауыр, һум ите, ҡатлансыҡ, ҡарта, туҡ эсәк һ.б.); мал һуйғанда ҡулланылған ҡорамалдарға (бысаҡ, ҡайраҡ, ит таҡтаһы, ит түмәре һ.б.); мал салыу оҫталығының нимәгә ҡарап билдәләнеүенә (ни өсөн ҡайһы берәүҙәр салған мал ите татлы, йомшаҡ була, икенселәренеке - ҡаты, татһыҙ. Мал салыу оҫталығы нимәгә бәйле?) ҡағыла, бында зирәклектә, тапҡырлыҡта ярыш үткәрергә кәрәк.
Ярышта ҡатнашҡан һәр өҫтәл бер концерт номеры әҙерләй.
Тәҡдим ителгән йолаларҙы, һорауҙарҙы, уйын төрҙәрен урындағы ижад төрҙәре менән байытырға мөмкин.
Байрам символы: ағас һауыт - алдыраяҡ, ҡоштабаҡ (диаметры кәмендә 50-60 сантиметр). Бындай һауыт элек-электән муллыҡ, байлыҡ билдәһе булған. Һауыттың тирәсенә семәр йәки һәр ырыуҙың, араның, төбәктең үҙ тамғаһы ырып һалына. Өлөш өҫтәлдәргә алдыраяҡта ҡуйыла.
Йомғаҡлау концерты мәҙәниәт һарайында, клубта үткәрелә. Конкурсты концерт номерҙары араһындағы ярыш менән дауам итергә мөмкин.
Концерт барышында һорауҙарға яуаптар алыуҙы тотош тамашасылар менән үткәрергә лә, сәхнәгә һәр аранан вәкилдәр саҡырып сығарырға ла мөмкин.
Һайлап ҡуйылған баһалама ағзаларының төрлө аранан булыуы отошло була.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

Баш ите ашау йолаһы

Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында һуғым малының башын ҡыш буйына һаҡлап, яҙын ошо башты бешереп, ашҡа сыҡырышыу йолаһы бар. Баш ите һыйырҙыҡы йәки һарыҡтыҡы булырға тейеш. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтарҙа йәшәү көсө - йән башта һаҡлана тигән ҡараш йәшәгән. Шуға ла башҡорттар ҙа малдың йәнен иреккә сығарыу өсөн баштың аҫҡы яңаҡ һөйәген айырып алғандар. Баш ҡыш буйына туңдырылып һаҡланған. Баш ите ашау йолаһы мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу һәм әрүахтар культы менән бәйле - ырыу-заттың именлеген һорап һәм яҡты киләсәк теләп, әрүахтәргә мөрәжәғәт итеү күренеше халыҡта киң таралған булған. Был йоланың яҙ көнө, малдарҙың ҡырға сығыуы алдынан үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә, баш ите ашаған саҡта мал артһын, уңыш бай булһын тип теләнгән.
Малдың башын таҙартып йыуып, бешереп алғас, уны ҡунаҡтарға сығарыр алдынан маңлай өлөшөндә, ҡолаҡтары артында һәм ауыҙ эргәһендә ике яҡтан өсмөйөш киҫектәр эшләнгән. Башты киҫәктәргә бүлгәндә һәр кемгә тәғәйен өлөш сыҡҡан. Ә тел менән ҡолаҡ ите һәр кемгә бирелергә тейеш булған. Белгестәр билдәләүенсә, һәр кемгә өлөш сығарыуҙың нигеҙендә тотемистик ҡараштарға бәйле сәбәптәр ята. Малға, йәнлектәргә табынған кеше ризыҡланыу өсөн уны һуйғас, улар был тыйыуҙы боҙған өсөн кешеләрҙән үс ала башлауҙары ихтимал тип уйлағандар. Шуға ла күп кеше саҡырып, итте улар менән бергә ашап, хайуандарҙы алдайбыҙ, тигән фекерҙә булған. Баш итен ашаған саҡта ҡунаҡтар мотлаҡ рәүештә малдың ишәйеүен теләгән: "Малың ишле булһын, малдың ҡото китмәһен!".
Баш һөйәген ташларға йәки эткә ашатырға ярамаған. Башҡорттарҙа малдың, бигерәк тә йылҡы малының баш һөйәген һәм һарыҡ, мышы мөгөҙҙәрен таяуға ултыртып, тирмә, йорт, мал аҙбары, умарталыҡ янына ҡуйыу шайтандар һәм башҡа яуыз көстәрҙән һаҡлай, тигән ышаныс йәшәгән. Әгәр ҙә малдың баш һөйәген ергә ташлаһаң, малың юҡҡа сығып бөтәсәк, тигәндәр, ҡайһылары бәләнән һаҡланыу өсөн баш һөйәген майлап та ҡуйған.

Эльза МИҺРАНОВА.

Һиҙгерҙәргә - ҡолаҡ ите

Беҙҙең Баймаҡ яҡтарында эре малдың башын һәм тояғын ҡыш буйына туңдырып һаҡлайҙар һәм март айында уны өтөп, таҙартып, баш итенә саҡырышалар.
Беҙ бала саҡта көндәр саҡ ҡына йылынһа, ауылда ҡойҡа еҫе тарала башлағанлығы, әсәйемдәрҙең: "Фәлән кейәүҙәр баш өтөп ята", - тип, ҡунаҡҡа саҡырыласаҡтарын белеп тороуҙары матур хәтирә булып уйылып ҡалған. Ғәҙәттә, баш итенә иң ҡәҙерле, абруйлы, өлкән кешеләрҙе саҡыралар. Малдың башын уртаға ярып бешереп алғас, һурпаһына һалма һалып, аш өлгөртәләр. Үҙенсәлекле тәме менән айырылып торған ризыҡ был. Был йоланың рәт-сиратын белгән берәйһе баш итен өлөштәргә бүлеп, һәр береһенә тарата. Ҡолаҡ итен, һиҙгер булырһың, тип биргәндәрен хәтерләйем. Тел итенә, телсән булырһың, тигән теләк әйтелә. Телдең осон ашаған кешенең теле әсе була, шуға телдең өсөн кемгә бирәбеҙ, тип шаярта инеләр. Баш итенең һәр өлөшө шулай таратыла. Мейеһен ҡалаҡҡа һалып бирә торғайнылар.

Менәүәрә БОХАРБАЕВА.
Хәйбулла районы.

Башҡорттар ҡар өҫтөндә лә көрәшкәнме?

Башҡорттарҙың спорт тормошон сағылдырған был фотоһүрәт бынан 102 йыл элек, 1913 йылдың февралендә, төшөрөп алынған. Ҡышын ҡар өҫтөндә уҙғарылған милли көрәште сағылдырыуы менән был фотоһүрәт уникаль булып тора. Фотоһүрәттән күренеүенсә, көрәш бик ҡыҙыу бара. Көрәш майҙансығын уратып торған Өфө полицейскийҙарына ҡарап, уларҙың судья ролен башҡарыуы хаҡында әйтергә була. Көрәшселәр бер төрлө тун һәм бүрек кейгән. Әллә был ҡыш көнө көрәшеүселәрҙең униформаһы булдымы икән?
Беҙ, әлбиттә, көрәш ярыштары яҙғы сәсеү тамамланғас, һабантуйҙарҙа йәки башҡа йыйындарҙа ғына уҙғарыла, тигәнгә инанғанбыҙ. Әммә төптән уйлап ҡараһаң, башҡорттоң төп спорт төрө булған көрәш ярыштары ни өсөн ҡышын туҡтап ҡалырға тейеш һуң әле? Улар, моғайын, ҡышын да үткәрелә торған булғандыр. Һәр хәлдә, ҡарттар хәтеренең, тарихсыларыбыҙҙың был фотоға аңлатмаһы барҙыр. Нисек кенә булмаһын, ҡышты оҙатҡан, яҙҙы ҡаршылаған байрам мәлендә малай-шалайҙарҙың, ир-егеттәрҙең ҡар өҫтөндә көрәшен ойоштороу бик матур сараға әүерелер ине. Йә, кемегеҙ ошо фекерҙе хуплай? Һеҙҙән байрам тураһында хәбәрҙәр, фотолар көтәбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП... Хәтерһеҙгә әйләнеп бөтә яҙҙы бит халыҡ: йырлаһа, йырҙың һүҙен белмәй, туй үткәрәм тиһә, туй йолаларын онотоп бөтә яҙған. Хатта бына ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау мәлендәге үҙ йолаларыбыҙҙы, үҙ байрамдарыбыҙҙы онотоп, "Наурыз", "Масленица" кеүек байрамдар үткәрә башланыҡ. Беҙҙең күп йолаларыбыҙ үҙебеҙҙең көнкүрешкә, хеҙмәт төрҙәренә, аш-һыуға бәйләнгән икәнен иҫкә төшөрөп, шул йолаларыбыҙҙы байрамдарыбыҙ майҙанына алып сығайыҡ, тимәксе булғайныҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 2651

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru