«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Гәрәйҙәр йәшәгән ерҙәр

Гәрәй ырыуына ҡараған башҡорттар тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ҙур территорияларҙа көн күрә. Улар тарафынан нигеҙ һалынған ауылдарҙың күп өлөшө бөгөнгө көндә Татарстандың Аҡтаныш районында урынлашҡан. Башҡортостандың Краснокама районы башҡорттарының да төп өлөшө гәрәйҙәр. Шулай уҡ был ырыу вәкилдәре Илеш, Ҡалтасы райондарында йәшәй. Яңауыл һәм Тәтешле райондарындағы 20 ауылдың тамырҙары ошо ырыуға барып тоташа. Гәрәйҙәрҙең аҫаба ерҙәре тарихи Башҡортостандың төрлө тәбиғи-хужалыҡ төбәктәрен биләй. Ил-гәрәйҙәр Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында, урман-гәрәйҙәр Бөрө өйәҙенең төньяғындағы ылыҫлы урмандарында көн күрә. Ил-гәрәйҙәр үҙ сиратында түбәләргә, араларға бүленә. Уларҙың Бәләбәй, һуңынан Бөрө өйәҙенә ҡараған Йәнъегет, Бөртөк, Минзәлә өйәҙенә ҡараған Әзәкүл һәм Таҡталысыҡ түбәләре була. Һуңғы икеһе бөгөнгө көндә Татарстан Республикаһында тороп ҡалған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һәм Рәсәй дәүләт архивының боронғо акттар бүлегендә ошо ырыуҙың аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған документтар һаҡлана. Мәҫәлән, 1674 йылда Әзәкүл түбәһе башҡорто Уразай Тоҡаев (Аҡтаныш районының Уразай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе) Һөтлө күленә хужа булырға хоҡуҡ ала. Ғөмүмән, ошо осорҙа "оберегательный" грамоталар күп башҡорттарға бирелә. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә күпләп татарҙарҙың, урыҫтарҙың, мариҙарҙың, удмурттарҙың күсенеп ултырыуы быға сәбәпсе була.
Шулай итеп, гәрәйҙәр, башҡорт йәмғиәтенең социаль-сәйәси мөнәсәбәттәренең ҡатмарлы төҙөлөшөнә йәлеп ителгән клан системаһы булараҡ үҫә. Башҡорт ырыуҙары араһында ҡалғас, улар башҡа ырыуҙарға хас сифаттарҙы үҙләштерә. Был тәү сиратта хәрби ойоштороуҙа һәм ер хужалығында сағыла. Ошо төҙөлөш сиктәрендә клан ер мөнәсәбәттәренең ойошоу субъекты функцияһын үтәп тора, ә община башҡорт аҫабалығының гаранты була. Әммә был система емерелеү менән этник төркөмдәрҙең милли-мәҙәни һыҙаттары ла үҙгәрә башлай. Аҫабалыҡ хоҡуғы сикләнеү менән гәрәйҙәр типтәрҙәр, Ҡаҙан татарҙары, мишәрҙәр менән яҡынлаша, бер нисә тиҫтә йыл эсендә уларҙың этник үҙаңы үҙгәрә. Ассимиляция процесы һуғыштан һуңғы йылдарҙа тағы ла нығыраҡ көсәйә. Шулай уҡ ассимиляцияға Иҙел-Урал буйы мосолмандары өсөн уртаҡ булған төрки теленең ике өлөшкә, рәсми әҙәби телдәргә бүленеүе лә ҙур йоғонто яһай. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты татар һәм башҡорт телдәре араһында бүленеп ҡала. Күпмелер ваҡыттан татар теле итеп ҡарала башлай.

Балыҡсы ырыуы. "Балыҡсы" этнонимының килеп сығыуы

Билдәле булыуынса, башҡорттарға башҡа төрки халыҡтар кеүек үк клан, ырыу системаһы хас була. Уның сәбәбе Төрөк һәм Хазар ҡағанаттары, Дәште Ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа осорҙарына ҡайтып ҡала. Бөгөнгө көндә тикшеренеүселәргә Алтын Урҙа сәйәси ойошмаһының төҙөлөшө яҡшы билдәле. Был дәүләттә йәмғиәттең төп ойошмаһы булып ырыу тора, башҡаса ул аймаҡ, ил, иләү тип тә йөрөтөлә. Башҡорттарҙа ҡырҡлаған ырыу була. Уларҙың күптәре Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң үҙ исемдәре менән аталған улыстар барлыҡҡа килтерә. Был улыстар араһында Балыҡсы улысы ла була. Был турала XVII быуаттарҙағы документтарҙа тәү башлап телгә алына. Балыҡсы ырыуының тамырҙары ҡайҙан? Түбәндә беҙ ошо һорауға яуап бирергә тырышасаҡбыҙ.
Иң тәүҙә академик Р. Кузеевтың гипотезаһына туҡталып китәйек. Ул ырыуҙың "балыҡсы" этимологияһының "рыболов" мәғәнәһе менән ауаздаш булған бөтә фараздарҙы ла инҡар итә. Был субэтноним тағы ла ҡаҙаҡтарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа булыуын иҫәпкә алып, ул: "Күп осраҡта башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың хужалығында балыҡсылыҡ киң урын алып тормаған, йәки бөтөнләй булмаған. Балыҡ культы менән бәйле боронғо күҙаллауҙар тураһында ла рудименттар юҡ", - тип, ул, был этноним боронғо башҡорттарҙың хужалыҡ шөғөлөнә бәйле, тигән фекерҙән баш тартырға саҡыра. Шуға күрә лә, "балыҡсы" субэтнонимының килеп сығыуын, ул "baliq" тигән боронғо төрки һүҙе менән бәйләй. Төрки яҙмаларының орхон ҡомартҡыларында был һүҙ "ҡала" мәғәнәһендә ҡулланыла. Ҡол Тегиндең (685-731 йылдарҙа йәшәгән Күк Төрки ҡағанатының билдәле ғәскәр башлығы) яҙмаларында "тоҗу балыкда сүңүшдiмiз..." (Беҙ Тоғу ҡалаһы янында алыштыҡ) тигән һүҙҙәрҙе табабыҙ. Билдәле ҡаған хөрмәтенә яҙылған яҙмала Бишбалыҡ та (Биш ҡала мәғәнәһендә) телгә алына. Шулай уҡ төрки һәм монгол ханлыҡтарының баш ҡалалары ла Урҙа-балыҡ (Орду-балыҡ) һәм Хан-балыҡ атамаларын йөрөтә. XI быуатта йәшәгән төрки филологы һәм тел белгесе Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диван лөғәт әт-Төрк" тип аталған хеҙмәтендә: "Балыҡ - мәжүсиҙәрҙең һәм уйғурҙарҙың телендә "ҡәлғә, ҡала" тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Ошо һүҙҙән уйғурҙарҙың иң ҙур ҡалаһы булған Бишбалыҡ атамаһы килеп сыға", - тип яҙа.
Ул замандағы "baliq" һүҙенең бөгөнгө балыҡ тигән мәғәнәһе менән Урта быуат яҙмаларында ҡулланылған мәғәнәһендә ниндәй бәйләнеш бар?
Академик С.П. Толстов әйтеүе буйынса, "baliq" "ҡала" һәм "балыҡ" мәғәнәләрендә ҡулланылған ике осраҡта ла, -bal- тамырына ҡайтып ҡала. Мәхмүт Ҡашғари, "балыҡ" Аргу тигән төрки ҡәбиләлә бысраҡ тигәнде аңлата, ти. Балсыҡ һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан. Урта Азияла ҡалалар балсыҡтан төҙөлә, шуға күрә лә уларҙы балыҡ тип йөрөтәләр. Балыҡ (йылға йәнлеге мәғәнәһендә) шулай уҡ төпкөлдә йәки балсыҡта ята. (Төрөк телендәге "balсyranmaq" һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан, батҡаҡ менән буяныу, тигәнде аңлата, башҡорт телендә беренсе фонема төшөп ҡалыу сәбәпле, "бысраныу", тип әйтелә). Шулай уҡ славяндарҙың "блато", урыҫ телендәге "болото" һүҙҙәре лә ошо тамырҙан.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Р. Кузеев, "балыҡсы" субэтнонимының килеп сығыуы тураһында түбәндәгесә һығымта яһай: "Телгә алынған аналогиялар һәм күсенеп йөрөүсе халыҡтарҙа (башҡорттарҙа, тываларҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, төркмәндәрҙә) был һүҙҙең күп телгә алыныуы әлеге этнонимдың боронғо төрки тамырлы булыуы хаҡында һөйләй. Балыҡсы, балыҡсылар боронғо ҡалалар ситендә йәшәгән күсенеп йөрөгән халыҡтар булыуы мөмкин. Уларҙың вазифаһы, ҡалаларҙы тышҡы дошмандарҙан һаҡлау булған", - тип яҙа. Ҡайһы бер тарихи параллелдәр академикты ошондай һығымта яһауға этәрә. X быуат ғәрәп тарихсыһы әл-Мәғсүди, IX быуатта Арал диңгеҙенең төньяғында ике төрки коалиция араһында ҡупҡан һуғыш хаҡында бәйән итеп, талашыусы ике яҡтың береһендә баджнак, баджгурд (йәғни башҡорт), йәжни, нәүкәрдә ҡәбиләләрен һанап китә. Һуңғы атама фарсы телендә "яңы ҡала" тигәнде аңлата. Р. Кузеев: "Нәүкәрдә яңы ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙе аңлатҡан кеүек үк, балыҡсы ла боронғо ҡалаларҙың ситендә йәшәгән, ултыраҡ тормош алып барған йәки күсенеп йөрөгән ҡәбилиләрҙе аңлатҡан", - тигән һығымтаға килә. Артабан ул башҡорт этнонимы булған "ирәкте" йәки "ирәктеләр" субэтнонимы менән сағыштырыу яһай. Ҡаҙан ханлығы сығанаҡтарында "ирәк" һүҙе "ҡәлғә", "кремль" мәғәнәһендә ҡулланыла, шуға күрә лә "ирәкте" "ҡәлғәлә хеҙмәт алып барыусы"тигәнде аңлата. Шулай итеп, "нәүкәрдә", "ирәкте", "балыҡсы" терминдары ҡалаларҙы һаҡлау буйынса хеҙмәт итеүсе айырым кешеләрҙе аңлатыуы мөмкин.
Шулай итеп, был гипотезаның мотлаҡ шарты булып ҡалаларҙың булыуы тора. Ул саҡта балыҡсылар ниндәй ҡалаларҙы һаҡлаған һуң? Академик Кузеев Ете йылға (Семиречье) буйы ҡалалары тигән фараз яһай. Әммә әлеге осорҙа ҡалалар бөгөнгө Башҡортостан территорияһында булыуы тураһында оноторға ярамай. Раил Кузеев үҙ хеҙмәттәрен яҙған ваҡытта ул ҡалалар хаҡында артыҡ мәғлүмәттәр, тәрән тикшеренеүҙәр булмай. Бөгөнгө көндә өйрәнелгән материалдар беҙгә киңерәк фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Археологик тикшеренеүҙәрҙән, Урта быуаттарҙа йәшәгән сит ил тарихсыларының, сәйәхәтселәренең хеҙмәттәрен өйрәнгәндән һуң, беҙ тулы ышаныс менән Өфө урынындағы ҡала хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Шулай итеп, әгәр Р. Кузеевтың балыҡсы ырыуының килеп сығыуы хаҡындағы фаразы дөрөҫ булһа, ул заман әлеге ырыу вәкилдәренең ата-бабалары гарнизон хеҙмәтте Башҡортостан территорияһында булған ҡалаларҙа үтәүҙәре хаҡында әйтеп була.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1666

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru