«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УТЛЫ ЙЫЛДАР ШАҺИТЫ - ХАТТАР ЭҘЕНӘН
+  - 

Әбйәлил районының Байым ауылында Исламовтарҙың хәҙер 16-сы быуыны ошо ергә тоғролоҡ һаҡлай. Йыуашбайҙар (туңауыҙҙар) араһынан сыҡҡан Фәхрислам Ғилмитдин улынан (1825-1897йй.) "Исламов" тигән фамилия вариҫтарына күсә килә. Фәхрисламдың өс улы - Хәйретдин, Шәрәфетдин һәм Әһелетдин дә ошо фамилияға тап төшөрмәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Хәйретдиндең бер бөртөк кенә улы Ҡасимдың граждандар һуғышында йәшләй генә һәләк булыуы уның быуын сылбырын өҙә. Ә ҡустылары - Шәрәфетдиндән - Низам, Ғилмитдин, Кираметдин һәм Абдулла, Әһелетдиндән Нуритдин һәм Лоҡман атлы малайҙар донъяға килә.

Граждандар һуғышы тамамланыу осоронда донъяға килгән игеҙәктәр Ғилмитдин менән Кираметдин бер тамсы һыу кеүек оҡшаған була. Ғилмитдин сабыр холоҡло, етди, һәр эште төптән уйлап, нигеҙле итеп башҡарһа, Кираметдин шаянлығы, шуҡлығы менән айырылып тора. Ул замандағы малайҙарҙың күптәре ҡыҙылармеец, командир булырға хыяллана.
1929 йылда уларҙың ағаһы Низам Байымда партия ячейкаһы төҙөп, коммунистар менән колхоз ойоштороу эшен йәнләндереп ебәрә. Ауылдағы тәүге "Таш өйөк" тип аталған колхозға 7 ғаилә инә. Улар араһында аталары Шәрәфетдин менән ағалары Әһелетдин дә була. Урындағы байҙар ауыл тирәһендәге һөрөнтө ерҙәрен бирмәй. Етмәһә, тәүге колхозсыларға төрлө баҫымдар яһап, ғүмерҙәрен ҡыйыу менән янайҙар. Шуға ла колхозсылар ауылдан алты саҡрым алыҫлыҡтағы Арҡа яланына күсеп китергә мәжбүр була. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йөрөгән Ғилмитдин менән Кираметдинға белем алыуҙы кисектереп торорға тура килә, сөнки күсенеп килгән ерҙәрендә мәктәп булмай. 1930 йылдың ҡышында Өфөгә уҡырға ебәрелгән Низам ағалары кулактар тарафынан үлтерелә. Сталиндың "Правда" гәзитендәге колхоз эшен йәнләндереүгә арналған мәҡәләһенән һуң, кулактарҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйыла. Колхозсылар Байымға ҡайта. 1931 йылдың 1 сентябрендә игеҙәктәр беренсе класҡа уҡырға бара ала. 1939 йылда Исламовтар 7 класс белеме тураһында таныҡлыҡ алалар. Кираметдин колхозға эшкә төшә. Ә Ғилмитдин Магнитогорск ҡалаһына рабфакка юллана. Уны шул уҡ йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар. Ғилмитдин хәрби бурысын үтәү өсөн Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Адресынан күренеүенсә, тәүге дислокация урыны: Хабаровск крайы, Еврей автономиялы өлкәһенең Амурҙағы Ленинск ҡалаһында урынлашҡан 145-се гаубица-артиллерия полкы. 1939-1941 йылдарҙағы хаттарында күберәк ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, бәләкәй тыуған илен һағыныуы асыҡ сағыла.
Ә Кираметдин Ҡыҙыл армия сафына Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алда, 1941 йылдың майында саҡырыла. Ата-әсәһенә ни бары бер генә хат ебәреп өлгөрә. Адресынан күренеүенсә, ул хеҙмәтен Белоруссия ССР-ы, Белосток өлкәһе, Бельк ҡалаһында башлай. Хәрби бурысын үтәү урынына барғас яҙған хаты 7 июнь 1941 йыл менән билдәләнгән. Өсмөйөшлө хаттың артында Асҡар почтаһының штампы "18. 6. 41." тип билдәләнгән, йәғни ата-әсәһе хатты һуғыш башланырҙан 2-3 көн алда ғына алған. Башҡаса йыл аҙағына тиклем унан хәбәр булмай, Яңы йыл алдынан ғына "Һеҙҙең улығыҙ хәбәрһеҙ юғалды" тигән хат килә. Ғилмитдин игеҙәге яҙмышы хаҡында 1942 йылдың февралендә лә хәбәрҙәр булмай әле. Был осорҙа Нуритдин ағаһы ла һуғышта хәбәрһеҙ юғалған була.
1942 йылдың 4 ғинуарында Ғ. Исламов: "Полковой школаға уҡырға ебәрҙеләр. Уҡыу ауыр түгел, бөтәһе лә яҡшы таныш. 3 айҙан командир орудия булып сығырға тейешмен. Западҡа ебәрә башланылар. Беҙҙе шунда әҙерләйҙәр", - тип яҙа. Ғилмитдин офицерлыҡҡа Ворошилов (хәҙерге Уссурийск) ҡалаһында уҡый. Уҡып бөткәс, күрәһең, уны элекке полкында, Ҡытай сиге буйында урынлашҡан Амурҙағы Ленинск ҡалаһында ҡалдырғандарҙыр, сөнки 1942 йылдың 7 сентябрендә яҙған хатын окоптан ҡәләм менән түгел, ә сағыу төҫлө күк ҡара менән матур итеп яҙған: "Землянкала хәҙер өс йыл инде, ерҙе ҡаҙабыҙ ҙа, башын ябып, тәҙрә, ишеген яйлап эшләйбеҙ. Шулай итеп көн үтеп китеп бара. Донъялар имен булһа, ҡайтылыр. Әгәр ҙә бында торорға тура килһә. Бәлки, фронтҡа ебәрерҙәр, билгеһеҙ…"
Совет хөкүмәте япон самурайҙарының көнсығыштан СССР-ға һөжүм итмәүен аңлағас, бында торған һалдат-офицерҙар күпләп көнбайыш фронтҡа алына. Унда ҡалған ғәскәр яңы набор менән тулыландырыла. Ошо осорҙа Алыҫ Көнсығыштан яҙылған хаттарҙы ҡулға алып, тормош шарттары насарая барыуын тойомлайһың. Ғилмитдиндың хаттары хәҙер дәфтәр битенә түгел, ә брошюра, телеграмма бланкыларына яҙылған. Асыҡтан-асыҡ яҙмаһа ла, аҙыҡ-түлектең наҡыҫ булыуын да һиҙемләргә була: "…Ашау яғы насарайҙы. Беҙ аңлайбыҙ - военный обстановка. Кеше армияла күп, ауылда ирҙәр китеп бөткән, ә уларға ашарға кәрәк. Илгә ҡыйын, иген үҙе үҫмәй бит, нишләйһең, түҙергә кәрәк", - тип яҙа. Ғ. Исламовтың Ҡытай сигенән яҙған һуңғы хаты 1943 йылдың 29 ноябре менән билдәләнгән. Артабан килгән хаттары барыһы ла тигәндәй ҡәләм менән яҙылған. Күптәре һарғайып, юйылып бөткән. Шуға күрә апамдың ҡасан көнбайыш фронтҡа ебәрелеүен, ниндәй йүнәлештәрҙә немец фашистарына ҡаршы һуғышыуын төплө генә аныҡлап булмай.
Һуңғы хаты 1944 йылдың 6 июленә ҡарай. Хаттың тик аҙаҡҡы бите генә һаҡланған. Почеркына, ручка, ҡара менән яҙылыуына ҡарағанда, окоптан яҙылған ашыҡ-бошоҡ хатҡа һис тә оҡшамай. Эс-тәлеген иғтибар менән уҡыһаң, Ғилмитдин Исламов үҙенең һуңғы хатын яҙғанын һиҙемләгәндер кеүек тойолоп китә. Хат һеңлеләре Закира менән Маһираға төбәп яҙылып, васыят һымаҡ яңғырай: "Һеҙгә ауырлыҡтарға ҡарамай, уҡырға кәрәк. 7 класс белем менән генә сикләнмәгеҙ, 10, хатта 15 класс бөтөрөгөҙ. Бына миңә 24 йәш, артабан уҡымағаныма үкенәм хәҙер. Шулай ҙа һуғыштан һуң булһа ла уҡырға теләк бар… Закира туған, һин Кираметдинды эҙләп, Москваға хат яҙҙым тигәнһең… Ул тере булһа, табылыр, үлмәгән бит, без вести пропал ғына… Өсөнсө ай һеҙҙән хат юҡ ине, яҙып тороғоҙ. Ярай хуш. Сәләм менән Ғилмитдин. 5 июль, 1944 йыл", - тип тамамлана.
"Хәтер" китабында Исламов Ғилмитдин Шәрәфетдин улының 1944 йылдың 27 июлендә Румынияның Хочений ауылы эргәһендә һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт килтерелә. Исламов Кираметдин Шәрәфетдин улы, 1941 йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғалды тиһәләр ҙә, 1946 йылда Украинанан Исламов Шәрәфетдин исеменә яҙылған хат килеп төшә. Адресы дөрөҫ булыуға ҡарамаҫтан, конверттың тышындағы почерктың таныш кешенекенә оҡшамауы, кире адрестың күрһәтелмәүе һағайта. Сәйер хатты асҡас, эсенән Кираметдиндың үҙ ҡулдары менән яҙылған сәләмен алып, йәнә аптырауға ҡалалар. Юҡ, яҡындары хәбәрһеҙ юғалһа ла, үлгәндер инде, тип, төңөлмәйҙәр, әле шул өмөттәренең аҡланыуына ышанмай, хатты ашығып уҡырға тотона. Кираметдин нисек һуғыш башланыуын, заставаһы менән ҡамауға ҡалыуын, аҙаҡ пленға эләгеүен аңлатып яҙа. Пленда Украина территорияһында булыуын һәм бер крәҫтиән хужалығында эшләүен, хәҙер совет ғәскәрҙәре яҡынлашып килгәс, немецтар әсирҙәрҙе көнбайышҡа табан алып китәсәктәрен бәйән итә. "Иҫән булһам, ҡайтырмын",- тип өмөтләнә. Хатын эшләп йөрөгән хужаһына биреп ҡалдырасағын, аҙаҡ уның ата-әсәһенә ебәрәсәгенә аңлатма бирә. 1943 йылда яҙғанын да күрһәтә. Хат аҙағында икенсе почерк менән русса: "Спасибо Вам, Вы вырастили трудолюбивого, благородного, честного человека", -тип өҫтәлгән яҙыу ҙа була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абдулла апаның әйтеүенсә, бер яҡын туғандары, Кираметдинды юллайым, тип, ошо хатты алып, аҙаҡ юғалта. Кираметдиндың үҙенән дә башҡаса хәбәр булмай. Бер әсә ҡарынынан, бер көндә донъяға килгән ике игеҙ йәндең ғүмерҙәре, йәшлектәренең иң сағыу сағында ҡәһәрле һуғыш арҡаһында тыуған илдәрен дошмандарҙан ҡурсалап өҙөлә…
Апаларым хаттары буйынса эҙләнеүҙәремдең осона сыҡҡас, бөгөнгө туғандарымды барлап, үҙем өсөн асыш яһаным: һуғыштан һуң 4 кенә "Исламов" фамилияһын йөрөткән ир-ат ҡалһа, бөгөн, Аллаға шөкөр, улар 27 кешегә еткән! Эх, Мәликә һәм Мәфтуха өләсәйҙәрем ҡыуаныр ине, тип, бала саҡта ишеткән әсенеүҙәрен яңынан күңелем аша үткәрҙем.
Ошо мәҡәләмә нөктә ҡуйыр саҡта телевидение экранында төрлө ил сәйәсмәндәренең Бөйөк Ватан һуғышына ҡарата фекерҙәрен белгерткән бер тапшырыу ҡараным. Ул сәйәсмәндәр араһында тарихты боҙоп күрһәтергә теләүселәрен дә күреп йәнем әсене. Улар ошо яҡты донъяла йәшәүҙәре өсөн Бөйөк Ватан һуғышында иң ҡәҙерле ғүмерҙәрен биргән яугирҙарға бурыслы икәндәрен аңламайҙармы икән? Күптән "фашизм" тигән һүҙҙең асылына төшөнөргә ваҡыттыр. Немец фашистарының донъяға килтергән бәлә-ҡазаларын, ҡайғы-хәсрәттәрен бер кем дә, бер ҡасан да иҫенән сығармаһын ине. Утлы йылдар шаһиты булған апаларымдың хаттары, уларҙың фажиғәле яҙмыштары быға асыҡ дәлил.

Илдар ИСЛАМОВ.
Әбйәлил районы.
(Аҙағы. Башы 7-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.15 | Ҡаралған: 1562

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru