«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МОҢОН МӘСКӘҮҘӘ ЯҢҒЫРАТА УЛАР
+  - 

Интернет селтәрендәге Bashkort 2.0 проекты Ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәгән, Башҡортостандан йә республиканан ситтәге аҫаба төбәктәрҙән сыҡҡан эшлекле һәм талантлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләй. Ошо проект аша уҡыусылар үҙенең тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында уңыш үрҙәренә өлгәшкән заман геройҙары менән таныша, ә ватандан ситтә йәшәүсе яҡташтар бер-береһе менән табыша.

Бөгөн уҡыусыларҙы Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе профессиональ музыкант Радмир Муфтахин менән таныштырабыҙ. Радмир Маймонида исемендәге Дәүләт классик академияһында уҡыған сағында уҡ халыҡ-ара бәйге һәм фестивалдәрҙә башҡорт халыҡ көйҙәрен акустик гитарала уйнап, призлы урындар яулай. "Халыҡ көйҙәрен беҙ үҙебеҙ беләбеҙ, яратабыҙ, ләкин уны бит башҡаларға ла ишеттерергә кәрәк. Профессиональ белемем акустик гитара менән бәйле булғас, тап ошо уйын ҡоралында Мәскәү һәм сит ил тамашасыһына милли моңобоҙҙо ишеттерәм. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирә - бәйгеләрҙә еңеүем шуны дәлилләй", - ти Радмир үҙе. Ә күптән түгел Мәскәүҙә уның етәкселегендә "Заман" исемле этно-проект барлыҡҡа килде. Радмирҙың этно-ансамбль тураһында хыялланып йөрөгәненә шаһитмын. Илебеҙҙең баш ҡалаһында юғары музыкаль белем алған яҡташтарыбыҙҙы туплау - ҙур эш. Бына шул "Заман" ансамбле былтыр ноябрь аҙағында Ҡаҙанда уҙған төрки йәштәренең "Тюрквижн-2014" Халыҡ-ара музыкаль конкурсында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаны ла инде. Һәм егерме бер ил вәкилдәре араһында өсөнсө урын яуланы! Рухлы, маҡсатлы йәш милләттәшебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Bashkort 2.0. Радмир, "Тюрквижн" халыҡ-ара музыкаль бәйгенең абруйлы жюри ағзалары ҡуйған юғары талапҡа өлгәшеү еңелдән булмағандыр?

Радмир: Ата-бабаларыбыҙ беҙгә иҫ киткес моң мираҫ итеп ҡалдырған. Ошо мәҙәни байлығыбыҙҙы үҫтереү, бөгөнгө донъя музыкаһы талаптарына тап килтереү, бөтә Ер шары белерлек һәм аңларлыҡ, яратырлыҡ итеп яңғыратыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Бына ошо бурысты бер минутҡа ла иҫтән сығармайынса, бәйгегә бик ентекләп әҙерләндек. Бындай форматтағы халыҡ-ара бәйгеләрҙә иң мөһиме - ул йыр. Ҡулға ҡәләм һәм музыкаль ҡорал алыр алдынан коллективыбыҙ менән һуңғы йылдарҙа үткәрелгән бөтә "Евровидение" сығыштарын, былтырғы "Тюрквижн"ды ҡарап сыҡтыҡ. Финалға үткән һәм еңеүсе итеп табылған ҡатнашыусыларҙың йырҙарын барлап, ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәк икәненә төшөндөк. Шунан ғына йыр яҙырға тотондоҡ.
"Тюрквижн" - йәш конкурс, ул 2014 йылда икенсе тапҡыр ғына үткәрелде. Маҡсаты - төрки донъяһының йәш музыканттарын туплап, был бәйгене киләсәктә "Евровидение" кеүек күләмле сара дәрәжәһенә еткереү. Шуға ла сәхнәләге сығышыбыҙҙың төп концепцияһы - ул Европа музыкаһы талаптарына тап килеү. Йырыбыҙҙы беҙ башҡорт моңона таянып, көнбайышта бик популяр булған музыкаль йүнәлештәрҙә (Drum 'n' Bass һәм R&B) ижад иттек.

Bashkort 2.0. Ни өсөн "Заман" тап этно-төркөм булып ойошто?

Радмир: Быны мин ҡан тартыуы менән аңлатам. Һәр беребеҙҙең күңеле милли моңдо үҙ итә, һәр беребеҙ быға тиклем үҙ юлы менән бер үк маҡсатҡа килгән. Беҙгә бер-беребеҙҙе табып, шулай бер төркөм булып ойошорға насип булғандыр, күрәһең. Артабан күмәкләп ҙур эштәр башҡарырға ашҡынып торабыҙ. Унан һуң, Мәскәү һынлы Мәскәүҙә заманса эстрада төркөмө менән берәүҙе лә аптыратып та, ниндәйҙер уңыштар яулап та булмаясаҡ. Ә этно-музыка менән хәҙер бар донъя кимәлендә ҡыҙыҡһыналар.

Bashkort 2.0. Ысынлап та, этно-музыка хәҙер сит илдәрҙә ныҡ популяр. Мәҫәлән, тыва халҡының милли музыка ҡоралдарына ҡушылып өзләгән "Хуун-Хуур-Ту" - Рәсәйҙең сит илдәге иң популяр музыкаль төркөмө һанала. 2006 йылда тыва артистары бөтә донъяла билдәле булған ВВС каналының "World Music Award" ("Бөтә-донъя музыкаль премияһы") исеменә дәғүә иткән. Рәсәй кимәлендә этно-музыка шундай популярлыҡҡа эйә була алырмы икән берәй ваҡыт, тигән икеләнеү бар, әлбиттә. Ғөмүмән, төркөмөгөҙҙөң концепцияһы башҡа музыкаль проекттарҙан нимәһе менән айырыла?

Радмир: Рәсәй эстрадаһында, эйе, көнбайыш артынан эйәреү тигән нәмә көслө шул. Ә шулай ҙа сифатлы милли музыка менән Рәсәй кимәлендә лә үҙ тамашасыңды табып булырына ышанам, ошоға ынтылабыҙ ҙа инде. Шуға ла "Заман" төркөмөнөң маҡсаты - сифатлы музыка барлыҡҡа килтереү. Башҡаларҙан айырмабыҙ - башҡорт халҡының милли үҙенсәлегенә таянып, бөгөнгө көндөң популяр музыкаль йүнәлештәрендә ижад итеү. Милли мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уға быуаттар буйы нигеҙ һалынған. Ошо мираҫты үҫтермәү - ата-бабаларыбыҙ һалған көстө юҡҡа сығарыуға тиң.

Bashkort 2.0. Һеҙ Рәсәй баш ҡалаһының төрлө мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашаһығыҙ, хәҙер инде ойоштороусылар үҙҙәре үк һеҙҙе эҙләп, саҡыра башланы. Мәскәү тамашасыһы сығыштарығыҙҙы нисегерәк ҡабул итә?

Радмир: Бер миҫал килтереп үтәм. Күптән түгел "Малайзия мәҙәниәте көндәре"нең концерт программаһында сығыш яһарға саҡырғайнылар. Күпте күргән һәм бер ни менән дә аптыратып булмаған Мәскәү тамашасыһы алҡышлап ҡына ултырманы, хатта "Айҙар ғынайым"ды беҙгә ҡушылып йырланы ла. Шул тиклем кинәнес алдыҡ был сығышыбыҙҙан. Бөтә ҡала кимәлендәге "Музыка төнө" сараһында ла "Заман" этно-ансамбле иң сағыуы тип танылды.

Bashkort 2.0. Коллективығыҙ тураһында һөйләп китһәңсе...

Радмир: Ансамблдең составы бер һүрәттең пазлдары һымаҡ йыйылды. Коллективыбыҙ ағзалары белеме менән дә, үҙҙәренең шәхси сифаттары буйынса ла профессионалдар. Ҡайһы берҙәре менән беҙ күптәнге дуҫтар, ижадташтар, ә ҡайһы берҙәре менән ансамбль формалашҡанда таныштыҡ. Ысын рух, татыулыҡ һәм дәрт арҡаһында беҙ тиҙ арала ҙур уңыштарға өлгәштек.

Bashkort 2.0. Йыр яҙыу процесын нисегерәк күҙаллатып була?

Радмир: Сәй эсә-эсә, коллективыбыҙ менән бергәләп киләһе йырҙың концепцияһын уйлайбыҙ. Әгәр ҙә башҡорт халыҡ йырына таянабыҙ икән, бер нисә йыр һайлап, уларҙы нисек матур итеп замансалаштырып булыуы тураһында фекер алышабыҙ. Әлфиә исемле йырсыбыҙ ижад ителгән көйҙө диктофонға яҙҙыра. Һуңынан эстафета беҙҙең талантлы композитор һәм профессиональ музыкантыбыҙ Айҙар Хәмзинға тапшырыла. Ул фортепьянола уйнап, киләсәк композицияға үҙ ҡарашын өҫтәп, йөрәге аша үткәреп, музыкаль рәсем төшөрә. Шунан һуң ғына беҙ ҡулдарыбыҙға музыкаль ҡоралдарҙы алып, репетициялар яһайбыҙ. Ошо мәлдә бүлмәлә ысын ижад итеү процесы бара. Күпме уйҙар, күпме тәҡдимдәр! Сәхнәлә иһә тамашасы ошоларҙың һығымтаһын ғына күрә.
Беҙгә ярҙам иткән тағы бер кешене әйтеп үтмәй булмай. Әлфиәнең әсәһе Венера Ниғмәтуллина - һәләтле музыкант һәм белемле филолог. Көйҙәребеҙгә һүҙҙәрҙе ул яҙа.

Bashkort 2.0.Коллективығыҙ ағзалары башҡа ансамблдәрҙә лә уйнаймы?

Радмир: Әлбиттә, беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр профессиональ белемле музыканттар булараҡ, башҡа юҫыҡтарҙа ла үҫешә, икенсе төркөмдәрҙә сығыш яһарға саҡырыла. Ләкин был беҙҙең ижадҡа ҡамасау түгел, киреһенсә, төрлө музыкаль йүнәлештәрҙә үҙеңде һанап ҡарау фекерләү ҡеүәңде байыта, шымарта, тимәк, ижад иткән көйҙәр ҙә уңышлыраҡ яңғыраясаҡ. Йырсыбыҙ, мәҫәлән, билдәле Рәсәй йондоҙҙары менән эшләй, ә музыканттарҙың ҡайһы берҙәре джаз-төркөм составында сығыш яһай.

Bashkort 2.0. Мәскәүҙә башҡорт моңон таратыусы булараҡ, әйт әле, ни өсөн Рәсәйҙең популяр телевизион проекттарында башҡорт артистары ҡатнашмай? Шул уҡ "Голос" проектын алайыҡ - бөтә ил ял көндәре телевизорҙарына ябырыла. Ошондай сараларҙа ҡатнашыу халҡыбыҙҙың имиджын булдырыуҙа, башҡалар араһында үҙебеҙҙең йөҙөбөҙҙө күрһәтеүҙә ҙур роль уйнар ине...

Радмир: Минеңсә, бындай проекттарҙа ҡатнашыуҙың әһәмиәтен күптәр аңламай. Беҙҙең халыҡ талантлы, күбеһе йыр, бейеүгә маһир. Әммә бындай һәләтебеҙгә беҙ эш тип тә, бизнес тип тә ҡарамайбыҙ, етди мөнәсәбәттә түгелбеҙ. Ә шул уҡ ваҡытта Беренсе каналдан башҡорт йырсыһы йырлап торһа, ҡайһылай шәп булыр ине! Бөтә Рәсәй "Мин башҡорт йырсыһы өсөн тауышымды бирәсәкмен, уның йырлауы ныҡ оҡшаны!" тиер ине. Башҡортостан - таланттар иле икәнен әлегә беҙ генә беләбеҙ. Артистың менеджеры йә продюсеры юҡлығы ла бындай дан ҡаҙана торған проекттарҙа ҡатнашыуға ҡамасаулай, әлбиттә. Был йәһәттән ысынлап та башҡорт эстрадаһы ҙур ҡытлыҡ кисерә. Мәҫәлән, "Голос" проекты мөхәррире Мәскәүҙәге "Jazz -Parking" тигән урынға концерттарға йөрөй. Тап шунда ул "Голос" проектына таланттар эҙләй. Шул уҡ ваҡытта асыҡ һайлау туры ғинуар уртаһынан "Останкино"ла уҙғарыла. Кешеләр "бәхетле билет" алырға өмөтләнеп, шунда килә. Ҡатнашыусыларҙың күптән һайланғанын, хатта тәүге тапшырыуҙарҙың төшөрөлә башлауын улар белмәй, асыҡ һайлау туры күҙ буяу өсөн генә ойошторола. Шуға күрә, тәүҙә үҙеңә менеджер йә продюсер табырға, шунан Мәскәүҙә үткән сараларҙа ҡатнашып, кешеләр менән танышырға кәрәк. Стратегия булырға тейеш.

Bashkort 2.0. Билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашевтың Мәскәү сәхнәһендә Николай Носков, "Чайф" төркөмө, Пелагея кеүек Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә сығыш яһағанын күптәр беләлер. Ә һеҙ кем менән дуэт эшләргә хыялланаһығыҙ? Радмир: Бөгөн беҙҙең төп бурысыбыҙ - ул үҙебеҙҙең тулы репертуарҙы булдырыу. Әлбиттә, беҙ төрлө тәҡдимдәргә ҡарата һәр саҡ асыҡ. Иң мөһиме, сығыштарыбыҙ гармониялы булһын. Маҡсаттарыбыҙ ҙур инде ул! Алла бирһә, тиҙҙән уларҙың тормошҡа ашыуын күрергә яҙһын!

Фатима ЯНБАЕВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1600

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru