«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УТЛЫ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ - ХАТТАР ЭҘЕНӘН
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулып килә. Илебеҙ Еңеү байрамын тантаналы, киң масштаблы итеп билдәләргә әҙерләнә. Йыл башынан оло юбилейға арнап, бихисап саралар, конкурстар ойошторола. Һуғыш, тыл ветерандары тураһында телевидение, ваҡытлы матбуғат әүҙем мәғлүмәт бирә. Ошо тарихи ваҡиғанан бер кем дә ситтә ҡалғыһы килмәй. Был афәттән һуң 12 йыл үткәс донъяға килгән быуын кешеһе булараҡ, 1941-1945 йылғы ҡан ҡойошто китаптан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына күҙ алдына килтерәм. Хәтирәләрем дә, беҙҙең атай-әсәйҙәр быуынына хас булғанса, аслыҡ, яланғаслыҡ, "ҡара ҡағыҙ" алыу, етемлек кеүек ғүмерҙәренең фажиғәле осорҙарына әйләнеп ҡайтмай. Һуғыш дәүере балалары менән сағыштырғанда, замандаштарымдың йоҡолары ла тыныс. Улар атайлы үҫеүҙәре менән бәхетле. Шуға күрә, 30-40-сы йылғылар кеүек йөрәктәренең иң түрендә йөрөткән, бер ваҡытта ла ауыҙ асып "Атай" тип әйтмәгән һүҙҙәрен төштәрендә генә ҡысҡырып, баҫлығып та уянмай улар. Һуғыш эҙемтәләре һаман булһа ла тыныс йәшәргә бирмәй оло быуын вәкилдәренә. Башҡа тиңдәштәрем нисектер, ә мин ир ҡорона инә барған һайын Бөйөк Ватан һуғышына, немец халҡына ҡарата ҡарашым да, мөнәсәбәтем дә үҙгәрә барыуын тойҙом. Был бигерәк тә Германияла, Ровенсбург концлагерына терәлеп торған урында һалдат бурысын үтәгән осорҙа ныҡ һиҙелде. Тәүҙәрәк немец халҡы менән яҡындан аралашыуҙан уларҙың мәҙәниәтле булыуы, үҙҙәренә генә хас көнитмеше был халыҡҡа ҡарата ихтирам тойғоһо уятһа, икенсе яғы ла бар ине урындағы халыҡтың. Милләттәр дуҫлығы идеологияһында тәрбиәләнгән совет кешеһе булараҡ, ҡайһы берҙәренең беҙгә ҡарата ыңғай фекерҙә булмауын тойомлау ине ул. Бигерәк тә илебеҙгә ҡаршы һуғышҡан бөйөк рейх һалдаттарын осратып, улар менән шәхсән аралашҡанда, беҙгә - азатлыҡ һалдаттарына, асыҡтан-асыҡ "оккупант" тип, йөҙгә бәреп әйткән һүҙҙҙәре лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, күрәһең. Шунда асыҡ аңланым "Немец халҡы менән фашизмды бер ҡалыпҡа һалып ҡарамаҫҡа!" тигән хәҡиҡәтте. Хәрби бурысты үтәп ҡайтҡандан һуң үҙебеҙҙең һуғыш һәм тыл ветерандары менән аралашыу, беҙҙең илдә уларға мөнәсәбәт, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныу, яҡташтарымдың яҙмыштары - барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышына етди, төплө итеп ҡарарға өйрәтте.
Күптән түгел ике туған һеңлем Гөлзифа: "Ағай, һин тарих менән ҡыҙыҡһынаһың, ошо ҡағыҙҙар әллә ҡасандан ята, һуғыш осороноҡо шикелле, хәрефтәре беҙҙеңсә булмағас, айышына төшөнөп булмай", - тип, ҙур ғына төргәк һондо. "Һуғыш осороноҡо", тиеүҙән, ҙур яуаплылыҡ тойоп, "Алырғамы, юҡмы?" тип бер аҙ икеләнеп торҙом. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк булып сыҡты. Төргәкте асып, һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә йәйеп барлай башланым. Тәүҙән үк иғтибарымды ҡатырға битле ҡалын дәфтәр йәлеп итте. Уның тышындағы латин хәрефле яҙыуҙы ҡыйынлыҡ менән ижекләп уҡый алдым: "Исламов Ғилмитдиндың тарих дәфтәре". Немец алфавиты булараҡ иҫтә ҡалған был хәрефтәр теҙмәһенең мәғәнәһе башҡортса булыуы, нисектер, ят, хатта быуаттар төпкөлөн хәтерләткәндәй тойолдо. Дәфтәрҙең тәүге битендә "16 октябрь 1933 йыл", тигәнгә күҙ һалғас, күңелемдән иҫәп-хисап эшен башҡарып, "Бәй, 82 йыл элек яҙылған бит!" тип аптыраным. Яҙыуҙарҙың айышына төшөнөр өсөн, беренсе класс балаһылай ижекләп, үҙемде үҙем аңлар өсөн ҡысҡырып уҡырға тотондом: "Тема: "Капитал илдәрен солғап алған кризис. Кризистан ҡотолор өсөн капиталистар эшсе-крәҫтиәндәргә налогтар һалалар, эш хаҡтарын кәметәләр",- тигән латин хәрефле юлдарҙың осона сыҡҡансы танауға тир бәреп сыҡты. Һөйләмде уҡыһам да, мәғәнәһен аңламай, йәнә бер тапҡыр күҙ йөрөтөп баштан үткәргәс кенә, хәл-ваҡиғаларҙың 1933 йылға ҡағылыуын төшөндөм. "Тарих ҡабатлана", тигәндәре, күрәһең, дөрөҫтөр, бөгөнгө тормошобоҙ ҙа тап шул кризисты кисерә, тигән фекергә килеп, дәфтәрҙе ситкәрәк һалып, башҡа ҡағыҙҙарҙы барлай башланым.
Төргәктә 5 уҡыусы дәфтәре һәм 1939-1944 йылдарҙа яҙылған 34 хат ятыуы мәғлүм булды. Конверт тыштары кириллицала яҙылғанлыҡтан, яҙмаларҙың авторҙары Исламов Ғилмитдин һәм Кираметдин икәненә төшөнөү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Хәтергә ҡылт итеп Мәликә (1890-1970) менән Мәфтуха (1882-1974) өләсәйҙәремдең бер әңгәмәһе иҫкә төштө:
- Ҡороп ҡалғыр анау һуғыш, баламдың башын ашаны, Нуритдиным сатан йә сулаҡ булып тере ҡайтһа ла риза булар инем, - тип күҙ йәштәрен һөртөп торған өләсәйем күҙ алдыма килеп баҫты. Ә апһыны Мәфтуха уны йыуатырға теләгәндәй: - Эй, Мәликә, ярай әле, һинең Нуритдиныңдың ике малайы ҡалды, ә бына минең Ғилмитдинем менән Кираметдиным кәләш тә алып өлгөрә алмай һәләк булды. Нәҫелдәре бөттө уландарымдың! Исламовтар быуынын кем дауам итер? - тигән һүҙҙәрен иҫләп, аптырауға ҡалдым. Аңыма яңы барып етте, был бит Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғилмитдин һәм Кираметдин апаларымдың (Әбйәлилдә атайҙың өлкән ир туғандарына шулай тип әйтәләр) үҙ ҡулдары менән яҙған хаттары! Ҡәләм, күк, фиолет ҡара менән яҙылған, байтағы яртылаш юйылған хаттарҙы һаҡлыҡ менән генә берәм-берәм йәнә тотоп ҡараным. Ҡайҙа яҙылды икән? Окоптамы? Землянкаламы, блиндаждамы? Ниндәй шарттарҙа, ниндәй кәйефтә? Нимә тураһында һөйләй улар? Ят яҙыуҙы ҡапылда шытырлатып уҡый алмағаныма күңелем әсене. Эй, вайымһыҙ бала саҡ! Ниңә шул өләсәйҙәремдән уландарының кем булыуын да һорай белмәгәнмен икән, тип үкендем.
Эҙләнеүҙәремде хаттарынан башланым. Аҙнанан ашыу ваҡытты Ғилмитдиндың Алыҫ Көнсығыштан, аҙаҡ Румыниянан яҙған хаттарын өйрәнеүгә бүлдем. Кираметдиндың 1941 йылдың 7 июнендәге берҙән-бер хатына таянып, уның менән хат алышҡан иптәше Зәйнетдин Ҡужиндың көнбайыш фронттан яҙған хаттарын анализлағас, апаларым яҙмышына ҡағылышлы аныҡ фекер туплай алдым. Ләкин был ғына әҙ ине әле. Хаттарҙа бәйән ителгән ваҡиғаларҙы тарихи осор менән бәйләйһе, Байым музейында һаҡланған документаль сығанаҡтарҙы өйрәнәһе, Ғилмитдин, Кираметдин һәм Нуритдиндың ҡустылары - Абдулла апамдан, атайым - Лоҡмандан белешмә алып, улар менән кәңәшләшәһе бар ине. Ниһәйәт, утлы йылдар шаһиты булған ошо хаттар сере менән һеҙҙе лә таныштырырға йөрьәт итмәксемен.

Илдар ИСЛАМОВ.
Әбйәлил районы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1474

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru