«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Ирәкте шәжәрәһендә балыҡсылар

Раил Кузеевтың "балыҡсы" этимологияһын "ҡалала (йә ҡала ситендә) йәшәгән кеше" тип аңлатыу гипотезаһының да хаҡ тип иҫәпләнеүгә хоҡуғы барлығын танып, шул уҡ ваҡытта уның етешһеҙлектәре лә бар икәнен әйтеп китке килә. Беренсенән, ҡалала йәшәгән кешене "балыҡсы" термины менән атау төрки халыҡтарҙа һүҙҙәрҙең аффиксация юлы менән төҙөлөү талаптарына яуап биреп етмәй. Этимологияның үрҙәгесә әйтелешенә шөғөл, һөнәр, йәғни балыҡ тотоусы мәғәнәһе нығыраҡ тура килә. Шул уҡ орхон ҡомартҡыларында ҡалала йәшәгән кешеләрҙе әйтеү өсөн "balyqdaqy" тигән икенсе термин ҡулланылған. Икенсенән, башҡорттарҙың балыҡсылар ырыуы вәкилдәре менән ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, тываларҙың балыҡсылары араһында генетик бәйләнеш булыуы раҫланмаған. Уларҙың һәр береһенән айырым төркөмдәр булып барлыҡҡа килеүе лә мөмкин. Шуға күрә лә балыҡсы ырыуы тураһында әйткәндә, ирәкте ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә сағылған һәм Ғәли Соҡорой менән уның улы Ғарифулла Кейеков хеҙмәттәрендә урын тапҡан фаразға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Билдәле суфый шәйехе, шағир һәм яҙыусы Ғәли Соҡорой (1826-1889) күп кенә шиғри һәм дини китаптарҙың, ҡара-табын ырыуының шәжәрәһен һәм тарихын яҙып ҡалдырған кеше булараҡ билдәле. Уның үҙе тураһында немец тикшеренеүсеһе Михаэль Кемпер "боронғо зыялы ирәкте ырыуына ҡараған", тип яҙа. Ғәли Соҡорой үҙенең "Тәҙкират лил-ихүән үәл әхбәб" ("Ҡәрҙәштәр һәм дуҫтар өсөн нәсихәт") тигән китабында шулай ти: "Риүәйәттәргә ярашлы, беҙҙең олатайыбыҙ Майҡы бей, Сыңғыҙхандың яҡын кешеләренең береһе булып, уның менән бер арбала йөрөгән. Шуға ла уға Уйшын Майҡы бей тигән ҡушамат биргәндәр... Әйтәләр, уның өсмө, әллә дүртме улы булған. Майҡы бей уларҙың һәр береһен үҙе уҡытҡан, сәйәхәттәргә, хәрби походтарға йөрөткән. Тәүгеһенең исеме Табын бей, икенсеһенеке - Байҡы бей, өсөнсөһөнөкө - Балыҡсы бей булған".
Ғарифулла Кейековтың "Тәүәрихи ә башкордиән үә әнсәби - ирәктиүиән" ("Башҡорттар тарихы һәм ирәктеләрҙең генеалогияһы") тип аталған хеҙмәтендә ирәкте ырыуы башҡорттарының шәжәрәһенең икенсе версияһы килтерелгән. "Майҡы бей Уйшиндың дүрт улы булған. Беренсеһе - Юлдаш бей, икенсеһе Аҡҡош бей, өсөнсөһө - Ҡурмаш бей, дүртенсеһе Илек бей. Илек бейҙең биш улы булған, беренсеһе- Аҡьяр бей, икенсеһе - Даҡьяр бей, өсөнсөһө - Буҙан бей, дүртенсеһе - Ябынсы бей, бишенсеһе - Алсаҡ бей. Алсаҡ бейҙең улы - Абдулхаир, Абдулхаирҙың улы -Ҡарағәзиз. Ҡарағәзиз мулланың ҡәбере Төй йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡарағәзиздең лаҡабы Ҡара Табын булған... Ҡарағәзиз мулланың дүрт улы булған: беренсеһе - Балыҡсы бей, икенсеһе - Рәсүл, өсөнсөһө -Таймаҫ, дүртенсеһе Әхмәтшәйех, уны Ирәкте тип йөрөткәндәр. Был шәжәрә шуныһы менән иғтибарға лайыҡ, ул ирәктеләрҙең Урал аръяғында йәшәгән ҡара табындар менән бәйләнешен күрһәтә. Шулай уҡ, "Башҡорт тарихы" хеҙмәтендә" Ғарифулла Кейеков Урта быуаттан билдәле "Дәфтәри-Сыңғыҙнамә" хеҙмәтенән өҙөк килтерә. Унда Сыңғыҙхандың сәйәси карьераһы башында теләктәшлек күрһәткән бейҙәрҙең исемдәре телгә алына. Майҡы бей хаҡында ла һүҙҙәр бар. Сыңғыҙхан уға: "О, Уйшин Майҡы бей! Һинең ағасың - ҡарағас, ҡошоң - Һамрау, ораның - Салауат,тамғаң - өстеш булһын", - ти. Был хеҙмәттә шулай уҡ Майҡы бей Ирәкте, Балыҡсы, Байҡы ырыуҙарының ата-бабаһы була, тип билдәләнә.

Ирәкте улысы. Балыҡсы ырыуы барлыҡҡа килеүҙә табын, ҡатай ырыуҙарының ҡатнашыуы

Ҡаҙан ханлығының хандары йыш ҡын Урал аръяғы Көньяҡ Урал башҡорттарын хәрби хеҙмәткә саҡырыр булған. Был бигерәк тә Сәхиб Гәрәй менән Сафа Гәрәй исемле хандар хакимлығы осоронда киң ҡолас ала. Телгә алынған кешеләр икеһе лә Ҡырым династияһы вәкилдәре булғас, уларҙың Мәскәүгә ҡаршы булған риторикалары ныҡ сағыла, улар Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып баралар, шуға ла ханлыҡҡа даими рәүештә атлылар кәрәк була. Ә ханлыҡтың үҙ халҡы удмурттар, мариҙар, сыуаштарға бындай мөмкинлек булмай. Ҡаҙанды һаҡлауға саҡырылған башҡорттар тарихи Башҡортостандың көнбайышына күсә. Уларға Ыҡ буйында ерҙәр бирелә. Шуға күрә лә, Ыҡ буйы улыстарының барлыҡҡа килеүе башлыса XVI быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. XVIII быуатҡа тиклем унда Ҡыпсаҡ, Тамьян, Бөрйән, Ҡатай, шул иҫәптән Ирәкте улысы ла була. Ләкин унда Ғарифулла Кейеков, Ғәли Соҡорой әйткән ҡара табындар ғына түгел, башҡа ырыу вәкилдәре лә күпләп йәшәгән. Тап уның төрлө составлы булыуы ла улыстың исемен Ирәкте итеп алырға сәбәпсе булғандыр, тип фараз яһарға ҡала. Тимәк, Ирәкте ул ырыу атамаһы түгел, ә төрлө ырыу вәкилдәре йыйылған, шул уҡ ваҡытта ҡара табындар өҫтөнлөк иткән хәрби корпорация була.
Балыҡсы ырыуына килгәндә, уның да Ирәкте улысына бәйләнеше була. Балыҡсыларҙың оло быуын вәкилдәре һөйләүе буйынса, элекке ваҡытта уларҙың ата-бабалары Ыҡ йылғаһы буйындағы далаларҙа көн күрәләр. Бер риүәйәттә улар оҙаҡ ваҡыт Бәләбәй яҡтарында, ҡатай ерҙәрендә йәшәгәндәр, тип әйтелә. Һорау тыуа, иң яҡын ҡатай ерҙәре бөгөнгө Белорет һәм Балаҡатай райондары территорияһында урынлаша, ул ваҡытта ниндәй ҡатай ерҙәре хаҡында һүҙ бара һуң? Күрәһең, Ҡатай улысы хаҡында әйтелгәндер.XVI быуатта көнсығышҡа китеп, улар бөгөнгө урындарында төпләнә. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк, ирәктеләр балыҡсыларға тиклем үк Төй йылғаһы буйында йәшәйҙәр. Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, шуны билдәләргә була, балыҡсы ырыуы башҡорттары ирәктеләргә ҡәрҙәш була, улар кеүек ҡара табындарҙан айырылып сыға. Шул уҡ ваҡытта балыҡсылар компонентында ҡатайҙарҙың ҡатнашлығы ла бар. Шуға күрә лә, ҡара табындарҙың ошо өлөшө "табын" тип аталмай, үҙенә балыҡсы атамаһын ала.
Балыҡсылар менән ҡатайҙар араһында бәйләнештәр булыуын Р. Кузеета үҙ хеҙмәттәрендә билдәләгән. Ул балыҡсыларҙың тамғаһы, ҡатайҙарҙың "балға" тамғаһына оҡшаш булыуына иғтибар итә һәм, был ике ырыуҙа бер үк тамға, ләкин балыҡсыларҙа ул бер аҙ үҙгәртелгән, тигән һығымтаға килә. Ул шулай уҡ Асҡын башҡорттары менән көнбайыш ҡатайҙарҙың һөйләшендә бер фонетик комплекстар ҡулланылыуын да билдәләп үтә. Ысынлап та, Тәтешле, Асҡын, Ҡариҙел райондарының этник тарихы хаҡында һөйләгәндә, уларҙың халҡы үҙҙәренең сығышы менән Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттары - Табын һәм Ҡатай ырыуҙары менән бәйле булыуын күрергә була. Был турала генетик тикшеренеүҙәр ҙә һөйләй. Шулай итеп, Р.Г. Кузеев тарафынан тәҡдим ителгән схема үҙенә раҫлау таба. Уның фекере буйынса, XIII-XVI быуаттарҙа балыҡсыларҙың ата-бабалары ҡатайҙарҙың миграция тулҡыны составында Башҡортостандың төньяғына килеп төпләнә. Бында улар урындағы (балыҡсыларҙың риүәйәттәрендә мариҙар тип аталған, бәлки, сирмештәр) фин ҡәбиләләрен ассимиляциялаштыра.
XVI быуатта Башҡортостандың төньяғына ҡара табын ырыуына һәм Ирәкте кланына ҡараған башҡорттар күсенеп ултыра. Уларҙың урындағы ҡатай башҡорттары һәм сирмештәрҙән торған халыҡ менән ҡушылыуы балыҡсыларҙы формалаштырыу процесын тамамлай ҙа инде. Үкенескә ҡаршы, хеҙмәтен яҙған саҡта Р. Кузеев Ғәли Соҡорой менән Ғарифулла Кейековтың хеҙмәттәрен тулы кимәлдә ҡулланмай, шуға күрә лә балыҡсыларҙың этногенезында табын ырыуы башҡорттарының роле тураһында әйтмәй.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар)

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1856

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru