«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТТӘ ЧЕМПИОНЛЫҠ ЯУЛАҺАҢ ДА ТЫУҒАН ЕРҘӘ ҮҘЕҢ БУЛЫП ЙӘШӘ
+  - 

Уңышлы кеше булыу өсөн сит илгә юлланыу мотлаҡмы? Әллә үҙ илеңдә өлөшөңә төшкән "көмөшөңә" шөкөр итә белһәң, яҡшыраҡмы? Уңышлы булыу өсөн үҙ алдыңа ниндәй маҡсат ҡуйырға? Ул маҡсатты тиҙерәк, еңелерәк атҡарыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙар һеҙҙе лә борсоһа, бөгөнгө ҡунағыбыҙ - донъяның иң көслө 10 боксеры исемлегенә ингән, кикбоксинг буйынса - донъя, бокс буйынса Нью-Йорк чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын, WBO NABO вакант титулын яулаусы милләттәшебеҙ, тыумышы менән Силәбе өлкәһе Арғаяш районы егете Хәбир СӨЛӘЙМӘНОВТЫҢ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Иҫегеҙҙәлер, юғары уҡыу йортон тамамлағас, игеҙәктәр Сабир менән Хәбир Сөләймәновтар Америкаға юллана һәм унда ныҡлап кикбоксинг, бокс менән шөғөлләнә башлай. Әйткәндәй, Америкаға барырғамы, юҡмы, тип икеләнгән саҡтарында Сөләймәновтар яҙмыштарын тәңкә ырғытыу менән һынап ҡарай. Тәңкә "барырға" тигән яғы менән ятҡас, игеҙәктәр тәүәккәлләргә була. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң Сабир ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн Силәбегә ҡайта. Хәбир - Лос-Анджелес ҡалаһында ҡала һәм бар көсөн профессиональ бокс менән шөғөлләнеүгә йүнәлтә. АҠШ-та ун йыл йәшәгәндән һуң Хәбир әле Рәсәйгә ялға ҡайтты.

Хәбир, һинең бер бокс төрө буйынса чемпион билбауың бар. Һин Америкала күнекмәләр үтәһең, шунда йәшәйһең. Һине Америкала башҡорт милли кейемендә рингҡа сығыусы "Дыуамал Рәсәйле" тип тә беләләр. Әйт әле: донъя боксында Хәбир Сөләймәнов йондоҙо балҡыуында Сабир менән икегеҙҙең ҡасандыр АҠШ-ҡа юлланыуығыҙ сәбәпсеме?

- Рәсәйҙә профессиональ бокс бармы? Әңгәмәне ошо һорауҙан башлайыҡ. Миңә ҡалһа, Рәсәйҙә профессиональ бокс юҡ. Америка менән Рәсәйҙе сағыштырһаҡ, айырма ер менән күк араһы. Был айырма халыҡтың теге йәки был ваҡиғала ҡатнашыу-ҡатнашмауында ла асыҡ сағыла. Бынан ике-өс йыл элек Өфө-Аренала Денис Шафиҡов ҡатнашлығында бокс ярышы үткәйне. Һин ошо ярышҡа барҙыңмы? Бармағанһың. Донъя кимәлендә ҙур билдәлелек яулаған Денис Шафиҡов һымаҡ боксерҙың ярышы көтөлә, тигән яңылыҡ Рәсәйҙә түгел, ә Америкала ишетелһә, иманым камил, күптәр ошо сараға барырға ынтылып торор ине. Айырыуса мексикандар әүҙем был яҡтан. Мексика кешеләренең миңә: "Һинең ярышыңды ҡараясаҡбыҙ, боксҡа ярҙам итеү өсөн барасаҡбыҙ", - тигәне хәтерҙә. Ә беҙҙә, Рәсәйҙә, нисек? Берәй сара уҙасағын белеп ҡалһалар, таныштарың, дуҫтарың бушлай билет һорай, йәки шуға өмөт итә. Бик сәйер ғәҙәт түгелме ни был? Һин дуҫыңдан нимәлер һатып алғаның булдымы? Рәсәйҙә дуҫың менән алыш-биреш итеүҙе өнәмәйҙәр. "Дуҫҡа бушлай бирәм", йә "Дуҫ ни, буш бирә инде ул", тиҙәр. Был әхлаҡ ҡанундары буйынса яҡшы күренештер, бәлки, әммә цивилизация үҫешенә, иҡтисади климаттың яҡшырыуына булышлыҡ итеүсе күренеш түгел, минеңсә.
Америкала минең дуҫтарым араһында сәнғәт юлын һайлағандар бихисап. Араларында йырсылар ҙа, актерҙар ҙа бар. Уларҙы киң билдәлелек яулаған, тип әйтеп булмай, шуға улар үҙҙәренең шоуҙарына стадиондар тултырырлыҡ тамашасы йыя ла алмай әле. Әммә улар йыш ҡына бәләкәй майҙанлы залдарҙы ҡуртымға ала ла, шунда берәй кис тамаша ойоштора. Йәш кешегә ярҙам булһын, тип, сараға актерҙарҙың туғандары, дуҫтары йыйыла. Һәр кем аңлы рәүештә, йәғни йәш таланттың артабан үҫеүенә өлөш индерәйем, тип, билет һатып ала. Мин дә бер ҡасан да Америкалағы дуҫтарымдан нимәнелер бушҡа алғаным юҡ. Бушҡа алыу тигән төшөнсә унда бөтөнләй юҡ. Дуҫыңдан берәй әйбер алырға теләһәң:"Миңә ошо әйберҙе һат әле", - тип һорайһың. Ә Рәсәйҙә берәй сара үткәрһәң - билет, китап сығарһаң - китап һорайҙар. Үҙҙәренә генә түгел, башҡаларға ла бүләк итергә тейешһең, тип өгөтләйҙәр...
Ә һинең һорауыңа ҡыҫҡа яуап - эйе. Боксер булараҡ уңышҡа өлгәшеү өсөн Америкаға барыуыбыҙ дөрөҫ аҙым булғандыр. Әммә беҙҙең сит илгә китеүебеҙҙең тағы бер маҡсаты - халҡыбыҙҙың данын таратыу ҙа булды бит. "Ниңә башҡорттарҙы сит яҡта белмәйҙәр?" тигән һорау мине һәр ваҡыт борсой торғайны. Был ғәмде беҙгә атайыбыҙ һалды. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе күп башҡорт ғаиләләренән айырмалы, беҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт әҙәби тел яңғырап торҙо. Бер мәл атайыбыҙға йомошҡа тип күршебеҙ килеп инде. Атай өйҙә юҡ - һунарҙа ине. "Атайығыҙ ҡайҙа?" - тип һорағас: "Ул һунарға китте", - тип яуап бирҙек. Күрше был һүҙҙең мәғәнәһенең айышына төшөнә алмағас, ҡабат һораны: "Ҡайҙа китте, тиһегеҙ?" Баҡтиһәң, ауылдашыбыҙ башҡортса һөйләшһә лә, күп башҡорт һүҙҙәрен руссаһы менән бутап бөтөргән, һунарҙы ла ул охота тип кенә белә булып сыҡты. Ә беҙ таҙа итеп башҡорса һөйләшергә өйрәндек. Телебеҙгә ихтирам тәрбиәләп, атай беҙҙең күңелдәргә рух орлоғо һалған. Ошо рух арҡаһында беҙҙә халҡыбыҙҙы юғары күтәрергә тигән теләк барлыҡҡа килгәндер. Шуның өсөн башҡорт батыры тураһында Мел Гибсондың "Ҡыйыу йөрәк" тигән киноһы һымаҡ фильм төшөргөм килә. Шундай хыялым бар.

Әйткәндәй, китап яҙғанһың, Салауат Юлаев тураһындағы фильмға сценарий әҙерләйһең икән, тип ишеткәйнек...

- Эйе, мин ул китапты бер йыл буйы яҙҙым. Яҙып бөттөм дә, әле Голливудта йәшәүсе, унда эшләүсе билдәле ҡаҙаҡ режиссеры Тимур Бикмәмбәтовҡа күрһәттем. Ул яҙмамды ыңғай баһаланы, фильм төшөрөрлөк ерлек, тарих, мөхәббәт тарихы барлығы тураһында белдереп, хупланы. Етешһеҙлектәрен дә күрһәтеп бирҙе: "Диалогтарыңды тағы шымартырға кәрәк әле", - тине. Фильм төшөргән саҡта авторлыҡ хоҡуғы буйынса төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн уны тәүҙә китап итеп баҫтырырға кәрәклеген дә төшөндөрҙө. "Һин уны иң тәүҙә китап итеп баҫтыр. Шул саҡта, автор булараҡ, бөтөн хоҡуҡтар ҙа бары тик һинеке генә буласаҡ. Китап сыҡҡас, уны халыҡҡа еткереү буйынса эш башла", - тигән кәңәш бирҙе. "БашгизХан"исемле ошо әҫәремдә бер башҡорт батыры тирәһендә барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Ул- Салауат батыр түгел. Был - башҡорт батырҙарының йыйылма образын һынландырған герой. Китапта мөхәббәткә лә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә лә, данлы үткәненә лә үҙәк урын бирелә. Әйткәндәй, батырҙың холҡондағы бер һыҙат үҙемдән алынған. Ниндәй һыҙат тураһында һүҙ барғанын алдан әйтеп, ҡыҙығын бөтөргөм килмәй, китап сыҡҡас, уҡығас, үҙегеҙ аңларһығыҙ. Мине Башҡортостанда йәшәүсе башҡорттарҙың аңламауы ла мөмкин, сөнки мин был китапты, тәү сиратта, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар өсөн яҙҙым. Унан ары - сит милләт вәкилдәре башҡорттоң кемлеген аңлаһын өсөн барыһына ла аңлашылған телдә яҙҙым. Ни өсөн Салауат Юлаев тураһында яҙырға ҡыйыулығым етмәнеме? Сөнки мин башҡорт тарихсылары белгән тарихты бар тулылығында белеп етмәгәнмен. Әле өйрәнеү өҫтөндәмен.
Тарихсылар тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы бер фекерем менән бүлешмәй булдыра алмайым. Тарихсылар, ысынлап та, шаҡтай ҙур эш эшләй: улар эҙләнә, факттарҙы өйрәнә, анализлай. Уларҙың тарих фәненә һалған өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа улар башлаған эште аҙағынаса еткереүгә иғтибар итеп бармай, минеңсә. Ни өсөн икәнлеген хәҙер аңларһығыҙ. Тарихтың бер осоро тураһында бик шәп хеҙмәт яҙылды, китап итеп баҫтырылды, ти. Артабан был китапты ниндәй яҙмыш көтә? Әлбиттә, тәүҙә автор хеҙмәт емешенең донъя күреүе өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, таныштарына, туғандарына күрһәтә, бер-ике конференция, исем туйы үткәрә, ти. Матбуғатта берәй мәҡәлә донъя күреүе лә мөмкин. Ләкин, минең һүҙҙәр нисек кенә киҫкен яңғырамаһын, шуның менән был китаптың хәрәкәте, тимәк, халыҡҡа килтергән файҙаһы ла бөтә түгелме? Китап кәштәлә ятып туҙа. Мин нимә әйтергә теләйем? Автор китабына яңы тормош, яңы һулыш өрөргә бурыслы. Китап итеп баҫылғандан һуң - фильм кимәленә еткерелергә, артабан халыҡтың аңын үҙгәртеүсе сара кимәленә етергә тейеш ул хеҙмәт. Ул - ошо китапта яҙылғандарҙың таралыуының беренсе аҙымы ғына. Тарихсыларыбыҙ ғына түгел, бөтөн ғалимдарыбыҙ ҙа үҙ хеҙмәттәрен ошолай таратырға, үҫтерергә бурыслы. Шул саҡта ғына эш аҙағынаса еткереләсәк. Юғиһә, китап сығаралар ҙа, ҡәнәғәт төҫ менән йөрөй бирәләр. Йәштәр китап уҡымай, тиеүҙән генә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәҫ. Тәүҙә йәштәрҙең зиһененә барып етерлек саралар үткәрергә кәрәк, ул саралар ярҙамында ҡыҙыҡһыныу уянған йәштәр аҙаҡ үҙҙәре үк был китапты йотлоғоп уҡыясаҡ.

Киләһе һорауым - бокс тураһында. Һинең бөгөнгө иң төп дәғүәсең кем?

- Кем икәнлеген белмәйем, әммә яҡын арала, марттың аҙаҡтарында, бер ярыш көтөлә. Контракт буйынса промоутерыма тағы ике ярыш үткәрергә тейешмен. Береһен марттың аҙағында планлаштырҙыҡ, береһен - июнь аҙаҡтарында. Әгәр ҙә китапты сығарып өлгөрһәм, әлбиттә, ярышасаҡмын. Әлегә төп бурыс - китап сығарыу. Ярыштарға әҙерләнеп, туҡталған урынымда күнекмәләр эшләргә тырышам, әммә Америкалағы көсөргәнеште һаҡлауы ауыр. Хатта мөмкин дә түгел. Ни өсөн тигәндә, зарланып әйтмәйем, мине йә тегендә, йә бында саҡыралар. Ваҡыт та, хәл дә етмәй. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр ғына күнекмә үтергә өлгөрәм.

"Көсөргәнеш" тигәндәй, тынысһыҙ заманда йәшәйбеҙ. Теге илде лә, был илде лә бер итеп йөрөгән ғәмле кеше булараҡ, Ҡырым, Украина менән бәйле мәсьәләләрҙә Америка менән Рәсәй араһында барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтарға ҡарата ла үҙ фекерең барҙыр. Донъя шулай ныҡ тотороҡһоҙмы?

- Ул һорауҙы миңә бөтәһе лә бирә. Ысынлап та, донъя бигерәк тынысһыҙ. Минең бынан дүрт йыл элек үк Америка гражданлығына ғариза биреү хоҡуғым барлыҡҡа килгәйне. Принципиаль рәүештә был хоҡуғымды файҙаланырға ашыҡмайым, сөнки мин Американың тышҡы сәйәсәте менән ҡәтғи рәүештә риза түгелмен. Уларҙың дәүләте бөтөн ерҙә һуғыш башлап, аҡса эшләй, нефть ятҡылыҡтарын баҫып ала. Мин Американың шул ҡылығын - энергия ятҡылыҡтары өсөн дәүләттәрҙе, тарихи ҡомартҡыларҙы емереүен аңламайым. Ә халҡына килгәндә, халҡы бик яҡшы. Ун йыл буйы улар менән тығыҙ аралашыу осоронда миңә бер америкалы ла ауыр һүҙ әйтмәне. Кеше күңеленә ҡаты бәрелеү, урлашыу, алдашыу кеүек төшөнсәләр уларға бөтөнләй хас түгел.
Ҡырымды алып, Рәсәй дөрөҫ эшләне, тип уйлайым. Әгәр ҙә Рәсәй Ҡырымды алмаһа, уны америкалылар алыр ҙа, ракеталарын ҡуйыр ине...

Башҡортостанда осраған ниндәй күренештәр һине борсоуға һала?

- Башҡорттар бер-береһенә ҡарата уҫал ҡылана - мине шул борсой. Был хәл айырыуса Башҡортостанда, унан бигерәк - Өфөлә асыҡ сағыла. Ниңә улай икән? Аңлай алмайым. Бынан дүрт йыл элек Өфөгә килгәнемдә бер ойошмаға барғайным. Был хәлде ишетеп ҡалып, икенсе ойошма вәкилдәре "Ниңә беҙгә килмәнең? Ниңә уларға барҙың?" тип, бәлә һала башламаһынмы! Минең иҫем китте. Башҡорт икенсе башҡортҡа аяҡ сала, тигән хәлде элек күҙ алдыма ла килтерә алмаҫ инем... Башҡорттар ниңә шулай бер-береһе менән бигерәк насар мөғәмәлә итә икән, тигән һорау борсой. Элеккесә, берҙәмлек төп ҡәлғәбеҙ булырға тейеш. Сөнки башҡорттар Башҡортостанда ғына йәшәмәй - улар Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Пермь өлкәләрендә лә күп. Башҡортостанда миллион ярым башҡорт йәшәһә, республиканан ситтә тағы миллиондан ашыу башҡорт йәшәй бит, уларҙы ла оноторға ярамай.

Һине хәҙер Башҡортостанда белмәгән кеше юҡ, тиһәк, арттырыу булмаҫ. Берәй ҙур ярышыңды Башҡортостанда үткәрергә ниәтең юҡмы?

- Һәйбәт булыр ине лә бит, ләкин ул эште атҡарыу өсөн бик күп аҡса талап ителә. Ҙур-ҙур бизнесмендарға: "Әйҙәгеҙ, ошо эште ойошторайыҡ әле", - тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт иткәнем булды. Әлегә улар аныҡ ҡына яуап биргәне юҡ.

Америкала халыҡтың дингә ҡарашы нисек? Улар диндармы?

- Эйе, Америка халҡы ныҡ динле. Мексикандар ҙа бик динле. Һәр йәкшәмбе улар ғибәҙәтханаға бара. Был хәл һәр аҙна ҡабатлана. Иртән сыҡһаң, матур итеп кейенеп, ғибәҙәтханаға китеп барғандары күренә. Ваҡыт төшкә ауышһа, ғибәҙәтхананан ҡайтып барғандарын күрәһең.

Америкалылар илһөйәрме?

- Эйе, улар ныҡ илһөйәр. Әммә илдәренә ҡурҡыныс янаһа, Америка халҡы берләшмәҫтер, моғайын. Улар: "Мин бит һалым түләйем, илде әрме һаҡлаһын, әйҙә", - тип әйтәсәк. Ә беҙҙең ватандаштар илде һаҡлауға икенсерәк ҡарашта. Америкалыларҙың аҡсаға, байлыҡҡа мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе. Унда һәр кеше үҙ аҡсаһын пакетлы акцияға һала. Был пакетта алтыны ла, көмөшө лә, платинаһы ла, төрлө илдәрҙең аҡсаһы ла бар. Йәғни, аҡсаны юғалтыу ҡурҡынысы аҙая. Аҡсаны пакетлы акцияға һалыу граждандарға ҡапыл байығыу мөмкинлеге бирмәһә лә, әкренләп матди хәлен яҡшыртырға ярҙам итә. Унан һуң, Америкала аҡса һәр ваҡыт әйләнештә йөрөй. Унда аҡсаны аҡса "эшләй". Шуға АҠШ-та бөтә кеше лә аҡсаны мулыраҡ тотона һәм мулыраҡ эшләй ала... Ләкин тормошҡа мөнәсәбәт тә, аҡсаға мөнәсәбәт тә менталитеттан килә. Беҙҙең ил халҡы, бигерәк тә беҙҙең башҡорттар башҡа ҡиммәттәрҙе нығыраҡ баһалай. Әгәр ҙә улар өсөн дә аҡса беренсе урында торһа, моғайын, уға эйә булыу юлдарын табырҙар ине...

Сит ерҙәрҙә йәшәп, ниндәй ғибрәт, һабаҡ алдың?

- Һәр кем үҙ ерендә, тыуған ерендә йәшәргә тейеш. Миңә күпмелер ваҡыт илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә, Бөйөк Британияла ла, Америкала ла йәшәргә тура килде. Хәҙер килеп, минең күңелем Уралыма тартыла. Силәбеләме, Өфөләме - иң мөһиме, башҡорттар янында йәшәргә тейешмен. Тағы бер фәһем алдым. Ул ниҙән ғибәрәтме? Кешемен тигән кеше күктән ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Ҡайһы саҡ шундай кешеләрҙе күрергә тура килһә, сараһыҙҙан: "Көтмәгеҙ, һорамағыҙ! Үҙегеҙ эшләй башлағыҙ", - тигән оран һалғы килә. Тағы. Һайлауҙар үтһә, таныштарымдан: "Кем өсөн тауыш бирҙең?" - тип һораһам, күптәр: "Мин һайлауға барманым. Минең генә тауышым хәл иткес роль уйнамаясаҡ бит", - ти. Һүлпән кешеләрҙе енем һөймәй.

Шәхси тормошоң тураһында ла һорамай булдыра алмайбыҙ. Белеүебеҙсә, һин әлегә өйләнмәгәнһең. Ҡасан өйләнергә ниәт итәһең?

- Был һорауҙы ла күптәр бирә. Кемдәрҙер хатта телевидениела реалити-шоу форматында кастинг үткәрергә лә тәҡдим итте. Ул тәҡдимде кире ҡағырға тура килде. "Мин шоумен түгел. Үҙемде ниндәйҙер йондоҙ итеп күрһәткем килмәй", - тип яуап бирҙем. Әлбиттә, берәй башҡорт ҡыҙына өйләнергә уйлайым. Өфөгә килеүемдең бер сәбәбе лә - кәләш эҙләү. Был мәсьәләгә килгәндә, мин күп ҡатынлылыҡ яҡлы. Әммә үҙем бер-нисә ҡатын аласаҡмын, тимәйем. Ни тиклем ҡыҙҙарыбыҙ ирһеҙ йөрөй. Улар бала тыуҙыра алмай. Ҡыҙҙарҙан: "Һеҙ күп ҡатынлыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?" - тип һорағаным булды. Барыһы ла бер тауыштан: "Мин иремде кем менәндер бүлешергә риза булмаҫ инем", - тип яуаплай. Минеңсә, күп ҡатынлыҡты рөхсәт иткән илдәр ота ғына. Чечендар, мәҫәлән, күп ҡатынлылыҡты рөхсәт иткән закон ҡабул итеп, халҡының иҫәбен ике тапҡырға арттырҙы. Элегерәк улар миллион ярым булһа, хәҙер - өс миллион.

Чемпион булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

- Спорттың теләһә ҡайһы төрөнән чемпион булыр өсөн бер генә сифатың да етә. Көслө теләгең булһын. Ул теләк һине алға әйҙәйәсәк. Беҙ ҙә ошо теләгебеҙ ярҙамында Америкаға сығып киттек бит. Миңә: "Минең дә чемпион булғым килә. Ярҙам ит әле", - тип, йыш мөрәжәғәт итәләр. Ундайҙарға үҙебеҙҙең Америкаға сығып китеүебеҙ тарихын һөйләп бирәм. Беҙ "Барайыҡмы, бармайыҡмы", тип, икеләнеп торғанда, яҙмышыбыҙҙы бер тәңкә ярҙамында хәл иттек. Чемпионлыҡ серҙәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте "БашгизХан" исемле китабымдан таба алырһығыҙ.

Ә уңышлы кеше кем ул һинеңсә?

- Кешенең уңышлы булыуы - уның асылына, кешелек ҡиммәттәренә бәйле. Әлбиттә, һәр кем үҙен уңышлы кеше, тип һанай ала. Үҙемдең кешелек ҡиммәттәремдән сығып, мин дә үҙемде уңышлылар рәтенә ҡуям. Минең өсөн иң мөһиме нимә? Беренсенән, туған телемде белеү, икенсенән, туғандарымды, халҡымды яратыу, өсөнсөнән, милли мәҙәниәтебеҙҙе белеү. Минеңсә, фатирлы, яҡшы машиналы кеше генә уңышлы түгел, ә ошо һанап кителгән кешелек ҡиммәттәрен һанлағандар - иң уңышлы кеше.

ЙОМҒАҠЛАП...
Булмышынан ихласлыҡ бөркөлөп торған Хәбир менән аралашыу һеҙгә лә ял минуттары бүләк иткәндер, тигән өмөттә бөгөнгө әңгәмәне йомғаҡлайбыҙ. Был әңгәмәне уҡығас, берәй йәш замандашыбыҙ Хәбир Сөләймәнов һүрәтләгән уңышлы кеше сүрәтенә инергә ҡарар итте икән, тимәк, ижади коллективыбыҙҙың маҡсаты үтәлә башланы, тигән һүҙ. Әйткәндәй, Хәбир Сөләймәнов 23 февралдә көндөҙгө 12.00 сәғәттә Өфөнөң "Простор" кинотеатрында (Сипайлово биҫтәһе) "БашгизХан"исемле йыйынтығының презентацияһын үткәрә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 2149

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru